Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым алғыш:
Илем,
Телем,
Ерем...
Һәр өнөн
Йәнем эстәрендә сүкенем дә
Күңелемдә бәпләп йөрөнөм...

СистемаЭйе, беҙ — башҡорттар. Төрки телле, ислам динле, сикләнгән булһа ла үҙ дәүләтселегенә эйә милләт. Донъя мәҙәниәте хазиналығына ингән әллә ни ҙур ҡаҙаныштар менән маҡтана алмаһаҡ та, үҙ милләтебеҙ һәм меңәр йылдар арауығында тыуҙырған менталитетыбыҙҙы, рухи талаптарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерерлек ҡиммәттәребеҙ ҙә аҙ түгел. Башҡортостан-ватаныбыҙ — шулай ҙа ярты мең йыл самаһы Рәсәй дәүләте эсендәге дәүләт ул, һәм беҙҙең халҡыбыҙҙың яҙмышы ана шул ил мәҙәниәте, уның сәйәсәтенән айырылғыһыҙ. Тотош донъяға танылыу алған урыҫ әҙәбиәте, уның юғары сәнғәтенең йоғонтоһонан тыш, халҡыбыҙ менталитетын бөгөн күҙ алдына ла килтереп булмай. Был йоғонтоноң, дөрөҫ, кире яҡтары ла юҡ түгел. Беҙ — сабырыраҡ, тотанаҡлыраҡ халыҡ, Европа мәҙәниәтенән айырылғыһыҙ урыҫ культураһының ҡайһы бер йүнәлеше, йола-ғәҙәттәре беҙҙең өсөн ситен. Асылда, урыҫтар ҙа, беҙҙең кеүек, инаныс, дөрөҫлөк һәм өмөт кеүек төшөнсәләрҙе ярата.
Үкенескә ҡаршы, Рәсәйҙең ХХ быуат аҙағы һәм ХХI быуат башындағы сәйәси һәм иҡтисади ығы-зығы эсенән сыға алмай ыҙаланыуы уның рухи һәм мәҙәни донъяһын баш түбән әйләндереп ҡуйған кеүек булды. Рәсәйҙең аҡыллы кешеләре, ғалимдар ватаныбыҙҙың ҡайһы ҡиблаларға йөҙ тотоуын баһалай алмай. Беҙ Европаның йәшәү ҡағиҙәләрен ҡабул итергә тейешме, Азияныҡынмы? Иң ҡыҙығы шунда: беҙгә уларҙың береһе лә оҡшамай. Дөрөҫөрәге, оҡшай ҙа ул, тегеләр беҙҙе бик үк ҡабул итеп бөтмәй. Әллә Көнбайыш ХХ быуат буйы эске сәбәптәр һәм тышҡы агрессия арҡаһында миктәгән, ниндәйҙер әхлаҡи ҡиблаларын юғалтҡан, әммә мораль һәм матди юғалтыуҙар кисереп тә дәүләтселеген һаҡлап ҡала алған бер аҙ бер ҡатлы, бер ни тиклем текәрәк һәм үҙһүҙле дөйөм совет кешеһе тигән идеалға ынтылып ҡырталашҡан илдең эске ныҡлылығынан көнләшәме?
Беҙҙекеләр, ярар ҙа, яҙмышыбыҙ икенсе төрлө, "у нас особый путь" тип, үсегеберәк позаға баҫа. Ысынлап та, Евразиатмы беҙҙең ил, әллә Азиопамы? "Особый путь, особая миссия" төшөнсәләренә килгәндә, был берәү өсөн дә ят төшөнсә түгел. Бөтә илдәр ҙә, һәр төр милләт халҡы үҙен уникаль мәҙәниәт һәм менталитетлы тип һанай ҙа баһа. Шул иҫәптән беҙ, башҡорттар ҙа. Донъя беҙҙе таныймы-юҡмы — уныһы икенсе мәсьәлә. Әммә һәр бер уникаль милләт кеүек, беҙ ҙә, үҙебеҙҙең милли амбицияларҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн булһа ла, кемлегебеҙҙе бүтәндәргә танытырға тырышып ҡына торабыҙ. Был — дөрөҫ йүнәлеш, сөнки депрессияға бирелгән, үҙен булдыҡһыҙ тип таныуға ризалашҡан милләт юғалыуға дусар була.
