Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғилемгә сиктәр юҡ
Ғилемгә сиктәр юҡКүптән түгел татар халҡының данлыҡлы улы, филология фәндәре докторы, профессор, Татарстан Фәндәр академияһы академигы, күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Мирфәтих Зәки улы Зәкиевкә 85 йәш тулды.

Уның ғилми эшмәкәрлеге хаҡында һөйләрҙән алда, тормош һәм ижад юлы менән ҡыҫҡаса таныштырыу маҡсатҡа ярашлы булыр. Мирфәтих Зәкиев 1928 йылда Татарстандың Ютазы районында тыуған. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Ул был үтә ауыр йылдарҙа көтөүсе лә, хат ташыусы ла, ат ҡараусы ла, тимерсе лә булып эшләй. Тырышлығы бушҡа китмәй: "1940–1945 йылдарҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн" миҙалы менән бүләкләнә. Колхозда эшләү менән бергә, ул мәктәптә лә тырышып уҡый. Уҡытыусылар тәҡдиме менән Ҡазан университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә һәм 1951 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай. Тырыш егет аспирантураға ҡалдырыла. Ғилми етәксеһе итеп билдәле татар теле белгесе профессор Латиф Жәләй тәғәйенләнә. Тиҙҙән кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Мирфәтих Зәки улы университетта 1954 йылдан башлап 1965 йылға тиклем эшләй. Ун йыл эсендә фән өлкәһендә лә, уҡыу-уҡытыу эшендә лә ҙур уңыштарға өлгәшә. Ул 1958 йылда татар теле синтаксисы буйынса юғары уҡыу йорттары өсөн тәүге дәреслек баҫтырып сығара. Был юғары кимәлдә яҙылған китап өсөн М. Зәкиевкә университет премияһының лауреаты исеме бирелә.
1960 йылда университетта үҙаллы татар теле кафедраһы ойошторола. Кафедра мөдире М. Зәкиев уҡытыусы кадрҙар әҙерләүгә ныҡлап тотона. Үҙе лә әүҙем рәүештә ғилми эш менән шөғөлләнә. Был йылдарҙа ғалим татар теленең синтаксик төҙөлөшө буйынса күп хеҙмәттәр яҙа. 1963 йылда "Татар теленең синтаксик төҙөлөшө" исемле фундаменталь хеҙмәтен баҫтырып сығара. Ошо уҡ тема буйынса шул уҡ йылда ул докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Был хеҙмәттә төрки телдәрендә тәү тапҡыр теоретик планда бығаса тикшерелмәгән предикативлыҡ, модаллек һәм хәбәрлек категорияларының тәбиғәте, һөйләм һәм уның әйтелеү маҡсаты яғынан функциональ типтары, ҡушма һөйләмдең грамматик тәбиғәте асып бирелә.
Профессор Зәкиев — 1965 йылдан Ҡазан педагогия институтының фәнни эштәр буйынса проректоры, 1967 йылда институттың ректоры итеп тәғәйенләнә һәм 1986 йылға тиклем шунда эшләй. Ул ректор булғанда бик ҙур эш башҡарыла. Студенттар ҡабул итеү ике тапҡырға арта, күп ҡатлы ике дөйөм ятаҡ, бер нисә уҡыу бинаһы, спорт һәм физкультура комплексы төҙөлә. 1986 йылда Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм тарих ғилми-тикшеренеү институтына директор итеп күсерелә. Хәҙер ул – ошо институттың бүлек мөдире һәм әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре.
Бында М. Зәкиевтең ғилми эшмәкәрлеге тағы ла әүҙемләшә. Ул етәкләгән институт яңынан-яңы уңыштарға өлгәшә: М. Зәкиевтең ғилми етәкселегендә урыҫ телендә татар теленең өс томлыҡ академик грамматикаһы донъя күрҙе. Был фундаменталь хеҙмәт өсөн академиктар М.З. Зәкиевкә, Д.Ғ. Тумашеваға, Татарстан академияһының ағза-корреспонденты Ф.Ә. Ғәниевкә һәм доцент К.З. Зиннәтуллинаға 1994 йылда фән һәм техника өлкәһендә Татарстан Республикаһының дәүләт премияһы бирелде.
Профессор М. Зәкиев этнолингвистика һәм социолингвистика проблемалары менән дә әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, 1975 йылда уның "Татары. Проблемы истории и языка" тигән ҙур күләмле монографияһы донъя күрә. Был хеҙмәттә татар халҡының тарихы, уның этник тамырҙары, болғар, ҡыпсаҡ ҡәбиләләренең тарихы, татар халҡының дәүләтселек системаһы, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары хаҡында ентекле фәнни тикшеренеүҙәр урын алған.
1977 йылда ғалимдың яңы хеҙмәте — "Татар халҡы теленең барлыҡҡа килеүе" монографияһы баҫылып сыға. Әйтергә кәрәк, тюркологияла һөйләү телен, йәғни халыҡ телен, уның тарихын тикшереү тәжрибәһе ҙур түгел. Был хеҙмәттә татар халҡының һөйләү теленең тарихи һәм функциональ планда үҫеш эволюцияһы бирелгән. Хеҙмәттә шулай уҡ боронғо төрки халыҡтары һәм уларҙың телдәре, төрки телдәрҙең ҡәрҙәшлек буйынса классификацияһы хаҡында яңы фекерҙәр әйтелгән. Китаптың "Башҡорттар һәм уларҙың телдәре" бүлегендә "башҡорт" этнонимы, башҡорт халҡының тарихы һәм уның һөйләү теленең үҙенсәлектәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелгән.
