Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Есемеңде асыр исемең
Д-Е-Ж-З малайҙар өсөн

Дим баш. — йылға исеменән; бәлки, төркмән телендәге “тын” тигән мәғәнәгә бәйлелер
Динар ғәр., фарс. — боронғо алтын аҡса атамаһынан
Динис ғәр. — Динисламдан ҡыҫҡартылған
Динислам ғәр. — дин+ислам; Ислам динендәге кеше
Динмөхәмәт ғәр. — дин+мөхәмәт
Дистан фарс. — көйлө хикәйәт
Дияз неол. — көн, көндөҙ
Дияр ғәр. — ер, ил, йорт
Дияс неол. — көн, көндөҙ
Дусәмбәт фарс., ғәр. — 1. дуҫ+өммәт (халыҡ); дүшәмбе+өммәт; дүшәмбе көн тыуған
Дыуан баш. — башҡорт ырыуы исеменән
Дәмин ғәр. — бик шәп, көслө
Дәрдеман фарс. — моңло, ҡайғылы
Дәрдмәнд фарс. — моңло, ҡайғылы
Дәүли ғәр. — дәүләт кешеһе
Дәүләт ғәр. — мал, байлыҡ; ил, мәмләкәт, дәүләт; бәхет
Дәүләтйәр ғәр., фарс. — дәүләтле, бай
Дәүләтҡол ғәр., баш. — дәүләтле, бай кеше
Дәүләтша ғәр., фарс. — бай, мул, дәүләтле кеше
Ейәнгир баш., фарс. — ейән+гир (тороусы, алыусы)
Ейәнғол баш. — ейән+ғол
Ейәнсура баш. — ейән+сура (улан, ир бала; батыр, ҡыйыу, дуҫ)
Жәүит ғәр. — мәңгелек
Жәүәт ғәр. — мәңгелек
Жәлил ғәр. — бөйөк, оло, ҙур; хөрмәтле, шөһрәтле, атаҡлы
Зада фарс. — ир бала; батша улы; аҡһөйәк; иң шәп, иң һәйбәт (ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәренә лә ҡушыла: Гөлзада, Әхмәтзада һ.б.)
Заим ғәр. — башлыҡ, етәксе
Зайлал ғәр. — бөйөклөк (синонимдары: Ялал, Йәләл)
Закир ғәр. — иҫкә алыусы
Заҡуан ғәр. — зирәк, үткер
Заман ғәр. — заман, дәүер, осор; замана кешеһе
Замир неол., ғәр. — йөрәк, выждан
Зарим // Зарем фарс. — зарығып һорап алған
Зарип ғәр. — ҡупшы, телгә оҫта
Зариф ғәр. — ҡупшы, телгә оҫта
Заһиҙулла ғәр. — суфый
Заһир ғәр. — 1. яҡты нур сәсеүсе, бик матур; 2. ярҙамсы
Заһит ғәр. — суфый; изге, тыйнаҡ
Заһретдин ғәр. — заһри+дин
Заһри ғәр. — нур һибеүсе; күренеп торған
Зекер ғәр. — иҫтәге нәмә, иҫтәлек
Зекериә, Зекерйә ғәр. — иҫтәге, иҫтә торған; иҫтәлек
Зиадат, Зиаҙат ғәр. — үҫкән, үрләгән
Зиафат ғәр. — ҡунаҡ; һый
Зиннур ғәр. — нурлы
Зиннәт ғәр. — биҙәк
Зиннәтулла ғәр. — зиннәт+Аллаһ; Аллаһ биҙәге
Зирәк фарс. — отҡор, тиҙ аңлай торған, һиҙгер, аҡыллы.

Е-З ҡыҙҙар өсөн

Еҙбикә бор. баш. — еҙ+бикә (бала ныҡ булһын тигән теләк менән борон таш, металл атамаларын исем итеп ҡушҡандар)
Емеш баш. — емеш-еләк
Заира неол., ғәр. — ҡунаҡ
Зарифа ғәр. — матур, күркәм; телгә оҫта
Зария фарс. — зарығып көтөп, һорап алған
Заһиҙә ғәр. — тыйнаҡ; изге
Заһира ғәр. — нур сәсеүсе; бик матур
Земфира неол. — аҫылташ исеменән (1930 йыл тирәһендә барлыҡҡа килгән)
Зиада неол., ғәр. — бик матур, сибәр
Зиафа — ҡара: Зиафат
Зиафат неол., ғәр. — ҡунаҡ, һый
Зилиә неол., фарс. — һары сәсле
Зилә неол., ғәр. — таҙа, саф
Зинира неол., ғәр. — нурлы
Зинфира неол. — ҡара: Земфира
Зифа фарс. — күркәм, матур
Зөбәйҙә ғәр. — һайлап алынған, иң һәйбәт
Зөбәржәт // Зөбәрйәт ғәр. — зәңгәр төҫтәге аҫыл таш исеменән
Зөлҡәғиҙә ғәр. — Һижрә — Ай календарындағы 11-се айҙың исеменән (шул айҙа тыуған ҡыҙ балаға ҡушылған исем)
Зөлфирә неол., фарс. — бөҙрә сәсле
Зөлфиә неол., фарс. — бөҙрә сәсле
Зөлхизә ғәр. — Һижрә — Ай календарындағы 12-се айҙың исеменән
Зөлхиә ғәр. — әҙәпле, тыйнаҡ
Зөлхәбирә ғәр. — матур; белемле
Зөләйфә фарс. — бөҙрә сәсле
Зөләйха ғәр. — кесе туған, һеңле; яҡын туған
Зөмрәт неол., фарс. — ҡиммәтле таш атамаһынан
Зөмәрә неол., фарс. — аҫыл таш
Зөмәрәт фарс. — зөбәржәт
Зөрәфәт неол., фарс. — күркәм, нәфис
Зөһрә ғәр. — балҡып торған, матур; йондоҙ исеме
Зәбирә фарс. — ныҡлы, көслө; аҡыллы
Зәйниә ғәр. — биҙәк; матур
Зәйнәп ғәр. — тулы кәүҙәле, таҙа
Зәйтүнгөл ғәр. — мәңге йәшел зәйтүн ағасы
Зәйтүнә ғәр. — мәңге йәшел зәйтүн ағасы; зәйтүн гөлө атамаһынан
Зәкирә ғәр. — иҫкә алыусы
Зәкиә ғәр. — саф; зирәк
Зәлифә фарс. — бөҙрә сәсле.
(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780