Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ырыҫлы ер” ҡалдырҙы
“Ырыҫлы ер” ҡалдырҙыЯугир яҙыусыларыбыҙҙың береһе Ғәзим Аллаяровтың тыуыуына 100 йыл тулды. Республикабыҙ Хөкүмәте йыл башында уҡ был датаны Башҡортостанда киң билдәләү тураһында бойороҡ сығарғайны. Шунан бирле әҙип тураһында хәтерҙе яңыртыу өсөн күҙгә күренерлек эш башҡарылған. “Ағиҙел” журналында Рәмилә Аллаярова атаһы тураһында иҫтәлектәрен баҫтырҙы, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте әҙиптең “Ырыҫлы ер” исемле яңы китабын нәшер итте, Башҡортостан Яҙыусылар союзы уның тормошона һәм ижадына бағышланған буклет сығарҙы. Ә тыуған ауылы Ураҙҙа ошо көндәрҙә үткән хәтер һәм ҡәҙер кисәһе был матур сараларҙың тажы булды тиһәк тә, бер ҙә яңылыш булмаҫ, моғайын.

Ураҙ ауылы иҫ китмәле гүзәл тәбиғәт ҡосағында ултыра. Ауылдың аръяғында йырҙарҙа йырланған Яйыҡ (Урал) йылғаһы үҙәнендәге муйыл, балан, ҡарағатҡа бай үҙән һуҙыла, бәләкәй Уралтау һыртының таштан өйөлгән пирамидалары менән билдәле Айынташ армыты күгәреп ята. Ә көньяҡта — Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәрендә иҫкә алынған, хатта уның бер китабына исем биргән данлыҡлы Мышағыр тауы. Ғәзим Аллаяров юҡҡа ғына ауылын һағынып:
Бирегеҙсе ҡәләм,
Яҙайымсы сәләм,
Тыуып үҫкән
Ураҙҡайым һау микән?
– тип үҙе сығарған көйгә йырламағандыр, моғайын. Һағынмаҫлыҡ та түгел был яҡтағы тәбиғәт.
Ураҙ – Учалы районында иң ҙур ауылдарҙың береһе, бында 700-ләп шәхси хужалыҡ бар. Унда лицей, амбулатория, мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, почта бүлексәһе, элемтә үҙәге, мәсет эшләй, “Байрамғол” агрофирмаһының бер бүлексәһе урынлашҡан. Газ үткән, урамдары төҙөк, яңы йорттар ҡалҡа. 2010 йылда сыҡҡан янғындан зыян күргән 13 ғаиләгә республика Хөкүмәте ярҙамында төҙөлгән йорттар, тотош урам булып, тирә-йүнде биҙәп ултыра.
“Ырыҫлы ер” ҡалдырҙыУраҙ ауылының төп байлығы һәм ғорурлығы – уның кешеләре. Бөтә республикаға билдәле шәхестәрҙе һанағанда ла, ҙур ғына исемлек килеп сығыр ине. Улар араһында өс яҙыусы: драматург Нәжибәк Хафизов, исеме Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле Талха Ғиниәтуллин һәм Ғәзим Аллаяров.
Хәтер кисәһе халҡыбыҙҙың дини йолаһы буйынса әҙиптең һәм уның әруахтарының рухына ауыл мәсетендә Ҡөръән аяттары уҡыуҙан башланды, артабан сара Ураҙ ауылы лицейында дауам итте. Заманында Ғәзим Аллаяровты белгән, аралашып йәшәгән әҙиптәрҙең хәтерләүҙәре һәм төрлө яҡтан ҡайтҡан туғандарының иҫтәлектәре лицей уҡыусыларының, ауыл таланттарының сығыштары менән аралашып барҙы.
Кисәне әҙерләүгә Ураҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Самат Шәмсетдинов, лицей коллективы, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, Ҡотой, Ҡолош, Ишмәкәй мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәре, китапханасылары, Учалы яҙыусылар ойошмаһы ҙур көс һалған. Айырыуса элекке уҡытыусы Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы Ситдиҡованың ярҙамын әйтеп китмәү мөмкин түгел. Ойоштороу эштәренән тыш ул Ғәзим Аллаяров тураһында ҙур мәҡәлә яҙып, район гәзитендә баҫтырып сығарҙы.
Уҡыусыларҙың Ғәзим Аллаяровтың тормошонан ҡайһы бер ваҡиғаларҙы, шулай уҡ уның әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе сәхнәләштереүе кисәне биҙәне. Әйткәндәй, Ураҙ лицейы – Учалы районында ғына түгел, бөтә республикала билдәле уҡыу йорто. Мәскәүҙә лицейҙың эшен төрлө яҡлап күрһәтеп, 2007 йылда Грант алған, көмөш ҡыңғырау менән бүләкләнгән коллектив. Лицей уҡыусылары республика кимәлендәге төрлө ижади конкурстарҙа еңеү яуланы. Уҡыу йортоноң бай музейы бар. Уға айырым бина һалдырғандар.
