Ауылдаш бүләге21.09.2013
Юмореска
Баш мөхәррир дин тураһындағы махсус битте йәһәтләргә ҡушты.
– Уҡымлыраҡ итеп әҙерләргә тырыш, тормоштан миҫалдар ал, – тип тә өҫтәгәс, Кәбирә уйға ҡалды. Унан өҫтәлдәге хаттарҙы ҡараштыра ғына башлағайны, ишек шаҡынылар.
– Да-да!
Ишектән ауылдашы Ғәйнисә инәй инеп килеүгә, ҡыҙыҡай әллә күҙемә күренәме тигәндәй, аптырап китте.
– Бына бер ыңғай эшләгән ереңде күреп сығайым тигәйнем дәһә. – Инәй күҙ ҡарашы менән бөтә ерҙе айҡаны.
Кәбирә йүгертеп кенә сәй ҡайнатты, тәүге ҡаттағы буфеттан аҙыҡ-түлек алып инде.
– Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, юлда сарсап киткәнһегеҙҙер.
Ауылдаш инәй өҫтәл янына ҡунаҡланы ла:
– Ошо ризыҡты беҙгә насип иткән өсөн Хоҙайыма рәхмәт белдерәйек, – тип доға ҡылып, битен һыйпаны.
Инәйҙең сәй генә һемереп ултырыуына ғәжәпләнгән ҡыҙыҡай:
– Ҡушып ашағыҙ әле. Бына колбасаһына үрелегеҙ, – тине лә тәрилкәһен ҡунағы алдына этә биреберәк ҡуйҙы.
Колбаса һүҙен ишетеүгә, инәйҙең йөҙө әсе борос ҡапҡандағы кеүек йәмерәйҙе. Уның:
– Мин колбаса-малбаса кеүек хәрәм ризыҡтарҙы ауыҙыма ла алғаным юҡ. Алыбыраҡ ҡуй әле шул нәмәңде, ултырмаһын шайтан саҡырып, – тиеүенә, күҙҙәрен шарҙай упайтып, ни әйтергә белмәй аптырап ҡалды Кәбирә.
Унан Ғәйнисә инәй ҡулына бер телем икмәкте алғас:
– Ҡуйсәле, бисмиллаһыҙ бешерелгән кафыр ризығын ашап, башыма гонаһ алаһым юҡ, – тип кире урынына һалды. Ауылдашының ҡыланышына Кәбирәнең күңеле бер аҙ кителде-кителеүен, шулай ҙа, ни эшләйһең, килгән ҡунағыңа ауыр һүҙ әйтеп, кәйефен ҡырыу ғәләмәте юҡ бит беҙҙә.
Сәй эсеп, доға ҡылып алғас, Ғәйнисә ни хәжәттән Өфө тип килеп сығыуын теҙҙе.
– Ураҙа айы башланырға тора бит, ауыҙ асырлыҡ емеш-еләк алырға килгәйнем.
– Бәй, хәҙер ауыл магазинында юҡ әйберҙең үҙе юҡ, бынау эҫелә әллә ҡайҙан йонсоп йөрөмәһәң! – Кәбирә ауылдашын йәлләп ҡуйҙы. Был һүҙҙе ишетеүгә, Ғәйнисәнең йөҙө сытыйҙы.
– Анау тыржыҡ танау Ғөжәмиәнекен әйтәһеңме? Хәҙер шуларҙың ҡаты-ҡото нәмәләрен алырға торам, ти! Берәү магазин асҡан, имеш, әллә кем булды ла китте, министр балаһы тиерһең.
Кәбирәнең: “Әлләсе, теге ваҡыт мин кергәндә бөтә әйберҙәре лә яңы килтерелгән һымаҡ инесе”, – тиеүен әллә ишетте, әллә юҡ, үҙенекен тылҡыны.
– Булды ти һиңә! Тегенән-бынан осһоҙға, башҡа ерҙә үтмәгән теләһә нәмәне алып ҡайталар ҙа шуны әллә нисә тапҡырға арттырып һаталар. Әҙәм алдап торалар шунда, үлсәүҙәре бөтөнләй дөрөҫ күрһәтмәй. Алланан да, гонаһтан да ҡурҡмай әҙәм тигәнең. Шуға күрмәгәнен күреп тора бына. Былтыр көҙ ни, ҡырпаҡ ҡарға аяҡ баҫҡас, бура һымаҡ һыйыры тәгәрәп үлде. Бигерәк йәпле булды әле. Әҙәм түгел, ғазраил бит ул.
Инде ни әйтергә белмәгән Кәбирә тағы ауыл яңылыҡтарын һорай ҡуйҙы:
– Нәғимә инәйҙең хәле нисек икән, бик шәптән түгел ине?
– Ҡайһыһы? Теге ҡарғаһымы? Суртым булһынмы ни уға, кисә шайтан һымаҡ донъя ярып йөрөп ята ине.
Ҡунағын оҙатҡас, Кәбирә әллә күпме ваҡытының бушҡа уҙыуына уфтанды ла, нимәнелер иҫенә төшөрөп, ҡағыҙ битенә буласаҡ мәҡәләһенең тәүге юлын яҙып ҡуйҙы.