Беҙ ҙә үҙенсәлекле милләт, бүтән халыҡтарҙың ХХI быуатҡа килеп еткәндә туплаған йәшәйеш тәжрибәһе, техник яҡтан үҫеше, иҡтисади бойондороҡһоҙлоғо беҙҙең өсөн буй етмәҫлек ҡаҙаныштар булып күренһә лә, уның ҡарауы, рухи ҡиммәттәребеҙ тәрәнерәк тип йыуанабыҙ. Беҙ Европа һәм Азия араһындағы коридор хәлендә йәшәйбеҙ кеүек күренә миңә. Ә коридорҙа йәшәү бик үк уңайлы түгел бит инде ул. Рәсәй үҙе лә ана шул коридор кеүегерәк. Европа менән Азия араһындағы транзит юлды ла хәтерләтеп ҡуя.
Эш нимәлә һуң? Бер ҡараһаң, урыҫтар ҙа, беҙ ҙә — уйсан халыҡ. Ни өсөн мандый алмайбыҙ? Эш, минеңсә, беҙҙең милләттәр үҫеше һәм тарихында йәшәүҙең нигеҙҙәренә анализ биреүсе, ҡаҙаныш һәм юғалтыуҙарҙың сәбәбен асыҡлап, һығымталар яһаусы, артабан хәрәкәт итер өсөн йүнәлеш биреүсе төплө философтарыбыҙ булмауҙа. Донъя ҡоролошо һәм йәшәү принциптарын аңлау һәм ҡулланыуға ныҡлы нигеҙ һалырлыҡ аналитиканың юҡлығы беҙҙе бына нисә быуаттар инде тик халыҡтарыбыҙ барлыҡҡа килтергән ижад менән туҡланырға, халыҡ ижад иткән һәм йәшәйеш тәжрибәһе аша инанған ҡиммәттәргә генә нигеҙләнеп һәм таянып, гел артҡа әйләнеп ҡарай-ҡарай үҙебеҙҙе йыуатырға һәм илһамланырға мәжбүр итә. Беҙ, башҡорттар, халҡыбыҙҙың художестволы фекер юғарылығынан уңһаҡ, урыҫ милләте, теоретик һәм аналитиктарҙан былай, әҙәбиәтселәренән генә уңды, тип әйтергә мөмкин. Толстой, Достоевский, Островский, Салтыков-Щедрин, Чехов, Гоголь, Грибоедов һәм башҡалар, шулай ҙа, нисек кенә талантлы фекер эйәләре булмаһын, халыҡты үҙ артынан эйәртеүгә өлгәшә алманы.
Беҙ — ялҡау. Әҙәби образдарҙан фәһем алырға, һығымталар яһарға, үҙгәрергә, нимәнелер үҙгәртергә йыбанабыҙ. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында бар мөлкәтебеҙҙе, тотош быуат буйы ҡан, тир түгеп туплаған малыбыҙҙы, хатта ки, ҙур ватаныбыҙҙы ваучер тигән фантикка алдандырып тартып алғанда ла, ана шул ялҡаулыҡ һәм күндәмлегебеҙ ауыҙыбыҙҙы асып ҡалырға мәжбүр итте.
Артабан да. Приватизация, шәхси милексенең хоҡуҡтарын ғына нығытыуға йүнәлтелгән закондар сығарыусы парламенттарҙың бәйелһеҙлегенә лә ауыҙлыҡ кейҙерә алманыҡ. Халыҡ мәнфәғәтен яҡларға тейешле парламенттар депутаттары араһында тик чиновниктар, үҙ яғын ғына ҡайырыусы олигархтар, уҙа китһә, власть органдарының күстәнәсенә ымһынған ярамһаҡтар ғына булыуына, ә халыҡтың нужаһын, уның эске кисерештәрен туранан-тура белгән, халыҡ араһынан сыҡҡан вәкилдәрҙең булмауына, Дәүләт Думаһы ҡәнәфиҙәренә ришүәтселәрҙең һәм үҙ шәхси мәнфәғәтен генә ҡайғыртыусыларҙың ҡунаҡлауына ла ҡул һелтәп ҡараныҡ. Ә хәҙер... 20–25 йыл эсендә халыҡтың тел-тешһеҙлеген яҡшы төшөнгән каста бығаса һис мөмкин булмаған, дәүләттекенә параллель яңы система төҙөүгә өлгәште. Был система дәүләт ҡоролошо системаһы менән йәнәшә йәшәй, камиллаша, ул үрмәксе ауы кеүек нескә һәм тотороҡло. Бер урындағыһын, йыртып ебәрһәң, күҙ асып йомған арала икенсе бер аулағыраҡ ерҙә сырмаҡланырға тотона. Уны рәсми телдә коррупция тип атайҙар.
