Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ысыҡтан эйелә ҡылған
Ысыҡтан эйелә ҡылған(Романдан өҙөк)

Билдәле, егерменән үтеп, граждандар һуғышының ҡанлы даръяһын гиҙеп, яраланып лазареттарҙа аунаған һалдаттың ҡатын-ҡыҙҙар менән электән дә осрашҡаны бар ине. Ләкин ул икенсе хәлдә, йә һөжүм иткәндә, йә дошмандан ҡасып килгәндә фатир ҡунып, тол ҡалған, иргә сарсаған ҡатын-ҡыҙҙар ҡосағынан ары китә алғаны юҡ ине. Төндә килеп төшәһең, таң һарыһынан тағы китәһең, төндә ҡылған гонаһтарың өсөн битеңдең ҡыҙарғанын бер кем дә күрмәй. Һинең выжданың үҙ-үҙеңде ҡарғап яфаланғанын берәү ҙә белмәй. Ундай хәлдәр бик йыш булмаһа ла, юҡ-юҡта осрап торғас, уға бер кемдең дә иҫе китмәй. Бөгөн тереһең — иртәгә үләһең, кем белә?! Тик ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ялға туҡтағанда, ҡайһы бер шардыуан, дуңғырлаҡ һалдаттар үткән төндә үҙҙәренә тән ләззәте бүләк итеп дәртен ҡанатландырған бисәләрҙе маҡтай:
— Ну, малай, осраным бит кисә бер ханымға. Ҡосағында һығып үлтерә тип торам! Бөтә ғәйрәтемде һурып алып ҡалды. Бына бөгөн винтовка йөрөтөрлөк тә ҡарыу ҡалмаған.
— Минең төшкән фатирҙа бер ҡыҙ осраны. Һөйгән егете Колчакта хеҙмәт итеп ғәйеп булған. Ошо ҡәһәрле һуғыш бөткәс тә, икенсе көнөнә килеп, ауылыма алып ҡайтып китәм. Шулай вәғәҙә ҡуйыштыҡ.
Ошондайыраҡ хәлдәр ҡыҙылармеецтар араһында булып ала. Ләкин Абдрахман өндәшмәй, ундай ваҡыттарҙа мылтығының штыгы менән ер соҡой башлай, уны төндә ҡара дегеткә буялған выжданы язалай торғайны. Ә Маргарита менән бөтөнләй икенсе эш! Ул уға ундай вәхшилек эшләү түгел, уның күҙенә тура ҡарарға ла баҙнат итә алмай.
— Егеттәр, марш! Һеҙҙең эшегеҙ бөттө. Хәҙер класта тик ҡыҙҙар ғына тороп ҡала.
Ҡайһы бер шуғыраҡ егеттәр:
— Нимә, сәүит власы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ирҙәр менән тигеҙләне лә инде, һеҙ нишләп уларҙы айырып ҡарайһығыҙ? — тип мәрәкәләп, класта ҡалырға ла уйлағайны, ләкин доктор уларҙы бик ҡоро тотто. Коридорға сыҡҡан егеттәр:
— Әй, уларҙың ҡайһы еренә ҡаҙайҙар икән?
— Шул арҡаһыналыр инде! Башҡа тағы ҡайһы ере булһын!
— Уларҙы ла сисендерәләр микән?
...Класта ултырып ҡалған ҡыҙҙарҙың иң башта олорағын, урыҫса әҙ-мәҙ һуҡалаған Бәҙернисаны саҡырҙылар.
Бишмәтен һалды ла ул бер нисә ялпылдаҡлы, әберсәле күлдәге менән доктор алдына килеп баҫты. Уның сигелгән түшелдерегенә ҡарап, доктор:
— Был ни өсөн эшләнгән? — тип һораны.
— Это женский карман. Туда всякий шурум-бурум кладем.
Доктор "аңланым" тип башын һелкте.
— Йә, хәҙер инде арҡағыҙ менән баҫығыҙ. Күрҙегеҙ бит егеттәр нисек эшләгәнен, һеҙ ҙә шулай үтегеҙ.
Ни тиклем йөрәкле булһа ла, Бәҙерниса итәген күтәреүҙән ҡырҡа баш тартты.
— Это большой грех! И мулла, и алла бьют за это, — тип сөңкөлдәне.
— Көпә-көндөҙ оялмай ят ир кеше алдында итәк күтәреп тормаға бында әллә алйот бармы? Мәрйәләренең итәген күтәртеп өйрәнгән дә... Аҡылың алтын икән! — Ҡатын-ҡыҙ шул рәүешле шау-гөр килеп алды. Бәҙерниса, ирендәрен ҡымтып, киң итәктәре менән, бала биләгән һымаҡ, үҙенең кәүҙәһен уратып, ҡулы менән матҡып тотто ла бүтән ысҡындырманы. Шулай врач алдында бер аҙ баҫып торғандан һуң итәктәрен тағатып, дағалы итеге менән иҙәнгә шаҡ-шоҡ баҫып, үҙ урынына ыңғайланы.
