Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер ғүмергә нисек һыйған шул сама моң һәм һағыш?..
Бер ғүмергә нисек һыйған шул сама моң һәм һағыш?..Ижад кешеһе ерҙәге ғүмерен тамамлағандан һуң уның икенсе тормошо башлана. Был ғүмерҙең сиге юҡ. Ул — мәңгелек.
Күренекле композитор, талантлы шәхес Салауат Низаметдиновтың арабыҙҙан китеүенә 40 көн тула. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, исеме халыҡ хәтерендә, музыка донъяһында мәңге йәшәйәсәк. Уның башҡарған эштәре — һигеҙ опера, вокаль симфония, беҙҙең сәнғәттә яңылыҡ булған рок-опера, хорҙар, романстар, ике йөҙҙән ашыу йыр, ике йыр йыйынтығы, үҙенең тормошо һәм ижады хаҡындағы ҡулъяҙмаһы — бер кеше ғүмерендә башҡарылаһы дәүмәлдәге эштәр икәнлегенә ышанырлыҡ та түгел. Ә бит былар барыһы ла – тыумыштан яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм кеше иңенә төшкән йөктәр.

Хоҙай бер нәмәне алһа, икенсеһен бирә, ти. Салауат Низаметдинов, төҫтәр донъяһын күңеленә һеңдерә алмаһа ла, хистәр донъяһын, моң биҙәктәрен хатта кәрәгенән артыҡ йөрәгенә туплап, һағыштарға, шатлыҡтарға төрөп, кире халыҡҡа ҡайтарҙы.
Ашығып йәшәне ул. Ижад итеү менән бергә йәш йырсыларға ярҙам итте. Ҡасандыр үҙе уҡыған, насар күреүсе һәм һуҡыр балалар белем алған 28-се махсус интернат-мәктәптә музыка дәрестәренән уҡытты. Йыл һайын концерттарын ойошторҙо.
Тормошо һәм ижады хаҡында урыҫ телендә "Исповедь" исемле китабын яҙҙы. Нисек өлгөргәндер — Хоҙай үҙе генә белә. Һау-сәләмәт кешеләр ҙә атҡарып сығырлыҡ ғәмәлдәр ҙә түгел һымаҡ, бер ҡараһаң. Финляндияла йәшәгән йырсы яҡташыбыҙ Айһылыу Солтанова–Алиса Манненондың Салауатты Чайковский менән бер тиңгә ҡуйыуы ла юҡҡа түгел. Тотош репертуары Салауат Низаметдиновтың йырҙарынан торған талантлы йырсыбыҙ Әлфиә Юлсуринаның: "Яҡын киләсәктә, егерме-утыҙ йыл тирәһендә, беҙҙә ундай композитор булмаясаҡ", — тип әйтеүендә хаҡлыҡ бар.
Ошо көндәрҙә республикабыҙҙа ғәжәйеп моң эйәһе Салауат Низаметдиновтың хәтер кисәләре уҙа. 5 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә Өфөләге һуҡырҙар китапханаһында, 6 сентябрҙә кис Башҡорт дәүләт академия драма театрында опера һәм балет театры коллективы ойошторған тамашала композитор хаҡында уның ижадташ дуҫтары иҫтәлектәр менән сығыш яһаясаҡ, йырҙарын башҡарасаҡ, операларынан өҙөктәр күрһәтеләсәк. Радио һәм телевидение аша тапшырыуҙар, йырҙар яңғыраясаҡ. Әлбиттә, был сараларҙа Салауат Низаметдиновтың исемен мәңгеләштереү буйынса ла тәҡдимдәр әйтелмәй ҡалмаҫ.
Хәсрәтле мәшәҡәттәр менән йәшәгән был көндәрҙә ни тиклем генә ауыр булмаһын, Салауаттың ҡатыны Резеда Хәлидар ҡыҙы уның китабын сығарыу буйынса эш башлаған. "Салауат ошо китабының тиҙерәк донъя күреүен шул тиклем ныҡ теләгәйне, шуға уның иҫтәлеге рухын уҡыусылар иғтибарына йәһәтерәк еткереүҙе иң беренсе бурысым итеп ҡуйҙым", — ти. Насип булһа, яҡташтарының ярҙамы менән, бәлки, көҙгә ҡулға ла алырбыҙ, иншалла.
Салауат менән дүрт тиҫтә йылға яҡын ижади дуҫлыҡта булғанлыҡтан, әйтәһе, яҙаһы һүҙҙәр бик күп, әлбиттә. Мин улар хаҡында, шөкөр, үҙе иҫән саҡта ла әйтеп өлгөрҙөм. Күңелдә йөрөгән иҫтәлектәр ҙә бихисап. Шулар тураһында ла бер мәл яҙылыр. Тик әлегә мин Салауат хаҡында үткән заманда һөйләргә әҙер түгелмен. Ул бик күп шәхестәр менән аралашты, уларҙың да композитор хаҡында әйтер һүҙҙәре байтаҡтыр. Яҡын арала шуларҙы туплап, иҫтәлектәр китабын әҙерләп сығарғанда, моң һөйөүселәрҙең Салауатҡа рәхмәте булыр ине.
Кешенең ҡәҙерен, баһа-һын ул мәңгелеккә киткәс кенә бөтә тәрәнлегендә аңлайһың икән. Минең өсөн дә Салауат ижадташ, моң-даш ҡына түгел, ә рухташ һәм күңелдәш тә дуҫ булған икән. Уны юғалтҡандан һуң яҙылған бер шәлкем шиғырҙарым рухына барып ашһын.

