Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Ҡалдырма, әсәй!" битараф ҡалдырмай
"Ҡалдырма, әсәй!" битараф ҡалдырмай"Ҡалдырма, әсәй!" повесы менән әҙәбиәткә килгән ижадсы Айгиз Баймөхәмәтов булыр. Уның тормош юлына күҙ һалайыҡ: 1988 йылда Белорет районының Абҙаҡ ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Үкһеҙ етем ҡалғас, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. Мәғариф министрының махсус рөхсәте менән ауыл мәктәбендә ун беренсе класты тамамларға насип була. Ул заман өсөн был ҙур еңеү ине, сөнки балалар йортондағыларға туғыҙынсы класс белеме менән шөкөр итергә тура килде. Артабан уларҙы ҡаланың төрлө ПТУ-ларына, училищеларына урынлаштырып, эшселәр синыфын тулыландыра торғайнылар.

Һәр әҫәрҙең өс формаһы бар: тышҡы формаһы, йәғни жанры, эске формаһы — хәл-ваҡиғаларҙың бирелеше, мәғәнә формаһы — әҫәрҙең мәғәнәһе, фәһеме, ғибрәте. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр тураһында быға тиклем дә әҫәрҙәр күренгеләгәйне, әммә улар ундағы эске тәртипкә үтеп инә алманы, бары тик фараз менән сикләнде. Айгиздең "Ҡалдырма, әсәй!" исемле повесы бөтөнләй башҡаса. Ул үҙе шул "тормош"та ҡайнаған. Шуға ла уның бик тә фәһемле, бик тә ғибрәтле был повесын башҡорт прозаһында яңы бит асыусы тип баһаламаҡсымын.
Повестың төп геройы — Ильяс Мөхәмәтов. Эске тәртипте иң беренсе сиратта балалар йортоноң директоры урынлаштыра. Уның эшләү стиленә ялағай, ҡуштан тәрбиәселәрҙең ҡайһы берҙәре эйәрә. Әйтергә кәрәк, повеста һүрәтләнгән был учреждениеға педагогика талаптарынан шаҡтай алыҫ торған етәксе оялап алған, шуға күрә баланың күңелен үҫтерәһе, тәрбиә бирәһе урынға язалау алымдары йыш ҡулланыла. Сабыйҙарҙан үс алыу, уларҙы мыҫҡыл итеү, намыҫынан көлөү, йәберләү ғәҙәти эш алымдарына әйләнгән.
Хоҡуҡ һағында тороусылар ҙа, дәүләт ҡарамағына алырға килеүселәр ҙә етемдәргә тәүҙә үк ҡырыҫлыҡ күрһәтә, балаларҙың күңеленә үтеп инерҙәй түгелдәр. Ҡырағай мөнәсәбәт етемдәрҙең күңелен йәрәхәтләй. Дәүләт ҡарамағында уларға еңел буласаҡ тип алдайҙар. Атай-әсәйҙең төҫө, ҡулы, тәмле аш еҫе, моңо ҡағылған йортто ҡалдырып китеүҙе балалар баштарына ла килтермәй. Бәлә тигән нәмә килһә, яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Ете баланың тәүҙә әсәһе үлеп китә. Яман ауырыуҙан. Балаларын йәлләп, ул дауаханаға ла бармай. Аҙаҡтан барырға теләһә лә, бик һуң була. Әсәләре үлгәс, аталары ла был яҡты донъяла оҙаҡ йәшәй алмай. Тиҙҙән ул да баҡыйлыҡҡа күсә. Өйҙә ете бала үкһеҙ етем тороп ҡала.
Ҡәбергә күмелгән кешенән һорау алыуҙы Айгиз бик оҫта һүрәтләгән. Әҫәргә күҙ һалайыҡ:
"...Тиҙ арала атайҙы күмеп тә ҡуйҙылар. Ҡәберен уратып, өс рәт бура ла һалдылар.
