Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Евразия тауышы" оранға әйләнергә тейеш
"Евразия тауышы" оранға әйләнергә тейешКүп милләтле Европа һәм Азия мәҙәниәттәр гөлләмәһен хәтерләтә. Халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, йәшәү рәүеше төрлө, һәм улар бер үк юғары төшөнсәләргә, маҡсатҡа йүнәлтелгән. Ошоноң менән милли мәҙәниәттәр бер бөтөндө хасил итә, бер-береһен тулыландыра, байыта. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының телефестивале (уны һәр төбәк үҙенсә атай. Бүрәттәр “Байкал тулҡыны” тигән, беҙҙекеләр "Евразия тауышы" тип исемләне) тап шул үҙенсәлекле йолаларҙы үҫтереү, халыҡтарҙың тарихын, телен һаҡлау, киләсәген хәстәрләү кеүек изге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы иңенә алған.

Проекттар ысынбарлыҡта тыуа

Гәзиттең үткән һандарының береһендә әйтеп үтеүебеҙсә, "Евразия тауышы" фестивален үткәреү тураһында һүҙ уҙған йылдың аҙағында ҡуҙғатылғайны. "ТЭФИ-Төбәк-2012" Бөтә Рәсәй телевидение конкурсында награда алып ҡайтҡан "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы журналистарының тәҡдимен хуплап, Президент Рөстәм Хәмитов бындай сараларҙың республика өсөн мөһимлеген билдәләне һәм, вәғәҙә ителгәнсә, быйыл августа төбәгебеҙ милли мәҙәниәттәрҙе "осраштырҙы".
Фестивалдә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк вәкилдәре (улар 90-дан ашыу) үҙҙәренең проекттары менән көс һынаша, тәжрибә уртаҡлаша, фекер алыша. Сара уҙған ерҙәге милләттәрҙең мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен, тарихи ҡомартҡыларҙы, ер-һыуҙы яҡындан күреү, халыҡ менән аралашыу мөмкинлеге асыла. Һөҙөмтәлә социаль әһәмиәтле яңынан-яңы проекттарға нигеҙ һалына.
Мәғлүм булыуынса, телефестивалде Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе Олег Добродеевтың тәҡдиме менән "Бүрәт" дәүләт телерадиокомпанияһы башлап ебәргән. Стартты ҡабул иткән Башҡортостан үҙ иңендә тағы ла ҙурыраҡ бурыс тойғандыр, сөнки башланғыс бер урында тормаҫҡа, ә камиллыҡҡа ынтылырға, киңерәк маҡсатта эшләргә, йылдан-йыл үҫешергә тейеш.
"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының директоры ярҙамсыһы Луиза Фархшатова "Башҡортостанда яңғырай "Евразия тауышы" исемле мәҡәләһендә ("Башҡортостан" гәзите, 23 август, 2013 йыл) төбәгебеҙҙә сараға әҙерлек барышы тураһында тулы мәғлүмәт биргәйне. Мәҡәләнән өҙөк тәҡдим итәбеҙ: "...Бындай фестивалдәр ябай тамашасыға нимә бирә һуң? Беренсенән, беҙҙең "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы тапшырыуҙарын күрһәткән "Рәсәй-1", "Рәсәй-Культура" каналдарында ошо фестивалгә килгән иң яҡшы эштәр эфирға сыға башланы. Ул фильмдар беҙҙе мәғлүмәт йәһәтенән дә, тарихи факттар менән дә байыта. Мәҫәлән, "Красноярск" дәүләт телерадиокомпанияһы поляр түңәрәк артында оло иленән бүленеп йәшәгән яҡуттарҙың тарихын өйрәнгән һәм "Ессей яҡуттарының байлығы" тигән фильм төшөрөп ебәргән. Ошондай тарихи яҙмаларҙы ҡарап ҡына ла бар халыҡтарҙың да ҡасандыр бик яҡын туған булғанына инанаһың..."
Ысынлап та, халыҡтар нисек кенә төрлө булмаһын, уларҙың дөйөм йәшәү маҡсаты бер үк юғары төшөнсәләргә йүнәлтелгән. Бөгөн иһә күптәрен уртаҡ мәшәҡәттәр, глобалләштереүгә бәйле мәсьәләләр борсой. Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһының фестивале милләттәрҙең ошо аһ-зарын, йөрәк әрнеүен, шул уҡ ваҡытта, бәләкәй генә булһа ла, шатлыҡ-ҡыуанысын, уңыш-ҡаҙанышын, йәшәүгә ынтылышын сағылдырған телерадиопроекттарҙы тотош кешелек донъяһына еткереү маҡсаты менән яна һәм бөгөнгө проблемаларҙы бергәләп хәл итеү мөһимлеген билдәләй.