Ә коррупцион үрмәксе ауын бер өйөргә тупланған кландар сырмаҡлай. Өйөрҙөң ҡағиҙәһе ябай: һин йә өйөрҙөң кешеһе, йә юҡ. Өйөр эсендәге индивидтарҙың урыны төрлө булыуы мөмкин, ябай “шөрөп”тән алып босҡа тиклем. Дәүләт системаһындағы бөтә төр структуралар параллель системаға ят түгел. Шул уҡ дәүләт учреждениеһында, полиция, прокуратура, юрисдикция, сауҙа, хеҙмәтләндереүҙең бөтә тармаҡтары, юғары власть чиновниктары, иҡтисадсы, депутат, башҡарыусы хеҙмәтен үтәүселәр, медицина, уҡыу-уҡытыу өлкәһе, ҡыҫҡаһы — өйөр-кландар торғаны менән дәүләт структураларының күләгәһе ул. Теге йәки был шәхестең ҡиммәте ана шундай төркөмдәрҙең береһенә ҡатнашлығың булыу-булмау менән баһалана ла инде.
Дөрөҫ, кландарҙың ҡағиҙәләре ҡаты. Инициативалы булыу, шәхси азатлыҡҡа ынтылыу хыялынан һин азат булырға тейешһең. Уның ҡарауы, йылы йәки юғары вазифа, уңайлыҡтар, һәйбәт эш хаҡы, орден-миҙалдар, премиялар һәм юғары исемдәргә өмөт итә алаһың. Талантлы, булдыҡлы булыуың мөһим түгел. Тик енәйәтсел, амораль, цивилизация үҫешенә тормоз булған өйөрҙөң йәшәү ҡағиҙәләренә генә тоғро бул. Был күләгәләге система үҙ өйөрөнә теләһә кемде индермәй. Ундағы субординация ла түләнеүҙе талап итә. Һәр түбәндәге баҫҡыс үрҙәрәк баҫҡысҡа йомошо төшкәндә суҡышына ем ҡымтып ҡына ишек ҡаға ала.
Махачкаланың мэры Әмир Сәйетовты ҡулға алыуҙары булды, уның үрмәксе системаһын хеҙмәтләндереүсе туғандары, юғары урындарҙа эшләгән кешеләрҙән торған клан матбуғат саралары аша Сәйетовтың ниндәй аҡыллы етәксе булыуы хаҡында саң ҡағырға ла тотондо. Йә булмаһа "Росбанк" етәксеһе Владимир Голубков? Финанс, банктар системаһында "тир түгеүселәр" уның ришүәт алыуын провокация тип ышандырырға тотонманымы ни? Ә элекке оборона министры Сердюков эшләгән дәүерҙәге ҡараҡлыҡтар? Ул уғрылыҡ миллиондар менән генә түгел, миллиардтар менән иҫәпләнә. Нишләтә икән кеше ул тиклем аҡсаны? Ҡомһоҙмон, нәфселемен тигәс тә, сиге булырға тейештер ҙә инде ҡомһоҙлоҡтоң! Ә "Сколково"ның 750 мең доллар аҡсаһын кеҫәһенә һалырға баҙнат иткән депутат Илья Пономарев?
Бындай хәлдәрҙең мәғәнәһен аңлар өсөн системаның эсендә йөрөү мөһим түгел. Теге йәки был ваҡиға ваҡыты-ваҡыты менән матбуғат биттәренә үҙе килеп инә. Ни өсөнмө? Кландарҙың бер килеп бер-береһенең мәнфәғәтенә дәғүә итеү осраҡтары барлыҡҡа килә, һәм ул ҡаршылыҡты "по понятиям" хәл итеү мөмкин булмай башлаһа, конкуренттар, бер-береһен рәсми закондарға ярашлы һәм "халыҡ нәфрәтенә таянып", киң билдәлелек сараһы булған матбуғатҡа сығарып булһа ла, юҡҡа сығарыуға өлгәшергә мәжбүр була. Ә көрәш алымдары күптән һыналған. Большевизмдың сәйәси һәм иҡтисади майҙанға ашҡынған осорҙағы көрәш ысулдары камиллаша барһа ла, төп принциптары шул уҡ. Улар, армия уставындағы кеүек, аныҡ һәм тайпылышһыҙ — власҡа һәм ҡаҙнаға хужа булыу. Ә былар, алдараҡ әйткәнемсә, дан, мал, нан талабын тәьмин итә. Кеше өсөн, ҡыҫҡа ғына ғүмерле йән эйәһе өсөн, тағы нимә кәрәк?..
