Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сатирик хикәйә
Сатирик хикәйәХөтбөтдин һаташып уянды. Тәлмәрйен ҡабырсағылай ҡабарған күҙ ҡабаҡтарын саҡ ҡуптарып асып, стеналағы сәғәткә ҡараны. Ете тулған. Башы тубалдай, етмәһә, сатнап ауырта. Кисә күберәк "тейәлгән" — "шлангы"лар яна, тиҙерәк һүндерергә кәрәк. Күршеһе Усманзаданың тыуған көнөн "йыуғайнылар". Хәҙер өҫтәл өҫтөндә лә, аҫтында ла буш шешәләр генә аунап ята. Ни эшләп һуңғы тамсыһына тиклем һығып эселә икән? Ана бит, колбаса, сыр, икмәк киҫәктәре бер ҙә ашалып бөтмәгән — ярты-йорто килеш ята, артып ҡалған. Эйе, ашайым тиһәң, етерлек. Ҡатын ташлап китте тип морон һалындырманы, ер емертеп йәшәй әле ул. Ҡалған ғүмеркәйҙәремде һыра мискәһе ҡосаҡлап үткәрә алмайым инде тип, Орҡояһы ай ярым элек, төйөнсөктәрен күтәреп, ата-әсәһенә күсенеп ҡайтып киткәйне.
— Тә-әк. Бөгөн кемдең тыуған көнөн "йыуырға" насип булыр икән? — тип Хөтбөтдин тумбочка өҫтөндә ятҡан ҡағыҙға үрелде. Унда алфавит тәртибе буйынса ауылдағы һәр сабыйҙан алып ҡорт-ҡороға тиклем дүрт йөҙ илле туғыҙ ауылдашының исем-шәрифе, тыуған көнө тәфсирләп яҙып ҡуйылған. Хакимиәттә сәркәтип вазифаһын башҡарған йылдарында йыйған мәғлүмәттәренең эскән өсөн эштән бушатылғас та кәрәге тейҙе лә баһа. Инде айҙар буйына ошоноң файҙаһын татып йәшәй ул. Бына әле лә ятҡан ерҙән үрелеп кенә телефон трубкаһын күтәрҙе:
— Алло! Хәмит дуҫ, һинме?! Был Хөтбөтдин ине әле. Ни тиеүем... Һине тыуған көнөң — утыҙ биш йәшең — менән ҡайнар ҡотлайым! Нисек иҫкә алдың тиһеңме? Ауылдаш булараҡ, мин һәр ваҡыт һине иҫтә тотам, уңыштарыңа һөйөнәм. Шуны ла бел: утыҙ биш йәш йыл һайын булып тормай, "йыуырға" кәрәк. Кил, тиһеңме? Юҡ, саҡырыуыңа рәхмәтлемен. Тик бына бара алмайым, элгәрге көн тутыҡ ҡаҙауға баҫҡайным, аяғым ауырта, — тине ул, оҫта итеп алдай алыуына үҙе шаҡ ҡатып. — Шуға күрә шешә менән закускаңды ҡыҫтыр ҙа тура миңә кил. Сәй ҡуйып көтөп торормон.
Теге башта ауыр көрһөнөп тын алыу ишетелде, "ярай" тип мығырҙандылар.
Ике һауыт, бер тауыҡ күтәреп килде Хәмит тыуған көнөн иҫкә алыусы Хөтбөтдинде һыйларға. Табында икәүләшеп һайраштылар, йырлаштылар. Хөтбөтдин юбилярға арнап тиҙ арала таҡмаҡ та уйлап сығарған, ә, бәлки, берәйһенән отоп алғандыр:
Ана килә, бына килә,
Үҙе килә көмөшкәң.
Күңелкәйҙәр күтәрелә,
Ашап-эсеп көлөшһәң.
Әлеге таҡмаҡ, репертуарға инеп, көн һайын юбилярҙар алдында башҡарылғанға күрә, Хөтбөтдин ҡушымта ла өҫтәп ебәргеләй:
Кил әле үбеп алайым,
"Шайтаночка", битеңдән.
Хәмер йылғаһына батып
Тонсоҡһам да үкенмәм!