— Хоҙайҙың был бәндәһе донъяла нисек йәшәне? — тип һораны башҡаларҙан мулла.
— Яҡшы! — тинеләр бер тауыштан. Шунан һәр кем үҙ һүҙен әйтте.
— Апа кешелекле булды, кешелекле!
— Йәне йәннәттә булһын инде!
— Ауыр тупрағы еңел булһын!
— Ҡараңғы гүре яҡты булһын!
— Ярай, туған-тыумасалар, мәрхүмдең урыны ожмахта булһын. Тик зыяратта оҙаҡ торорға ярамай, әйҙәгеҙ, ҡайтыу яғына сығайыҡ, — тине иң аҙаҡтан мулла". Авторҙың бәләкәйҙән ошондай күҙәтеүсәнлеге әҫәрҙе көсәйтә генә.
Аталарының өсөн уҡытырға әҙерләнгән аят ашын да ашатмай, ай-вайына ҡуймай, етемдәрҙе машинаға тейәп, ҡаҙна йортона алып та китә "хәстәрлек" күреүселәр.
Хуш, әсәй йорто! Хуш, атай йорто! Етемдәрҙең өйҙәре лә етемһерәп тороп ҡалды. Сабыйҙар был өйгә, ата-әсә йортона ҡасан аяҡ баҫыр? Баҫырға насип булырмы икән?
Балалар йорто бөгөн дә шулай әхлаҡһыҙлыҡ, кешелекһеҙлек сифаттары менән айырылып торамы икән? Улайһа, эштәр харап бит. Совет осоронда ла шәптән булмаған ойошма бөгөнгө уғрылыҡ заманында тағы ла мәхшәргә әйләнгәндер инде. Тик уларҙы халыҡ күҙенән йәшерәләрҙер. "Ҡалдырма, әсәй!" повесында дүрт етем баланы ҡаҙна йорто нисек ҡаршы алды? Эт ишетмәгән һүҙҙәр директорҙың ғәҙәти телмәр берәмектәренә әйләнә.
Әҫәрҙә кире образдарҙың береһе — балалар йорто директоры Мәүлиҙә Нурғәлиевна. Ул кескәйҙәр күңеленә үтеп инерҙәй хужаға оҡшамаған, уларға тәғәйенләнгән мөлкәт иҫәбенә йәшәүсе зат булып күҙ алдына баҫа. Сағыштырығыҙ, мәҫәлән: "Коридорҙың теге яҡ осонда һары сәсле апай күренде. Яҡыная биргәс, уның өҫ-башы күҙгә салынды. Сәстәрен ҡыҙыҡ ҡына итеп үргән ул — әйтерһең дә, башынан кәбән йығылып бара. Ә былай ипле генә кейенгән, теге балалар кеүек түгел. Костюмы ла ялтырап тора, бармаҡтарында әллә нисә алтыны бар. Муйынына ла ниндәйҙер затлы биҙәүес таҡҡан. Өҫтө матур ҙа ул, тик ниңәлер йөҙөндә йылмайыу юҡ..."
Ә тәрбиәләнеүселәр ни хәлдә һуң? Балалар йортоноң эске донъяһын дуҫыма түгел, дошманыма күрһәтмәһен. Сабыйҙарға үҫә торған йәш быуын, шәхес тип ҡарау юҡ бында. Кемеһелер ямалған ыштан кейгән, ҡайһыларының ойоҡтары тишек, кейгән генә футболкалары ҡайышланып, бысранып бөткән. Кемеһенең бите тырналған, күҙе күгәреп сыҡҡан. Алтын бармаҡлы хужа бына нисек тәрбиәләй балаларҙы! Директорҙың тәрбиәләнеүселәргә әйткән һүҙҙәре лә педагогика талаптарына һис тә тура килмәй. Балаларға ул "ас ҡарға", "бетле баш", "алкаш мәхлүктәре", "йолҡош", "маңҡа", "кәкре аяҡ" тип кенә өндәшә.