Тамаҡ туҡлығы, дан-шөһрәт, кеҫә ҡалынайтыу ысулдары һәм мөмкинлегенә эйә булыу — бәғзеләрҙең йәшәү идеалы ана шундай матдилыҡтан ары китә алмай әле. Рухи ҡиблаларға ынтылыш күңел көсөн талап итә шул. Ул юл ауыр һәм оҙон.
Тик шуныһы... Алдараҡ телгә алынған "по понятиям" ҡанундарын ҡабул итмәгән, үҙ фекерле, ижадсы булып ғүмер итеүгә ынтылған кешеләр ҙә етерлек. Уларына йәшәү еңел түгел. Уларҙы дәүләт системаһы ла, кландар системаһы ла ситләтә. Ҡылған эштәреңдең баһаһын күрмәмеш-белмәмешлеккә дусар итә.
Ҡайҙан һәм ни өсөн барлыҡҡа килде был үрмәксе ауҙары? Дөрөҫ, ундай тар мәнфәғәттәр төркөмдәренең тарихы оҙон. Йәмәғәт, феодаль, социализм формациялары ла уларҙан азат булманы. ХХ быуат аҙағы — ХХI быуат башында ул технологияһы ныҡлы уйланған коррупцияға, тимәк, амораль һәм ҡотолғоһоҙ бәләгә әүерелде. Сәбәбе уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы реформаларҙың ғәҙелһеҙлегенә бәйле, әлбиттә. Рәсәй халҡы, нисек кенә булмаһын, ғәҙелһеҙлекте яратмай. Ғәҙелһеҙлек күптәрҙе төшөнкөлөккә бирелдерҙе һәм мораль дефицитын да барлыҡҡа килтерҙе. Күптәребеҙ мөгәрәптең иң төбөнә ҡоланы, ә башы йоморораҡ, уйсан һәм ижади фекерләүҙән мәхрүм түгел бәғзеләр, 90-сы йылдарҙың законһыҙлығынан күрмәксе, альтернатив йәшәү рәүеше эҙләргә тотондо. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне.
Йәнә кешегә бәхетле булыу өсөн күп кәрәкме инде тигән фекергә килгәндә... Асылда кешенең ғүмере бик ҡыҫҡа. Уны, минең инаныуымса, гел үҙ мәнфәғәтеңде генә ҡайырып, яуызлыҡ, мәкер, интригалар менән йәшәү формаһына ҡулайлаштырыуҙың, ваҡытында ләззәт тойғоһон татыу шатлығына юлыҡтырһа ла, һис мәғәнәһе юҡ. Дөрөҫ, һәр төрлө мөмкинлектәргә бай ер өҫтөндә асарбаҡланып, меҫкенләнеп, кешенекенә өңшәйеп йәшәү ҙә шәп түгел. Әммә кеше хаҡына инеү — торғаны бер гонаһ, минеңсә.
Мәҡәләнең башына "Өс иман" тип аталған шиғырымдан цитата ҡуйыуымдың мәғәнәһе шунда: беҙҙең халҡыбыҙ өсөн тотороҡло система үҙәге Ил, Тел, Ер төшөнсәләренә ҡайтып ҡала. Дөрөҫөн әйткәндә, тәүге икәүһе, бүтән милләттәр өсөн дә тәбиғи борсолоу тыуҙыра торған төшөнсәләр булһа ла, әллә ни ҙур ҡурҡыныс янамаған ҡиммәттәр. Башҡорттар өсөн бигерәк тә тел мәсьәләһе ҡырҡыу. Һуңғы егерме йылда ҙур ауырлыҡтар менән яйға һалына биреп ҡуйған был мәсьәлә ошо арала йәнә килешкеһеҙ юғалтыуҙарға килтерә башланы. Ә ер? Еребеҙ наҡыҫайғандан-наҡыҫая. Үҙ еребеҙгә булған хоҡуғыбыҙ тарайғандан-тарая. Бөгөн йәш ғаиләләр ҡалаларҙа йыһани дәүмәл хаҡындағы фатирҙы һатып ала алмай, ауылдарҙа йорт һалып инәйем тиһә, ер ҡиммәт, ата-бабаларың ҡан түгеп һаҡлаған, үҫтергән урмандарыңдан йорт һалыр өсөн ағас йығып ҡара! Утындың-утынын мең мәшәҡәттәр аша юллап әҙерләргә, дөйөм хужалыҡтағы кеүек техника булмағас, уны сығарып алыу өсөн йөҙ һыуыңды түгергә кәрәк әле. Ҡырҡ мулла, илле алла менән нигеҙләндең дә, ти. Ә ҡайҙа эшләп ғаиләне аҫрарға һуң?
