"Кирбес" тип әҙәбиәттә өс иленән дә ҡалыныраҡ китапты әйтәләр. Ғәҙәти үлсәм менән иҫәпләгәндә 700 бит самаһы була ул. Дөрөҫөн әйткәндә, сағыштырыу өсөн ундай күләмдәге китапты исемләп күрһәтеүе лә ҡыйын. Башҡорт теленең һүҙлеге (ике томда, 55 000 һүҙ индерелгән) 860 биттән тора, шундай уҡ ике томлыҡ урыҫса-башҡортса һүҙлектең бер томы 680 битлек. "Башҡортостан энциклопедияһы"ның 3-сө томы, әйтәйек, 670 битлек. Бына ошолар башҡорт телендә сыҡҡан иң ҡалын китаптар – “кирбес”тәрҙер, моғайын.
Моғайын, тим, сөнки мәғлүм булыуынса, китап һынлы китапты кирбес менән сағыштырыу һис кенә лә уны маҡтау өсөн әйтелмәй. Киреһенсә, әҙәби китапҡа "кирбес" тигән ярлыҡты мәсхәрә рәүешендә тағалар. Тура мәғәнәһендә ул бер кем дә уҡып ултырмаҫ, уҡый башлаһа ла осона сыға алмаҫ шыйыҡ һүҙ боламығын аңлата. Тап шуның өсөн дә был сағыштырыуҙы һүҙлектәргә ҡарата ҡулланып булмай, сөнки кем һүҙлекте битләп уҡып ултыра инде? Уны бит кәрәк саҡта ғына, кәрәк битен асып ҡына ҡарап алаһың. Чеховса әйткәндә, ҡыҫҡалыҡ таланттың апаһы булһа, "кирбес" талантһыҙлыҡтың улы килеп сыға.
Яңыраҡ минән бер яҙыусы китабын сығарыуҙа ярҙам итеүемде үтенде. Үҙнәшер менән, әлбиттә. Хаҡы тиражынан һәм күләменән торасағын аңлатҡас, ҡулъяҙмаһының ҡалынлығы тураһында белештем. "Стандарт биттәрҙә яҙмам мең биттән ашты инде", – тигән яуабын ишетеп, оло хафаға төштөм. Артабан беҙҙең әңгәмә ошондайыраҡ юҫыҡта барҙы:
– Биҙәү-фәләндәрен дә ҡушһаҡ, ул ҡәҙимге нәшриәт үлсәмендә 60 шартлы табаҡ самаһы буласаҡ, аңлайһыңмы?
– Юҡ, табаҡ үлсәмен күҙ алдына килтерә алмайым.
– "Ағиҙел" журналы 15 табаҡ итеп сығарыла. Тимәк, һинең китабың дүрт "Ағиҙел" ҡалынлығында буласаҡ.
– Шулай уҡмы ни?
– "Ағиҙел" 190 биттән тора, ә һинең китабың 800 бит самаһы булыр. Тимәк, һин "кирбес" яҙғанһың.
– Ә нимә ул "кирбес"?
– Ул бер кем дә асып та ҡарамаясаҡ китап тигәнде аңлата. Сөнки китапты кеше уҡып сығыр өсөн ала, алдан уҡ уның күләмен, үҙенең ваҡытын самалай. Ә көс еткеһеҙ "кирбес”те күреү менән уны уҡыу теләге шунда уҡ юҡҡа сығасаҡ. Үҙеңдең бына "Ағиҙел" журналын баштан аҙағына тиклем уҡып сыҡҡаның бармы берәй ҡасан?
– Юҡ, шикелле... Мин башта йөкмәткеһен ҡарайым да нимәне уҡып булырын самалайым.
– Ана шул-шул. Ә һинең осраҡта, әгәр яҙғандарың ысынлап та ҡыҙыҡ икән, мин уны ике-өскә бүлеп, айырым томдарҙа сығарырға кәңәш итер инем. 200 битлек бер китапты кеше уҡырға керешер әле, уҡып бөткәс иһә, "дауамы бар" тигән яҙыуға төртөлөп, аҙағын да белгеһе килеүе бик ихтимал. Йөҙәр сериялыҡ телеромандар кешенең ана шул "аҙағын белергә теләү" психологияһына ҡорола – ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына сериялар иң ҡыҙыҡ ерендә өҙөлөп тора. Ә мин һинең әҫәреңдең башынан өс бит, аҙағынан биш бит уҡыр инем дә – вәссәләм. Ҡыҙыҡ булмағанға түгел – ваҡыт юҡ минең мең битлек китапты битләп ултырырға! Махсус рәүештә уҡырға йөрөгән балалар ҙа, хатта филфак студенттары ла бөгөн әҙәби әҫәрҙе уҡып ыҙаламай, улар өсөн айырым әсбаптар – әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе – сығарыла!.. Хәҙер уйлап ҡара: үҙеңдән һәм мөхәрриреңдән, тағы ла, бәлки, корректорҙан башҡа бер кем дә тулыһынса уҡып сыға алмаған китапты, үҙнәшер юлы менән булһа ла, баҫтырыуҙың фәтүәһе бармы?..
