Линир Ибраһим улы Сәлишев 1937 йылда Федоровка районының Яңы Яуыш ауылында тыуған. Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы, "Почет Билдәһе" ордены кавалеры.
Тыуған төйәк ҡайҙан башлана?
Ғәҙәттә, беҙ, журналистар, теге йәки был күренекле шәхес тураһында яҙғанда уңыштарын, яулаған еңеүҙәрен генә күккә сөйөп маҡтайбыҙ, үҙенең кем икәнлегенә, ҡайҙан, ниндәй ғаиләнән сығыуына, ата-бабалары кем булғанлығына артыҡ иғтибар бирмәйбеҙ. Бер нимә лә юҡтан бар, барҙан юҡ булмай бит.
Күренекле шәхес Линир Сәлишевте Башҡортостанда ғына түгел, бәлки, Рәсәй, хатта Америка игенселәре, бигерәк тә агрономдар араһында белмәгән кеше юҡтыр, тиһәм, һис тә фәстереү булмаҫ. Уның тураһында байтаҡ мәҡәлә, очерк баҫтырып сығарылған, телефильм төшөрөлгән.
Сәлишевтәрҙең төп тамыры хәҙер Линир Ибраһим улы йәшәгән Бала Сытырмандан 40-45 саҡрымдағы Айтуған ауылынан башлана. Юрматы ҡәбиләһенең уҫылы-мең ырыуы аҫаба башҡорто Айтуған бей нигеҙ һалған был ауыл архив документтарында 1768 йылда күренә башлаһа ла, уның тарихы быуаттар төпкөлөнә алып китә. Күҙ күреме һуҙылған киң далала көтөү-көтөү мал йөрөгән, бер яҡ ситтә урманы шаулап үҫкән, ҡыштарын йылҡылар тау, ҡалҡыулыҡ һырттарына тибенгә сыҡҡан. Ҡайһы бер статистарҙың "башҡорт иген сәсмәгән" тип раҫлауына ҡарамаҫтан, игенен дә сәскән айтуғандар, мал-тыуарын да ишәйткән, халҡы ла йылдың-йылы арта барған.
Сәлишевтәрҙең шәжәрәһенә күҙ һалайыҡ. Нәҫел башлығы Юрматы ҡәбиләһенең уҫылы-мең ырыуы аҡһаҡалы Морапталдың ике улы була: Сәлиш (1748–1831 йылдар) менән Тойғон. Сәлиштән Исмәғил, Кинйәбай, Ҡорбанғәле, Кинйәғол, Ғәли исемле биш малай тыуа. Сәлиштең икенсе улы Кинйәбайҙың (1791) Әбделғафар, Аллабирҙе, Ейәнбирҙе, Йәғәфәр (1821) исемле улдары була. Йәғәфәрҙән — Ғирфан (1842), Ғирфандан Йыһангәрәй, Бәхтегәрәй, Ғәҙелгәрәй, Сәхипгәрәй тыуа. Йыһангәрәйҙең Ибраһим исемле улы була (1904–1937). Унан Нуриман һәм Мөнир тыуа. Эйе, Линир Сәлишевтең мулла ҡушҡан ысын исеме — Мөнир.
Атайҙан ун көнлөк кенә булып ҡалған Линирға тормоштоң әсеһен-сөсөһөн байтаҡ татырға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ир-егеттәр берәм-берәм фронтҡа оҙатыла. Хатта Яңы Яуыш, Софиевка, Некрасовка ауылдарынан торған "Радио" колхозында рәйес йөгөн тартырлыҡ кеше табылмай. Бисә-сәсә, ҡарт-ҡоронан торған колхозсылар дөйөм йыйылыш үткәрәләр ҙә Линирҙың әсәһе Миңзифа Сәләхетдин ҡыҙын колхоз рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Ул уҡый-яҙа ла белмәй, тик имзаһын ғына ҡуя ала, әммә үҙенең ныҡышлығы, әүҙемлеге, ҡәтғилеге менән колхозсыларҙың ихтирамын яулай. Уҫал да, ғәҙел дә була белә. Ер эшкәртеү технологияһын да ире Ибраһимдан өйрәнеп ҡалған, һәм ҡасан һөрөп сәсергә, ҡасан бесәнгә төшөргә, ҡасан ураҡ эштәренә тотонорға икәнлеген унан да яҡшы, унан да төплө белгән кеше юҡ. Дәүләткә иген тапшырыу планын колхоз йылдың-йылы арттырып үтәй, колхозсылар ҙа "таяҡ"ҡа (хеҙмәт көнө, трудодень) эшләмәй — аҙмы-күпме ҡыш сығырлыҡ ашлығын таратып бирә рәйес. Уға алабута ла ҡушһаң, ярайһы уҡ запас туплана... Ләкин ауылда эте лә, бете лә бар: кемдер Миңзифаның халыҡҡа хеҙмәт көнө иҫәбенә ашлыҡ таратыуын район үҙәгенә еткерә. НКВД-нан килеп төшәләр ҙә халыҡтың ашлығын таптыра башлайҙар. Миңзифаның таҙа ашлыҡ таратҡанын белеп ҡалһалар, исемен дә һорамай, башы-тояғы менән алып китәсәктәр. Быны алдан һиҙенгән рәйес алған ашлыҡты алабута менән бутарға ҡуша.
— Эйе, — тип яуаплай ул тикшереүселәргә, — ашлыҡ түгел, ә ырҙын төптәрендәге ҡырҙыҡты ҡырып-һепереп тараттыҡ, ә дәүләткә план ярым иген бирҙек. Ана, келәт мөйөшөндә әле биреп өлгөрмәгәне лә ята. Оятығыҙ булмаһа, уныһын да алып китегеҙ.
— Артабан Миңзифа үҙе һөжүмгә күсә: "Ҡыш бауыры оҙон, тамаҡтарын сөйгә элеп ҡыш сыҡһындармы? Ә теге ялған һәм ата ялҡау ошаҡсыларҙың һүҙҙәрен бүтән тыңламағыҙ. Уларҙың үҙҙәрен яуапҡа тарттырырға кәрәк..."
"Уполномоченныйҙар" ҡайтып киткәс, Миңзифа иркен тын алып ҡуя һәм келәт мөйөшөндәге сүпле ашлыҡты тиҙ генә таратып сыға.