Кисәләге ихласлыҡ күңелгә үтеп инде, күҙҙе йәшкә сылатҡан мәлдәр ҙә аҙ булманы. Яҙыусылар Гөлфиә Юнысова, Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Әҡлимә Сафиналарҙың, Ғәзим ағайҙың ҡыҙҙары Вилора, Рәмилә ханымдарҙың, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Риф Аллаяровтың, яҡташтары Миңзәлә Шөғәйепова, Рәсих Лоҡманов, Зилә Шәрәфетдинова, Алик Зиннуров, Нәжип Хафизовтарҙың иҫтәлектәренән Ғәзим Аллаяровтың тормош юлы күҙ алдына баҫты.
Эйе, Ғәзим Аллаяров үҙ заманының лайыҡлы улы булған. Колхоз ойоштороуҙа, комсомол төҙөлөштәрендә ҡатнаша. Учалы район гәзитен сығарыша. Бөйөк Ватан һуғышында танкист булып хеҙмәт итеп, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, “Праганы алған өсөн”, “Будапештты азат иткән өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң совет-партия мәктәптәрен тамамлап, КПСС-тың Ҡыйғы, Матрай, Мәләүез район комитеттарында секретарь булып эшләй, артабан ете йыл – Ҡырмыҫҡалыла, туғыҙ йыл Бәләбәйҙә беренсе секретарь вазифаларын башҡара. Оҙаҡ йылдар КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетында ағза булып тора, партияның XXII съезына делегат, БАССР Юғары Советының ике саҡырылышына депутат итеп һайлана, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Ошо ҡоро ғына рәсми дәлилдәр илем байыһын, халҡым яҡшы көн күрһен тип, ябай кешене хәстәрләп йәшәгән һәм ал-ял белмәй эшләгән, намыҫлы, изгелекле шәхестең асылын билдәләй. Элек ундай кешеләрҙе ысын коммунист тип атай торғайнылар. (Хәҙер заман партияларына инеүселәрҙең күбеһе һайлаусылары мәнфәғәтенә төкөрөп тә бирмәгән карьерасылар икәнлеген халыҡ белеп тора һәм Ғәзим Аллаяров кеүек коммунистарҙы, етәкселәрҙе һағынып иҫкә ала). Шул уҡ ваҡытта тыуған төйәген һағынып, үҙе сығарып көйҙәр көйләгәндә, халыҡ йырҙарын йырлағанда, күҙе йәшләнгән нескә күңелле кеше лә булған Ғәзим ағай. Заманында уның менән ғаилә дуҫтары булыу бәхете тейгән яҙыусы Сабир Шәрипов бына нисек итеп хәтерләй уны: “…Ғәзим Закир улы бик мәғлүмәтле, ярҙамсыл, әңгәмәсел, сабыр, итәғәтле, йәшенә, дәрәжәһенә ҡарамай, күптәргә ғәҙел, тоғро дуҫ ине.
…Илһөйәр, ерһөйәр шәхес… Әҙип-реалист, ватансыл рухлы, оптимист. Зәңгәр күҙле, мөләйем йөҙлө, мыҡты кәүҙәле, төртмә телле уҙаман…”
Шағир күңелле булған өсөн дә әҙәбиәткә килгәндер ул. Оло тормош тәжрибәһе туплаған шәхес проза әҫәрҙәре яҙырға тотона. Үҙе иҫән саҡта “Бер юлдан”, “Үргә табан”, “Һынау”, “Хинган тауҙары аша”, “Шифалы ямғыр”, “Ер һулышы”, “Алһыу таңдар атҡанда”, “Ай урағы” исемле повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары сығара. Ғәзим Аллаяров башлыса хәрби-патриотик һәм ауыл хужалығы темаларына яҙҙы. Уларҙа — совет заманындағы ауыл кешеһенең, ул саҡтағы етәкселәрҙең тормошо, менталитеты, мөнәсәбәттәре. Уның әҫәрҙәре хәҙерге заман уҡыусыһы өсөн шул саҡтағы тормошто күрһәтеүе менән ҡиммәтлелер, моғайын.
Бына шундай уйҙар тыуҙырҙы Ураҙҙағы матур хәтер һәм ҡәҙер кисәһе. Халыҡ өсөн ҡанын ҡойған, ғүмерен бағышлаған шәхестәрен ҙурлаған ураҙҙарҙы Аллаһы Тәғәлә үҙе ҙурлаһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779