Милләттәрҙең матди һәм рухи ҡаҙанышынан яҙҙырыу, теге йәки был халыҡты үҙе теләмәгән реформаларға дусар итеү тәжрибәһенең үтә ҙур "уңыштарға" өлгәшеүенең һөҙөмтәләрен беҙ донъя сәйәсәте үҙгәрештәре аша ла күҙәтеп торабыҙ. Америка Ҡушма Штаттарының профессиональ революциялар әҙерләү мәктәбенең 60 йыллап тарихы бар. Был мәктәпте аҫрау өсөн йыл һайын 50 миллион доллар аҡса тотонола. Уны тамамлаусыларҙың төп имтиханы — теге йәки был илдә революция яһау йәки теге йәки был илде үҙенә ҡулай булмаған реформалар эшләүгә этәреү. Быны илебеҙ "Шок терапия"һы, "500 көнлөк иҡтисад программаһы", ил халҡын ваучерлаштырыу аша дөйөм дәүләт мөлкәтенән яҙҙырыу кеүек халҡыбыҙҙы бөлгөнлөккә төшөргән реформалар аша елкәһендә татыны.
Был революциялар бер үк сценарий менән алып барыла. Башта ниндәйҙер технологияға нигеҙләнгән мәғлүмәт атакаһы булдырыла. Әле быйылғы 2013 йылдың йәйендә генә Төркиәләге боларыштар хаҡында донъя буйлатып ниндәйҙер бәрелештәр бара тип һөйләргә тотондолар. Йәнәһе лә, халыҡ, парктағы ағастарҙы ҡырҡыуға властарға ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп, майҙанға сыҡҡан. Дөрөҫөн әйткәндә, Төркиәнең АҠШ өсөн бик үк кәрәге юҡ. Төп маҡсат — Сүриә менән Иран. Осман империяһының бер остоғо булған Төркиәне Евросоюзға ла индермәнеләр. Уны, ни бары сиктәш илдәрҙе яулап, көсһөҙләндереү ҙә етә. Ә Иран менән Сүриә, ниндәй генә ҡорал көсө, мәғлүмәт һуғышы асмаһындар, бирешергә йыйынмай. Бәшәр Әсәд тә “ҡаты сәтләүек” булып сыҡты. Сүриә ҡолаһа, АҠШ Ирандың углеводород ятҡылыҡтарына бермә-бер яҡынлашыр ине лә. Мальдив утрауҙарындағы, Таиландтағы хәрби түңкәрелештәр ҙә ул ил халыҡтарының мәнфәғәте өсөн эшләнмәгәндер бит. Ә Балҡан һуң... Ундай революцияларҙың символы — юғары күтәрелгән йоҙроҡ. Ул "Идея өсөн мин үлергә әҙер" тигәнде аңлата икән.
Иҫегеҙҙәлер, Ельцин донъя иҡтисады күҙлегенән өс триллион доллар самаһы хаҡҡа баһаланған СССР уранын 11 миллиардҡа һатып ебәргәйне. Шул хаҡта тауыш күтәреп маташҡан генерал Рохлинды нишләттеләр? Шул-шул... Имештер, уны ҡатыны атып үлтерә була. Генерал чинындағы ирҙең аҡсаһына йәшәп өйрәнгән ҡатын шундай етешлектән үҙ теләге менән баш тартырға иҫәрме ни?
