Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙан аҫып, самауыр ҡайнатып
Ҡаҙан аҫып, самауыр ҡайнатыпТауҙар уратып алған гүзәл тәбиғәтле Ҡаранйылғала оло йыйын булды. Тамырҙары менән ошо ергә береккән изге төйәк үҙенең балаларын, ҡан-ҡәрҙәштәрен бергә тупланы.

Ҡаранйылға боронғо ауылдарҙан һанала. Кесе Табын ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған, хәҙерге көндә йөҙгә яҡын йортта дүрт йөҙҙән ашыу кеше йәшәгән төбәктә бөгөн дә тормош ҡайнай.
Ауыл күркәмлеге, халҡының ихласлығы, берҙәмлеге менән айырылып тора. Бына әле лә йыраҡ араларҙы яҡынайтып, төрлө тарафтан һағынышып ҡайтҡан яҡташтар осрашыуға йыйылған. Киләсәк быуын тамырҙарын онотмаһын өсөн балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән ҡайтҡандар. Осрашалар, күрешәләр, ҡосаҡлашалар...
Ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Латипов, байрамға килеүселәрҙе тәбрикләп, сығыш яһаны һәм сараны ойоштороусыларға, бағыусыларға рәхмәт белдерҙе, киләсәктә лә ауылдың йәмен, ҡотон ебәрмәҫкә саҡырҙы. Ғиндулла хәҙрәт доға ҡылып, изге эшкә фатиха бирҙе. Тыуған яҡты өйрәнеүгә күп көс һалған, Ж. Кейекбаев музейын ойошторған уҡытыусы-ветеран Ғиндулла Шәйәхмәтовтың ауылдың тарихы, ырыу-ҡәрҙәшлекте белдергән ара-аймаҡтар хаҡында бәйән итеүе бик фәһемле булды. Музей директоры иһә үҙенең сығышында тыумышы менән бәрәкәтле Ҡаранйылға ауылынан булған Жәлил Кейекбаевтың фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте.
Әйтергә кәрәк, ырыҫлы, бәрәкәтле Ҡаранйылға ере данлыҡлы шәхестәргә бик бай. Исеме бөтә донъяға таралған Жәлил Кейекбаев менән бер рәттән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә юғары дәрәжәләргә эйә булған эшмәкәрҙәре менән дә дан тота.
Хисле, аһәңле йырҙар – һәр байрамдың күрке. Ауылдаштарын осраштырыу маҡсаты менән янған һәм ниәттәрен бойомға ашырған бер туған Фәнүр менән Фәрит Мәхийәновтарҙың ҡотлауҙарына Раушания Әхмәтшина, Рафаэль Кейекбаевтарҙың был күркәм байрамды рухи яҡтан туплаған, матди яҡтан ойошторған, төрлө йәһәттән инициатива күрһәткән кешеләргә рәхмәт һүҙҙәре ауаздаш булып яңғыраны. Киләсәктә лә халҡыбыҙҙы берләштергән ошондай күркәм, оло йыйындарҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк, тине ҡунаҡтар.
Әйткәндәй, сара барышында Ҡаранйылға ауылын үҫтереү буйынса пландар тураһында ла һүҙ алып барылды. Ауылдың шөһрәтен арттырыу өсөн тәбиғәт ресурстарын һаҡсыл һәм һөҙөмтәле ҡулланып, мөмкинлектәрҙән файҙаланыуҙың әһәмиәте билдәләнде. Ҡаранйылға балының данын арттырып, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсебе – солоҡсолоҡ, умартасылыҡты артабан да үҫтереү, туризм өлкәһенә инвестициялар йәлеп итеү һ.б. өҫтөндә эшләргә кәрәклеге хаҡында фекерҙәр әйтелде. Ауылдаштар, яҡташтарының ярҙамынан файҙаланып, зыяратты тимер ҡойма менән уратып алырға ла ниәтләй. Бик хуп, изге эш – күптәрҙең ата-бабалары, туғандары бында ерләнгән бит.
Төрлө өлкәлә үрҙәр яулаған яҡташтарының ярҙамын тойоп йәшәй ҡаранйылғалар. Ауылдың ошондай ғорурланырлыҡ шәхестәре барҙа уның бөгөнгөһө ышаныслы, киләсәге яҡты булыуында шикләнмәйһең. Шуларҙың береһе, байрамды ойоштороуға күп көс һалған Әхмәт Аҫылбәков хаҡында айырым әйтеү урынлы булыр. Ошонда тыуып үҫкән егет бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөү өлкәһендә шәхси эшҡыуар булып эшләй. “УрманСтрой” фирмаһының директоры вазифаһын башҡарған уҙаман тыуған ауылы халҡын изге эше менән ҡыуандырҙы. Байрам матур үтһен өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне, төрлө яҡлап хәстәрлек күрҙе: сараны матди яҡтан тәьмин итеүҙе лә, концерт программаһын булдырыуҙы ла, табын ҡороуҙы ла үҙ өҫтөнә алды. Ауылдаштары уға эшенең гел уң булыуын, һаулыҡ, сабырлыҡ теләп, оло рәхмәтен белдерҙе.
Ил күргәнде күреп, ауырлыҡтарға бирешмәй, ныҡлы нигеҙ ҡороп, гөрләтеп тормош көтә Ҡаранйылға халҡы. Тантана барышында шулай уҡ ишле бала тәрбиәләгән ғаиләләр – Рәмилә менән Нуриман Кинйәбаевтар, Аймара менән Әхнәф Суфияновтар, Люциә менән Шамил Вахитовтар бүләккә лайыҡ булды.
Ҡаранйылға башланғыс мәктәбе уҡыусылары ла был көндә өлөшһөҙ ҡалманы, Әхмәт ағайҙары тапшырған уҡыу кәрәк-ярағы бәләкәстәргә белем тауҙарына үрләргә мотлаҡ ярҙам итер...
Хәтфә үләнгә келәмдәр йәйелгән, ҡаҙандар аҫылған, самауырҙар йырлап ултыра. Рәмил Ғимрани, Ян Лира кеүек артистар Ҡаранйылға халҡын дәртле сығыштары менән ҡотланы. Тирә-яҡ был көндә йыр-моңға тулды, сағыу бейеүҙәр күңелдәрҙе дәртләндереп, күтәренке кәйеф өҫтәне. Халыҡ байрамда ихлас ҡатнашты, алҡыштарын да йәлләмәне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780