Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бауыр баҫам балама
1.
Бауыр баҫам баламаКерпек ҡаҡмай тиерлек төн үткәрҙе Нәфисә. Көткән кешегә минуты ла сәғәттәй икән. Әлегәсә ваҡыт үткәрә алмай был ҡәҙәре интеккәнен хәтерләмәй. Киреһенсә, уны еткерә алмаған сағы йыш булды: ҡыҙы Вәрисәне ҡарарға, эшкә барырға, донъяһын көтөргә кәрәк ине уға. Ҡырҡҡа ярылырҙай мәлдәре, баҡһаң, үткән дә киткән. Ғәзиз ғүмеркәйҙең уҙғаны һиҙелмәй икән шул. Нәфисә, уйлана-уйлана ла, нәҡ шул эш-көштән, мәшәҡәттәрҙән бушамаған саҡтарын кире ҡайтарырҙай була. Әммә Хаҡ Тәғәлә хикмәте — уҙғанды ҡайтарыу мөмкин түгел. Юҡҡамы ни боронғолар:
"Үткән ғүмер менән ҡалған
хәтерҙе
Ҡайтарып булмай алтын
биреп тә", —
тип йырлаған.
Нәфисә бөгөнгәсә үткәненә һис үкенмәй, ҡыҙы өсөн дә көйәләнмәй ине. Сабыр холоҡло, әҙәпле бала үҫтерҙе. Вәрисәһе алаҡандаҡ, алабарман түгел — ете үлсәп, бер киҫә торған. Егәрле, һылыу ҡыҙына Ҡарамалы ауылында һоҡланмаған кеше юҡ — ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп кенә торалар. "Ҡарамалының ҡарасман ҡыҙы ҡара төндә ҡалҡҡан ай һымаҡ", — тип һамаҡлай-һамаҡлай, балаҡайын иркәләй торғайны ул.
...Нәфисә иғтибарын ҡулындағы бәйләменә йүнәлтергә тырыша. Һәр саҡ күңел тыныслығы биргән яратҡан шөғөлө лә йөрәк әрнеүен, эс бошоуын баҫмай. Тилбер бармаҡтары тыңлашмай ыҙалата: дебет шәлдең йә күҙе ҡала, йә энәһе иҙәнгә төшөп китә. Өҫтәлдәге кеҫә телефоны ла кисәнән бирле шылтырамай. Билдәһеҙлек Нәфисәне оторо хафаландыра — элек һирәк-мирәк кенә сәнскеләгән йөрәге бөгөн бөтөнләй интектерергә булды ла китте, аяуһыҙ янып, ярһып-ярһып тибә-тибә лә туҡтаған һымаҡ тойола. Нәфисә сыҙаманы: бәйләмен ситкә һалды ла Вәрисәнең номерын тағы йыйҙы — ҡыҙының телефоны һаман һүндерелгән көйө. Быны нисек аңларға, нимәгә юрарға? "Балам, йыш шылтырат, бөтә хәл-әхүәлде белдереп тор", — тигәненә Вәрисәһе: "Инәй, борсолма, гел һөйләшербеҙ", — тигәйне. Кисә төш мәлендә гәпләштеләр. Әле тәүлек үтте, бер мәртәбә лә шылтыратманы, етмәһә, телефонын һүндереп ҡуйған. Ваҡыты юҡмы, әллә телефонын тоҡандырырға онотҡанмы, әллә "инәй күңеле балала, баланыҡы — далала" микән?..
Ғажиз булған Нәфисә өшөй башланы, яй ғына тирә-яғын байҡаны: әлегәсә йылы, күркәм өйө һалҡын, шыҡһыҙ аласыҡ шикелле шөҡәтһеҙ күренде... Эске донъяһы боларған, күкрәгендә асы буран ҡупҡан Нәфисәнең хәл генәһе бөтөнләй мөшкөлләнде.
Шул саҡ ҡапыл ишек асылды. Нәфисә мөлдөрәп шул яҡҡа төбәлде: моғайын, Вәрисәлер... Бик һиҙгер бит ул — инәһенең сикһеҙ шөбһәләнеүен белгәндер ҙә, бер нимәгә ҡарамай ҡайтып килгәндер.
Әммә ишектән инеүсе Вәрисә түгел, оло еңгәһе Мәүсилә ине.
— Бикәсем, нимә булды, аяуһыҙ ағарынғанһың?! — Мәүсилә, ифрат баҙанып, ишек төбөндә тапанды.
Нәфисә һүҙһеҙ генә йөрәк тәңгәлен күрһәтте.
— Хәҙер, хәҙер, — Мәүсилә ҡарсыҡ йәһәт кенә аш-һыу бүлмәһенә йүнәлде, шкафтарҙы, һыуытҡысты ҡабаланып ҡараны — бер төрлө лә дарыу тапманы. Өй телефонынан район дауаханаһына шылтыратырға тотондо. Ауырыуҙың йәшен һорағандарҙыр, Мәүсилә саҡ ҡына аптыранды ла ҡапыл:
— Утыҙҙы уҙмаған! — тине.