АҠШ-тың үҙәк разведкаһы идаралығының "кошелегы" миллиардер Сорос бер осор Рәсәй киңлектәрендә үҙ ранчоһында йөрөгән кеүек йөрөп ятты. Хатта Өфөлә лә ниндәйҙер "Ғаиләне планлаштырыу", "Саентологтар мәктәбе", "Иегов христиандары" кеүек йәмғиәттәр эшләп алып китте. Әйткәндәй, полиграфик яҡтан бик матур биҙәлгән, саф татар теленә тәржемә ителгән китап тотҡан бер ханым минең ишекте лә ҡаҡҡайны. Иегов христиандары кеүек секталар һәм башҡа шундай ойошмалар, йәмғиәттәр өсөн Сорос әфәнде аҡса йәлләмәне. "Россияла бөгөн 140 миллион кеше йәшәй. Ә бит бында 60 миллион тирәһе кеше йәшәһә лә етер ине. Тимәк, ғаиләләргә күп бала табыуҙың һис мохтажлығы юҡ". Ғаиләне ана шулай планлаштырыу яғын ҡайырҙы был йәмғиәттәр. Шундай ҡоротҡос идеяны таратыусыларға ҙур-ҙур гранттар бирелде.
Бындай уйланылған, технологиялары һыналған системаларға ҡаршы торорлоҡ таяныс — рухи ҡәрҙәшлек идеяһына таяныуҙыр, моғайын. Рухи ҡәрҙәшлек эсенә милли үҙаң, ватансылыҡ һәм, әлбиттә, дин уртаҡлығы кеүек төшөнсәләрҙе индерергә була. Нәҡ ошо быуаттар буйы һыналған ҡиблаларға йөҙ тотоу арҡаһында беҙ барбыҙ, ХХI быуаттың милләттәр реестрында иҫәптәбеҙ. Шулай ҙа мине бер күренеш һағайтып ҡуя. Ислам динле ҡайһы бер егеттәрҙең бер ҡатлы һәм белемһеҙ булыуы. Быйыл Мәскәүҙә Дәүләтбаев фамилиялы башҡорт егетен ҡулға алдылар. Имештер, ҡорал йыйған, террор әҙерләгән. Ысын булһа, йүнһеҙлек бит был. Һаҡал үҫтергән булып, ислам исеменән тиктомалдан бер нисә кешене шартлатып ҡына донъя системаһын үҙгәртеп була тиме ни?! Динле булыу өсөн, берҙән, тышҡы ҡиәфәт кенә күрһәткес түгел, икенсенән, кешенең ғүмере бәндәләр ихтыярында түгел, ә Аллаһ ихтыярында.
Эйе, донъя эсендә барған нәфсе аҙғынлығы һәм иҡтисад уйындары, күрәләтә ойошторолған иҡтисад кризистары технологияһын аңлау һәләтебеҙ булһа ла, йоғонто яһарлыҡ көсөбөҙ әлегә юҡ. Донъя, илебеҙ Рәсәй киңлектәрендә барған системаларҙың һәр икеһен – рәсми дәүләттәрҙең рәсми системаһын да, кландарҙың криминаль системаһын да – тик аҡыл һәм белемлелек, иҡтисади етешлек, рух ныҡлығы, аумаҡайланмау ихтыяры менән генә еңеп булалыр ул. Беҙгә байлыҡты һәм гламур тормошто, кәйеф-сафа, уйын менән мауығыуҙы йәшәүҙең төп маҡсаты тип һанаған нәфселе һәм мәкерле кешеләр менән ярышырға ярамай. Уларға күҙебеҙ ҡыҙмаһын. Маҡтаулы капитализм ҡоролошо барлыҡҡа килтергән туйып һикереүҙең тарихы һәм тәжрибәһе ҙур. Кәм тигәндә ике-өс быуат самаһы. Быларҙы хәҙер йүгереп ҡыуып етеп, йоҙроҡ күрһәтеп тыйып булмаясаҡ. Беҙҙең өсөн шуныһы ғына ҡурҡыныс: бындай ҡотороноуҙарҙың аҙағы хәйерле булмай торған. Күк кәнсәләре түҙә-түҙә лә берәр афәт ебәреп ҡуйғылай бит. Ер йөҙөндәге беҙгә тиклемге нисәмә-нисә цивилизацияның тотош һәләкәт менән юҡ ителеүе хәҙер бер кемгә лә сер түгел.
