Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡорттоң алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙы”, — ти баймаҡтар Йомабикә Ильясова тураһында
“Башҡорттоң алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙы”, — ти баймаҡтар Йомабикә Ильясова тураһындаМин – ҡатын-ҡыҙ.
Хәсрәттәрем ябай:
Һаҡлайым өй йәмен, үҫә балам.
Мин донъяға тирәм тик изгелек,
Мин донъяға тик яратып бағам.
Йомабикә Ильясова.

“Үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, аптыранып йөрөгәндә ярҙам итте бит ул миңә. Һәр саҡ башҡаларға көслө, үҙ һүҙемде һүҙ итә белгән кеше булып күренһәм дә, өҫтөмә тауҙай проблемалар килеп өйөлгәс, баҙап ҡалдым. Әммә уның менән һөйләшеү минең ҡараңғы көндәремде яҡтыртты, хәл итмәҫлек булып күренгән мәсьәләләрҙе йырып сыҡтым…”

Йомабикә Ильясованың сәхнәнән төшөүен гөлләмә тотоп, түҙемһеҙлек менән көтөп торған ханым уның ҡаршыһына талпынды. Һәм күптәнге әхирәтендәй ҡосаҡлап та алды.
Эйе, Баймаҡ тарафтарында гүзәл зат вәкилдәре “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Йомабикә Ильясованы һәр саҡ ашҡынып көтөп ала. Кемдеңдер уйынлы-ысынлы: “Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙын бар Башҡортостан ҡатын-ҡыҙының идеалы итеп күрәм. Уның менән һөйләшеүе – үҙе бер ғүмер. Бар донъяңды онотаһың, күңел бушап ҡала”, – тигән һүҙҙәре яратҡан шағирәбеҙҙең асылына тура килә.
Йомабикә апайҙың иҫ киткес нәзәкәтле булыуына, һәр саҡ йылмайып һөйләшеүенә һоҡланып туйғыһыҙ. Тәү ҡарашҡа наҙлыҡай ғына булып күренгән ханымдың көслө ихтыяры, ҡоростай ныҡлығы ла уның ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙы икәнлеген дәлилләй.
Бер ваҡиға әле лә хәтеремдә. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһында Йомабикә Ильясованы ашҡынып көтәбеҙ. Килеп етеүе булды, уны барыһы ла һырып алып, ҡосаҡлай башланы. Һуңынан ғына Йомабикә апайға был ҡайнар ҡаршылауҙы күтәреүе ни тиклем ауыр булғанын аңланыҡ. Ул, баҡһаң, Баймаҡҡа юлланыр алдынан ғына ҡулын һындырған, әммә биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалыу өсөн, һыҙланыуҙарға ҡарамаҫтан, алыҫ юлға сыҡҡан.
Йомабикә апайҙың ябайлығын һәм ярҙамсыллығын белгәнгә, уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр бик күп. Бына ул төпкөл ауылда йәшәгән күп балалы әсә менән һөйләшә. Яҙмыштың әсе елен күтәрә алмай баш эйгән ҡатын Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙының һәр һүҙен йотлоғоп тыңлай. Иренә, власть вәкилдәренә, хатта балаларына зарланған әсәнең йөҙө яҡтырғандан-яҡтыра барҙы. Ә инде “Һин бит – әсә! Беҙҙең өсөн иң бөйөгө шул. Әсә булыу бәхетен татый алмай, тәгәрәп йөрөп илаған ҡатындарҙы күргәнең бармы? Ни өсөн һин шулай ҡойолоп төштөң әле?! Йортоң, уның янында мул уңыш алырлыҡ баҡсаң бар. Иң тәүҙә үҙеңде һәм өйөңдө тәртипкә килтер, балаларыңа, тормош иптәшеңә ҡарап йылмай. Бөгөн зар илатҡан ҡайғың аҙаҡ сүп кенә булып күренер” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң, рәхмәттәрен әйтеп, ҡабаланып сығып китте.
Эйе, ҡатын-ҡыҙ өҫтөнә хәҙер мең мәшәҡәт өйөлгән. Көсһөҙ тип һаналған зат сабыр, түҙемле, хатта көслө булһа ла, ҡайһы саҡта уларға кемгәлер зарланып, эс серҙәрен бушатып алыу, һуңынан ошондай аң-зиһенгә килтереп һуғырлыҡ кәңәш ишетеү мөһим. Ә инде бындай һүҙҙәрҙе башҡорт ҡатын-ҡыҙының идеалы булған Йомабикә Ильясованың үҙе әйтһә!..
Тормошоноң төҫһөҙлөгөнә зарланып йөрөгән күп балалы әсәнең йортон хәҙер танырлыҡ түгел. Ул гөл-сәскәгә күмелгән, сағыу төҫтәргә буялған. Йорт хужабикәһе, күңеле тынысланып, өҫтөнә сәскәләренең төҫөн алған матур күлдәк кейгәс, ғаиләһенең проблемалары ла үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡҡан. Эйе, ҡайһы саҡта төшөнкөлөккә батҡан кешеләрҙе дер һелкетеп алыу бик яҡшы һөҙөмтә бирә шул. Быны аңлаған-белгән Йомабикә Ильясованың нескә психолог булыуына ла төшөнәһең.
Ҡатын-ҡыҙҙың, ғаиләнең, балаларҙың хоҡуғын яҡлап сығыш яһаған, уларҙың тормошон еңеләйтеү уйы менән янған Йомабикә апайҙың ҡайҙан шундай йөрәк көсө алыуына хайран ҡалырһың. Уның менән оҙаҡ йылдар аралашҡан, яҡын дуҫы булған Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Луиза Дәүләтшина: “Йомабикә һәр яҡтан килгән. Беҙҙең замандың алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙы ул. Бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырыуын йәки кәйефһеҙләнеүен тоймаҫһың. Йомабикә һәр саҡ төрлө уй-хыял менән янып йәшәй, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бар көсөн һала. Нәҡ ошондай ханымдар беҙҙең милләтебеҙҙең хәҙергеһен һәм киләсәген билдәләй”, – тине.
Эйе, һәр замандың үҙ шәхестәре. Ә бына беҙҙең ваҡытта Йомабикә Ильясованың күңелгә үтеп инерлек шиғриәте булыуы, һәм бар булмышы менән хайран ҡалдырған ханымдың тормошон иң изге ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға бағышлауы – үҙе бәхет.
Әҙәм балаһына ҡәрҙәштәрен тыуған көнө, юбилейы мәлендә, хатта мәрхүм булғас ҡына ҡәҙерләү хас. Әйҙәгеҙ, ниндәйҙер уңайҙы көтмәйенсә, ысын күңелдән рәхмәт әйтергә өйрәнәйек. Тәү сиратта йылы һүҙҙәремде, иң изге теләктәремде барлыҡ ҡатын-ҡыҙ исеменән Йомабикә Ильясоваға йүнәлткем килә. Һәр саҡ шулай беҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы хәстәрләп, донъяға тик изгелек тиреп, бар ғәләмде һоҡландырып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ, Йомабикә апай!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779