"Пенсионерға алтмыш биш йәш" тип дөрөҫөн әйтә алманы. Шулай тиһә, "Ашығыс ярҙам"дың тиҙ килмәҫен, ҡарт-ҡороға һан юҡлығын яҡшы белә. Унан Ҡарамалы ауылының медпунктына хәбәр итте:
— Сабина һеңлем, йәһәт кенә Нәфисә әбейеңә килеп етсәле — йөрәге һәләк ауырта. Йөрәк дарыуы алырға онотма! Йә, йә, үпкәләмә — теге саҡта Зиннәтулла ауырығанда дарыуһыҙ килгәнең әле лә иҫемдә. Йәнә, шуны ла бел: район дауаханаһына хәбәр иттем — "Ашығыс ярҙам" көтәбеҙ. Нәфисә бикәсемде икәүләшеп оҙатайыҡ.
— Әкренләп үтер әле... — Нәфисә ҡымтылған күм күк ирендәрен саҡ тыңлатты. — Кешеләрҙе бимазалайбыҙ.
— Йөрәк менән шаярмайҙар. Сабина менән ҡырыҫ һөйләшеүемдең сәбәбе бар: шәфҡәт туташы ишаратының ығышлығын, вайымһыҙлығын бөтә ауыл белә. Ауырыу янына дарыуһыҙ килерһеңме... Әтеһе, Сафуанды әйтәм, ауыл хакимиәтенең хужаһы булмаһа, егәрле Флүзәбеҙҙе эшенән сығармаҫтар ине. Ғәрсел, сәмсел ине Флүзәкәй — ире менән Сорғот яғына сыҡты ла китте. Элекке кулак Ғирфан нәҫеле үткән дәүерҙә лә гел етәксе булырға ынтылды: барлы-көрлө урында улар заты ултырҙы. Ғирфандың улы Сафуан да бик яуыз булды. Совет заманында Сафуан мул табыш килтергән ерҙә генә эшләне. Һаман оҫта ғына аҫтан киҫеүен дауам итә. Хәҙер Флүзәнең хәләл икмәген тартып алып, Сабина ҡыҙына тотторҙо. Ил сиген һаҡлаған һалдаттан былайыраҡ кеше һаулығын ҡайғыртҡан Флүзәһеҙ ауылыбыҙ етемһерәне. Ул бит ауырыуҙың йөҙөн күреү менән ниндәй сир икәнен самалар ине. Сабина аҡса төртөп кенә диплом алғанын барыһы ла белә — күҙенә ҡарап әйтеүселәр ҙә бар.
Быларҙы Нәфисә лә яҡшы хәтерләй. Мәүсилә еңгәһе бикәсен албырғатыр өсөн һөйләүен аңлай — нисек тә ваҡыт уҙғарырға кәрәк.
Ике сәғәттән "Ашығыс ярҙам" машинаһы килеп туҡтаны. Ишектә аҡ халатлы урта йәштәрҙәге ир менән ҡатын пәйҙә булды.
Мәүсилә ҡарсыҡ: "Ун километр араны ике сәғәт килдегеҙ, йәйәүле шуны тиҙерәк үтер ине", — тип әйтергә әҙерләнгәйне, ҡатындың төҫөн күреп, асҡан ауыҙын япты. Ирҙәр кеүек мыҡты, оҙон буйлы ханымдың йөҙө йәмрәйгәйне.
— Ҡарт-ҡоро һаман үҙҙәрен генә ҡайғырта. "Утыҙы ла тулмаған" тип алдап саҡыралар, оялмайҙар ҙа! Ҡартайғас, ауырыйһың инде — тәбиғи хәл. Бәлтерәгәнсе йәшә лә бер ерең дә ауыртмаһын... — Ҡатынҡай ҡалын тауыш менән өй тултырып гөрөлдәне. Ул шулай тырт-мырт һөйләнә-һөйләнә, этә-төртә Нәфисәнең ҡан баҫымын үлсәне, йөрәген тыңланы.
— И-и-и, туғанҡай, мындай хәлдәр кемгә лә килә — ғүмеркәйҙәр керпек ҡаҡҡандай үтә лә китә. Беҙҙең дә шәп саҡтар бар ине. Тиҙерәк дарыу бир, укол ҡаҙа — шулай яҡшыраҡ булыр, — тине Мәүсилә ҡарсыҡ.
Тыныс, әммә ҡәтғи әйтелгән һүҙҙәр аҡ халатлы ханымға тәьҫир итте шикелле — йәһәт кенә укол ҡаҙаны.
— Сабинаны саҡырғанға ла ике сәғәттән ашыу — һаман юҡ, — Мәүсилә әбей әрнеүен йәшермәне.
Нәҡ шул саҡта Сабина килеп керҙе. Фельдшерҙар таныштар икән: ҡосаҡлашып күрештеләр. Бышылдашып кәңәшләшкәс, Нәфисәне район дауаханаһына һалырға булдылар. Ауырыуҙы ике яҡтан ҡултыҡлап, машинаға ултырттылар.
— Бәй, бөтөнләй кәрһеҙ кешене һөйрәкләп интектерәһегеҙ бит: нәсилкәгеҙ юҡмы ни? — тип ғәжәпләнде Мәүсилә әбей. Шунан Нәфисәгә ҡараны. — Бикәсем, һис көйәләнмә — донъяңа күҙ-ҡолаҡ булырмын. Оҙаҡламай Вәрисә лә ҡайтыр. Хоҙайым, бөтәбеҙгә лә имен-аман күрешергә насип итһен!