Беҙ — тарҡау. Ойошҡанлыҡ юҡ. Башҡортостанда бынамын тигән яҡташтар ойошмалары бар. Әммә уларҙың да эшмәкәрлеге унда-һанда йыйылышыуға, байрамдар ойоштороуға ғына ҡайтып ҡала. Бындай яҡташлыҡтар изге ниәтле системаға һалынһын ине. Рухи ҡиммәттәрҙән тыш бөгөн матди ҡиммәттәр даирәһе лә барлығын, уның өҫтөбөҙгә ҡара яуҙан былай ябырылып килеүен дә онотмаҫҡа кәрәк. Кемдәребеҙҙең ниндәй нужаһы бар, ҡайһы яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштары республика кимәлендә баһа алырға хаҡлы? Нишләптер ойошмалар бындай хәстәрлекте үҙ өҫтөнә алмай. Ә бит кеше үҙен үҙе маҡтап йә йәлләтеп йөрөй алмай. Ике йыл самаһы ныҡ һәм етди сирҙәр менән айҡашҡанда, мин бындай битарафлыҡты үҙ елкәмдә татыным инде. Ул ауыр көндәремдә рухташлыҡ ҡанундарына тоғро кешеләр ташламаны. Дауаханаға, өйгә килеп йә шылтыратып, борсолоуҙарын белдерер булдылар. Ярай Көйөргәҙе районы хакимиәте мине иғтибарҙан ташламаны. Яҡташ хирургтар Зиннур Собханғолов менән Әхтәм Фәйзуллин, врачтар Ләлә Хәмитова, Марат Сәйетовтар таяныс булды. Һәммә-һәммә рухташтарыма рәхмәттәремде белдерәм. Әйтәләр бит: ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ. Ә бүтәнсә нишләргә һуң? Бүтән системалар тик үҙ мәнфәғәте һәм үҙ ғаиләһенә хеҙмәт итә. Миңә йәнә үҙем лозунг итеп ҡабул иткән дүрт төшөнсә һынмаҫҡа көс бирә: намыҫҡа таяныу, ояла белеү, гонаһтан ҡурҡыу һәм кешеләргә мөхәббәт.
Бәндәнең йәнә бер төп таяныстарының береһе — ғаилә. Тимәк, был төп арҡаланыр ҡәлғәгә, ғаилә институтына ныҡ етди ҡарарға кәрәк. Ғаиләләге тәртип йоҙроҡ менән түгел, яҡшылыҡ менән урынлаштырыла. Етем балалар — милләттең өлгөргәнлек аттестаты юҡлыҡ, һай аҡыл һәм ярлы күңеллелек күрһәткесе ул.
Беҙгә нишләргә һуң? Мин ҙур сәйәсәтсе һәм иҡтисад белгесе түгел. Ни бары халҡыбыҙҙың йәшәйеш ҡанундарын һәм уның булмышын яҡлаусы ҡиммәттәрҙең асылын бер ни тиклем тоҫмаллаған халҡыбыҙ хеҙмәтсеһе, ижадсы ғына. Әммә шуныһы ла хаҡ: донъя яралмышынан уҡ барған яуызлыҡ һәм изгелек көрәше гел генә яуызлыҡ еңеүе менән тамамланмай. Сабыр булыуҙан, үҙ ҡиблаларыбыҙға тоғро булыуҙан башҡа юл юҡ. Минең фекеремсә, беҙҙең милләтебеҙ өсөн төп система мәҡәләнең башына ҡуйылған өс тағанға ғына таянып йәшәү хоҡуғы һәм бар булыу мөмкинлеген яулай алыр кеүек: Илем, Телем, Ерем.

Редакциянан: Күренекле шағирәнең публицистик сығышын уҡып сыҡҡас, һеҙҙә ниндәй фекерҙәр тыуҙы? Уларҙы гәзиттең сайтында мәҡәлә аҫтында комментарий итеп яҙа йәки ошо адрес буйынса ебәрә алаһығыҙ: [email protected]




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рәйлә
    Рәйлә от 03.09.2013, 22:11
    Тамара апайҙың "беҙ ялҡау", - тигәненә: Беҙҙең халыҡ шул тклем битараф, күптәрҙе бер ни ҙә ҡыҙыҡтырмай, хатта үҙ яҙмыштары ла. Гәзит-журналдар ҙа алдырмайҙар бит, уҡымайҙар ҙа. Аптыраған?

  2. Гөлнур Яҡупова
    Гөлнур Яҡупова от 09.09.2013, 09:26
    Тамараның "Уйлы сағым" тигән шиғыр китабы бар, был мәҡәләһен уҡығас,уйлап ҡуйҙым, уйһыҙ сағы юҡтыр шағирҙың... Дин тапҡырында әйткәндәре уйылып китеп уйланырлыҡ!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780