Ана шулай, ағайҙың ғүмер буйы яҙған китабын сығарыу юлына Уҡыусы талабы тигән етди кәртә ҡуйырға тура килде. Хәйер, дәлилдәремде аңларына ышанысым юҡ минең: яҙылған нәмәһен, аҡсаһы ла булғанда, сығарыр инде ул барыбер. Әҙәбиәтебеҙҙә тағы ла бер "кирбес" артыр. Тик шуныһы үкенесле: был “кирбес”тәр башҡорт әҙәбиәте нигеҙҙәрен нығытыуға булышлыҡ итмәй, ә киреһенсә...
"Абзый, һинең китабың “кирбес” кенә түгел, "шлакоблок" булып сыҡҡан! – тигәйнем бер шағирға, уның сираттағы йыйынтығын ҡулға алғас. – Донъялағы иң билдәле шағирҙарҙың да был тиклем әҫәре йыйылмайҙыр..."
Ысынлап та, "кирбес" тигән төшөнсә әлегә тиклем әҙәбиәттә прозаға ғына ҡағыла ине һымаҡ. Уны ла, әле әйтеүемсә, томдарға йә киҫәктәргә бүлеү йолаһы йоҡарта һәм бер аҙ уҡымлыраҡ итә кеүек. Шул сәбәпле әҙәбиәтебеҙҙә трилогиялар, хатта пенталогиялар пәйҙә булды. Хәҙер иһә был күренештең үтә һайланма булған шиғриәт өлкәһенә лә күсеп китеүе оло хафа алдына ҡуя түгелме беҙҙе? Уҡыусы башына төшөп, әҙәбиәтебеҙҙең яҙмышын хәл итәсәк үлемесле таштар түгелме ул шиғри "кирбес”тәр? Бөтә донъя буйынса, барлыҡ әҙәбиәттәрҙә лә бит шиғри китаптар үтә һайланма, йыйнаҡ ҡына тупланмалар рәүешендә сығарыла! Әйтәйек, Пушкиндың бөтә яҙған шиғырҙарын бергә йыйһаң (үҙе "баҫыр өсөн түгел" тип һанағандарын да ҡушып), ҡалын булмаған бер китап килеп сыға. Ә былай уны гел генә кескәй-кескәй, йыйнаҡ ҡына китапсыҡтар итеп сығара килделәр. Сөнки шиғыр китабы шундай булғанда ғына Уҡыусы өсөн ҡулай, уны үҙең менән йөрөтөп, кәрәк саҡта кешегә бүләк итергә лә мөмкин. Ошо ябай ғына хәҡиҡәтте беҙҙең мөхәррирҙәр ҙә, нәшерселәр ҙә белмәйме, әллә онотҡанмы? 700 битлек бер шиғыр китабы урынына йөҙәр битлек ете авторҙың китабын сығарыу Әҙәбиәт һәм Уҡыусы өсөн отошлораҡ булмаҫ инеме?
Мин студент саҡта "Огонек" китапханаһы" серияһында йәш авторҙарҙың йоҡа ҡуйын дәфтәре күләмендә генә шиғыр китаптары сыға торғайны. Ике аҙнаға бер килгән һәр йыйынтыҡты бик көтөп алып, йотлоғоп уҡып барғаным хәтерҙә. Рәми Ғариповтың, Рәшит Назаровтың ус аяһындай ғына тәүге йыйынтыҡтарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Уларҙы кәрәк саҡта юлға ла алып була, тиҙ генә асып, кәрәк шиғырҙы эҙләп табырға ла мөмкин. Ә бына уларҙың томлыҡ "кирбес”тәре сығыуы, ғәфү итегеҙ, һис кенә лә ҡыуандырманы. Үҙҙәре лә ҡыуанмаҫ ине, тим, сөнки унда бит бөтөнләй шиғыр тип атап булмаҫ яҙмалары ла инеп киткән. Һәр хәлдә, шиғырға һәм шәлкем төҙөүгә шундай яуаплы ҡараған Рәми ағай үҙ әҫәрҙәрен яртылаш "тарар" ине, моғайын.
Әҙәбиәтебеҙҙә барлыҡҡа килгән "үҙнәшер" төшөнсәһе китаптарға талапты ныҡ йомшартты. Ул күренеш алдында хәҙер "кирбес" тигән мәсхәрәле һүҙ ҙә тәьҫир көсөн юғалта һымаҡ – һеҙҙең аҡсаға теләһә ниндәй әкәмәткә лә ризалар! Ә шулай ҙа минең фекерем шундай: ул "кирбес”тәр әҙәбиәтебеҙгә һәйкәл нигеҙе булып түгел, ә кәшәнә ташы булып ята...