2.
Нәфисәне дүрт кешелек бүлмәгә һалдылар. Уны һынамсыл ҡарашлы, төпөш кенә табип ҡараны:
— Тиҙ генә электрокардиограмма яһағыҙ, шунан дауалай башларбыҙ.
ЭКГ үткәргәс, оҙаҡламай әлеге табип менән шәфҡәт туташы Нәфисә янына йәнә килде.
— Әбекәй, ҡуҙғалмай ғына ятырға кәрәк. Һеҙҙең йөрәккә инфаркт була яҙған. Бәхетегеҙ, дауаханаға килтереп өлгөргәндәр. Хәҙер укол яһарҙар. Дарыуҙар ҡабул итерһегеҙ.
Табип сығып киткәс, Нәфисә шәфҡәт туташына мөлдөрәп ҡараны:
— Һеңлем, оҙаҡ ятмаһам ярай ҙа, миңә тиҙерәк ҡайтырға кәрәк.
Һары сәсле, битен ҡуйы һипкел ҡаплаған йәш кенә шәфҡәт туташы сирле хаҡында мәғлүмәт яҙылған ҡағыҙға күҙ төшөрҙө лә:
— Мыжыма! Дауалағанға рәхмәт әйтер урынға көйһөҙләнәһең! Танышың барҙыр — урын тапҡандар, — тине. Ул укол эшләне, дарыу эсерҙе.
Икенсе көндө Нәфисәгә әҙерәк хәл кергәндәй ине, салҡан ятыуҙан да ялыҡҡайны — һаҡ ҡына тороп ултырҙы. Арҡаһын мендәргә терәгәс, һиҙҙермәҫкә тырышып, яй ғына башҡаларҙы байҡарға тотондо. Ҡатын-ҡыҙҙың өсөһө лә унан күпкә йәш ине: икеһенә — утыҙ-ҡырҡ, ә береһенә егерме-егерме биш тирәһе. "Йәп-йәш көйө быларҙың да йөрәге ауыртамы икән?" — тип ғәжәпләнде Нәфисә. Әммә үҙен оҙаҡ албырғата алманы — башында уйҙар ҡайнаша башланы: "Балаҡайым, ниңә шымдың, ниңә шылтыратмайһың? Әллә мөрәүәтһеҙ Мәүә мине онотторорлоҡ итеп арбанымы? — Ул тирә-яғына ҡаранды. Шунда ғына кеҫә телефонын өйҙә онотоп ҡалдырғанын аңланы. — Тимәк, Вәрисәм, күпме шылтыратһа ла, һөйләшә алмайбыҙ. Аптырар-аптырар ҙа, Мәүсилә әбеһенең өй телефонына шылтыратыр — номерын белә. Инәһенең район дауаханаһында ятыуын ишеткәс, бик көйөнөр инде. Әллә тағы... Мәнһеҙ Мәүә әүрәтһә..." Нәфисә юғалтыуға сыҙамаҫ, йөрәге ярылыр. Егерме йыл күҙ ҡараһындай ҡарап, бауырына баҫып баҡҡан алмалай ҡыҙынан яҙһа, йәшәүҙең ни йәме лә ни тәме... — Нәфисә йәштәрен ҡул һырты менән һыпырҙы. Тумбочканы асып, ҡулъяулығын алғас, тиҙ генә танауын ҡапланы — уның мышҡылдауын сирлеләр ишетмәһен. Палата тып-тын, бүлмәләштәре серем итә — төшкөлөктән һуң шулай тейеш. Уның күҙҙәренә генә йоҡо килмәй. Ахыры, йөрәк һыҙлауы тән һыҙлауынан ғазаплыраҡ.