Сәйетҡолдар башлағайны...

Социаль әһәмиәтле, көслө проекттар, әлбиттә, ерле юҡтан барлыҡҡа килмәй, ә халыҡ араһында, уларҙың тормошона, кисерештәренә бәйле тыуа. "Евразия тауышы" фестивале барышында уҙғарылған "түңәрәк өҫтәл"дә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова мәғлүмәт сараларында ошондай тапшырыуҙарҙы күбәйтеү мөһимлеген билдәләне.
— Халыҡтың күп йыллыҡ йолаларын, телде, мәҙәниәтте һаҡлауға йүнәлтелгән телерадиопроекттар ябай, әммә халыҡҡа яҡын, көслө, оҙон ғүмерле була, — тине ул. — Мәғлүмәт саралары, журналистика шул юлдан барырға тейеш. Яҡшы тапшырыу төбәктең, илдең ҡеүәтен билдәләй.
Ә халыҡ араһында бындай тапшырыуҙар төшөрөрлөк проекттар бар. "Түңәрәк өҫтәл"дә яҡташтарыбыҙ ҡунаҡтарҙы республикалағы ошондай бер нисә башланғыс менән таныштырҙы. Уларҙың икәүһенә туҡталып үтәйек.
Мәҫәлән, уҙған быуат аҙағында башланған әһәмиәтле сара — "Айыҡ ауыл" проекты — халыҡта ҙур хуплау тапты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдиновтың эште башлап ебәреүҙәге, уны тормошҡа ашырыуҙағы ауырлыҡтар, мәшәҡәттәр аша яуланған уңыштар хаҡындағы сығышын сарала ҡатнашҡан һәр кем ҡыҙыҡһынып тыңланы. Быға, әлбиттә, ғәжәпләнергә ярамай, сөнки һуңғы бер нисә тиҫтә йылда киң таралған эскелек проблемаһы беҙҙең республикаға ғына түгел, башҡа ерҙәргә лә хас. Уға ҡаршы көрәш юлдарын бергәләп, эш тәжрибәһен файҙаланып, кәңәшләшеп эҙләү мөһимлеге бәхәсһеҙ.
— "Айыҡ ауыл" проекты ябай халыҡтың — Әбйәлил районындағы Сәйетҡол ауылы кешеләренең — башланғысы булды, — тине Вәлиәхмәт Бәҙретдинов. — Ул күтәреп алынды, әкренләп республиканың башҡа ауылдарына таратылды. Бында, әлбиттә, мәғлүмәт сараларының ярҙамы ҙур булды. Эшкә үҙебеҙҙәге телевидение, радио, гәзит-журнал ғына түгел, федераль телеканалдар ҙа ҡушылып китте. Килделәр, төрлө ауылдарҙан сюжеттар төшөрөп алдылар. Әлбиттә, айыҡ тормошто ғына күрһәтмәнеләр, кадрға эскән кешеләр ҙә инеп китте — ысынбарлыҡ шулай. Йәмғиәтте һауыҡтырыу бер-ике көнлөк кенә эш түгел, ул оҙаҡ, ауыр хеҙмәт талап итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ерҙә, айырыуса өлкән һәм урта йәштәгеләр араһында, "эстем һәм эсәсәкмен!" тигән кешеләр юҡ түгел. Шуның өсөн дә проекттың ыңғай йүнәлеш алырына ышанмаусылар ҙа байтаҡ булды. Әммә, нисек кенә булмаһын, күп нәмәгә күҙҙе йомоп тиерлек башланғысты үҫтерергә тырыштыҡ, сөнки алда ҙур маҡсат — милләтте, ауылды һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе — тора ине. Ихлас күңелдән, изге ниәттә башҡарылған эш ерҙә ятып ҡалмай: халыҡ проектты дәррәү күтәреп алды. Һөҙөмтәлә 2011 йылда республика кимәлендә тәүге "Айыҡ ауыл" конкурсын үткәреүгә өлгәштек. Уйламағанса, унда бик күп ауыл ҡатнашты. Тәүге урындарҙы яулаған өсәүгә республика ҡаҙнаһынан 200-әр мең һум тапшырылды. Бүленгән аҡса ауылдарҙың социаль хәлен яҡшыртыуға файҙаланылды, халыҡ бик ҡәнәғәт ҡалды. Проекттың төп әһәмиәте шунда: урындарҙа эскелек, эшһеҙлек кәмене, тыуым арта башланы, тәртип яҡшырҙы. Бындай ерҙәрҙә мәктәп тә, фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла ябылмай, мәҙәниәт йорттары ла гөрләп эшләй. Әле иһә республикала "Айыҡ ауыл-2013" конкурсы бара. Проектҡа айырыуса йәштәрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ, сөнки сәләмәт тормошҡа ынтылыш тап шул осорҙа тыуа һәм ул киләсәк быуындарға үтеп инәсәк. Әлбиттә, хәҙер барыһы ла ал да гөл тип әйтеп булмай. Проект мәғлүмәт сараларының ҙур ярҙамына, идеяның киң яҡтыртылыуына мохтаж.

