Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауылдаш бүләге
Юмореска

Баш мөхәррир дин тураһындағы махсус битте йәһәтләргә ҡушты.
– Уҡымлыраҡ итеп әҙерләргә тырыш, тормоштан миҫалдар ал, – тип тә өҫтәгәс, Кәбирә уйға ҡалды. Унан өҫтәлдәге хаттарҙы ҡараштыра ғына башлағайны, ишек шаҡынылар.
– Да-да!
Ишектән ауылдашы Ғәйнисә инәй инеп килеүгә, ҡыҙыҡай әллә күҙемә күренәме тигәндәй, аптырап китте.
– Бына бер ыңғай эшләгән ереңде күреп сығайым тигәйнем дәһә. – Инәй күҙ ҡарашы менән бөтә ерҙе айҡаны.
Кәбирә йүгертеп кенә сәй ҡайнатты, тәүге ҡаттағы буфеттан аҙыҡ-түлек алып инде.
– Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, юлда сарсап киткәнһегеҙҙер.
Ауылдаш инәй өҫтәл янына ҡунаҡланы ла:
– Ошо ризыҡты беҙгә насип иткән өсөн Хоҙайыма рәхмәт белдерәйек, – тип доға ҡылып, битен һыйпаны.
Инәйҙең сәй генә һемереп ултырыуына ғәжәпләнгән ҡыҙыҡай:
– Ҡушып ашағыҙ әле. Бына колбасаһына үрелегеҙ, – тине лә тәрилкәһен ҡунағы алдына этә биреберәк ҡуйҙы.
Колбаса һүҙен ишетеүгә, инәйҙең йөҙө әсе борос ҡапҡандағы кеүек йәмерәйҙе. Уның:
– Мин колбаса-малбаса кеүек хәрәм ризыҡтарҙы ауыҙыма ла алғаным юҡ. Алыбыраҡ ҡуй әле шул нәмәңде, ултырмаһын шайтан саҡырып, – тиеүенә, күҙҙәрен шарҙай упайтып, ни әйтергә белмәй аптырап ҡалды Кәбирә.
Унан Ғәйнисә инәй ҡулына бер телем икмәкте алғас:
– Ҡуйсәле, бисмиллаһыҙ бешерелгән кафыр ризығын ашап, башыма гонаһ алаһым юҡ, – тип кире урынына һалды. Ауылдашының ҡыланышына Кәбирәнең күңеле бер аҙ кителде-кителеүен, шулай ҙа, ни эшләйһең, килгән ҡунағыңа ауыр һүҙ әйтеп, кәйефен ҡырыу ғәләмәте юҡ бит беҙҙә.
Сәй эсеп, доға ҡылып алғас, Ғәйнисә ни хәжәттән Өфө тип килеп сығыуын теҙҙе.
– Ураҙа айы башланырға тора бит, ауыҙ асырлыҡ емеш-еләк алырға килгәйнем.
– Бәй, хәҙер ауыл магазинында юҡ әйберҙең үҙе юҡ, бынау эҫелә әллә ҡайҙан йонсоп йөрөмәһәң! – Кәбирә ауылдашын йәлләп ҡуйҙы. Был һүҙҙе ишетеүгә, Ғәйнисәнең йөҙө сытыйҙы.
– Анау тыржыҡ танау Ғөжәмиәнекен әйтәһеңме? Хәҙер шуларҙың ҡаты-ҡото нәмәләрен алырға торам, ти! Берәү магазин асҡан, имеш, әллә кем булды ла китте, министр балаһы тиерһең.
Кәбирәнең: “Әлләсе, теге ваҡыт мин кергәндә бөтә әйберҙәре лә яңы килтерелгән һымаҡ инесе”, – тиеүен әллә ишетте, әллә юҡ, үҙенекен тылҡыны.
– Булды ти һиңә! Тегенән-бынан осһоҙға, башҡа ерҙә үтмәгән теләһә нәмәне алып ҡайталар ҙа шуны әллә нисә тапҡырға арттырып һаталар. Әҙәм алдап торалар шунда, үлсәүҙәре бөтөнләй дөрөҫ күрһәтмәй. Алланан да, гонаһтан да ҡурҡмай әҙәм тигәнең. Шуға күрмәгәнен күреп тора бына. Былтыр көҙ ни, ҡырпаҡ ҡарға аяҡ баҫҡас, бура һымаҡ һыйыры тәгәрәп үлде. Бигерәк йәпле булды әле. Әҙәм түгел, ғазраил бит ул.
Инде ни әйтергә белмәгән Кәбирә тағы ауыл яңылыҡтарын һорай ҡуйҙы:
– Нәғимә инәйҙең хәле нисек икән, бик шәптән түгел ине?
– Ҡайһыһы? Теге ҡарғаһымы? Суртым булһынмы ни уға, кисә шайтан һымаҡ донъя ярып йөрөп ята ине.
Ҡунағын оҙатҡас, Кәбирә әллә күпме ваҡытының бушҡа уҙыуына уфтанды ла, нимәнелер иҫенә төшөрөп, ҡағыҙ битенә буласаҡ мәҡәләһенең тәүге юлын яҙып ҡуйҙы.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. гәзит уҡыусы
    гәзит уҡыусы от 22.09.2013, 18:36
    тормошта ысынлап та шундай хәлдәр осрап тора. Шундайҙар диндең бәҫен төшөрә лә инде

  2. гәзит уҡыусы
    гәзит уҡыусы от 22.09.2013, 18:57
    Шәп юмореска!

  3. Әнисә
    Әнисә от 03.10.2013, 08:21
    Венер Исхаҡовтың юморескаларын уҡып барам, оҡшай. Тормоштоң үҙен яза.

  4. Зәлифә
    Зәлифә от 03.10.2013, 08:25
    Хикәйәләр, юморескаларҙы көтөп алам, кинәнеп уҡыйым. Шундайыраҡ әйберҙәр күберәк баҫылһын ине.

  5. Нурия
    Нурия от 03.10.2013, 14:22
    Яңыраҡ ҡына филармонияла концертта булдым. Унда бер ниндәй мәғәнәһе булмаған, бары кеше көлөдөрөү өсөн генә бер әҫәрҙе уҡынылар. Шунда, Венер Исхаҡовтың уҡыһалар, күпкә отошло булыр ине, тип уйлап ултырҙым. Уға тиктомалға көлөү хас түгел.

  6. гөлназ
    гөлназ от 08.10.2013, 12:20
    Был юмореска, моғайын, тормоштан алынғандыр. Беҙҙең ауылда ла шундайыраҡ хәлдәр осраштырып тора.

Комментарий өҫтәргә