Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тауҙар тауышыРәсүл Ғамзатов, Мостай Кәрим, Ҡайсын Кулиев, Давид Кугультинов... Һәр береһе үҙ милләтенең генә түгел, бөтөн донъя әҙәбиәтенең үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән шағирҙарҙың яҡты исемен һағынып иҫләргә генә ҡалды. Рухиәттең ошо дүрт алтын бағанаһының икәүһе — Рәсүл Ғамзатов менән Мостай Кәрим дуҫлығы тотош Башҡортостан дуҫлығына әүерелде. Йомарт башҡорт илендә бер нисә тапҡыр ҡунаҡ булып, Урал һауаһын һуларға, көмөштәй шишмәләренең саф һыуҙарын татып ҡарарға насип булды бөйөк шағирға. Рәсүл Ғамзатовты республикабыҙҙа әле лә йылы хистәр менән иҫкә алалар, әҫәрҙәрен яратып уҡыйҙар.
Тиҙҙән данлыҡлы тау бөркөтөнөң тыуыуына 90 йыл тула. Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

Мин бына тағы ла Рәсүл Ғамзатовтың китаптарын битләп күҙаллайым. Һәм минең зиһенемдән уның ғәжәп сағыу, мәғәнәле тормошоноң көндәре, айҙары, йылдары үтә. Был ғүмер инде бына ҡырҡ йылдан ашыу кешеләрҙең ярһыуҙарын һәм рухи ҡаҙаныштарын, шик-шомдарын һәм ҡайғы-хәсрәттәрен үҙенә йыйып туплаған. Йөрәгендә сәсән һәләте уятып, илһам ашҡыныуы үҙенең утлы ҡанаттары менән бик йәшләй генә ялмай уны.
Дағстандың халыҡ шағиры Ғамзат Цадасаның уртансы улы йәшләй, бик йәшләй генә атаһы һуҡмағына төшөп алды. Шул ваҡыттан бирле уның рух хеҙмәте, бөтә булмышын үҙенә буйһондорған күңел хеҙмәте башланды. Ул атаһы һуҡмағынан ынтылғайны, әммә тиҙҙән үҙ юлын тапты. Юлдың да ниндәйен бит әле! Минең шиғырҙарым, бала саҡтағыларынан башлап, бөтә "ауырыуҙар менән ауырыны" тип әйткәне бар Рәсүл Ғамзатовтың. Быны ул яҡшыраҡ белә, сөнки шиғырҙарының атаһы — үҙе. Ләкин шуныһы асыҡ: уның шиғырҙары бер ваҡытта ла ғәмһеҙ кәйеф, яһалма хис, сит-ят модаларҙың фекер һайлығы, иң мөһиме, күпте вәғәҙә итеп тә сәпкә теймәгән мәғәнәһеҙлек менән "ауырыманы".
Рәсүл Ғамзатовтың ижады тәрәндән ерлекле, үҙенсәлеге һәм асылы яғынан ысын мәғәнәһендә милли, шиғриәтенең тамырҙары әүәлге һәм бөгөнгө таулыларҙың рухи донъяһынан ризыҡ ала. Ҡатмарлы образдар системаһынан алып, артыҡ күҙгә бәрелеп бармаған деталдәр менән бергә, уның ижадында милләттең аң ҡеүәһе һәм эстетик ҡарашы сағыу бирелә. Ҡайһы берҙә шулай ҙа уйлап ҡуям: шағир үҙ халҡын үҙенә бик танһыҡ күреп һәм мауығып аса, танып белгән һайын, уға донъяһын онотоп һоҡлана. Ошондай милли бөйөк шағир үҙ тауҙары офоғонда, үҙ ерендә генә бикләнеп ҡала алыр инеме? Моғайын, ҡала алмаҫ ине, сөнки ул үҙ талантының көсө менән төрлө тарафтарҙағы төрлө яҙмышлы кешеләрҙе шуға инандырҙы: ҙур булмаған халыҡтың художестволы һәм әхлаҡи ҡаҙаныштары, уның аҡылы һәм намыҫы – бөтә кешелек өлгәшкән рухи байлыҡтарҙың бер өлөшө. Ул, күп телдәрҙә һөйләшкән халыҡлы Дағстанын үҙе өсөн асып: "Үҙебеҙҙәге һәм күңелебеҙҙәге бөтә матур нәмә һәм аҡыл емештәре — ул һеҙҙеке лә!" — тине. Бүтәндәр быны осраҡлы ғына итеп ҡабул ҡылманы, ә үҙҙәренең байлығылай күреп үҙләштерҙе. Тап бына шунда инде милли шағир кешелек йырсыһы булып китә. Пушкин тураһында уйлаһаҡ, беҙ күп осраҡта уның рус икәнлеген онотабыҙ. Ул үҙе бер тотош донъяны асҡан ҡәҙимге Пушкин. Ул — һинеке! Үҙ халҡыңдың күңелен асмай һәм уға һоҡланмай, уның художестволы образын тыуҙырмай тороп, милли әҙәбиәт әле барлыҡҡа килмәй. Әгәр Дағстан халыҡтарының матур-матур әҙәбиәттәре үҙҙәрен танытҡан икән, бында иһә иң тәүҙә гүзәл авар шиғриәте, ә унда Рәсүл Ғамзатовтың ҡатнашлығы баһалап бөткөһөҙ.