М. Зәкиев һуңғы йылдарҙа социаль лингвистика мәсьәләләре менән әүҙем шөғөлләнә. Был — тәбиғи, сөнки ул – туған телдең яҙмышы тураһында тәрән уйланыусы ғалим. Уның татар теленең үҙаллылығы, дәүләт теле булыуы өсөн ҙур көс һалыуын айырып әйтке килә. М. Зәкиев етәкселегендә 90-сы йылдарҙа татар милләтен һаҡлау, үҫтереү, йәғни этно-экология мәсьәләләрен өйрәнеү буйынса бер төркөм ғалимдар программа әҙерләне. "Татарстан халыклары телләре турында" дәүләт комиссияһы рәйесе, Татарстан конституцион комиссияһы ағзаһы һәм "Татарстан телләре хакындагы" республика Законын тормошҡа ашырыу комитеты рәйесе урынбаҫары булараҡ, ул бик күп эш башҡарҙы.
Академик Зәкиев үҙенең монографияларында татар, башҡорт, болғар, мадьяр, буртас һәм Волга-Урал ареалында яңы эраға тиклем бик күп быуаттар элек йәшәгән төрки халыҡтарҙың дәүләтселеге хаҡында төплө ғилми фекерҙәр әйткән. Әлбиттә, боронғо һәм урта быуаттарҙа йәшәгән халыҡтарҙың сәйәси һәм дәүләт төҙөлөшөн тикшереү ҡатмарлы мәсьәлә һанала. Мирфәтих Зәкиевтең фекеренсә, IХ—ХII быуаттарҙа уҡ башҡорттарҙың үҙаллы дәүләте булған.
1998 йылда уның "Төрки-татар этногенезы" хеҙмәте баҫылып сыҡты. Был монография бөгөн төрөк теленә тәржемә ителгән һәм уның инглизсә ҡыҫҡартылған варианты әҙерләнә.
2003 йылда профессор Зәкиевтең Мәскәүҙә "Происхождение тюрков и татар", 2011 йылда Өфөлә "Происхождение тюрков, татар и башкир" исемле фундаменталь хеҙмәттәре донъя күрә. Был ҙур күләмле хеҙмәттәр төрки халыҡтарының, шул иҫәптән татар һәм башҡорт халыҡтарының донъя цивилизацияһы тарихында тотҡан урынын тикшереүгә арналған. Шуны әйтергә кәрәк: монография авторының төрки халыҡтарының боронғо тарихын тикшереүҙә тәжрибәһе ҙур. Ул үҙенең хеҙмәтен тарихи сығанаҡтарға, атап әйткәндә, антик тарихсыларҙың (Геродот һәм башҡалар) хеҙмәттәренә, Көнсығыш тарихы буйынса ҡулъяҙмалар, хәҙерге тарих, археология, этнография, этнология, тарихи лингвистика һәм башҡа гуманитар фәндәрҙең материалдарына нигеҙләнеп яҙған. Әлбиттә, М.З. Зәкиевтең был хеҙмәтендә төрки халыҡтарының генезисы буйынса өр-яңы концепциялар бирелгән.
Мирфәтих Зәкиев – 1000 ғилми хеҙмәт авторы. Төрки халыҡтарының һәм телдәренең тарихына, телдәренә арналған 80 монографияһы бар. Донъя төркиәтендә киң билдәле ғалим бөтә тюркологик конференцияларҙа әүҙем ҡатнашты. Ул шулай уҡ Германияла, Америка Ҡушма Штаттарында, Вьетнамда, Англияла, Венгрияла, Төркиәлә уҙған бөтә донъя тюркология конгрестарында тәрән йөкмәткеле докладтар менән сығыш яһаны.
Мирфәтих Зәки улы ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләүгә лә ҙур иғтибар бирә. Уның фәнни етәкселегендә 70 кеше фән докторы һәм кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡланған.
М. Зәкиев Татарстандың Фәндәр академияһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашты. Хәҙер ул – гуманитар фәндәр бүлегенең академик секретары. Һәр ваҡыт ҙур ижтимағи эш алып бара, бер нисә тапҡыр район һәм ҡала Советы депутаты итеп тә һайланды. 1980–1990 йылдарҙа Татарстан Юғары Советы депутаты һәм рәйесе булды. Профессор М. Зәкиевтең емешле ғилми һәм әүҙем ижтимағи эшмәкәрлеге Татарстан Хөкүмәте тарафынан юғары баһаланды. Ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары һәм күп миҙалдар менән бүләкләнгән. М. Зәкиевкә Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, “Төрөк лингвистик йәмғиәтенең почетлы ағзаһы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән.
Академиктың фән өлкәһендәге эшмәкәрлеге сит илдәрҙә лә танылған. Америка Ҡушма Штаттарының халыҡ-ара биографик институты уны иң күренекле 500 шәхес исемлегенә индереп, "1993 йылдың халыҡ-ара шәхесе" тигән почетлы исем бирҙе.
Мирфәтих Зәкиев Башҡортостанда үткәрелгән ғилми конференцияларҙа һәр саҡ ҡатнаша һәм тәрән йөкмәткеле ғилми докладтар менән сығыш яһай. Ул беҙҙең республика өсөн фәнни кадрҙар әҙерләүҙә әүҙем эш алып бара. Башҡорт интеллигенцияһының байтаҡ вәкилдәре Ҡазан университетында диссертация яҡланы.
Шуны ла әйтеү кәрәк: Мирфәтих Зәкиев башҡорт халҡының арҙаҡлы улы профессор Жәлил Кейекбаев менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780