Балалар йорто — ысынлап та ҡаҙна йорто. Балалар өсөн күпме аҙыҡ-түлек, өҫ кейеме, уңайлы ултырғыстар, өҫтәлдәр, карауаттар, уларға йәйер, түшәр өсөн күпме ҡаралты, келәмдәр, тәҙрә пәрҙәләре, ҡорғандар, музыка ҡоралдары, сәхнә, ашхана, класс йыһаздары, спорт ҡорамалдары бирелә. Ашамлыҡтарҙың ниндәй генә төрө юҡ! Бындай хазина балаларға эләгәме?
Әҫәрҙең төп геройы Ильястың һүҙҙәренә ҡарағанда, "теләгән нәмәңде ашатмайҙар, колбаса, кәнфит, ҡаймаҡ тигәндең нимә икәнен дә оноттоҡ". Әлбиттә, ундай "санэпидстанция рөхсәт итмәгән" әйберҙәр детдом директорының, ялағай тәрбиәселәрҙең, ҡаҙна йортон тикшерергә килгән комиссия вәкилдәренең кеҫәләренә тултырыла. Шулай итеп, балалар йортон сит күҙгә һәйбәт итеп күрһәтергә тырышалар. Бындай һыйлауҙар, күстәнәс биреүҙәр, ришүәтселек әле лә көндән-көн көсәйә.
Бала саҡ ҡына берәй ҡырын эш эшләһә, хөкөм ойошторалар. Уның етәксеһе, әлбиттә, детдом директоры Мәүлиҙә Нурғәлиевна. Шуныһына ла иғтибар итәйек: ул һуғыш суҡмарына, ҡараҡҡа (исеме Даян) үҙ кешеләй итеп өндәшә. Тәртип боҙоусылар менән (ғәмәлдә улар тәртип боҙоусылар түгел!) һөйләшеп алырға ҡуша. Даяндың директор тарафынан хуплау, яҡлау тапҡан әшәкелектәре бихисап.
Айгиз үҙенең повесын "Ҡалдырма, әсәй!" тип исемләгән. Дөрөҫ атаған, әлбиттә. Был өндәшеү теге донъяға алып кит тигәнде аңлатмай. Әсәй рухы үҙ етемдәренә ошо енәйәтсел донъяла шәфҡәт, мәрхәмәт күрһәтергә тейеш. Уға юғарынан үҙ балаларының нисек рәнйетелгәне ап-асыҡ күренеп тора. Уның рухы үлемһеҙ. Шуға ла Ильяс әсәһенең тере рухына өндәшә. Ниндәй генә ауыр шарттар тыумаһын, кешелек намыҫын һаҡлап ҡалыр өсөн, юғалтмаҫ өсөн был донъянан киткән әсәһенән ярҙам һорай. Ильястың әсәһе менән төшөндә һөйләшеүе шул тиклем тетрәндерерлек итеп бирелгән:
" — Әсәй, ниңә беҙҙе иртә ташлап киттең? Бында ҡыйын. Һине уйламаған көнөбөҙ юҡ. Ишетәһеңме мине, әсә-ә-әй!
— Сеү, илама, улым. Күҙ йәштәрегеҙ ҡәберемә һыу булып тула. Белһәгеҙсе ни хәтлем йәнем өҙгөләнгәнен... Анау көндә тәрбиәсегеҙ асҡыс менән һинең башыңа һуҡҡанын күрмәне тиһеңме, улҡайым? Эй, әрненем шунда! Тик ярҙам итә алмайым — шуныһы үкенесле...
— Теге донъяла рәхәт, тиҙәр. Был дөрөҫмө?
— Йән киҫәккәйҙәремдән айырылғас, ожмахтың да тәмен һиҙмәйем. Һеҙҙең менән хушлашҡан һуңғы минуттарҙы иҫкә төшөрәм дә һыҡтайым..."