Йәшәгән йылдар хәтирәләргә төшөргә аҙмы-күпме хоҡуҡ бирә. Рәсүл Ғамзатов минең тормошома больница тәҙрәһе аша килеп инде. Палаталарға инеү сәғәте үткәйне, уны ишек аша уҙғармағандар. Был осрашыу Мәскәүҙә булды, һуғыштан һуң өс йыл үткәс, фронттан алған яраларым ошонда юлыҡтырғайны. Быға тиклем беҙ уның менән йәш яҙыусыларҙың Беренсе Бөтә Союз кәңәшмәһендә урыҡ-һурыҡ ҡына күрешкәйнек. Шиғырҙары күңелгә ятып өлгөргәйне инде. Түшәктә күреп, Рәсүл мине йыуатманы. Йәлләүен белгертеп, ҡаты һыҙланыуҙарымды баҫырға маташманы. "Тор, егет, һине эйәрле арғымаҡ көтә", — тип кенә әйтте ул. Шундай итеп әйтте, мин шунда уҡ, ҡапҡа алдында фронтта менеп йөрөгән атым торалыр, тип ышандым. Ул ана шулай ҡапҡа төбөндәге ҡаҙыҡҡа ат бәйләп киткәйне. Бына утыҙ биш йыл инде уның ышаныслы аты минең эргәмдә генә йөрөй, шул ат мине байрамдарҙа йөрөтөргә һәм бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалап ҡасырға әҙер.
Ватандаштарыбыҙҙың күңел тирмәһенә Рәсүл үҙенең китаптары һәм кешелеклелеге менән аяҡ баҫты. Әйткәндәй, ҡайҙарҙан ғына — ете диңгеҙ аръяғынанмы, күрше республикананмы сәфәр йөрөп ҡайтһам, миңә һорау бирәләр: "Нисек йәшәй унда Рәсүл?" Уларса, тимәк, Рәсүл һәр ҡайҙа ла булырға тейеш. Эйе, хаҡлы улар.
Мине һәр саҡ уның ярһыу, саф һәм йәшендәй балҡыу талантын эйәрләй белеүе һоҡландыра. Талантын ауыр йөк атылай күреп, уны сәсәтеп ҡуйыуҙан да ҡурҡмай эшкә егә белә. Гөж килеп мәжлестәрҙә лә, дуҫтарса әкрен генә гәпләшкәндә лә, бер-ике ауыҙ ғына һүҙ әйткәндә лә, берәй уйламаған һорауға яуап биргәндә лә уның таланты сағылып тора. Таланттың йоҡосол үшәнлеге — бына быныһы уның өсөн ят төшөнсә. Бәғзе бер шиғыр яҙыусы, бер нисә строфа сыймаҡлап алһа, бөтәһенә лә хәбәр итергә ашыға: "Яҙып ташланым әле!" Үҙемә лә, башҡаларға ла һабаҡ булһын тимәксемен: Рәсүл Ғамзатов бер ҡасан да кисә, элекке көн, бер аҙна элек фәлән нәмә яҙҙым, шунса юл яҙҙым, тигән хәбәр ысҡындырмаҫ. Ул, һандуғас кеүек, үҙ урынын әллә ни белгертмәй, күренер өсөн һонолмай ғына йырлай бирә һәм, әлбиттә, үҙенең йырҙарын һанап, иҫәпләп бармай.
Рәсүл Ғамзатовтың поэзия күгенә талпыныуы шул тиклем етеҙ булды, хатта уның өсөн борсолоп, ҡурҡып та ҡуя инем. Бөгөлөп төшмәҫме, самаһыҙ етеҙ килгән дәрәжә һәм дан һынауын бирешмәй үткәрерме? Уның йәшлек яныуҙары һүрелмәне. Ул ҡоламаны, бирешмәне, үҙен раҫланы һәм үргәрәк талпынды. Был инде ир ҡорона инеүсенең ҡаһарманлығы булды. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел ине. Үҙенең үрҙәргә үрләүе ныҡышыраҡ дауам иткән һайын, халыҡ тормошоноң асылына тәрәнерәк төшөнә барған һайын, уға, гражданинға һәм коммунисҡа, илдең дә, донъяның да оло һәм бәләкәй ғәмдәре яҡыныраҡ була барҙы, уның тауышы уйсаныраҡ һәм аҡыллыраҡ яңғыраны. Күңелендә уның рух тантанаһы байрам итә, әммә унда хушкүңеллелеккә урын юҡ. Шуға ла теләһә ниндәй бейеклек уны ҡурҡытманы, өркөтмәне.
