Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һунарсы” Гран-приҙы эләктерҙе
“Һунарсы” Гран-приҙы эләктерҙеҺай, дәртле лә инде башҡорт бейеүҙәре! Ана, сәхнәне дер һелкеткән малай — торғаны бер бөркөт. Ҡанаттары ғына етмәй, бына-бына ҡоласын йәйеп осоп китер ине. Ә билдәре һығылып торған, оҙон сәсле ҡыҙҙы ҡарағыҙсы! Билләһи, аҡҡош тиерһең... Ул бит сәхнәлә йөрөмәй, ә йөҙә. Ошондай күркәм сығыштарҙы күреп, үҙең дә һиҙмәҫтән ҡушылып тыпырҙатып ебәрәһең. Бындай тамашаны ҡайҙа күрерһең тағы?

Күгәрсен районында уҙғарылған балалар араһындағы “Байыҡ” республика бейеүҙәре конкурсы шундай дәртле сығыштарҙан туҡылды. Бишенсе тапҡыр ойошторолған мәртәбәле сарала Башҡортостандан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән 350-нән ашыу бала оҫталыҡҡа көс һынашты. Уларҙы танылған сәхнә оҫталары — Радмир Бәҙретдинов, Зинфира Ғабдулхаҡова, Йәмилә Бикбаева, Рәйес Низаметдинов һәм проекттың авторы Рита Өмөтбаева баһаланы.
Һөҙөмтәләр буйынса, беренсе урынды Руфина Хафизова (Әбйәлил районы), Гүзәл Ураҙова (Ейәнсура), Нурислам Юламанов (Хәйбулла) яуланы. Икенсе урынға Алмас Ғәбитов (Бөрйән) менән Рифата Сәйетғәлина (Әбйәлил) лайыҡ тип танылды. Өсөнсө урын — Ләйсән Саттаровала (Өфө).
Иң төп бүләк “Һунарсы” бейеүен башҡарған Искәндәр Әбделғужинға “тәтене”. Искәндәр Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназияһында уҡый. Быйыл дүртенсе генә класты тамамлаһа ла, бәйгелә уға етеүсе булманы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779