Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Талантлы ижадташым
Талантлы ижадташымӘҙәби тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов менән 1960 – 1978 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бергә эшләнек. Әҙәбиәт ғилеме һәм теорияһы мәсьәләләре менән шөғөлләндек. Ул айырыуса поэтика өлкәһендә маһирлығын танытты.

Үткәндәргә ҡайтып, әҙәбиәтебеҙ үҫеше тарихынан шуныһын да яҡшы хәтерләйем: уҙған быуатыбыҙҙың 60-сы йылдарында әҙәбиәтебеҙгә ҙур төркөм булып һәләтле һәм ғилемле йәш яҙыусылар килде. Мәҫәлән: Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Әнүр Вахитов, Рәйес Низамов, Марат Кәримов, Абдулхаҡ Игебаев, Шакир Бикҡолов, Ким Әхмәтйәнов һәм тағы бүтәндәр. Улар төрлө жанрҙа ижад итте. Әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит өлкәһендә эшләүселәре булыуы һөйөнөслө ине.
Ким Әхмәтйәнов иһә әҙәби тәнҡиткә һәм әҙәбиәт ғилеменә интеллектуаль юғарылыҡ сифаттарын өҫтәне. Ғалимдың баҫылып сыҡҡан китаптарының исемдәренә генә иғтибар итәйек әле: «Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре» (1963), «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге» (1965), «Шиғриәт иленә сәйәхәт» (1967), «Әҙәбиәт теорияһы» (1971), «Н. Нәжми – шиғыр оҫтаһы» (1974), «Поэтик образлылыҡ» (1979), «Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады», (1980), «Матурлыҡ, батырлыҡ, шиғриәт», «Әҙәбиәт теорияһы» (1985). Мин, ошо китаптарҙың йөкмәткеһенән һәм төп поэтика мәсьәләләренең яҡтыртылыуынан сығып, Ким Әхмәтйәнов башҡорт әҙәбиәте ғилемендә поэтика проблематикаһына нигеҙ һалды, тип әйтер инем.
Ким Әхмәтйәновтың бары үҙенә генә хас яҙыу стиле лә бар. Ул теоретик мәсьәләләрҙе яҡтыртҡанда, артыҡ ҡатмарлы терминдар ҡулланмай, башҡортса ябайыраҡ, тормошсаныраҡ итеп әйтеп, аңлатып бирергә тырыша. Шуның менән күп яҡлап ота ла: стиле лә ябайлаша, аңлатылышы ла еңелләшә. Бына миҫал өсөн уның «Шиғриәт иленә сәйәхәт» тигән китабының йөкмәтке исемдәренә генә иғтибар итәйек әле: Беренсе бүлек. Шиғриәт уҙамандары: «Көрәш романтигы» (Ш. Бабич), «Тамсы һыуҙа — нур диңгеҙе» (Р. Ниғмәти), «Көтөп алына торған көтөлмәгәнлек» (Ғ. Сәләм), «Ҡара һыуҙар» һәм шиғри нурҙар» (М. Кәрим), «Ер ҡото һәм йыр теле» (Н. Нәжми), «Урынлы һүҙ – ысынлы мәғәнә» (Т. Арыҫлан). Икенсе бүлек. Традиция һәм шиғриәт. Поэзияның һуғышсанлығы һәм шиғриәт.
Үткән быуатыбыҙҙың етмешенсе йылдары башында Ким Әхмәтйәнов «Әҙәбиәт теорияһы» китабын яҙып сығарҙы. Был фундаменталь китап асылда башҡорт әҙәбиәт теорияһы ғилеменә нигеҙ һалды тип баһаларға кәрәк. Ошо типологик теоретик китапта ла авторҙың үҙ стиле ярылып ята. Миңә бүләк иткән был китабына яҙып биргән автограф һүҙен килтермәй ҡала алмайым: «Ғайса Батыргәрәй улына – әҙәбиәт ғилеменең өр-яңы этабын башлап ебәргән тынғыһыҙ һәм олпат ғалимға – оло ихтирам тойғоһо һәм изге теләктәр менән. Талантығыҙ алдында баш эйеп һәм кеселек менән: Ким Әхмәтйәнов. 15.10.71». Ошо теоретик китабының хатта ки бүлексә төп исеменә йәйә эсендә үҙ махсус атама исемдәрен өҫтәмәй ҡала алмай ул. Мәҫәлән, Беренсе бүлек. Тормош. Йәмғиәт. Әҙәбиәт (художестволы әҙәбиәт һәм уның ижтимағи вазифаһы). Икенсе бүлек. Идея. Йөкмәтке. Форма (художестволы образлылыҡтың айышы). Өсөнсө бүлек. Тормош факты. Художестволы образ. Әҙәби әҫәр (художестволы типиклаштырыу үҙенсәлектәре). Дүртенсе бүлек. Фабула. Сюжет. Композиция (әҙәби әҫәрҙең ойошторолошо мәсьәләләре). Бишенсе бүлек. Һүҙ. Образ. Әҫәр (образлылыҡтың телгә бәйләнешле яҡтары). Алтынсы бүлек. Ритм. Строфа. Шиғыр төҙөлөшө (теҙмә әҫәрҙең төп ҡанундары). Һигеҙенсе бүлек. Әҙәби процесс. Стиль. Художество методы (художестволы ижадтың хосуси һәм дөйөм яҡтары).
Әҙәби тәнҡит өлкәһендә Ким Әхмәтйәнов күберәк поэзия жанрына таянып эшләне. Уны поэтик образлылыҡ, лирика, поэма жанрҙары ҡыҙыҡһындырҙы, поэтик оҫталыҡ мәсьәләләренә ҡарата күп мәҡәләләр һәм рецензиялар яҙҙы. Ғәлимов Сәләм Ким Әхмәтйәновтың яратып өйрәнгән шағиры ине. Уның хаҡында «Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады» (1980) исемле китабын баҫтырып сығарҙы. Ғ. Сәләм әҫәрҙәренең бер томлығын әҙерләне.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми поэзияһын ул үҙ ваҡытында нәҡ поэтик оҫталығы йәһәтенән яҡшы өйрәнде. Уның «Назар Нәжми – шиғыр оҫтаһы» (1974) исемле китабы шағирҙың поэтик стиль үҙенсәлектәрен асып биреүгә ҡоролғайны.
Үткән быуаттың етмешенсе йылдар башынан Ким Әхмәтйәнов үҙенең ғилми эшмәкәрлеген поэтик образлылыҡтың нигеҙҙәрен өйрәнеүгә бағышланы. Ул башҡорт шиғри фольклорында һәм башҡорт әҙәбиәтендә поэтик образлылыҡтың сағылышын тарихи һәм теоретик планда тикшерҙе. Йәғни саф теориянан тарихи поэтика өлкәһенә инеп китте. Башҡорт фольклорындағы һәм әҙәбиәтендәге поэтик образлылыҡтың төрлө төрҙәрен, поэтик алымдарын ентекләп өйрәнде. Был эшенең ҙур һөҙөмтәһе булып «Поэтик образлылыҡ» хеҙмәтенең 1979 йылда беренсе, 1994 йылда икенсе баҫмаһы донъя күрҙе. Был китаптар башҡорт тарихи поэтикаһы өсөн ҙур асыш ине. «Әҙәбиәт теорияһы» китабы өсөн уға 1972 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.
Ижадсы коллегабыҙҙың әҙәби-теоретик хеҙмәттәре XXI быуатта ла заманса яңғыраясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780