Пенсионер көсөн нимәгә сарыф итергә тейеш?

Республикала тормошҡа ашырылған тағы ла бер әһәмиәтле сара — "Халыҡ университеты" проекты – фестиваль ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был эш Туймазы ҡалаһында йәшәгән ябай пенсионерҙың тәҡдиме менән башланған. Ул, хаҡлы ялда тыныс ҡына ултыра алмаған ханым, ейәнсәренә өлкәндәр өсөн курстар асырға тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә ҡалала "Йылдарым — байлығым" тигән проект эшләй башлаған. Айына ике дәрестән башланған курстарҙа хәҙер тиҫтәнән ашыу программа эшләй. Пенсионерҙар инглиз теле, юридик һәм хоҡуҡи белем, компьютер, бейеү, спорт, баҡсасылыҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса дәрестәр үтә, үҙ теләге менән эштән бушамаған йәш ата-әсәгә балаларын тәрбиәләргә ярҙамлаша, ҡарауһыҙ ҡалғандарҙы, етемдәрҙе хәстәрләй, төрлө урынға сәйәхәткә сыға. Шулай уҡ уларҙың үҙ телестудияһы бар, концерттар, мәрхәмәтлек акциялары үткәрәләр, бөтөн сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.
Туймазылағы был башланғыс "Халыҡ университеты" исемле республика проектына нигеҙ һалды. Һөҙөмтәлә хәҙер төбәктең һәр районында пенсионерҙар әүҙем тормошҡа йәлеп ителә: белем ала, сәйәхәткә сыға, төрлө тәрбиәүи-мәҙәни сарала алдан йөрөй.
— Был бик дөрөҫ, — тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Хаҡлы ялдағыларҙың тормош тәжрибәһе ҙур, дәрте ташып тора. Улар ниҙер башҡарыу, йәмғиәткә файҙа килтереү теләге менән яна, әммә быны нисек эшләргә белмәй. "Халыҡ университеты" ошо мәсьәләне яйға һалды. Ул пенсионерҙарға заманға ярашлы белем алыу ғына түгел, ә яңғыҙ ҡаңғырып ултырмау, аралашыу, әүҙем тормош алып барыу мөмкинлеген бирҙе. Ғөмүмән, хаҡлы ялдағыларҙың көс-дәрте, тәжрибәһе сикһеҙ, уны үҙҙәренә лә, йәмғиәт өсөн дә дөрөҫ файҙаланыу зарур.
Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың һүҙҙәренсә, республикала проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып 43 мең самаһы пенсионерға төрлө йүнәлеш буйынса өҫтәмә белем бирелгән. "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы үҙенсәлектәрен өйрәнергә, юридик, хоҡуҡи белем алырға теләүселәр айырыуса күп, — тине ведомство етәксеһе. — Курстар үткән пенсионерҙар менән Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре лә ҡыҙыҡһына башланы. Әйтәйек, уларҙан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеген күҙәтеп барған шәп контролерҙар сығыр ине, тиҙәр. Ғөмүмән, яуаплы, башлағанын мотлаҡ аҙағына еткерәсәк пенсионерҙарҙы төрлө йәһәттән үҫтереү, йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү отошло буласаҡ. Был, әлбиттә, тормоштоң ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә тос өлөш индерәсәк".
Лилиә Ғүмәрова "Халыҡ университеты" проектындағы уҡыу программаларының тиҙҙән башҡорт теленә лә тәржемә ителәсәге хаҡында белдерҙе. Тимәк, республиканың төпкөл ауылдарында йәшәгән пенсионерҙарыбыҙға ла йәштәрҙән ҡалышмай йәшәү мөмкинлеге асыласаҡ.
— "Халыҡ университеты" проекты ла мәғлүмәт сараларының ярҙамына, киң яҡтыртылыуға мохтаж, — тине вице-премьер. — Уны сит төбәктәрҙә лә киң йәйелдереү ҙурыраҡ һөҙөмтә бирер тигән ышаныстабыҙ. Бәлки, бындай социаль проекттар өсөн ниндәйҙер гранттар ҙа булдырыу кәрәктер.

