Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостанда яңғырай "Евразия тауышы"
Башҡортостанда яңғырай  "Евразия тауышы"Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк вәкилдәре (уларҙың иҫәбе 90-дан ашыу) август аҙағында "Евразия тауышы-2013" телефестивале уңайынан Өфөлә йыйыла. Медиахолдинг етәксеһе Олег Добродеевтың тәҡдиме менән "Бүрәт" дәүләт телерадиокомпанияһы башлап ебәргән был сараны "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы дауам итә.
Фестиваль Европа һәм Азия ҡитғалары мәҙәниәттәрен үҙ иткән баш ҡалабыҙ Өфөлә 28 августа асыла. Әлегә беҙ төрлө төбәктәрҙән телевидение һәм радио тапшырыуҙары ҡабул итеү менән мәшғүлбеҙ. Иң беренсе эштәр Сахалиндан, Читанан килде. Башҡортостандағы байрамда ҡатнашырға теләүселәрҙең исемлеге үҫкәндән-үҫә: Камчатка, Красноярск, Калининград, Әстрхан, Грозный, Нальчик, Мурманск, Санкт-Петербург, Волгоград, Төмән, Ҡазан, Чебоксар, Алтай, Улан-Удэ, Сахалин...
Ҙур һәм бәләкәй халыҡтарҙың үҙен танытырға ынтылыуы тәү сиратта уларҙың рухи күтәренкелегенән тора. Был фестиваль ошондай әүҙем милли мәҙәниәт вәкилдәренә үҙ тауышын ишеттереү мөмкинлеге бирә лә инде. Байрамда милли мәҙәниәткә дәүләттең иғтибарын арттырыу юҫығында эшләүсе телевидение, радио һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары журналистары үҙ эштәрен күрһәтәсәк, глобалләшеү шарттарында аҙ һанлы халыҡтарҙы, уларҙың телен, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлап ҡалыу ысулдарын эҙләү кеүек мөҡәддәс бурыстарҙы атҡарыу тураһында күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмә ҡорасаҡ.
Бындай фестивалдәр ябай тамашасыға нимә бирә һуң? Беренсенән, беҙҙең "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы тапшырыуҙарын күрһәткән "Рәсәй-1", "Рәсәй-Культура" каналдарында ошо фестивалгә килгән иң яҡшы эштәр эфирға сыға башланы. Ә ул фильмдар беҙҙе мәғлүмәт йәһәтенән дә, тарихи факттар менән дә байыта. Мәҫәлән, "Красноярск" дәүләт телерадиокомпанияһы поляр түңәрәк артында оло иленән бүленеп йәшәгән яҡуттар тарихын өйрәнгән һәм "Ессей яҡуттарының байлығы" тигән фильм төшөрөп ебәргән. Ошондай тарихи яҙмаларҙы ҡарап ҡына ла бар халыҡтарҙың да ҡасандыр бик яҡын туған булыуына инанаһың.
Икенсенән, журналистарҙың үҙ-ара, шулай уҡ ошондай ҙур сара һылтауы менән дәүләт власы вәкилдәре менән аралашыуы бик мөһим. Халыҡ һәм власты бәйләүселәрҙең һүҙенә хакимиәт даирәләре күберәк ҡолаҡ һалһа, аралашып йәшәһә, яҡшы үҙгәрештәр тормошҡа тиҙерәк үтеп инәсәк. Мәҫәлән, милли телекомпанияларҙың тәүге фестивалендә бүрәттәр үҙҙәренең символы Байғол-Байкал тураһында фильм күрһәтте. Уны ҡарағандан һуң журналистарҙы Президент, Премьер-министр, Хоролтай рәйесе, Улан-Удэ ҡалаһы башлығы, гуманитар фәндәрҙе өйрәнеүсе фән эшмәкәрҙәре сәләмләне, бүрәт милли мәсьәләләре менән таныштырҙы. Беҙҙә лә бындай аралашыуҙар булыр, тигән ышаныс бар.
