Ярты быуат ғүмерем Урта Азияла – Төркмәнстан менән Үзбәкстанда үтте. Ата-әсәм Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка һәм Переволоцк райондарында тыуып үҫкән. Улар башҡортса һөйләште, шуға туған телдә иркен аралаша инем. Әсәйем халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы, атайым әсәйем өсөн йырҙар сығарыр, “Перовский”ҙы бейер ине.
Оҙаҡ йылдар Урта Азияла йәшәгәс, төркмән, үзбәк телдәрен өйрәндем, әммә башҡорттар менән аралашыу бәхете теймәне.
Беренсе тапҡыр 15 йәшемдә Ырымбур өлкәһенең Ҡотлөмбәт ауылында саф башҡорт балаһы икәнлегемде тойҙом. Был ауылға әбейемә хужалығында ярҙамлашырға тип апайым илткәйне. Ошонда халҡыбыҙҙың йолалары менән ныҡлап таныштым, туй һәм байрамдарҙың күркәм үтеүен күреп хайран ҡалдым. Барыһы ла туған телендә һөйләшә, кис булһа, йәштәр клубта йыйылыша, кәрәсин лампаһы яҡтыһында гармун көйөнә бейей, күңел аса. Бигерәк тә егет-ҡыҙҙарҙың йырлап бейеүе оҡшай ине. Был күренеште тәүге тапҡыр күргәс, күңелемдә матур хәтирә уйылып ҡалды. Уйынды үткән быуаттың 60 – 80-се йылдарындағы дискотекалар менән сағыштырыу урынһыҙ, сөнки уларҙың дәрт-дарманы тәрәндән, күңел төпкөлөнән ташып сыҡҡан ғәйрәттер, тип уйлайым. Ҡайһы бер көндәрҙә йәштәр менән күрше ауылдарға бара инек. Юлда егеттәр гармун уйнай, башҡалар уға ҡушылып, көй һуҙа. Шунда ишеткән башҡорт моңдарын сәңгелдәк йыры кеүек күңелемдә һаҡланым. Шул ваҡыттан алып үҙ телемдә йырларға өйрәндем. Ҡотлөмбәт ауылында ярты йыл йәшәүем яҙмышымдың иң иҫтәлекле мәле булды тип иҫәпләйем.
Артабан Салауат педагогия училищеһына юл тоттом, ләкин урыҫ төркөмөндә уҡығас, башҡорт ҡыҙҙары менән һирәк аралашырға тура килде.
Музыка дәресенә әҙерләнеүселәрҙең мандолинала бейеү көйҙәрен башҡарыуын ятаҡта ғына тыңлай торғайным. Һуңынан мин дә мандолинала башҡорт көйҙәрен уйнарға өйрәндем. Салауатта беренсе тапҡыр шиғыр яҙа башланым һәм ҡалала ойошторолған конкурстарҙа әүҙем ҡатнаштым, бер тапҡыр хатта Өфөлә үткән республика шиғыр һөйләүселәр конкурсына ебәрҙеләр.
Педагогия училищеһын тамамлағас, әсәйем Үзбәкстанға саҡырҙы.
Шулай ҙа, күп йылдар үткәс, яҙмыш ғаиләм менән Башҡортостанға ҡайтарҙы.
Өфөлә урынлашҡас, ете йыл башҡорт иҡтисади лицей-интернатында мөдир, урыҫ теле уҡытыусыһы булып эшләнем.
2006 йылда Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуының 450 йыллыҡ юбилейына арнап уҡытыусылар өсөн тәрбиә эштәре буйынса методик ҡулланма әҙерләнем.
Икенсе музыка альбомым генерал Таһир Кусимовтың тыуыуына 100 йыл тулыу иҫтәлегенә арналды, өсөнсөһө Учалы районының 80 йыллыҡ юбилейы айҡанлы донъя күрҙе. Дүртенсе альбом Бүздәк районының 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата булһа, бишенсеһе Бөйөк Еңеүгә 65 йыл тулыуға бағышланды. Алтынсы альбом Халыҡ-ара татыулыҡты нығытыу йылы айҡанлы ине. Етенсе альбомды — “Һабантуй”ҙы — бик ихлас эшләнем, сөнки унда күберәк башҡортса яҙылған йырҙарымды урынлаштырҙым. Ғиллә шунда: тәүгеләрендә йырҙарым урыҫ телендә яҙылған булһа, 2010 йылдан башлап, бәхетемә күрә, үҙ телемдә ижад итә башланым.