Бөйөк Ватан һуғышы еңеү менән тамамланһа ла, халыҡ һаман аслы-туҡлы, ярым-яланғас йәшәй. 1946–1947 йылдарҙағы ҡоролоҡ айырыуса бәкәлгә һуға. Иртә яҙҙан ер-һыу ҡорой, бер тамсы ямғыр яумай, тынды ҡурырлыҡ эҫе ҡояш аҫтында ужым ашлыҡтары, үләндәр һарғая, ярауайҙар баш ҡалҡыта алмай кибә, ер ярыла. Көтөүгә сыҡҡан мал-тыуар ер кимерергә, ағас ботаҡтарына һонолорға мәжбүр.
— Батырлыҡ та, ғәйрәт тә, үҙ көсөңә тәрән ышаныс та, — тип һөйләй ул көндәр тураһында Линир Сәлишев. — Һинең күңелеңдә ошо тойғолар мәңгелек эҙ ҡалдыра, һәм уларҙан һуңғы көнөңә тиклем айырыла алмайһың. Үткәндәр тураһында уйлағандар киләсәкте лә күҙ уңында тота. Киләсәк тураһында һөйләгәндәрҙең үткәндәрҙе оноторға хаҡы юҡ. Мин, мәҫәлән, уйҙарымда булһа ла, ул йылдарға әйләнеп ҡайтам, һәм беҙҙән ун саҡрым алыҫлыҡтағы урыҫ ауылына бер сеүәтә еләк тотоп барғаным һаман күҙ алдымдан китмәй.
Иген, үлән үҫмәһә лә, ул йыл Ашҡаҙар буйҙарында шартлама еләк уңғайны. Уны белеп ҡалды ла Линир, кәштәлә торған ҙур ғына ағас сеүәтәне эләктереп, йылға буйына йүгерҙе. "Һә" тигәнсе бер сеүәтә йыйып та алды. Күп уйлап торманы, үҙҙәренән ун саҡрымда ятҡан урыҫ ауылына (ул хәҙер юҡ инде) юл тотто. Өйҙә бер телем икмәк юҡ. Еләкте берәй киҫәк әпәйгә алмаштырыу һәм ҡайтып әсәһе менән өләсәһен шатландырыу ине уйы. Бер өйгә керҙе — юҡ тип сығарҙылар, икенсеһенән дә кире борҙолар. Шул саҡ бер өйҙөң ҡапҡаһынан үҙе менән тиңдәш малайҙың өҫтөнә май яғылған икмәк тотоп сыҡҡанын күреп ҡалды ла, ни булһа ла булыр тип, шуға ҡаршы атланы. Тегеһе иһә, уның күҙен ҡыҙҙырып, ашай-ашай үтеп китте. Етмәһә, терһәге менән ҡағылып, еләген дә саҡ түктермәне. Малай уның арт һабағын уҡытырға тип уҡталып та ҡуйҙы, ләкин, эштең ҙурға китәсәген аңлап, теге йорттоң ишеген асты. Ярай, хужабикә өйҙә һәм яңы ғына мейестән сыҡҡан тыпыстарҙы өҫтәлгә теҙеп тора.
Линир белер-белмәҫ теле менән тотлоға-тотлоға нимәгә килгәнен аңлатып бирҙе. Хужа ҡатын йомарт кеше икән, ул малайға бәләкәйерәк бер тыпыс икмәк тоттороп сығарҙы. Аяғы ергә теймәй осто Линир. Бара-бара ла икмәкте еҫкәп-еҫкәп ала. Их, ашағыһы килә бит, хатта ауыҙ һыуҙары ҡойола, ләкин ярамай. Өйҙә уны өләсәһе менән әсәһе көтә. Түҙҙе малай, тештәрен ҡыҫып булһа ла сабыр итте, бер семтем дә һындырып ҡапманы һәм, икмәк еҫенән иҫереп, көс-хәл менән ҡайтып йығылды.
Ауылдағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, Линир Яңы Яуыштан алты саҡрымда ятҡан Бала Сытырман ете йыллыҡ мәктәбенә йөрөй башланы. Ҡышын — ҡыш, яҙын — яҙ, көҙөн көҙ тип тормай иртә таңдан китәләр ҙә мәктәпкә, кисен өйҙәргә шәм алғас ҡына әлһерәп ҡайтып йығылалар. Өҫтә — Нуриман ағаһынан ҡалған иҫке көпө, аяҡта — Федоровка баҙарынан һатып алынған сабата. Әллә уны һирәк итеп туҡыйҙар, әллә йүкә урынына тал ҡабығынан үрәләр — бер аҙнаға ла етмәй, төбө тишелә лә ҡуя. Шуны ла әйтмәксемен: беҙҙең Әй буйҙарында сабатаны ҡарама ҡабығынан тығыҙ итеп туҡый торғайнылар, бер ҡышҡа сыҙай.
— Етенсе класты бөткәс, Ишембай нефть техникумына ғариза бирҙем, — тип хәтер ебен тағата Линир Ибраһим улы. — Алманылар. Сәбәбе: мәктәп биргән танытмала — "Мөнир", ә тыуыу тураһындағы таныҡлыҡта "Линир" тип яҙылған. Шулай итеп, ауыл Советындағы "грамотей" арҡаһында төп башына ултырҙым да ҡалдым. Хәҙер нимә эшләргә? Уҡыуҙы артабан дауам итергә яҡын-тирә ауылдарҙа башҡорт-татар урта мәктәптәре юҡ, ә ваҡыт үтә. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, тоттом да үҙебеҙҙән 30–40 саҡрымда ятҡан Ҡараласыҡтағы татар урта мәктәбенә көсләшеп тигәндәй барып керҙем, сөнки бында башҡорт мәктәптәренән килгән уҡыусыларҙы бик өнәп бармайҙар. Бер "икеле" билдәһе алдыңмы, ҡыуа ла ҡайтаралар. Беҙҙең ауылдан ғына өс егет ҡасып ҡайтып китте һәм бүтән уҡыманы. Мин иһә, татарса белмәһәм дә, бирешмәнем, тик "4" һәм "5" билдәләренә уҡырға тырыштым, татар малайҙары менән дуҫлашып, татарса яҙма эштәрҙе уларҙан күсереп яҙҙым. Уҡытыусыбыҙ һәйбәт апай ине: күрһә лә өндәшмәне, ә математика, физика, химияны класта минән дә яҡшы белгән уҡыусы булманы. Урыҫ телен, әҙәбиәтен дә яҡшы белә инем. Урта мәктәпте тамамлап, өлгөргәнлек аттестатын биргәндә мәктәп директоры: "Татар мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлаған башҡорт егете — маладис!" — тип ҡулымды ҡыҫты.
Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ Линир, ағаһы Нуриманға эйәреп, баҫыуға барыр, уның тракторына ултырып йөрөр йә йөрөтөр ине, өлкән кластарҙа прицепщик булды. Унынсыны бөткәс, тракторҙа ла бер йәй эшләп алды.
Бер көн шулай Линирҙы колхоз рәйесе саҡырта.
— Былай тырыш егеткә оҡшағанһың, — тип башлай ул һүҙен, — ҡайһы берәүҙәр һымаҡ, ҡулыңды кеҫәгә тығып урамда "трай" тибеп тә йөрөмәйһең. Әллә, тим, Архангел районындағы ауыл хужалығы мәктәбенә бараһыңмы? Агрономға уҡып ҡайтыр инең. Үҙенә күрә бер һөнәр бит.
— Барам, — тип икеләнмәйенсә яуап бирә егет һәм иртәгәһенә үк, арҡаһына бәрәңге, бер тыпыс арыш икмәге һалынған тоҡсай аҫып, ҡайҙа ат, ҡайҙа үткенсе машина кузовына эләгеп, алыҫ юлға сыға. Төплө белемле, талапсан агрономдар уҡытты курсанттарҙы, һәм унда алған белем һуңынан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына инергә ярҙам итте.
Уҡырға, төплөрәк белем алырға дәртләнеп ҡайтҡан Линир Пугачев исемендәге совхозға ҡушылған элекке "Радио" колхозының Яңы Яуыш бүлексәһе агрономы булып бер йыл эшләй ҙә ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына ситтән тороп уҡыу бүлегенә керә. Ошо йылдар эсендә ул совхоздың комсомол комитеты секретары булып та эшләп ала. Ул саҡта Салауат районындағы "Һарғамыш" совхозының комсомол ойошмаһына Рәми Ғарипов етәкселек итә, һәм улар Өфөгә барғанда осрашып, һөйләшеп, кәңәшләшеп йөрөй.
— Ҡайһы бер курсташтарым уҡып бөтә лә баҫыу эсенә аяҡ та баҫмай, йә партком, йә райком секретары, йә башҡа төр етәксе юлын һайлай ине, — тип һөйләй Линир. — Миңә лә ошондай вазифа тәҡдим итеп ҡарағайнылар, шунда уҡ ҡырҡа баш тарттым. Мин бит — ер кешеһе, ә ерҙе яратырға, ихтирам итергә кәрәк. Һәр кемдә лә мөхәббәт, һөйөү тигән оло тойғо йәшәй.
— Ер — тере организм, уға һөйөү миңә әсәйемдән күсте. Колхоз рәйесе булып эшләгән йылдарҙа үҙе менән баҫыуға мине лә эйәртер ине. Ергә төшкән орлоҡтоң нисек тулышыуын, унан сибек кенә үҫентенең нисек баш ҡалҡытып, ерҙе тишеп сығыуын, тамыр ебәреүен ентекләп һөйләр, күрһәтер, тупраҡтың йылылығын тикшерер булды. Бик серле, сетерекле ул ер эше. Ошо серҙе асһаң, аңлаһаң ғына һинән ысын ер дуҫы, ер хужаһы сыға. Юҡ икән, һин кәсепсе кимәленән үтә алмайһың.
Тәүге аҙымдар
Линир Ибраһим улының тупраҡты минималь, йәғни өҫтән генә эшкәртеп, иген культураларынан ғына түгел, кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыштан (орлоғо) мул уңыш алыуын Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә яҡшы беләләр. Был хаҡта гәзит-журналдарҙа аҙ яҙылманы, минеңсә, уның тураһында бөтәһе лә әйтеп бөтөлмәгән һымаҡ. Педагогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының, Халыҡ-ара педагогия академияһының (Берлин) тулы хоҡуҡлы ағзаһы Ильяс Иштуған улы Вәлиев уның уй-хыялдарын бөтә тулылығы һәм күркәмлеге менән күҙ алдына баҫтыра.
— Эшең, индергән яңы технологияларың тураһында ла аҙ яҙманылар, һин бит — башҡорт агрономияһының Мостай Кәриме, ләкин уй-кисерештәрең, ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сығыуың, эске донъяң тураһында яҙыусы булдымы?
— Уныһын хәтерләмәйем. Юҡ, шикелле.
— Тағы ла бер һорау: ерҙе һөрмәү юлы менән өҫтән генә эшкәртеү алымына ҡасан һәм нисегерәк тотоноп киттең?
- Ул турала ла ҡапыл-ғара ғына әйтеүе ҡыйын. Эш шунда: 1957 йылда РСФСР Министрҙар Советы "Рәсәй Федерацияһының Совхоздар министрлығында яңы совхоздар ойоштороу һәм булғандарын киңәйтеү тураһында" ҡарар ҡабул итә. Уға ярашлы, Федоровка районының Ашҡаҙар һәм Һуҡайлы йылғаларының ике ярында Сталин, Ворошилов, Салауат исемендәге, "Үләй", "Новый путь", "Дружба", Киров исемендәге ете колхоз урынына ауыл хужалығы ерҙәре — 53 мең 277, һөрөнтө ерҙәре 32 мең 187 гектарға тиң һәм ҙурлығы менән тик "Йылайыр" совхозынан ғына ҡалышҡан Пугачев исемендәге гигант совхоз ойошторола. Хужалыҡтың элекке баш агрономы икенсе эшкә күсеү сәбәпле, мине уның урынына тәғәйенләнеләр.
Әлбиттә, агротехниканың һабанһыҙ, йәғни ерҙе минималь эшкәртеү системаһы ул саҡта әллә ни яңылыҡ түгел ине. Уға үткән быуаттың 20-се йылдары урталарында уҡ ВАСХНИЛ-дың (Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү академияһы) почетлы академигы итеп һайланған Терентий Мальцев, иген игеүҙең Алма-Ата ғилми-тикшеренеү институты директоры академик Александр Бараев нигеҙ һалғайны. Унда ерҙе кәҫтаҡтаһыҙ еңелсә эшкәртеү идеяһы ята. Ул ер ҡатламының ҡамыл төптәрен һәм ваҡланған һаламды әйләндермәй генә кәҫтаҡтаһыҙ йомшартыу арҡаһында ел һәм һыу эрозияһына кәртә ҡуя, тупраҡта дым туплауға булышлыҡ итә, сәсеү ваҡыты оҙайтыла, сүп үләндәренә, бигерәк тә ҡара һолоға, ҡаршы көрәште еңелләштерә. Уларҙың башланғысын һәм тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәрендә лә эләктереп алдылар. Тик бына Башҡортостанда ғына игенде тәрән итеп һөрөп сәсеүҙе дауам итәләр, иҫке алымдарҙан ҡотола алмайҙар. Әллә наҙан түрәләрҙән шөрләйҙәр, сөнки сүс еп сейәлеүсән, наҙан түрә бәйләнеүсән бит. Әллә йылдар буйы йәшәп килгән крәҫтиән психологияһы ебәрмәй.
