Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт иләүенең бер йәме
Башҡорт иләүенең бер йәме«Бына — мәктәп, быныһы — ятаҡтар», «Ашхана ҡайҙа икән?», «Алма баҡсаһы ла юҡ…», «Был миләште беҙҙең класс ултыртҡайны», «Ә йүкәләр беҙҙеке». Сал сәсле, әммә йөҙҙәренән шатлыҡ ҡатыш һағышлы йылмайыу өҙөлмәгән ағай-апайҙарҙан торған ҙур төркөм сабый саҡтағыса бер ҡатлылыҡ менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының гөл-сәскәгә күмелгән ихата эсен иғтибарлап байҡап сыҡты, унан бер минутҡа тын ҡалып, баҡыйлыҡҡа күскән уҡытыусыларын, һабаҡташтарын хөрмәтләп баш эйҙе. Ҡунаҡтарҙы архитектура йәһәтенән бик матур эшләнешле дүрт ҡатлы мәктәп алдында ихлас йылмайып, һәр береһен ҡосаҡлап тигәндәй, директор Әлфир Сулпан улы Ғайсин ҡаршы алды…

Теүәл илле йыл элек улар ни бары ун өс – ун дүрт йәшлек үҫмер ине. Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ касафатын үткәреп, тән һәм йән яралары менән ҡайта алған атайҙарҙан Бөйөк Еңеү шатлығы булып балалар күпләп тыуған. Әммә һуғыштан ныҡ миктәгән ауыл балаларының йәшәйеше һис кенә лә еңелдән булмаған. Илебеҙ етешһеҙ ғаиләләрҙе ҡурсалау маҡсатында төрлөсә хәстәрлек күргән. «1-се мәктәп-интернат» тип аталған уҡыу йорто шуларҙың береһе ине. Ул 1960 йылда баш ҡалабыҙҙың Рәсәй урамында яңы ғына ишектәрен асҡан бинаға күсерелде. 1945—1946 йылда тыуған балалар әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, биш төркөм булып, ошо мәктәптә һигеҙенсе класты тултырҙы.
Ҡайһылай ҙа ғүмер тиҙ үткән! Бергәләп иртәнге зарядкаға сығыу, ашханала ҡалай ҡалаҡ-тәрилкәләрҙе шалтырата-шалтырата күмәкләп ризыҡланыу, Башҡорт иләүенең бер йәмеҡыңғырау тауышын ишетеү менән мәктәпкә йүгереү, кластан класҡа күсә-күсә, киң ихатала ярыша-ярыша эшләү, ағас-ҡыуаҡтар ултыртыу, сүп-сар түгеү, көл йыйыу, унан күмәкләп театрҙарға, концерттарға йөрөүҙәр, шул арала тәрбиәселәрҙең матур кәңәштәрен, уҡытыусыларҙың бик илтифатлы һабаҡтарын зиһенгә һеңдереүҙәр, иртәнге һәм киске линейкалар – һәммәһе лә кисә генә булғанмы ни… Хәҙер инде һағынып һөйләгән педагогтарыбыҙ ғына түгел, илле йыл элек унынсыны тамамлаған йөҙҙән ашыу баланың да байтағы арала юҡ. Иҫәндәренең дә бөгөн ҡырҡҡа яҡыны ғына килә алған.
«Шул дәрестәрҙең береһендә генә тағы ултырһаң ине», — тип ҡуйҙы кемдер, көрһөнөп. Тик бала саҡҡа ҡайтып булмай шул. Үҫмер генә килеш буҫағаларҙы атлап үткән балалар етмеш йәшкә етеп барған аҡһаҡалдарға әйләнгән, шул арауыҡ эсендә мәктәп-интернатыбыҙ ҙа ҙур үҙгәрештәр кисергән. Ҙур тамаша залында барған осрашыуҙа Әлфир Сулпан улы «уҡыусыларҙың» бик күп һорауҙарына яуап бирҙе. Ә беҙҙең өсөн мәктәбебеҙгә ҡағылышлы һәр мәғлүмәт ҡәҙерле ине. 1991 йылда ул гимназия-интернат статусы алһа, 1994 йылда Рәми Ғарипов исеме бирелгән. Бөгөн бында туғыҙ — башҡорт теле, туғыҙ – математика, һигеҙ – инглиз теле, һигеҙ урыҫ теле һәм башҡа кабинеттар, ике спорт залы бар, ҡалған фәндәргә 3-әр бүлмә бирелгән. Барлыҡ кабинеттар Интернетҡа тоташтырылған. Өс табип, туғыҙ шәфҡәт туташы 700-гә яҡын уҡыусының һаулығы һағында тора. «Бер-ике йылдан тоҙ шахтаһы, ҙур йөҙөү бассейны сафҡа инәсәк», — тип ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй Әлфир Сулпан улы. Ҙур сәхнәле 330 урынлыҡ тамаша залы, хореография, ҡурай студиялары, ике бүлмәле музей эшләй. 62 уҡытыусы, 36 тәрбиәсенең күптәре юғары категорияға, төрлө юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Иң ҡыуаныслыһы шул: педагогик коллективтың тырышлығына уҡыусылар өлгөлө тәртибе, яҡшы уҡыуы менән яуап бирә.
