Бөгөн йола байрамдары ла, рәсми саралар ҙа үткәрелеше яғынан бер төрлөрәккә әйләнә бара кеүек. Сәхнәлә – йырсы-бейеүселәр, залда – ҡул сабыусы тамашасылар. Һабантуйҙар ҙа күрһәтмә сараға әйләнеп китте. Тәбиғәтте, ҡоштарҙы ҡурсалауҙы күҙ уңында тотҡан «Кәкүк сәйе» йолаһында ла, ғалим-этнографтар, фольклорсылар фекеренсә, борон ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ғына ҡатнашҡан. Бындай саралар һуңғы ваҡытта күптәрҙе ҡәнәғәтләндермәй.
Йәйҙең йәмле бер мәлендә, үлән-сәскәләр күпереп гөлгә күмелгәндә, атай-әсәйҙәрҙе, балаларҙы, күрше-күләнде, ауылда ҡанат нығытып, күптән сит тарафтарға һибелгән туған-тыумасаны йыйып, күңел асып булмаймы икән?! Моғайын, булалыр, тип уйланыҡ та, байрамға «Кәкүк сәйе» тигән исемен ҡалдырып, ең һыҙғандыҡ. Маҡсатыбыҙ бер генә ине — ауылдаштарҙың күберәк килеүенә һәм уларҙың үҙҙәренең дә сарала ҡатнашыуына өлгәшеү. Рәмилә Камалова (ауыл старостаһы), Рәйлә Йәрмөхәмәтова, Гөлнара Әбдрәхимова (клуб мөдире), Рәғиҙә Әхтәмова, Зилә Мирхәйҙәрова, Фәһимә Ғәлиуллина кеүек
әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың кәңәштәре лә, тәҡдимдәре лә күп булды. Өй беренсә йөрөп сығыу, хужа-хужабикәләрҙе буласаҡ сараның йөкмәткеһе менән таныштырыу, һәр береһенә тиерлек бәләкәй генә булһа ла йомош ҡушыу — шулар араһынан иң мөһимдәре һаналды. Ни тиһәң дә, ауылда 200-ҙән ашыу йорт-ҡура, шуға ике-өс урынға иғлан элеүҙең фәтүәһе булмаҫ тип уйланыҡ та урамдар буйлап сығып киттек…
Ҙур ҡунағыбыҙ — Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, филология фәндәре докторы, республикабыҙҙың танылған сәсәниәһе Розалия Солтангәрәева тейешле мәленә генә килеп етте. Уны ауылыбыҙ ғорурлығы, күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим һәм әҙип Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың музейы менән таныштырмаһаҡ, күңелебеҙ булмаҫ ине. Музей директоры, үҙ вазифаһын бирелеп башҡарған Ғәзимйән Ибраһимов, данлыҡлы яҡташының бала сағы, ғүмер юлы, эшмәкәрлеге хаҡында ентекле һөйләп бирҙе. Музей менән танышып бөтөүгә афған һуғышы ветераны Ринат Баязитов егеүле аты менән көтөп тора ине. Аҫалы балаҫтар менән биҙәлгән дүрт тәгәрмәсле арбаға ҡунағыбыҙҙы ултыртып (йә, бындай мәлдең тағы ҡасан ҡабатланыуы мөмкин!), ауыл урамдарын, бейек йорттарҙы, урындағы клуб, мәктәпте, тәбиғәтебеҙ күрке — Ҡыҙылғы йылғаһын күрһәтеп үттек.
Йылға буйында балаларҙың ял лагерына яҡын ҙур аҡлан тәғәйенләнгән ваҡытынан күпкә алда аллы-гөллө кейенгән ауылдаштар, йөҙҙәре ҡыуанысҡа күмелгән бала-саға менән тулғайны инде. Мөнзәр Йәрмөхәмәтов, Ришат Әхмәҙиевтең хәстәрлеге менән бер нисә оҙон өҫтәл ҡуйылған. Өҫтәлдәрҙәге татлы ризыҡтарҙың күплегенән күҙ ҡамаша: сәк-сәк, ҡыҫтыбый, шәлпәк, шашлыҡ, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, ҡош теле, ҡыҙыл эремсек, күмәс, ҡорот, йыуа, алма бәлештәре, буҙа һ.б. Ошо ризыҡтарҙы әҙерләгән Мәктәп, Ф. Садиҡов, Ғафури, Тыныслыҡ урамдарында йәшәгән хужабикәләрҙең һәр ҡайһыһына мәдхиә уҡырлыҡ.
Бер яҡта ҡорҙаштар осрашыу шатлығын бүлешеп ҡосаҡлаша. Майҙандан ситтәрәк Нурия Садиҡова, Гөләйшә Хисамовалар ҡаҙан аҫыу менән мәшғүл. Уларға Нурияның хәләл ефете Ғәйнислам ҙур һауыттарҙа эсәр һыу килтергән, ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырған. Илмира Байбулатова, Раушания Баязитова, Рәйлә Йәрмөхәмәтова самауырҙарға күмер һала.