Линир Сәлишев яңы технологияның ҡайһы бер үҙенсәлектәрен 1976 йылда уҡ индерә башлағайны. Оҙаҡ уйланырға, төрлө белешмәләрҙе, ауыл хужалығы журналдарын аҡтарырға тура килә уға. Башҡортостандың дала райондарында һөрөлгән ерҙең иң уңдырышлы өҫкө ҡатын яҙғы һыуҙар, ямғыр йыуып алып китә, соҡор-саҡыр барлыҡҡа килә, ер яланғаслана.
Баҫыуҙарҙың икенсе дошманы — ҡара һоло менән билсән. Улар майҙың егермеләрендә, ер йылыныу менән, башын һерәйтеп килеп сыға, тырматып та, культивациялап та бөтөрөү мөмкин түгел. Тәүге йылдарҙа беҙ дым запасын арттырыу өсөн көрәштек һәм ерҙе ал төрәнле һабандар менән кәҫтаҡтаһыҙ ғына йомшарттыҡ. Ерҙе былай эшкәртеү әле бер ҡайҙа ла юҡ ине. Ул тупраҡтағы дым запасын арттырыуға, ел һәм һыу эрозияһын кәметергә мөмкинлек бирҙе. Иген уңышы ла бер ни тиклем күтәрелде. Әгәр элекке йылдарҙа иген культураларының һәр гектарынан 15,4 центнер уңыш алыу менән сикләнһәк, 80-се йылдарҙа ул 19,2-гә етте. Үҫеш — 3,8 центнер. Ләкин был мине ҡәнәғәтләндермәне, сөнки, гектар көсө артһа ла, баҫыуҙарҙа ҡара һоло “хужа” булып алғайны. Унан нисек ҡотолорға? Хатта КПГ-4 культиваторы ла көткән һөҙөмтәгә өлгәштермәне.
Әмәлгә ҡалғандай, 1980 йылда "Сельская жизнь" гәзите Кустанай өлкәһендәге Карл Маркс исемендәге колхоздың эш тәжрибәһен яҙып сыҡты. Баҡтиһәң, улар ерҙе туңға һөрмәй. БИГ-3 тырмаһы менән 5-6 сантиметр тәрәнлектә тырматып, яҙ былтырғы ҡамыл төбөнә сәсәләр икән. Әгәр баҫыуҙы ҡара һоло һәм башҡа сүп үләндәре баҫһа, уны эрозияға ҡаршы КПЭ-3,8 культиваторы менән эшкәртәләр, һуңынан катуклайҙар. Оҙаҡ уйландыҡ ул хаҡта. Әле йәшәп килгән технологияға ҡапма-ҡаршы килә бит был. Быға тиклем ерҙе туңға һөрөп ҡалдырыу, ул ғына ла түгел, тәрән итеп һөрөү, яҙ бер нисә тапҡыр дым ҡаплау, культивациялау, сәсеү алдынан тағы ла тырматыу менән мәшғүл инек. Әгәр шул циклда бер генә сынйыр өҙөлһә лә, ғәйепле кешеләр ҡаты яуапҡа тарттырылды. Көндәрҙең береһендә тоттоҡ та алыҫ Ҡаҙағстанға юлға сыҡтыҡ. Ысынлап та Кустанай игенселәре ошо технологияны күптән ҡуллана икән. Иген уңышы ла мул, ҡара һоло күптән сүплеккә түгелгән, тупраҡта дым да оҙаҡ һаҡлана.
Колхоздың баш агрономы Федор Лаукарт тәжрибәһе менән уртаҡлашып ҡына ҡалманы, баҫыуҙарын, техникаһын күрһәтте.
— Был эш еңелдән түгел, — тине ул, — сөнки игенсе психологияһын емерергә кәрәк. Беҙҙә нисек бит ул: өҫтән күрһәтмә булмай тороп, крәҫтиән ҡыл да ҡыбырлатмаҫҡа өйрәнгән, дөрөҫөрәге, баҫым яһап өйрәткәндәр.
Шулай ҙа Линир Сәлишев Кустанай игенселәренең эш тәжрибәһе менән генә хушһынмай, киләһе йылда Ростов өлкәһенең "Гигант" совхозына барып, еңелсә өҫтән эшкәртеү алымдарын өйрәнеп ҡайта.
— Беҙ ҙә Кустанай һәм ростовтарҙың тәжрибәһенән сығып, 360 гектарҙа һынау үткәреп ҡараныҡ. Әммә кустанайҙарҙың да, ростовтарҙың да эш алымдары беҙҙең өсөн әллә ни яңылыҡ түгел ине, — тип хәтерләй Линир Ибраһим улы. — 60-сы йылдар аҙағында уҡ сөгөлдөрҙө һөрөлмәгән баҫыуға, ҡара һолоно культивациялағас ҡына сәсеп ҡараныҡ. Уңышы ла мул булды, ҡара һоло ла бүтән күренмәне. 1986 йылда иһә совхоз тулыһынса ошо технологияға күсте. Ғәҙәттә, беҙҙең яҡтарҙа сәсеүгә иртә төшәләр, һәм майҙың уртаһына тиклем бөтә хужалыҡтар ҙа уны тамамларға, райкомға, өлкә комитетҡа рапорт бирергә тейеш. Ә мин һөрөлмәгән ҡамыл төбөнә 20 майҙан һуң, ҡара һолоно дискылап культивациялағас ҡына, сәсергә булдым. Механизаторҙарҙы ла шуға ышандырҙым. Ләкин һәр ауылда ялағайҙар, ошаҡсылар ҙа була бит, “сәселмәгән баҫыуға сәселде тип отчет бирә, ер сәселмәү генә түгел һөрөлмәгән дә" тип райкомға шылтыратҡан кеше табылған. Бер саҡ райкомдың беренсе секретары үҙе килеп төштө. Күмәкләп сәселмәгән баҫыуға киттек.