Йылдар уҙған һайын, уның һәләте эпик ҡоласын нығыраҡ йәйә бара. Элекке поэмаларына уның матур-матур тау хикәйәттәре һәм риүәйәттәре өҫтәлде, шағир тарафынан мәңгелеккә ижад ителгән "Минең Дағстаным" китабы яралды. Әгәр ҙә Рәсүл Ғамзатов тауҙарҙы төйәк иткән һәм шунда бөтә замандарҙа ғүмер кисергән ир-ат араһында иң зирәк һүҙ оҫтаһы булмаһа, бындай китап донъяға килеп, ташҡа баҫылмаҫ ине. Хәйер, Рәсүл Ғамзатов үҙе — үҙ тупрағының иң ғәзиз, иң кәрәкле һүҙе. Быуаттар буйы һаҡланып, үҙ сәғәте һуҡҡанын көтөп ятҡан ошо һүҙ революциябыҙ һәм уның ҡаҙаныштары һөҙөмтәһендә бөтә ғаләмгә ишетелерлек яңғыраны.
Ысын талант, нимәгә генә тотонмаһын, һәр саҡ тәүәккәл була. Үҙенең тарихи шиғриәт үҙсәнлектәренә, традицияларына һәм дә шишмәләренә тоғро булған тау йырсыһы бөтә донъя поэзияһының формаларын һәм алымдарын ҡыйыу үҙләштерә һәм ҙур оҫталыҡ менән авар тупрағына һеңдерә. Ғүмәр Хәйамдан һуң дүрт юллыҡтарға һәм һигеҙ юллыҡтарға тотоноу йәки Шекспирҙан аҙаҡ сонеттар яҙырға батырсылыҡ итеү үҙе үк тәүәккәллек түгелме ни? Минеңсә, ҙур тәүәккәллек. Ләкин ул формалар һәм алымдар, тимерҙе ҡыҙҙырмай сүкегән шикелле түгел, ә ысын оҫта ҡулы менән иретелеп яңынан ҡойолған һымаҡ, белеп ҡулланыла. Ә иң мөһиме шунда: яңы йөкмәтке өрөлөү һөҙөмтәһендә улар дәррәү тамыр йәйеп үҫеп китә. Ошо алымдарҙың авар поэзияһын байыҡтырыуы һәм беҙҙең күп милләтле бөтә әҙәбиәтебеҙҙә асыш булып әүерелеүе лә ошоға бәйле. Шағирҙың дүрт юллыҡтарын ғына түгел, башҡа шиғырҙарын да кешеләрҙең ятлап алыуы юҡҡа ғынамы ни?! Улар араһында йөрәктәре елкенгән егеттәр ҙә, аҡыл ултырған ир-ат та һәм күпте күргән, күпте кисергән әсәләр ҙә бихисап. Рәсүл Ғамзатовтың ижады төрлө тараф кешеләренә шуның менән яҡын һәм ҡәҙерле: уның әҫәрҙәрендә фекер тәрәнлеге образдың тамамланғанлығы менән яраша, яуызлыҡты хөкөм итеү изгелек өсөн көрәште дауам итеүҙән тора. Үҙ халҡыңа мөхәббәт бер үк ҡояш, бер үк ай аҫтында йәшәгән башҡа халыҡтарға ысын күңелдән хөрмәт һәм яратыу менән аралаша.
Мин өҫтәлемә Рәсүл Ғамзатов әҫәрҙәренең биш томлығын теҙеп һалғанмын. Был китаптар Жюль Ренар әйткән һүҙҙәрҙе асыҡ раҫлай. "Талант ул яҡшы әҫәрҙәрҙе күп ижад итеү менән билдәләнә", — тигән әлеге француз. Беҙ инде Рәсүл Ғамзатовтың, совет әҙәбиәтенә индергән ғәйәт ҙур өлөшө менән бергә, күп миллионлы уҡыусының йөрәген һәм күңелен яулап алыуы менән бергә, үҙенә замандаш һәм үҙенән кесе яҙыусыларҙың ижадына һис шикһеҙ яҡшы йоғонто яһауына ла шаһитбыҙ. Үҙебеҙҙән алда йәшәгән бөйөк һүҙ оҫталарынан беҙ аңлы рәүештә өйрәнәбеҙ, ә йәштәш оҫталарыбыҙҙан өйрәнеү улар ихтыярынан да, үҙебеҙҙең ихтыярҙан да тыш килеп сыға. Башҡаларға йоғонто яһауҙарын замандаштарыбыҙ үҙҙәре һиҙмәй ҙә. Мин Рәсүл Ғамзатовҡа һәр ваҡыт таяныусы һәм уның шиғриәтенән илһам алыусыларҙың береһемен.
Борон-борондан илаһи шиғриәт иле булған Дағстанда атаҡлы шағир дәрәжәһенә күтәрелеү еңел эш түгел икәнлеге бәхәсһеҙ. Чанка, Мәхмүд, Ғамзат Цадаса кеүек күренекле шағирҙар йәшәп киткән ерҙә уларҙың ижадын дауам иттереү ҡулыңдан килгән икән, тимәк, һиңә туған тауҙарыңдың ғорур рухы, туған халҡыңдың ғорур рухы шиғриәттә ошо мөһабәт еңеүҙе яулау өсөн көс-ҡеүәт биргәндер. Барлыҡ донъя уҡыусыларының мөхәббәтен ана шуның менән ҡаҙандың да инде һин, ҡәҙерле дуҫым!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780