Иң ғәзиз кешеһе йыш төшөнә инә Ильястың. Теге донъяға киткән әсәһенә "Ҡалдырма!" тип өндәшә. Ә бит беҙҙең илдә ата-әсәһе иҫән булып та, дәүләт ҡарамағына ҡалған етемдәр бихисап. Әҫәр көнүҙәк мәсьәләне — социаль етемлек проблемаһын да күтәрә. Бәлки, авторҙың йөрәк ауазына бүтәндәр ҡолаҡ һалыр.
Бөгөн Айгиз Баймөхәмәтов һүрәтләгән ҡаҙна йорттары бармы? Әлбиттә, бар. Хатта мәктәп-гимназиялар ҙа бар. Балалар өсөн тәғәйенләнгән байлыҡты үҙ кеҫәһенә һалыусы хужалар ҙа юҡ түгел. Мәктәп мөлкәте иҫәбенә коттедждар һалып, бушлай фатирҙар алып, шәхси машиналарҙа елдереп, сереп байығандар бар.
Айгиздең повесы бик үҙенсәлекле тамамлана. Һуғыш суҡмары, ҡараҡ Даян берәҙәккә әйләнә. Түрәләргә ришүәт биреүсе балалар йорто директорын дәүләт наградаһына тәҡдим итмәкселәр. Ильяс үҙ көсө менән университетҡа уҡырға инә. Детдом директоры ПТУ-ға урынлаштырырға теләһә лә, егет үҙ маҡсатына тоғро ҡала. Бында төп геройҙың тырышлығы, үҙһүҙлелеге, маҡсатҡа ынтылыусанлығы ярылып ята.
"Ҡалдырма, әсәй!" повесы документаль әҫәр түгел. Унда автор беренсе заттан яҙа. Был иһә ышандырыу көсөн арттырыу өсөн ҡулланыла торған алым. Шулай ҙа төп герой — Ильяс образы — аша авторҙың үҙ яҙмышы асыҡ төҫмөрләнә.
Повесты уҡып сыҡҡан кеше, балалар йортоноң кире яғын асып биргәнгә, бәлки, авторҙы тәнҡитләр ҙә. "Былай булыуы мөмкин түгел, шаштырылған" тиеүселәр ҙә булыр.
Яңыраҡ ҡына Айгиз тәрбиәләнгән балалар йортонда булған ҡот осҡос хәл әҫәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлай түгелме?! Унда тәрбиәсе баланы туҡмаған, шуның видеояҙмаһын Интернетҡа һалғандар. Һөҙөмтәлә директоры вазифаһынан бушатылды, ә тәрбиәсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Бына ҡайҙа ул дөрөҫлөк!
Ошо әсе ысынбарлыҡҡа ризаһыҙлыҡ белдереп, шуның нигеҙендә әҫәр яҙыуы — авторҙың батырлығы.
Айгиз Баймөхәмәтов Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын уңышлы тамамланы. Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында махсус курс үтте. "Башҡортостан" гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләп йөрөй. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы, "Аманат" журналының М. Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты ла ул. Ғөмүмән, Айгиз — тырыш журналист. Командировкаға ла йыш сыға. Гәзиткә һәйбәт материал йыя. Әммә гәзит эше уның ҡулын бәйләй, ижадҡа ынтылышты һүлпәнәйтә һымаҡ. Ике ҡулыңа — ике эш. Икеһенә лә өлгөрөргә кәрәк. Аҙ һанлы халыҡтың берәүһе күп һанлы милләттең ун әҙибе яҙған ижад хазинаһын, рухи аҙығын бирергә тейеш. Ана шуны яҙыусыларыбыҙ онотмаһын ине.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтмәксемен: фәһемле һәм ҙур әһәмиәткә эйә "Ҡалдырма, әсәй!" китабының авторы Айгиз Баймөхәмәтов Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ. Уның мәртәбәле ижадсы булып үҫеренә шигем юҡ. Бары тик дәртләндереп ебәрәйек йәш ҡәләм эйәһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780