— Ниңә ер туңға һөрөлмәгән, ниңә сәселмәгән, кем ҡушты? — тип өҫкә менеп килә был, екерә. Мин өндәшмәйем, ергә сүгәләнем дә баш ҡалҡытып килгән бер ус ҡара һолоно төбө-тамыры менән соҡоп сығарҙым. — Әгәр белмәһәгеҙ, бына был игенсенең хас дошманы "ҡара һоло" тип атала. Тиҙҙән ул бөтә баҫыуҙы ҡаплап аласаҡ. Ана шул саҡта мин дискылар һәм культиваторҙар менән тамырҙарын ҡырып, сәсеүгә төшәм, вегетация осоро ла оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ.
— Һин, саботажник, район планын юрый өҙәһең, — тип туҡтамай "первый". — Эшеңдән алырға, партиянан ҡыуырға кәрәк үҙеңде.
— Беренсенән, — тим, — мине эшкә һеҙ түгел, Ауыл хужалығы министрлығы тәғәйенләне. Нисек кенә тырышһағыҙ ҙа, эштән ала алмайһығыҙ. Икенсенән, эйе, партиянан ҡыуа алаһығыҙ. Тик унан алда бюро үткәреп, шелтә сәпәргә кәрәк, әммә бюро ағзалары риза булырмы? Өсөнсөнән, хәҙер үк ҡайтып китегеҙ ҙә көҙһөҙ беҙгә аяҡ баҫмағыҙ. Шунда мине эштән дә алырһығыҙ, партиянан да сығарырһығыҙ.
Асыуынан, ғәрлегенән шартларҙай булып ҡайтып китә секретарь һәм Сәлишевтең башбаштаҡлығы тураһында өлкә комитетҡа хәбәр итә. Ләкин унда "себеште көҙ һанайҙар" тип өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрәләр. Кем белә, бәлки, дыуамал агроном хаҡлылыр ҙа, түгел икән, язаһын биреү бер ҙә һуң түгел.
Көҙ етә. Совхоздың һөрөлөп сәселгән баҫыуҙарынан 14 центнер уңыш алынһа, ҡамыл төбөнә сәселгән баҫыуҙың һәр гектарынан 21-ҙән ашып китә, ә район буйынса ул 11 центнерға ла етмәй. Оятынан килмәй "первый" Сәлишев баҫыуына һәм аҙаҡ та "пугачевсыларҙың" уңышына күҙ йомоп ҡына ҡарай.
1981 йыл айырыуса ҡоро килә. Бөтә хужалыҡтарҙа ла ярауай ашлыҡ янып көйә, уларҙа 1-ҙән артмаһа, Линир Сәлишевтең тәжрибә баҫыуынан 11 центнер уңыш алына. Алдағы йылда агрономдың башланғысына шул уҡ райком түрәләре таяҡ тығып маташа. Әммә "аҡыл өйрәтергә" килгән түрәләрҙе, кемдең кемлегенә ҡарамай, баҫыуҙан ҡыуа ла ҡайтара.
Шулай бер яҙ совхозға көтмәгәндә Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Нәзиф Бәхтизин килеп төшә. Һөрөлмәгән ҡамыл төптәрен ҡарап, тупраҡты усында ыуғылай ҙа Бәхтизин тыныс ҡына Линирҙан һорай:
— Ҡустым, тупраҡ сәсергә етешкән бит, ниңә сәсмәйһең? Линир уға йолҡоп алынған ҡара һолоно ҡулына тоттора.
— Күрәһегеҙме, Нәзиф Раянович, игенсенең төп дошманы нисек ҡуйы һәм ҡеүәтле рәүештә баш ҡалҡытып килә. Уның тағы ла бер-ике көн көсәйгәнен көтәбеҙ ҙә дискы һәм культиватор менән төбө-тамырынан аҡтарып бәргәс кенә сәсеүгә төшәсәкбеҙ.
— Яҡшы, — ти ғалим, — ул саҡта мин тағы ла килермен. — Рәхим итегеҙ. Беҙ шат ҡына булырбыҙ.
Эргәлә ғалим менән еңмеш агрономдың тыныс, дуҫтарса һөйләшеүен ауыҙ асып тыңлап торған төрлө кимәлдәге етәкселәр мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуймаҡсы була.
— Фәндән алыҫ торған, беҙҙең һүҙгә мыйыҡ та бормаған еңмеште ниңә урынына ултыртмайһығыҙ? Күпме ерҙе юҡҡа сығарасаҡ, әрәм итәсәк бит ул.
— Юҡ, егеттәр, һеҙ яңылышаһығыҙ. — Бәхтизин йылмайыбыраҡ, тыныс ҡына яуап бирһә лә, тауышы ҡаты, аныҡ ине. — Егеткә аяҡ салаһы булмағыҙ. Уның тәжрибәһе — нәҡ фән ҡушҡанса. Беҙҙең институт тәҡдимдәре Ҡөрьән аяты түгел бит. Улар һәр зонаның тәбиғәт шарттарына, ер структураһына яраҡлаштырылырға тейеш.
Күренекле ғалимдың ыңғай баһаһынан күңеле күтәрелгән Линир тәжрибәгә тағы ла ҡыйыуыраҡ, тағы ла ышаныслыраҡ тотона.
Терентий Мальцев һабаҡтары
Әлбиттә, Линир Сәлишев Федоровка районында ғына түгел, бәлки, Башҡортостанда ла игенселек культураһын күтәреү, ерҙең уңдырышлылығын арттырыу өсөн байтаҡ көрәште. Тора-бара уға эйәреүселәр, тәжрибәһен үҙләштереүселәр ҙә табыла. Ләкин Линир ғына өлгәшкән уңыштары менән риза түгел, һаман эҙләнә, яңынан-яңы тәжрибәләр үткәрә.
— Ҡурғанға, халыҡ академигы Терентий Мальцевҡа барып ҡайтырға кәрәк. Тик ул ғына минең эҙләгәндәрҙе табырға ярҙам итер.
Шулай итеп, Башҡортостан делегацияһы, мең саҡрымға яҡын юл үтеп, Урал аръяғындағы Ҡурған еренә аяҡ баҫа. Урта белеме лә булмаған академик, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы Терентий Мальцев уларҙы:
— Һаумыһығыҙ, башҡорт дуҫтар! — тип ҡаршы ала. — Былтыр "Советская Россия" гәзитендә "Баҫыуҙы йәштән һаҡлағыҙ!" — тигән мәҡәлә уҡып, Башҡортостандағы Пугачев исемендәге совхоздың баш агрономы Линир Сәлишев тигән егеттең эҙләнеүҙәре һәм уға аяҡ салған район етәкселәре менән ыҙғышып бөткәнен белдем. Бына ул гәзит. — Ҡарт ғалим өҫтәл тартмаһынан "Советская Россия"ны алып алдына һалды.