Фәһимә Абдрафиҡова етәкселегендәге (Бишауыл-Уңғар ауылы) «Мираҫ» ансамбле ҡыҙҙары һәм егеттәренең йырлы сәләме, һары майҙа ғына бешерелгән сәк-сәктән ауыҙ итеү күңелдәрҙе тағы ла күтәреп ебәрҙе. Район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова, Һәүәләй ауыл хакимиәте башлығы Тәлғәт Вахитов, сәсәниә Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының сәләмләүен халыҡ яратып ҡабул итте. Кифая Сафинаның ҡотлау доғаһында Аллаһы Тәғәләгә саф күңелдән әйтелгән мөрәжәғәтенең бойомға ашыуын теләп, мәктәп уҡыусылары шарҙар бәйләмен һауаға осорҙо. Балаларҙың кәкүк тураһындағы әллә күпме йомаҡ, әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөүҙәре бик фәһемле булды. Клара Хәмзина «Кәкүк» йырын башҡарғанда туғайҙағы ысын кәкүктең тауышы ҡушылыуы ифрат аһәңле булды. Яңы Ҡыйышҡы, Оло Күл ауылдарынан тантананы уртаҡлашырға килгән һәүәҫкәрҙәрҙең (етәкселәре Земфира Фәйзуллина, Зөлфиә Абдуллина) сығыштары сараға яңы биҙәк өҫтәне.
Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының йырлауын халыҡ һорап алды. Ул көйөн дә, һүҙҙәрен дә үҙе ижад иткән ҡобайырҙы башҡарҙы. Ундағы:
Эй, изге ер, изге ер,
Китмә беҙҙән, изге ер,
Ерең китһә, ил китә,
Телең, динең, көн бөтә.
Китмә беҙҙән, изге ер,
Инде беҙҙе һин кисер,
Аҡтан-аҡ һин, ҡара ер,
Пактан-пак һин, ҡара ер,
Атамдан ҡалған изге ер,
Бабамдан ҡалған изге ер, —
тигән юлдар һәр кемде уйландырмай ҡалмағандыр.
Борон төркиҙәр, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, ер-һыу рухын ризалатыу өсөн йылдың алтынсы айында махсус йола башҡарған, мотлаҡ ҡорбан салғандар, аяттар уҡып, теләктәр теләп, түңәрәк буйлап йөрөгәндәр. Ошо хаҡта И. Георги, Н. Гумилев кеүек күренекле ғалимдар яҙып ҡалдырған. (Әйткәндәй, Арҡайым тарихи ҡаласығына барған һәр кем махсус тау түбәһендә ошо хәрәкәттәрҙе башҡара).
Розалия ханым, боронғо йоланы атҡарыуҙы һорап, олоһон да, кесеһен дә түңәрәккә баҫтырҙы. «Эй, Аллаһы Тәғәләм, Тәңре Тәғәләм! Һин бар, һин бер, тиңдәшең һәм оҡшашың юҡ, күренмәйһең, барыһын күрәһең, тауышың һәм төҫөң юҡ, ауазың һәм өнөң юҡ, һәр ерҙә лә барһың. Мин һорайым ил менән, ғаиләм, йортом менән, ҡайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом! Һине саҡыра йортом, һине көтә башҡортом!» — тип һәммәбеҙ ҡабатлай-ҡабатлай, тәбиғәткә, ер-һыуға рәхмәт йөҙөнән тубыҡланып, ҡулдарыбыҙҙы ергә тейҙерҙек. Унан барыбыҙ ҙа түңәрәк донъяны хасил иткән түңәрәк Ҡояш, түңәрәк Ай, түңәрәк Йыһанға табынып, ҡулдарҙы ҡулға тотоношоп, түңәрәк буйлап әйләндек, ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, барыбыҙ бергә ҡысҡырып, күп милләтле илебеҙгә именлек, бәрәкәт, халыҡтарға һаулыҡ теләнек. Был хәрәкәт ауылдаштарҙы бер-береһенә яҡынайтты, үҙ-ара ихтирамды көсәйтте, милли хистәрҙе уятты тип уйлайым, сөнки тантананың ошо өлөшөнән һуң күптәр сәхнәгә үҙе теләп күтәрелде, йырланы, бейене. Венера менән Флүр Хәкимовтарҙың дуэты, Әлшәй районында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Әниф Мирхәйҙәровтың башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды күкрәк тауышы менән башҡарыуы, көй араһында өзләүе, Бишауыл-Уңғарҙан Әнисә Ҡаһарманованың «Бүҙәнәкәй» тигән бик һирәк ишетелгән йырҙы йырлауы (уны Розалия ханым видеояҙмаға төшөрөп алды) башҡорттарҙың милли моңона дан булып яңғыраны. Оло йәштәгеләр ҙә ҡалышманы. Улар араһынан Өфөнән килгән 75 йәшлек Фәүзиә Мөхәмәтйәноваға етеүсе булмағандыр, моғайын. Ул йәштәрсә елкенеп бейене, үҙенән кесе Миңлегөл Әминева менән көйәнтәләп һыу ташыуҙа ярышты. Ә инде арҡан тартышҡанда тап Фәүзиә апай ҡатнашҡан яҡ еңеп ҡуйҙы.
Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, аҙым һайын ир-егет йә ҡатын-ҡыҙ исемдәрен туҡтауһыҙ әйтеп ун метр араны тиҙ үтеү кеүек һәр уйында ир-егеттәрҙең һәм балаларҙың ҡатнашыуын күреү уғата күңелле ине. Розалия һылыу ауылдың бар йәһәттән килгән иң күркәм ир затын әйтеүҙе һораны. Күптәр Миңнулла Хәмзиндың исемен ҡысҡырҙы. Башта Благовещен районында, унан иң ауыр үҙгәртеп ҡороу йылдарында ауылдың М. Өмөтбаев исемендәге колхозы рәйесе вазифаһын башҡарған Миңнулла Ғәтиәтулла улының тырышлығы менән урта мәктәп, клуб, колхозсылар өсөн байтаҡ өй һалыу, урамдарға асфальт түшәү, газ үткәреү кеүек ауылдаштарының үҙәгенә үткән мохтажлығы бойомға ашҡан.
Розалия һылыуҙың ир-азаматты ҙурлап, уға йырлап буҙа эсереүе бер яҡтан үҙенсәлекле яңылыҡ, икенсенән, башҡорттоң ирҙе ололоҡлау тигән тағы бер күркәм йолаһын иҫкә төшөрөү булды. Биш йәшлек Рәсилә Садиҡова йырлағанда, Гөлнәзирә Ғәлиева талпынып бейегәндә, Алһыу Искәндәрова әҫәрләнеп шиғыр һөйләгәндә, Раушания Баязитова үҙе яҙған шиғырҙарын уҡығанда бер кем дә битараф ҡалманы. Башҡорттоң һәр ағасы, һәр үләне йырлай, тиҙәрме әле? Башҡорт ҡош ҡанатынан да көй сығара белә. V синыф уҡыусыһы Илнара Әбдрәхимова, гармунсы Рәғиҙә Дәүләтбаеваға ҡушылып, ҡаҙ ҡанатында башҡорт халыҡ көйҙәренән теҙмә башҡарыуына күптәр таң ҡалды. Онотмай ғына шуны әйтәйек. Байрамға күптәр әйберләтә бүләктәр әҙерләгәйне. Был йәһәттән Вәжихә Әхмәҙиева, Венера Хәкимова, Әлиә Хәмзина, Әкрәм Ғәниевтәрҙең ярҙамы ҙур булды.
Көноҙоно өҫтәлдәрҙән боҫрап торған самауыр төшмәне. Гөлйемеш, йүкә, ер еләге сәскәләре, кәкүк үләне, мәтрүшкә һалып бешерелгән сәйҙән баш тартыусы булманы, шикелле. Ә инде утын яғып ҙур ҡаҙанда бешерелән майлы бутҡа һәр кемдең күңеленә хуш килде. Һайрап, йырлап, тәбиғәтебеҙгә хозурлыҡ таратыусы ҡоштарыбыҙға ла өлөш сыҡты.
Йылдың алтынсы айы башҡорттарҙа ер-һыуҙы аяу мәле булып иҫәпләнгән. «Кәкүк сәйе» тип аталған байрамыбыҙ ҙа үҙенең асылына хыянат итмәне, буғай.
Риф ХИСАМОВ (Украинала йәшәй):
— Байрамдың ауылға ҡайтҡан сағыма тура килеүенә һөйөнөп бөтә алмайым. Күпме матурлыҡ күрҙем, ирәбә халҡым менән осраштым, туған моңдарҙы, йомран ырыуына ғына хас туған телемде ишеттем. Буҙа эсеп ҡараным. Яҡты тәьҫораттар күңелемдә оҙаҡ һаҡланыр.
Флүрә ҠАРАНАЕВА (Ғафури районы), уҡытыусы-ветеран:
— Бик мәртәбәле тантана булды. Балаларҙың халыҡ ижады буйынса мәғлүмәтлелеген күрҙем. Сарала ауылдаштарымдың ярҙамсыллығы, дәрте, бер-береһенә хөрмәте нығыраҡ асылды кеүек. Айырыуса олатай, атай, ағайҙарҙың әүҙемлегенә хайран ҡалдым. Районыбыҙҙың һәр ауылы ла халыҡты ошолай әйҙәһә ине, тип йәштәштәрем менән һөйләшеп алдыҡ.