Ҡаҙаныштар һөйләп бөткөһөҙ күп. Уҡыу, бәйгеләр, конкурстар, турнир, көрәш, олимпиада, конференция кеүек сараларҙа бейеклектәр яулау гимназия балалары өсөн бер ни түгел. Һуңғы йылдарҙа ғына Айнур Шәйбәков, Айгөл Иҙрисова, мәҫәлән, шашка буйынса донъя чемпионатында еңеүсе булған. Айназ Низаметдинов — мәктәп, республика буйынса барған һәр бәйгенең әүҙем ҡатнашсыһы, тарихсы, спортсы, ҡурайсы, Берҙәм дәүләт имтихандарынан 100 балл йыйған. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә беренсе урын алған Йәмил Намаҙбаев киң эрудицияһы менән күптәрҙе таң ҡалдыра, «Шаяниум» капитаны, быйыл гимназияны тамамлап, Мәскәүҙәге Юғары иҡтисад мәктәбен һайлаған. Белем, тәрбиә менән күңел, зиһен ҡанаттарын нығытҡас, беҙҙең кеүек улар ҙа юғары уҡыу йорттарына таралыша, тик, беҙҙән айырмалы, улар араһында сит ил тарафтарын һайлаусылар байтаҡ. Ярты быуат элгәре кеүек үк, линейка үткәрелә, алдынғыларға вымпелдар бирелә, тәртип, өлгәш, башҡа мәсьәләләр тикшерелә. Тап беҙҙең кеүек, ҡыҙ балалар аҡ яғалы, аҡ манжетлы мәктәп формаһы кейә, малайҙар аҡ күлдәк өҫтөнән галстук таға. Физкультура уҡытыусыһы Рәүеф Кәримов тәрбиәләгән спортҡа һөйөү шулай уҡ йола булып дауам итә – балалар көн дә иртән йүгерергә онотмай. Һүҙ ыңғайы шуны ла ҡыуанып әйтеп үтәйек. «Ҡулайлаштырыу» тигән афәт һөҙөмтәһендә һуңғы ике-өс йыл эсендә республикабыҙҙа 1650 мәктәп ябылған, «төбәк компоненты» тип йөрөтөлгән фәндәр программанан ҡыҫырыҡлап сығарылған. Әммә гимназия уҡыусылары, беҙҙең кеүек, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, башҡорт мәҙәниәтен, Башҡортостан тарихын, Башҡортостан географияһын белеп-төшөнөп үҫә. Күҙҙәребеҙ дымланып, йөрәкһенеп, уйҙарыбыҙ менән бала сағыбыҙға ҡайта-ҡайта, интернатыбыҙҙың һулышы, йәшәйеше менән шулай таныштыҡ, уның республика өсөн генә түгел, тотош илебеҙгә бынамын тигән кадрҙар әҙерләүен дауам иткәне өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ хистәре кисерҙек.
Беҙҙе белмәгәндәр: «Ниңә һинең ҡатының (ирең) анау ир (ҡатын) менән ҡосаҡлашып күрешә?» — тип ғәжәпләнә. Ни өсөн беҙ, «интернатскийҙар», бер-беребеҙҙе ныҡ яҡын күрәбеҙ, ихтирам итәбеҙ, һағынабыҙ, юҡһынабыҙ? Осрашһаҡ, һөйләшеп туя алмайбыҙ? Сөнки уҡыуҙа, ихатала, дөйөм ятаҡта, ашханала, спорт залында, түңәрәктәрҙә — һәр урында арҡаҙаш булып, бергә дәрес әҙерләнек, бергә линейкала баҫып торҙоҡ, бергә ашаныҡ, бергә дежурҙа булдыҡ, бергә яуап бирергә өйрәндек, бергә комсомолға индек, бергә рухлы шиғырҙар ятланыҡ, байрамдар ойошторҙоҡ, бейенек, йырланыҡ, хатта үпкәләшергә лә ваҡыт таба инек. Байтаҡ йылдар үткәс, инженер-электрик, шағир Тимерйән Ниәтшин ошондай иҫтәлекле шиғыр яҙасаҡ:
Теҙелегеҙ киске линейкаға,
Ҡыпсаҡ, тамьян, бөрйән, меңдәре!
Хәтеремә гүйә шаршау астым:
Беҙ баҫҡанбыҙ тағы линейкаға —
Башҡорт иләүенең бер йәме,
Әсәһенең ғәзиз бер йәне.