— Ярай, — тине ул бер аҙ тынып, уйланып ултырғас. Шунан, башын күтәреп, Линирға күҙ атты. — Маладис, ҡустым, әгәр барған юлың хаҡ икән, түрәләр менән генә түгел, Хоҙай Тәғәләнең үҙе менән дә бәхәскә инә алаһың.
— Ер — тере организм. Бөгөн ерҙәрҙең гумус ҡатламы ныҡ кәмене. Ни өсөн? Сөнки беҙ кәҫтаҡталы һабан менән тәрән итеп һөрөп, тупраҡтың аҫтын-өҫкә әйләндереп бөттөк. Ана, сиҙәм ерҙәр менән нимә килеп сыҡты? Сиҙәм күтәреп, мул уңыш үҫтермәксе булдыҡ. Бының өсөн тәбиғәт беҙҙән ҡаты үс алды. Бер-ике йыл уңыш йыйҙыҡ та, шуның менән "хуш-хәйрүш", элек көтөү-көтөү мал йөрөгән, мул бесән биргән сабынлыҡтар ҡалдауға, ҡом осоп ятҡан ташландыҡ ергә әйләнде, сөнки гумус ҡатламы аҫта ҡалды. Йәнә мелиорацияны алайыҡ. Ерҙәрҙе арттырабыҙ тип, күпме туғай, болондарҙы әрәм иттек, ә һыуятар болондарҙың аҫтында ҡом, һары балсыҡ, ваҡ таш ятҡанлығын белмәнекме ни? Белдек, бик яҡшы белдек. "Өҫтән" план төшкәс, ҡайҙа бараһың? Ана шул башһыҙ башлыҡтарҙың фарманын үтәйбеҙ тип, сабынлыҡтарһыҙ тороп ҡалдыҡ. Мин ул хаҡта ла күпме әйтә килдем, матбуғатта сығыш яһаным. Юҡ, тыңламанылар. Ни эшләйһең, партия шулай ҡуша бит! Етмәһә, ул болондарҙа йәшәгән ҡырағай хайуандар, кейектәр ҡасып бөттө, күл буйҙарындағы ҡоштар ояларын ташланы, йылғалар һайыҡты. Мин был күренеште енәйәт тип кенә атар инем.
— Күп һәм бер йыллыҡ үләндәр тураһында әйтмәй булмай, — тип һүҙен дауам итте атаҡлы игенсе. — Күптәр, мәҫәлән, бер йыллыҡ үлән сәсеү менән мауыға. Уның бесәнен йыйып алалар ҙа һөрөп ташлайҙар. Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Бер йыл эсендә үлән тамырҙары, ҡамыл сереп өлгөрмәй, ул гумусҡа ла әйләнмәй, тик сүп үләне булып ҡала. Күп йыллыҡ үлән сәсеү иһә күпкә отошло, сөнки шул үлән тамырҙары, ҡамыл төптәре сереп гумусҡа әйләнә һәм уны арттыра. Тағы ла бер нәмәгә туҡталайыҡ. Ул — ҡоролоҡ. Борон-борондан ҡоролоҡтан халыҡ яфа сиккән, ауылы-ауылы менән аслыҡтан ҡырылған. Пар ерҙәре тураһында ла әйтмәйенсә булмай. Ике йыл бер-бер артлы уңайлы килһә, бәғзе етәкселәр, йәнәһе, пар ерҙәре кәрәкмәй, тип тауышлана башлай, ҡышҡа ерҙе һөрмәй. Йыл ҡоро килһә, киреһен раҫлайҙар. Бер сиктән икенсеһенә ташланыу хужалыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй. Күп йыллыҡ тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Уның менән көрәшеү, уны үҙгәртәбеҙ тип шапырыныу — авантюристар шөғөлө. Уны еңеп булмай. Шуға күрә уға яраҡлашыу мотлаҡ. Һеҙ, агрономдар, был аксиоманы яҡшы үҙләштерергә тейешһегеҙ.
— Сүп үләндәре маҙаға тейә — гербицидһыҙ ғына уларҙан нисек ҡотолорға?
— Киләсәк игенде бөгөнгө игенсе барлыҡҡа килтерә. Үҙ бурысыңды уңышлы башҡарып сығыу өсөн дүрт "кәрәк"те үтәү мотлаҡ: "белергә кәрәк", "булдыра алырға кәрәк", "теләргә кәрәк", "эшләргә кәрәк". Эҙләнеү, яйын табыу фарыз. Сүп үләндәренең иң ҡурҡыныслыһы — ҡара һоло һәм билсән.
Пугачев исемендәге совхоздың баш агрономы Сәлишев иптәш, "Советская Россия" гәзите яҙғанса, Башҡортостанда тәүләп ошондай тәжрибә үткәрҙе һәм бер гербицидһыҙ еңеп сыҡты. Мин дә ағыулы химикаттарҙан ҡурҡам. Уны ҡулланһаң, сүп үләндәре менән бергә файҙалы бөжәктәр ҙә, ҡош-ҡорт та, ҡырағай йәнлектәр ҙә, хатта йорт хайуандары ла һәләк була, игендең үҙендә лә ҡала, ә был кеше һаулығына зыян килтерә. Уларҙы Сәлишев кеүек биологик юл менән бөтөрөргә мөмкин. Бер тапҡыр юғары уңыш алам тип бөтә баҫыуҙы ағыулап бөттөк. Аҡыл ялҡаулығы көслө шул беҙҙә, юғары белемле булһаҡ та, уйламай эшләйбеҙ, эҙләнмәйбеҙ, тәжрибә үткәрмәйбеҙ.
Терентий Мальцевтың һүҙҙәрен бүлдереп, бына нимә әйтмәксемен: 80-се йылдар аҙаҡтарында миңә Словакияға барырға насип булғайны. Липтовска Кокава кооператив хужалығы баҫыуҙары таулы-ташлы, һоро тупраҡ.
— Бында нисек иген үҫтерәһегеҙ? — тип һорайым кооператив рәйесе Вильям Крайчиктан. Ул:
— Әлләсе, артыҡ күп булмаһа ла, гектарынан 50–55 центнер уңыш алабыҙ, — тигәйне, бошонмай ғына. — Быйыл йәй ямғырлы килде, гектар көсө 46 центнерға ғына етте.
