Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡунаҡбайҙа ҡунаҡ булдыҡ
Ҡунаҡбайҙа ҡунаҡ булдыҡТулы һыулы Түлтебей күле Байымбәт ауылын яртылаш уратып, ялтырап ята. Уның тирә-яғын ҡамыштар уратҡан, күл өҫтөндә томбойоҡтар сәскә атҡан. Был күлгә аҡҡоштар ҙа оя ҡора, икенсе яғында балалар һыу инә. Яҙ күлдең аръяғында йыуа өлгөрә, йәйен еләк ҡыҙарып бешә. Ә бөгөн унда ҙур тирмә ҡоролған, төрлө төҫкә буяп матур итеп ял урындары эшләп ҡуйылған. Халыҡ Рәйлә Назарғолованың юбилейын билдәләй.

Рәйлә Назарғолова ижадҡа һуңлабыраҡ тотонһа ла, бик әүҙем эшләй. Уның үткер мәҡәләләре гәзит-журнал биттәрендә йыш күренә. Ул 2009 йылда Бәләбәй ҡалаһында “Илһам шишмәләре” фестивалендә лауреат булды, шул уҡ йылда “Аҡҡош һағышы” исемле беренсе китабын ҡулына алып шатланды. 2012 йылда “Артылыш” исемле йыйынтыҡта хикәйәләре донъя күрҙе, “Яҙмыш бүләге” исемле шиғырҙар китабын үҙнәшер менән баҫтырып алды. Быларҙан тыш, “Аҙашҡан яҙмыштар” тигән хикәйәләр йыйынтығы һәм пьесалары нәшриәттә үҙ сиратын көтә.
Рәйлә Ғафури районының Байымбәт ауылында тыуып үҫкән, ошо ауыл егетенә кейәүгә сығып, тормош башлаған. Шуға ла ул үҙенең юбилейын ауылдаштары, туғандары янында үткәрергә була. Был хәбәрҙе ишетеү менән өмә яһап урамдарҙы тәртипкә килтерәләр. Рәшәткәләрҙе яңыртып буяйҙар, емерек өйҙәрҙе һүтәләр, колонкаларҙы ҡойма менән уратып алып төрлө төҫкә буяйҙар, күл буйына ял урыны яһап ҡуялар, баҫма һалалар.
— Ҡунаҡбайҙар (ауылдың исеме халыҡ телендә) бик берҙәм, ике аҙна ла үтмәне тирә-йүнде матурлап та ҡуйҙылар. Бигерәк тә депутатыбыҙ Әнүәр Ҡорманғолов әүҙемлек күрһәтте, — ти ауыл хакимиәте башлығы Ринат Хисмәтуллин.
Ҡунаҡтарҙы милли кейем кейгән һылыуҙар ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршы алды. Клуб бинаһы халыҡ менән шығырым тулған.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов юбилярға һаулыҡ, ижади уңыштар теләне, район етәксеһе Рәмил Бохаровтың сәләмен тапшырҙы. «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов юбиляр менән Бурлы мәктәбендә бер осорҙа уҡыуы тураһында һөйләне, уны Яңауыл районында йәшәүсе көслө рухлы шағирә Кәүсәриә Шафиҡова менән сағыштырҙы. «Башҡортостан»да баҫылған көнүҙәк мәҡәләләре өсөн юбилярға Рәхмәт хаты һәм штаттан тыш хәбәрсе таныҡлығы тапшырҙы. Шағирәне балалары, туғандары һәм ауылдаштары ла ҡотланы.
— Юбилейымды ауылдаштарым менән осрашып һөйләшеү өсөн ойошторҙом. Күп төбәктәрҙә шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары үтеп тора, мәсеттәр төҙөлә, айыҡ тормош өсөн көрәшәләр, газ үткәрәләр, асфальт юл һалалар. Әммә беҙҙең ауылды бөтә нәмә урап үтә, минең ауылдаштарым башҡаларҙан кәмме ни?! Киреһенсә, төпкөлдәге ауылдарға йәшәүе ауырыраҡ, улар бындай байрамдарға лайыҡ, – тине Рәйлә Назарғолова.
— Шәжәрә байрамын оҙаҡҡа һуҙмайынса, киләһе йылда мотлаҡ үткәрергә кәрәк! — тип хуплап ҡуйҙы Йәғәфәр Салауатов.
Шағирәне байрамы менән ҡотлау өсөн Стәрлетамаҡтан да дуҫтары килгәйне.
Тантананы ысын байрам төҫөнә индереү, әлбиттә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы. Райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнил Кинйәғоловтың ҡурайға ҡушылып йырлауы, уның етәкселегендәге коллективтың бик матур концерт әҙерләүе тамашаны йәнләндереп ебәрҙе. Халыҡ байрамға танһыҡлаған ине. Был сара өсөн ауылдаштары Рәйлә Назарғоловаға рәхмәттәрен еткерергә ашыҡты.
Клубтан һуң халыҡ Түлтебей күле буйына ағылды. Унда ҙур, матур тирмә ҡоролған. Ауылдаштары Рәйләне бик хөрмәтләй икән, нимә генә әҙерләп килтермәгәндәр. Бурлы ауылы хакимиәте башлығы Ринат Хисмәтуллин «Уңыш» крәҫтиән (фермер) йәмғиәтенең рәйесе Нәжип Хисаметдинов оло маҡтауға лайыҡ кешеләр икәнлектәрен дәлилләне. Ошо яҡтарҙа әҙерләнгән ҡымыҙ күңелдәрҙе күтәреп, йөрәктәргә дәрт өҫтәне. Иҫерткес эсемлекһеҙ ҙә байрам итеп була бит! Быны Байымбәт халҡы йәнә раҫланы. Афарин, ҡымыҙлы юбилей уҙғарыусы Рәйлә туғаным! Байымбәткә байрамдарҙы йышыраҡ, күберәк алып ҡайт!

Ошо гүзәл яҙғы миҙгелеңә
Күп һынауҙар үтеп атланың.
Был донъяны йәмгә байыттың да
Сәждә ҡылып уны пакланың.
Күңелеңдең йомарт мәлдәрендә
Ижад утын яғып, дөрләнең.
Ырыҫ йыйҙың, үҙең булып ҡалдың,
Мәғәнәле үтте көндәрең.
Балаларың – ғүм(е)рең сәскәләре
Булмышыңды уяу һаҡланы.
Тәрбиәгә, һинең сабырлыҡҡа
Һис бөтөрлөк түгел һоҡланып.
Юлдарыңда яҙмыш ҡурсалаһын,
Ғәмле үтһен йәшәр йылдарың.
Гәлсәр сыңы булып иркәләһен
Йөрәгеңде шатлыҡ йырҙары.
Хисле күң(е)лең наҙлы яҙ иленә
Һәр саҡ тапһын юлдың тураһын.
Йылы елдәр илһам алып килеп,
Ғүмер йомғағына ураһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779