3.
Иркә үҫте Нәфисә. Әтеһе менән инәһе, ике ағаһы уны әллә ни күрҙе — өф итеп кенә торҙолар: ниндәй кейемгә күҙе төшһә, шуны алдылар, ниндәй ризыҡ теләһә, шуны ашаттылар.
Ҡыҙыҡай ете йәшенә еткәнсе әтеһе-инәһенең, абзыйҙарының ғына түгел, бүтәндәрҙең дә уға йәлләп ҡарауҙарын күрмәне. Дөрөҫөрәге, аңламаны ҡыҙ бала. Күрше-күлән балалары менән кинәнеп уйнаны — иптәштәре ни эшләһә, Нәфисә уларҙы ҡабатланы: тегеләр һикерһә, ул да һикерҙе; йүгерһәләр, ҡыҙыҡай ҙа йүгерергә тырышты. Ҡышын сана шыуҙы, йәйге көндәрҙә һыу инде. Иптәштәре кимәлендә булмаһа ла, бигерәк тә йүгереү-һикереүҙә күпкә ҡалышһа ла, иҫе китмәне — уң аяғы һулынан ҡыҫҡараҡ икәнен төшөнмәй ине әле. Мең туғыҙ йөҙ илле бишенсе йылда беренсе класҡа уҡырға төшкәнсе шулай үҙенең ғәриплеген белмәне.
— Йүгермә, һикермә! Һинең бер аяғың ҡыҫҡа бит. Ғәрип икәнеңде иҫеңдән сығарма! Йығылырһың да берәй ереңде һындырырһың, беҙгә бәлә булырһың! Иптәштәреңә ҡарап ҡына ултыр! — тине уҡытыусы, класташтарының артынан эйәрергә ынтылған ҡыҙыҡайҙың ҡулдарынан ҡаты тотоп.
— Мин ниңә ғәрип булам? — Нәфисә сикһеҙ ғәжәпләнде.
— Инәйеңдән һора, ниңә бер аяғыңды ҡыҫҡа итеп тапҡан. — Уҡытыусы тупаҫ тауышы менән ҡыҙыҡайҙы ҡурҡытып, ҡырын-мырын ҡараны.
Нәфисә өйгә ҡайтыу менән инәһенә һорау бирҙе:
— Ниңә мине ғәрип итеп таптың?
Ғәҙилә шундай һорауҙы ҡасан булһа ла ишетерен һағайып көтә ине, аптыраманы. Ҡыҙына ниндәй яуап ҡайтарырға ла, ҡайһылайыраҡ аңлатырға ла уйлап ҡуйғайны.
(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 686

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 065

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 586

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 783

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 610

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 464

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 516

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 424

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 680

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 416

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 580