Бына һиңә мә! Беҙ ете ҡат тир түгеп, көнө-төнө ерҙә соҡонһаҡ та, һирәк йылдарҙа ғына гектарынан 20-шәр центнер уңыш алабыҙ. Словактар иһә таулы-ташлы баҫыуҙан 50 центнерҙан ашыу иген үҫтерә. Ғәжәп бит, әй! Әллә беҙ ысынлап та иген үҫтерә белмәйбеҙме икән, тип ирекһеҙҙән уйланып та ҡуяһың. Һуң беҙҙәге ерҙәр сит илдәгенекенән күпкә яҡшыраҡ бит. Ҡап-ҡара тупраҡ, икмәккә һылап ашарлыҡ, ә уңыш ташҡа үлсәйем. Сер нимәлә икән? Бәлки, сит илдәрҙә ергә крәҫтиән үҙе генә хужа булғанлыҡтан киләлер ул уңыш. Ҡасан һәм ниндәй тәрәнлектә һөрөргә, ҡасан тырматып сәсергә икәнлекте крәҫтиәндән башҡа кем белә? Беҙҙә иһә ергә ҡырҡмаһа-ҡырҡ хужа. Крәҫтиән бахыр иһә, хужалар ни әйтер тип, уларҙың ауыҙына ғына ҡарап ултыра. Ә ул түрәләрҙең күбеһе ауыл хужалығы белгесе лә түгел.
Ошондай "белгес"тәр менән ауыл хужалығын нисек күтәрмәк кәрәк? Ил башлыҡтары быны белмәйме? Бик яҡшы белә, әммә ҡарға күҙен ҡарға суҡый буламы һуң? Шуға ла бөгөн ауыл хужалығы — иң артта һөйрәлеүсе тармаҡ. Уны үҙ эшенә мөкиббән бирелгән сәлишевтәр генә күтәрә алырмы икән? Икеле.
Ҡамыл төбө — һары алтын
Йәнә 80–90-сы йылдарға әйләнеп ҡайтайыҡ. Линир Сәлишевтең ерҙе көҙҙән кәҫтаҡтаһыҙ ғына өҫтән йырып сығырға, яҙ иһә 20 майҙан да иртә сәсмәҫкә тигән тактикаһын күптәр аңламаны. Йылдар, быуаттар буйы крәҫтиән ерҙе һөрмәйенсә сәсмәгән, халыҡ быға өйрәнгән. Линирҙың яңы агротехник алымы күптәрҙе аптырата. Күрше хужалыҡтар, май урталарында уҡ сәсеүҙе тамамлап, районға отчет бирә, ә Пугачев исемендәге совхоз һаман ығыша, сәсергә уйламай, райкомдан, ауыл хужалығы идаралығынан шылтыратыуҙарға ла яуап бирмәй, сөнки баш агроном менән совхоз директоры Николай Свободин, баҫыуҙан баҫыуға йөрөп, ҡара һолоноң сығышын тикшерә.
— Башларға ваҡыт түгелме, Линир Ибраһимович? — тип мөләйем генә йылмайып ҡуйҙы директор, — ҡара һоло баш ҡалҡытып килә бит.
— Килә генә шул, Николай Михайлович. — Сәлишев, эйелеп, бер ус ҡара һолоно йолҡоп алды. — Бына, күрәһегеҙме, ҡара һоло буй ебәрһә лә, тамырҙары нығынып етмәгән, бер-ике көн көтәйек әле. Тамырҙар таралып үҫкәс генә, диск менән культиватор ебәрербеҙ.
Ашҡаҙар буйҙарында тыуып үҫкән Линир һәр баҫыуҙың тын алышын биш бармағындай яҡшы белә. Ул эш башлаған йылдарҙа ер шул саҡта алдынғы технология тип йөрөтөлгән ал төрәнле һабан менән кәҫтаҡтаһыҙ һөрөп сәселде. Ләкин был ысул һөҙөмтәһеҙ булды. Шуға күрә ерҙе бөтөнләй һөрмәй, өҫтән генә культивациялап, яҙын ҡара һоло ҡалҡҡас, диск һәм культиватор менән эшкәртеп сәсеүгә күсәләр. Ул саҡта ер дымды үҙенән сығармай, йота. Хатта ямғыр һыуы ла һыҙат-һыҙат булып аҡмай, канауҙар яһамай. Көҙ уңышты йыйып алғас, баҫыуҙар һаламдан таҙартыла.
Линир Сәлишев һөйләй:
— Иген баҫыуының тупраҡты һәм ундағы дымды һаҡлаусы һабанһыҙ системаһы, тәбиғәт шарттарынан сығып (Ҡаҙағстандан айырмалы рәүештә), сәсеү әйләнешен дә үҙгәртеүҙе талап итә, сөнки беҙҙә шул уҡ майҙандарҙа шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, борсаҡ, ҡарабойҙай ҙа игелә. Ошоларҙан сығып, совхозда өс-алты баҫыулы, йәғни ҡыҫҡа ротациялы, сәсеү әйләнешенең һәр береһен ентекләп өйрәнеп, бүлексә баҫыуҙарында һынағас, практикаға индерергә ҡарар иттек.
Дуҫтар һәм дошмандар
Йылдар үткән һайын Башҡортостанда ерҙе өҫтән эшкәртеү технологияһын тәүләп индергән инициатор Линир Сәлишевтең исеме республикала ғына түгел, бөтә илгә киң тарала. Уның тәжрибәһен өйрәнергә төрлө өлкә, край, республикаларҙан делегациялар килә, ошо ысулдарға таянып, студенттар курс, диплом эше яҙа. Германияның Галле ҡалаһындағы География институты студенты Петер Либельт, Башҡорт дәүләт университетының география факультетында стажировка үткәндә, Пугачев исемендәге совхозға килә, Линир Сәлишев менән осраша һәм, бер ай буйы уның тәжрибәһен өйрәнеп, "Башҡортостан Республикаһында ер эшкәртеүҙең төрлө алымдарын ҡулланыуҙың гумус миҡдарына тәьҫире" тигән диплом эшен яҙа.
Эйе, дуҫтары байтаҡ Линирҙың. Ҡайҙа дуҫтар, унда дошмандар ҙа табыла. Бер ваҡыт Линирҙы Мәскәүгә АҠШ-тың "Монсанто" ауыл хужалығы фирмаһы етәкселәре һәм белгестәре менән осрашыуға саҡыралар. Унда илдең төрлө төбәгенән байтаҡ агроном йыйыла. Һүҙ тупраҡты еңелсә эшкәртеү тураһында бара. Был ысул ике яҡ өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле, сөнки ауыл хужалығында фән менән практиканың донъя күләмендәге үҫеше тупраҡты минималь эшкәртеүҙе артабан киңәйтеүгә бәйле.