* * *
Дөйөм алғанда, республикала тормошҡа ашырылған социаль әһәмиәтле проекттар фестиваль ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар барлыҡ төбәктәр тарафынан да күтәреп алынһа, мәғлүмәт саралары аша яҡтыртылһа, тотош йәмғиәт өсөн ҙур файҙа булыры бәхәсһеҙ.
Ғөмүмән, фестивалдең ябай халыҡ өсөн башҡарған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Шул уҡ ваҡытта, мәғлүмәт сараларының телевидениенан һәм радионан ғына тормауын иҫәпкә алғанда, "Матбуғат баҫмалары араһында ла ошондай ҙур саралар ойоштороп булмаймы икән?" тигән һорау тыуа. Гәзит-журналда ла бит социаль әһәмиәтле проекттар тормошҡа ашырыла, улар ҙур ярҙам, ҡеүәт тойор ине, моғайын. Халыҡ та матбуғатты терәк-таяныс итеп күрер, аралар яҡынайыр ине.

Луиза ФАРХШАТОВА, "Башҡортостан" дәүләт
телерадиокомпанияһының директоры ярҙамсыһы:


— Фестиваль үҙ маҡсатына өлгәште. Унда Европа һәм Азия ҡитғаларынан 100-гә яҡын ҡунаҡ килде, 300-ҙән ашыу эште ҡараныҡ. Төрлө номинацияла еңеүселәр билдәләнде, шулай уҡ айырым махсус приздар бирелде. Гран-при Сыуаш Республикаһы телерадиокомпанияһының "100 йыл үткәс. Терентий Дверенин" фильмына һәм ете республиканы берләштергән "Урал һәм Волга араһында" радиожурналына тапшырылды. Ул Ҡазанда сыға. Иң мөһиме — аралаштыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Ҡунаҡтарға Өфөнө, Ғафури районын күрһәттек. Уларҙың тәбиғәт байлығына хайран ҡалыуын, баш ҡалабыҙҙың таҙалығына һоҡланыуын ишетеү йөрәгебеҙгә май булып яғылды.
Беҙҙең сәнғәт оҫталарының сығышы ла ифрат оҡшаны. Мәҫәлән, Роберт Юлдашевтың ҡурай моңон хайран ҡалып, күҙҙәренә йәш алып тыңлаусылар күп булды.
Киләһе фестиваль Хакасияла үтәсәк — ойоштороусылар шулай ҡарар итте. Был дәүләттең биләмәһе бәләкәй генә, социаль-иҡтисади хәле ҡатмарлы булыуын иҫтә тотҡанда, уларҙың үҫеше өсөн фестиваль ифрат ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ. Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһының төп маҡсаты ла шул — төбәктәрҙең, милләттәрҙең тиң үҫешен, телдәрен, мәҙәниәтен һәм киләсәген хәстәрләү.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 649

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 535

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545