Дөм ҡараңғы донъяларҙа йәшәп...

Дөм ҡараңғы донъяларҙа йәшәп,
Күңел күҙең күрҙе матурлыҡ.
Яҙмыш һынауында майҙан тотоу
Түгелме ни үҙе батырлыҡ?!

Дөм ҡараңғы донъяларҙа йәшәп,
Һин ҡалдырып киттең моң-даръя.
Йөрәк ярып сыҡҡан ярһыу моңдар
Йырҙан нур ҡабыҙҙы һәр йәндә.

Дөм ҡараңғы донъяларҙа йәшәп,
Һин яҡтылыҡ киттең ҡалдырып.
Яҡты донъяларҙа йәшәр йырың
Йәндәребеҙ өтөп, яндырып.

Мин һаман да ышанмайым

Мин һаман да ышанмайым һинең
Мәңгелеккә китеп барғаныңа.
Башҡа бер йыр яҙа алмаҫыңа,
Яҙғаныңдың етем ҡалғанына.

Мин һаман да ышанмайым һинең
Миңә башҡа шылтыратмаҫыңа.
Ҡустыларса ипләп шелтәләп тә,
Ҡеүәт биреп арҡам ҡаҡмаҫыңа.

Мин һаман да ышанмайым һинең
Сәхнәләргә ҡабат сыҡмаҫыңа.
Йырҙарыңды тыңлап, хайран ҡалған
Тамашасың ҡулын сапмаҫына.

Мин һаман да ышанмайым һинең
Ашығып йәшәп, ашығып киткәнеңә.
Тик ышанам: алда, мәңгелектә
Үлемһеҙлек һине көткәненә.

Һинең йырҙар аса күңелдәре
Тома һуҡырҙарҙың күҙҙәрен


Мин бүтәнсә тыуған көндә һинән
Ҡотлауҙарың ҡабул итмәм инде.
Шат тауышың менән хәл белешеп,
Шылтыратыуыңды көтмәм инде.

Беҙгә ҡарағанда үҙеңә бит
Мең мәртәбә ауыр булғанда ла
Күңел күтәрерҙәй һүҙҙәр таптың,
Үҙең хәлһеҙ булып ауғанда ла.

Ҡайҙан һиндә күңел һиҙгерлеге,
Ҡайҙан шундай күңел киңлеге?
Уңыштарың уртаҡ ине лә бит,
Ҡайғың булды бары һинеке.

Нисек йәшәнең һин — беҙ белмәнек,
Булдың хас та балҡыр ут-йәшен.
Илағаныңды ла беҙ күрмәнек,
Күрҙек тамашасы күҙ йәшен.

Инде хәҙер беҙ күрмәйбеҙ һине,
Ишетәбеҙ моңоң, көйҙәрең.
Һинең йырҙар аса күңелдәре
Тома һуҡырҙарҙың күҙҙәрен.

"Мин киткәндә иламағыҙ..."

Имештер ҙә, һин әйткәнһең
Әңгәмәлә бер ваҡыт:
"Мин киткәндә иламағыҙ,
Оҙатығыҙ ҡул сабып".

Бына һине һуңғы юлға
Тамашасың оҙата.
Иламағыҙ, тип әйтһәң дә,
Барыбер бит илата.

Күҙ йәш аша ҡул сабабыҙ
Һиңә һуңғы мәртәбә.
Инде бүтән алҡыштарҙы
Ишетмәҫһең иртәгә.

Мең тауыштан һинең моңдо
Әллә ҡайҙан танырбыҙ.
Һинең йырлы ғүмереңә
Беҙ тағы ҡул сабырбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780