Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр бейеүе — сәнғәт өлгөһө
Һәр бейеүе — сәнғәт өлгөһөБашҡорт халыҡ ижадында, әҙәбиәтендә, сәнғәтендә бай тормош тәжрибәһенә эйә булған, шул уҡ ваҡытта шаянлығын, саялығын һаҡлап ҡалған ауыл бабайы персонажы йыш осрай. Башҡорт бейеүҙәрендә ул айырыуса сағыу кәүҙәләнә. Үҙенсәлекле хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин "Һәтәү Әминский" бейеүендә тыуҙырған ҡабатланмаҫ образ — быға асыҡ дәлил.
Тамашасылар был бейеүҙе тәүге тапҡыр мәшһүр артист Рәфҡәт Юнысов башҡарыуында күрҙе. Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән осорҙа "Һәтәү Әминский" һәр саҡ көслө алҡыштарға күмелер ине. Йәүҙәт Бикбирҙин был бейеүҙе Рәфҡәт Юнысов өсөн махсус ҡуйҙы, шул уҡ ваҡытта Ялталағы халыҡ-ара конкурсҡа ла әҙерләне. "Һәтәү Әминский" бейеүенең персонажы — шаянлығы, йор һүҙлелеге менән айырылып торған ауыл бабайы. Йәүҙәт Бикбирҙин кешеләрҙе, тәбиғәт күренештәрен, ҡоштарҙы, хайуандарҙы күҙәтеп, үҙенең бейеүҙәре өсөн элементтар табыр ине. "Һәтәү Әминский"ҙы ҡуйғанда ул персонаж прототибының холоҡ-фиғелен аҙналар буйы өйрәнгән, уның тураһында ауылдаштарынан һорашҡан.
Һөҙөмтәлә башҡарыусынан ҙур оҫталыҡ, образға тулыһынса инеүҙе, сағыу мимика талап иткән бай йөкмәткеле бейеү тыуа. Таҡмаҡтар менән биҙәлеүе башҡарыусы өсөн өҫтәмә ҡатмарлылыҡ тыуҙыра, әлбиттә, уның ҡарауы бейеү йәнлерәк, дәртлерәк булып китә. Рәфҡәт Юнысовтан башҡа был образды сәхнәлә тулыһынса асып биреүселәр күп түгел. Тап "Һәтәү Әминский" аша бейеүсе һәм хореограф Йәүҙәт Бикбирҙиндың ҡабатланмаҫ таланты, ғәйәт ҙур ижад ҡомары тулыһынса асыла.
Мәшһүр бейеүсе сәхнәлә тыуҙырған ҡыҙыҡлы образдар бихисап. Тарихи, илһөйәрлек юҫығындағы бейеүҙәр айырым урын биләй. Уларға "Каруанһарай", "Бөрйән яугирҙәре", "Урал аша", "Маршрут", "Игеҙәков", "Ҡаһым түрә", "Ҡараһаҡал", "Кинйә", "Бейеш ҡараҡ", "Юлғотло", "Төйәләҫ йылғаһы ярында", "Ҡара юрға", "Колхоз йәштәре" инә.
1812 йылғы Ватан һуғышынан еңеү менән ҡайтҡан башҡорт яугирҙәренә арнап ХVII быуат башында тарихи шәхес Байыҡ сәсән тарафынан башҡарылған "Байыҡ" бейеүе вариацияларының авторы ла — Йәүҙәт Бикбирҙин. Бөгөн төрлө сәхнәлә "Түңгәүер Байығы", "Үҫәргән Байығы", "Тамъян Байығы", "Ҡыҙҙар Байығы", "Ушанов Байығы", "Атайым Байығы" башҡарыла.
Хореографтың ижады, шул иҫәптән "Сонайым", "Ҡара тауыҡ", "Кәкүк", "Күсәй зимагорҙары" кеүек шаян бейеүҙәр Баймаҡ районында Йәүҙәт Бикбирҙин ҡатнашлығында ойошторолған "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарының нигеҙен тәшкил итте һәм әле лә шулай. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үткәргән "Байыҡ" республика конкурсында ла уның бейеүҙәре ҙур урын биләй. Ошондай исемле тәүге бейеү конкурсы Йәүҙәт Зәйнулла улының башланғысы менән 1996 йылда Баймаҡ ҡалаһында ойошторолғайны.
Йәүҙәт Бикбирҙиндың сағыу һәм талантлы бейеүсе булыуы биографияһындағы айырым биттәрҙән үк күренә. Ул 1952 йылдың 10 июнендә Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған. Ун өс бала тәрбиәләнгән ғаиләлә Йәүҙәт унынсыһы була. Әйткәндәй, Бикбирҙиндарҙың бөтә балалары ла тормошта үҙ урынын тапҡан. Туғандары әйтеүенсә, Йәүҙәттә бала саҡтан уҡ бейеүгә һәләт асыҡ сағыла. Ул ете айҙан атлап китә, өс йәш ярымда бейей башлай. Һәр саҡ артист булырға хыяллана. Ауыл хужалығы институтына уҡырға бар, тип өгөтләһәләр ҙә, Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғрифәт училищеһына инә. Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡыған осорҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты студенты булған ағаһы Саматҡа яҙған хаттары һаҡланып ҡалған. Бишенсе класта белем алыусы Йәүҙәт былай тигән: "Мәктәптә концерт ҡуйҙыҡ. Мин "Яблочко" менән "Бригадир" бейеүҙәрен башҡарҙым. Сәхнәгә алҡышлап ике-өс тапҡыр саҡырҙылар, хәлдән тайҙым".
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Германия буйлап гастролдәре барышында Дрезден ҡалаһы башлығы Йәүҙәт Бикбирҙин башҡарған "Ҡара тауыҡ" бейеүенә һоҡланыуын йәшермәйенсә, уға бүләккә бер сумаҙан тапшырған.
Ҡайһы саҡта тарихҡа инеү өсөн ижад кешеһенә бер талантлы әҫәр ҙә етә. Йәүҙәт Зәйнулла улы 44 йыл ғүмере эсендә ике тиҫтәнән ашыу бейеү ижад итте, уларҙың һәр береһе — башҡорт сәнғәтенең сағыу өлгөһө. Шул уҡ ваҡытта уның ижади мираҫы әлегә тулыһынса өйрәнелмәгән. Яҡташтарында, дуҫтарында, туғандарында, журналистарҙа, башҡорт мәҙәниәте өлкәһендәге тикшеренеүселәрҙә был хәл билдәле бер фекер тыуҙырырға тейештер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779