Мәктәп-интернаттың яңы урамда яңы ойоша башлауына, йыл һайын төрлө холоҡло, тәрбиә күргән-күрмәгән уҡыусыларҙы күпләп ҡабул итеүенә ҡарамаҫтан, Төхвәт Аслаев етәкселегендәге педагогик коллектив тиҙ арала 600-ләгән баланы бер туғандай итеп дуҫлаштырыуға, берләштереүгә, әхлаҡи һәм рухи ныҡлыҡ биреүгә, бөтәбеҙҙең дә бер милләт балалары булыуыбыҙҙы күңелгә һеңдереүгә, һәр сығарылышты юғары уҡыу йортона инерлек итеп әҙерләүгә ифрат ҙур көс һалғанын диплом тотоп, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡас айырыуса ныҡ төшөндөк.
1963 йылғы сығарылышҡа өс йыл уҡыу бәхете тейгән. Ә күңелдең иң түрендә һүнмәҫ яҡтылыҡ булып ҡалған иҫтәлектәр бихисап. Бына шуларҙың береһе. «Аҡбуҙат» балалар шифаханаһының баш табибы Сәлимә Түләбаеваның йөрәкһенеп һөйләгәндәренән күптәрҙең керпектәре сыланмай ҡалманы, шикелле:
— Мин 1960 йылда V «А» класына, ә һеҙ VIII «А»-ға килдегеҙ һәм беҙҙе шефҡа алдығыҙ. Мин бик ҡаты сирләй инем, аяғыма операция яһанылар, йыл буйы дауаханала, унан интернатта айырым бүлмәлә ятырға тура килде. Миңлегөл Сәғәҙәткирәева, Светлана Ғиззәтуллина, Рәйлә Фәйзуллина, Миңзәлә Ғәтиәтуллина тигән апайҙар янымдан да китмәй тиерлек мине ҡараны, дәрестәрҙе аңлатты. Уларҙың күрһәткән хәстәрлеген һүҙ менән генә аңлатып булмай, уны күңелеңдең иң нескә ҡылдары аша тойорға кәрәк. Ә бит мин уларға бер кем дә түгел инем. Мәктәпте тамамлағандан һуң да апайҙарым еңел булмаған тормошомдоң иң яҡын таянысы булды. Өләсәй менән генә үҫкән ҡыҙ өсөн апайҙар табып, уларға арҡаланып, иркәләнеп йәшәү — ҙур бәхет. Һәм ошо йылы мөнәсәбәт, туғандарса дуҫлығыбыҙ илле өс йыл буйы дауам итә. Тормошомда нимәгәлер өлгәшкәнмен икән, мин тик уларға бурыслымын.
Беренсе ҡаттың киң коридорында «Ошо аҙнаның иң алдынғы уҡыусыһы», «Ошо аҙнаның иң алдынғы класы» тигән стендтарҙы күргәс, Мирас Иҙелбаев: «Тәүгеһенән Ринат Дәминевтең фотоһы төшмәҫ ине, икенсеһендә беҙҙең «В» класы булыр ине», — тип көлдөрөп алды, сөнки һәр кемгә үҙ класының иң яҡшы, һабаҡташтарының иң алдынғы булып күренеүе тәбиғи. Рәшиҙә Шакирова уның үҙе тураһында: «Мирас 8-селә уҡығанда Сыңғыҙ Айытматовтың «Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәйем» повесын башҡортсаға тәржемә итеп, беҙҙе шаҡ ҡатырҙы. Оҙон-оҙон шиғырҙарҙы яттан күп һөйләй торғайны. Нишләп бер ҙә генә яңылышмай икән ул, тип ғәжәпләнеүебеҙ хәтерҙә», — ти. Бөгөн Мирас Хәмзә улы – филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы.