Врач ултырғысына "лап" итеп барып ултырҙы ла уйға сумды. "Ысынлап та, электән ҡалған ҡырағайлыҡҡа, ҡараңғылыҡҡа ҡаршы күпме көрәшәһе, күпме көс түгәһе бар әле". Хәҙер инде ул бер кемде лә өгөтләп маташманы. Көтөп ултырырға ҡушты ла йәһәт кенә кейенеп сығып китте. Бер аҙҙан үҙе кеүек аҡ халат кейгән икенсе бер ҡатынды эйәртеп кире килеп инде.
— Хәҙер мин сығып китәм. Бына ошо докторҙан укол һалдырыуығыҙҙы һорайым, — тине.
Доктор тиклем докторҙан өҫкә сығып, класта тороп ҡалған ҡыҙҙар сыр-сыу килеп укол яһатты.
Кластағы был ваҡиға земство докторының башында икенсе яңы фекер тыуҙырҙы, "Тимәк, волость үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәр алдында тәнен күрһәтергә баҙнат итмәгәс, башҡорт ауылдарында был турала һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел, уларҙы ауыл Советтары бинаһына айырым-айырым йыйырға тура киләсәк". Врач бынан тыш икенсе һығымтаға ла килде. "Ауылдарға китә торған был санотряд кешеләрен, элек уйлағанса, берәмләп түгел, ә икешәрләп — бер ир, бер ҡатын-ҡыҙ составында — ебәрергә кәрәк буласаҡ".
Егерме кешелек ирҙәр ятағына әкрен генә яңғыҙы атлаған Абдрахман булып үткән бөгөнгө бөтә ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәрҙе. Ләкин, нимә генә уйламаһын, ҡулына энә тотоп, үҙенең килешле буй-һыны, түңәрәк күлдәй зәңгәр күҙе менән Маргарита алдына килеп баҫты. Уның йылмайғанда күренеп ҡалған ваҡ ҡына ынйы шикелле тигеҙ тештәре, соҡорланған ике бите, матур балтырҙарын ҡыҫып торған аҡ быймаһы — барыһы, барыһы ла, хатта башына кейгән ҡыҙыл береткаһы ла, уның ситтәренән төрмәсләнеп ике сикәһенә төшкән һары сәс өйкөмө һуҡыр кеше кеүек ҡышҡы һуҡмаҡтан эләгә-йығыла барған Абдрахмандың күҙ алдынан китмәне.
Көндәге кеүек шыйыҡ ҡына кәбеҫтә ашынан һуң түңәрәкләп ултырып әңгәмә ҡороуҙар ҙа ҡыҙыҡһындырманы уны бөгөн. Тиҙ генә ашаны ла һалам тултырылған түшәгенә сисенмәйенсә һуҙылып ятты. "Был ни хәл? Мин нишләнем? Нимәгә ебеп төштөм һуң әле мин был урыҫ ҡыҙы алдында? Бәлки, уның үҙенең һөйәркәһе барҙыр? Нисек белергә, кемдән һорашырға?"
Иртәнсәк таң һарыһынан тороп, урамға сыҡты. Волость идараһына барыр ваҡытты көттө. Маргарита менән буласаҡ осрашыу уны берҙәй ҡыуандырҙы, берҙәй ҡурҡытты.
Бына ул аҫҡы ҡатында таш магазин келәттәр, ә өҫтөндә, икенсе ағас ҡатында, волость идаралығы урынлашҡан бинаға килеп етте. Өҫкә күтәрелеп, ишекте асыу менән жакетын сисеп, аҡ халат кейеп маташҡан, һыуыҡтан биттәре бешкән алма кеүек ҡыҙарған Маргаританы күрҙе. Үҙен күпме генә ҡулға алырға тырышһа ла, ҡапыл тағы ҡаушап төштө. Уның ҡарауы, Рита бигүк ҡурҡаҡ ҡыҙ булып сыҡманы. Йомшаҡ ҡулдарын Абдрахманға һуҙып:
— Һаумы, Драхман? — тип үҙе килеп күреште лә киң йылмайып ҡуйҙы. Абдрахмандың бөтөнләй телһеҙ ҡалыуын күреп:
— Әллә, Абдрахман, ауырып киттеңме? Нишләп сәләм бирмәйһең? Әллә нишләп ҡобараң да осҡан, — тип үҙ телендә һайраны.
Маргарита егеттең ҡулдарын яңынан үҙенең йомшаҡ усында оҙаҡ ҡына тотоп торҙо ла:
— Давай температураңды үлсәп ҡарайыҡ, — тип һандығына үрелде.
Бөтә көсөн йыйып:
— Кәрәкмәй, миндә температура юҡ, — тине Абдрахман. Ә ысынында үҙенең тәненең ҡыҙыу икәнен ул үҙе лә тоя ине. Маргаританың йомшаҡ наҙлы ҡулдарының эҫеһе уның бөтә булмышын ялмап алғайны. Маргарита уға ҡаш һикертеп, түңәрәк күҙҙәре менән серле ҡараны ла, һис бер аптырап тормайынса:
— Бәлки, һиңә мөхәббәт шауҡымы тейгәндер? — тине, көлөмһөрәп.
— Әллә, бәлки...
Шулай итеп, тик торғанда ут-һыу гиҙгән батыр Абдрахман үҙ мөхәббәтенең әсиренә әйләнде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780