Ҡайһы бер көндәрҙә аврал да булғылай: икешәр, өсәр тыуған көндө бер юлы билдәләргә тура килә. Әлбиттә, ауырға төшә-төшөүен, бигерәк тә ҡырлы стаканды тултырып күтәртһәләр. Артыҡ көс килеүҙән аяҡтары, табағынан һалынып төшкән ҡамыр шикелле, бөгөлә лә ҡуя.
...Дөп тә дөп ишек туҡылдатыуға Хөтбөтдин тертләп уянып китте. Келәне эстән бикләп йоҡлағаны юҡ уның, сөнки һәр кис ул үҙендә арыҫланды сәйнәп быраҡтырырҙай көс ташыуын тойоп, йәһәннәм артындағы ғазраилды еңгәндәй хис итеп, ҡурҡыу белмәй әүен баҙарына китә лә, иртән ватыҡ утын арбаһы шикелле шағыр-шоғор килеп, ахылдап уяна.
— Инегеҙ, ишек асыҡ! — тип мөңрәне ул ҡарлыҡҡан тауыш менән һәм, күҙ ҡабаҡтарын әйләндереп, сәғәткә ҡараны. Көндөҙгө ун ике, оҙаҡ йоҡланған, тип фараз ҡылды үҙ алдына. Әпәт баш урынынан ҡупҡан! Кемдең тыуған көнөн билдәләргә икән? Әллә билдәләйһе кеше үҙе белеп килгәнме? Исемен эспискенән ҡарайым әле. Тә-әк. Бөгөн алтыһы. Хөт... Хөт... Бөт...
Ләкин исем-шәрифен уҡып өлгөрөргә насип булманы. Ишек шар итеп асылып китте лә өй эсенә йырылып ташҡан быуалай халыҡ ағыла башланы. Сәтләүек түгел, тары бөртөгө төшөр урын да ҡалманы.
— Йоҡо һимертмә, тор, тыуған көнөң менән, Хөтбөтдин дуҫ! — тип ҡысҡырҙылар төрлө яҡтан. — Ҡунаҡтарҙы ҡабул ит! Буш ҡул менән килмәнек, хөкүмәт наградаларын алып килдек.
Хөтбөтдиндең өҫтөнә ябалаҡлап яуған ҡар шикелле төрлө төҫтәге открыткалар ҡойолдо. Ниндәйе генә юҡ: "Космонавтар көнө менән!" тип яҙылғаны ла, металлургтарҙың суйын ҡаҙаны эргәһендә төшкән рәсемлеһе лә, 1 Май байрамын данлағаны ла, "Аврора" крейсеры аҫтына "Бөйөк Октябргә дан!" тип яҙылып, ҡыҙыл флагтарға төрөлгәне лә. Арғы ос Бәлзәм, һары аңғыра шалҡан сәскәһен әрем менән һуҡыр кесерткән кеүек шифалы үләндәргә төрөп, бик күркәм букет бәйләп алып килгән. Ул гөлләмәне был тамашанан иҫенә килә алмай аңшайған Хөтбөтдингә һуҙған арала, Хәмит дуҫы таҡмаҡлап бейеп тә китте:
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Йырлашайыҡ ултырып.
Һыйла, Хөтби, дуҫтарыңды,
Бокалдарҙы тултырып...
— Тыуған көндө әйтәм, ҡайҙан белгәндәр?! — Хөтбөтдин берсә открытка өйөлгән ҡыҫыр өҫтәлгә, берсә йөнтәҫ йөҙлө ҡунаҡтарҙың һәлберәп төшкән буш ҡулдарына ҡараны, берсә салбарының кеҫәләрен аҡтарғандай итте.
— Эх, ниңә тыуырға инде миңә ошондай баш сатнап ауыртҡан көндә! Һис юғы берәр аҙнаға һуңыраҡ тыуған булһам да ярар ине, — тип уфтанды ул эстән генә, башын себендәр безелдәшкән тәҙрәгә, ҡарашын йыйылған халыҡтан ситкә бороп. — Ҡунаҡ ҡайғыһымы бында! Исмаһам, баш йүнәтергә хет бер "сәкүшкә"лек аҡса булһа икән...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779