Беҙ ҡунаҡтарҙы Башҡортостаныбыҙ менән лайыҡлы таныштыра алырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Әлбиттә, башҡорттар өсөн Шүлгәнташ, солоҡ бал ҡорто — милләт ғорурлығы. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: беҙ был тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙы фестиваль ҡунаҡтарына күрһәтерлек мөмкинлек тапманыҡ, сөнки Бөрйән ерендә йөҙләгән кешене ҡабул итерлек ҡунаҡханаларыбыҙ, туристик комплекстарыбыҙ юҡ. Туризмды үҫтереү буйынса әллә күпме программа ҡабул ителде, кемдәр генә ниндәй генә вәғәҙә бирмәне, әммә киҫкен һынылыш һиҙелмәй. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн бик яҡшы мөмкинлек түгелме ни туризм? Былтыр октябрь аҙағында Алтайҙа булып, Ҡатын йылғаһы буйында саҡрым һайын урын алған бәләкәй генә турист йорттарын, эйәрле аттарҙы күреп, хайран ҡалынғайны. Алтай бит — дотацияланған төбәк, Башҡортостаныбыҙ унан күпкә ҡеүәтлерәк. Аҡсалы кешеләребеҙ ҙә аҙ түгел. Мысырҙа, Испанияла, Швейцарияла күсемһеҙ милек тотҡан башҡорттарҙы беләм, улар ҙа дәүләт органдарын файҙаланып, байлыҡ йыйыу ысулын тапҡан. Эшҡыуар Марс Юлбарисовтан башҡа хозур тәбиғәтебеҙҙән ожмах яһарлыҡ бүтән илһөйәрҙәребеҙ юҡмы ни беҙҙең? Был әсенеүҙәр һүҙ ыңғайында ғына әйтелде, сөнки үҙ мәнфәғәтен генә уйлағандарҙың беҙҙең милли матбуғатты уҡымауы билдәле.
Конкурсҡа килгәндә, фестиваль почтаһына хаттар килеүен дауам итә, әле 300-ләп эште теркәнек тә инде. Ун номинацияла иң яҡшылары билдәләнәсәк. Гәлсәр Ер шарын моңға сорнаған алтын ҡурай гран-при бүләге булһа, башҡорт орнаменттарынан туҡылған алтын елкән беренсе урынды яулағандарға биреләсәк. Жюри ағзалары — үҙәк телеканалдарҙың билдәле шәхестәре, юғары профессионалдар. Башҡортостандың кино һәм сәнғәт белгестәре лә бар улар араһында.
Билдәле, бындай ҙур йыйынды "Башҡортостан" дәүләт телерадиокоманияһы яңғыҙ ғына ойоштора алмаҫ ине. Беҙгә республика Хөкүмәте лә, бағыусылар ҙа оло ярҙам күрһәтә. Республиканы бар тулылығында һәм ысынбарлығында ғаләмгә күрһәтеү — яуаплы һәм мәртәбәле эш. Һәр нәмә сағыштырып ҡарағанда анығыраҡ тойола, шуға ла беҙҙәге халыҡтар дуҫлығын, республикала йәшәгән һәр кемдең үҙе теләгәнсә уҡый, үҫешә ала икәнен күрһәтеп, халыҡтың социаль-көнкүрешен үҫтереүгә йүнәлтелгән программалар менән таныштырыу республикабыҙға мәрәй генә өҫтәр. Өлгәшкән уңыштар менән ғорурлана белеү ҙә кәмһенеү һәм кәмһетеү кеүек шикле ҡылыҡтарҙы киҫәтеп ҡуя, ышаныс өҫтәй, йәш быуындар өсөн рух орлоҡтары ла һала. Ә был эштәр — дәүләт сәйәсәтенең нигеҙ таштары, кире ҡаҡҡыһыҙ ҡанун.
Фестиваль М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында еңеүселәрҙе бүләкләгән кисә һәм маһир артистарыбыҙҙың гала-концерты менән 30 августа тамамлана. Шул уҡ сәхнәлә фестиваль эстафетаһын "Хакасия" дәүләт телерадиокомпанияһына тапшырасаҡбыҙ. Беҙҙең "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы тапшырыуҙарын күҙәтеп барығыҙ, фестиваль менән хәбәрҙар булығыҙ. Европа менән Азияны тоташтырып торған илдең моңло тауышы был көндәрҙә тағы ла күп яҡлыраҡ, сағыуыраҡ булмаҡсы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780