Туған телдә һәйбәт һөйләшһәм дә, башҡортса ижад итермен тип уйларға ла, хыялланырға ла баҙнат итмәй инем. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡортса яҙыу һәләтен “Башҡортостан” гәзите бүләк итте. Был баҫманы 2009 йылда “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең ул саҡтағы рәйесе Ләлә Бейешева яҙҙырҙы. “Башҡортса йырҙар яҙырға өйрән!” – тип тә хәтеремә төшөрөп торҙо Ләлә Ғибәҙәт ҡыҙы. “Башҡортостан” гәзитенең һүҙ байлығымды арттырырына ышанысы көслө ине. Ярты йылдан һуң Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата “Еңеү көнө” тигән башҡортса тәүге йырымды яҙҙым. Уны милиция капитаны Салауат Хужәхмәтов башҡарҙы. “Ҡоролтай” тигән икенсе шиғырымды III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына бағышланым, көйөнөң авторы — композитор Нур Дауытов. Шунан алып башҡортса 18 йыр ижад иттем.
Туған телемдә сыҡҡан йырҙарым өсөн ҙур ҡыуаныс кисерәм, күңелем илһам менән тула. Хистәремде, уйҙарымды, донъялағы иң гүзәл, матур яңғырашлы, иң бай, ата-әсәм теле булған башҡорт телендә халҡыма еткерәм икән – бәхетлемен!
Ата-бабаларҙан мираҫ булып ҡалған ғәжәп, аҫыл, ҡәҙерле телебеҙҙән артыҡ башҡа тел юҡтыр, тип иҫәпләйем.
Башҡорт мәҙәниәтенән ситтә ҡалып йәшәгәнем өсөн әле булһа үкенәм, ләкин ҡартлыҡ көнөмдә булһа ла үткәндәргә үкенмәҫлек итеп йәшәргә тырышам.
Ҡәҙерле ватандаштарым, һеҙҙең һәр берегеҙ үҙ теленең һаҡсыһы, шуға күрә мәҙәниәтте, телде, сәнғәтте, бай әҙәбиәтебеҙҙе ҡурсалайыҡ!
Башҡорт теле әкренләп юҡҡа сыға бара тип һөйләнеүселәр юҡ түгел. 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан башҡорт теле “Телдәр атласы”на индерелгән. Әммә ул йәмғиәттә ҡулланылмаһа, әкренләп бөтөүе лә ихтимал. Ошо хаҡта ныҡ ҡына уйланайыҡ әле! Әгәр беҙҙә ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны, йөрәгебеҙҙә тыуған еребеҙгә һөйөү, телебеҙгә хөрмәт бар икән, уны һаҡларға, яҡларға, Башҡортостан тигән йортобоҙҙоң усағын һүндермәҫкә тейешбеҙ.
Һоҡландырғыс әҙәбиәтебеҙҙе яратайыҡ, уҡыйыҡ, донъя кимәлендә дан тотҡан театрыбыҙға ярҙамыбыҙҙы йәлләмәйек, үҙ телебеҙҙәге телевидение тапшырыуҙарын, мәғлүмәт сараларын яҡлайыҡ, "Башҡортостан" гәзитенә даими яҙылайыҡ.
Алда әйтеп үтеүемсә, ете йыр альбомы сығарҙым, биш йырымды йәш йырсылар Бөтә Рәсәй фестивалдәрендә башҡарҙы.
Һәүәҫкәр композиторҙарҙың I Республика конкурсында Гран-при дипломын яуланым. Әлбиттә, башҡорт әҙәби телен камиллаштырыуҙа һәм уңыштарға өлгәштереүҙә ярҙам иткәне өсөн “Башҡортостан” гәзитенә ҙур рәхмәтлемен.