Эйе, был сығарылыш балалары мәктәп-интернаттың ғына түгел, Тимерйән Ниәтшин әйтмешләй, «башҡорт иләүенең бер йәме» була алған түгелме ни?! Бына, мәҫәлән, үрҙә телгә алынған Ринат Дәминев. Уның йөҙөнә олпат төҫ бик килешә ине. Пионер ойошмаһының отряд вожатыйы техник фәндәр кандидаты булып үҫте, Өфө дәүләт авиация техник университетында декан урынбаҫары, кафедра мөдире булып эшләне. Стена гәзитенең алыштырғыһыҙ биҙәүсеһе Фәнил Имашев Татарстан тарафтарында рәссам булараҡ ҙур билдәлелек яуланы. Әминә Ибраһимова — әлегәсә Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе. Миңлегөл Сәғәҙәткирәева — республикала ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе физика фәндәре докторы. Саялығы менән айырылып торған Мәҙинә Аҫылбаева оҙаҡ йылдар инженер-иҡтисадсы булып эшләгән, әле Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар баҡсаһында сабыйҙарҙы башҡорт теленә өйрәтә. Юғары белемле инженерҙар Миңзәлә һәм Ҡәдүрий Фазлетдиновтарҙың (әйткәндәй, был сығарылыштан алтын сылбыр шикелле алты пар ғаилә ҡорған) шәхси етештереү өлкәһе бар. Филолог Мәрфуға Ғәзизова — баш ҡаланың Орджоникидзе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. Ағаһы һәм еңгәһе ҡулында үҫеп, һабаҡташтарына һүҙ әйтергә лә ҡыймаған Наилә Ҡунаҡҡужина тап беҙҙең мәктәптә ҡыйыу булырға өйрәнгән. Бөгөн ул — Пермь башҡорттары ҡоролтайының алыштырғыһыҙ әүҙемсеһе. Рәйлә Фәйзуллина үҙен эшҡыуарлыҡта тапҡан, ул "Ғәлиә" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры. Шиғри күңелле, йыуаш холоҡло ветеран уҡытыусы Йәмил Сурин — Көйөргәҙе районында танылған мулла. Һүҙ ыңғайында өҫтәп китәйек: бөгөнгө ҡунаҡтарҙың күбеһе, мосолман динен яҡын күреп, намаҙ уҡый, ураҙа тота, тормош-көнкүрештәрен Ҡөрьән ҡушҡанса алып бара. Тимерйән Ниәтшин тыуған яғында, Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылында мәсет һалыу менән мәшғүл. Фазлетдиновтар Учалы районында "Әбдрәхим" мәсетен күтәреп, диндәштәрен ҡыуандырғайны. Оҙаҡламай уға ун йыл туласаҡ. Әле улар Әлшәй районының Сурай ауылындағы "Ағинәй" мәсетендә дини уҡыу-уҡытыу, ҡорбан салыу, төҙөкләндереү, йыһазландырыу менән мәшғүл. Сәрбиямал Ҡансуринаның 40 йыллыҡ педагогик стажы бар, Земфира Бикбулатова — баш ҡала дауаханаларының береһендә урология бүлексәһе мөдире. Ринат Рафиҡов бөгөн үҙ эшен булдырған, авиация өлкәһендә ҙур белгес. Аҡыллы һәм сабыр Гөлгөнә Аслаева инженер-химик һөнәренә эйә. Инженер-техник Хәмзә Миһранов, зоотехник Долорес Түләбаев, табиптар Мәсүрә Әйүпова, Гөлирә Һарунова, Зәйнәп Күлмәтова, Төмән яҡтарында төпләнгән инженер-нефтсе Рафиҡ Аралбаев… Их, шуларҙың барыһын да исемләп яҙғы килә лә бит. Ҡайһыһын телгә алһаң да, улар — республика һәм Рәсәй кимәлендә юғары дәүләт наградаларын алған шәхестәр, хеҙмәт ветерандары. Иң шатлыҡлыһы шул: уларҙың береһе лә тормош төпкөлөнә төшмәгән, ә гел үргә үрләгән. Бындай күтәрелештең, юғарылыҡҡа ынтылыуҙың сихри көсө нимәлә? Был һорауға Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙының яуабы тап килә кеүек. «Беҙҙең заманда лидер тигән һүҙ юҡ ине һәм беҙҙең арала лидер булырға ынтылыусылар күренмәне лә, шикелле. Беҙ күмәк йә иһә етем ғаиләләрҙән сыҡҡан тыңлаусан һәм эшсән балалар инек», — ти ул. Тыңлаусан, эшһөйәр булғанға, Төхвәт Хәлим улының: «Уҡығыҙ, һеҙ илебеҙгә файҙалы кешеләр булырға тейешһегеҙ!» — тигән нәҙерен күңел түренә һалып, Мәхтүмә Яхина, Марат Хафизов, Сажиҙә Зайлалова, Лениза Хәсәнова, Роза Бакирова, Суфия Әхтәмова, Әминә Йыһаншина, Мөкәрәмә Байгилдина һәм башҡа уҡытыусыларҙың белемен йотлоғоп тыңлағанға, улар тормошта ныҡлы таяныс, тура юл таба алған. Бөгөн башҡорт йолаһына тоғро ҡалып, музейҙы төҙөкләндереү өсөн финанс ярҙамы бүләк итеп, балалыҡ рәхмәтен белдерҙеләр.
Тар коридорлы мәктәптә уҡыһаҡ та, Интернетты белмәһәк тә, бер бүлмәлә ун бишәр бала йәшәһәк тә, бер үк төҫтәге кейем кейһәк тә, 1-се мәктәп-интернат беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң изге, беҙ табыныр, рәхмәт йөҙөнән ғүмеребеҙ аҙағынаса баш эйер мәккәбеҙ булып ҡаласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779