Линир Сәлишев һөйләй:
— Американың "Монсанто" фирмаһы 1984 йылда Ставрополь крайының Свердлов исемендәге колхозында ошо агротехника алымы менән тәжрибә үткәрә, һәм сәскән ваҡытта "раундана" тигән гербицид ҡулланыла. Ул бер үк ваҡытта сүп үләндәрен тупраҡ өҫтөндә лә, уларҙың тамыр системаһын да юҡ итә икән. Уңыш юғары була, һәм колхоз артта һөйрәлгән хужалыҡтан алдынғылар рәтенә күтәрелә. Ул гербицидтың иген культураларына ла, ҡырағай хайуандарға, ҡош-ҡортҡа ла зыяны юҡ.
Осрашыу барышында миңә лә һүҙ бирҙеләр. Мәскәүгә Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары менән барғайным. Ул: "Һинең һөрөлмәгән ерҙән юғары уңыш алыуыңа кем ышанһын инде?" — тигән мыҫҡыллы һүҙҙәр менән оҙатып ҡалды. Мине ток һуҡтымы ни! Үҙебеҙҙең республиканың Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле хуплар, яҡлар урынға ошондай һүҙҙәр әйтһен әле. Бер аҙ юғалып ҡалдым, күҙ алдарым томаланды, башым әйләнеп китте. Әгәр икәүҙән-икәү генә булһаҡ, билдәле, бәреп йығыр инем. Бер аҙ сайҡалып торҙом да трибунаға атланым. "Бында ҡайһы бер "тырнаҡ эсендәге белгестәр" беҙҙең яңы агротехник алымға һаман ышанмай, көлөп ҡарай. Ундай ҡараш беҙҙең республикала ла бөтмәгән. Ана шулар тәгәрмәскә таяҡ тыға ла инде. Ышанмағас, ярҙам итәһе урынға аяҡ салып ултырғас, ни өсөн министрлыҡтарҙа юғары вазифа биләйһегеҙ һуң? Китегеҙ ул эштән. Итексе итек текһен, ашнаҡсы аш бешерһен, ә киреһенсә булмаһын”, — тип асыуымдан, ғәрләнеүемдән шартларҙай булып башланым һүҙемде, теге түрә шәрәмәтенә ҡарап. Ул, ни эшләргә белмәй, башын эйҙе лә ҡуйҙы. Мин дә тынысландым.
— Бында американдар, ерҙе еңелсә эшкәртеү ысулын беҙ башланыҡ, тимәксе, — тип дауам иттем һүҙемде. — Бәлки, шулайҙыр ҙа. Ләкин дөрөҫлөк хаҡына шуны әйтмәксемен: ерҙе һөрмәйенсә, еңелсә генә эшкәртеү алымын ХIХ быуат аҙаҡтарында Рәсәй ғалимы Иван Евгеньевич Овсянский уйлап тапҡан. Ул "Новая система земледелия" тигән китабында былай тип яҙған: "Ерҙе эшкәртеү 5 сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш, сөнки 10–12-гә етһә, ул пар ерҙәре өсөн һәләкәтле һәм тупраҡты тәрәндән емерә". Үкенескә ҡаршы, уларҙың агротехник алымы властар тарафынан яҡлау тапмай онотолған. Йылдар үткәс кенә уны Терентий Мальцев, Александр Бараев һәм башҡалар күтәреп алған.
Беҙҙең совхозда был эшкә 1980 йылдың көҙөндә тотондоҡ. Район етәкселәренә әйтмәй генә 360 гектар баҫыуҙы туңға һөрмәй ҡалдырҙыҡ. Яҙын ҡара һоло баш ҡалҡытҡас, уны дискылап культивацияланыҡ та сәсеүгә төштөк. Әлбиттә, ул еңел генә бирелмәне. Башҡа хужалыҡтар күптән сәсеүҙе тамамлаған, ә беҙҙең 360 гектар баҫыу һаман буш ята. Район ауыл хужалығы идаралығынан да, райкомдан да телефон тауыштары тынмай. Уларға, йәнәһе, тиҙерәк партия өлкә комитетына рапорт бирергә кәрәк, ә беҙ районды артҡа һөйрәйбеҙ. Партия билеты менән ҡурҡыталар, эштән ҡыуыу менән янайҙар. Хатта райком секретары ла килеп етте. Дөрөҫөрәге, мин уны ҡыуып ҡайтарҙым. Көҙ иһә ошо баҫыуҙан ғүмерҙә күрелмәгән 24 центнер уңыш алынды. Түрәләр бер аҙға тынып ҡалһа ла, миңә ҡырын күҙ менән ҡараусылар юҡ-юҡта табылып тора. Киләһе йылдарҙа ошондай сәсеүлек майҙандарын бермә-бер арттыра барҙыҡ. Сәсеү әйләнеше лә бер төрлө түгел. Бер баҫыуға, мәҫәлән, өс сәсеү әйләнешен индерһәк, икенсеһендә — дүрт, өсөнсөһөндә — алты сәсеү әйләнешен ҡулланабыҙ.
Һуңынан американдарға былай тип мөрәжәғәт иттек:
— Һеҙҙең илдең бөтә йәһәттән, шул иҫәптән химия сәнәғәтенең алға киткәнлеген яҡшы беләбеҙ. Бәлки, һеҙҙә игендәрҙең вегетация осоронда үҫеп сыҡҡан сүп үләндәрен юҡ итеү гербицидтары барҙыр. Улар беҙҙә юҡ. Шулар менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Ағыла ла ғүмер, ағыла
Һай-й-й, был тормош ҡайһылай тиҙ, ағын һыуҙан да етеҙерәк сабаһың икән! Күптән генә Линир, бер сеүәтә еләк йыйып, үҙҙәренән ун саҡрымда ятҡан урыҫ ауылына барып, бер тыпыс икмәккә алмаштырып ҡайтҡайны. Юл ситенә хәл йыйырға ултыра ла хуш еҫле икмәкте төрлөсә әйләндереп ҡарай, еҫкәй, ялап та ала. Э-х-х, берәй киҫәген генә һындырып алып, тәмләп-тәмләп ашарға ине лә, юҡ, ярамай. Өйҙә уны әсәһе менән өләсәһе көтә, мәтрүшкә сәйе лә әҙерҙер инде. Һуғыш осоронда бер киҫәк икмәк өсөн зар-интизар булып ултырыуҙары әле лә күҙ алдында. Әсәһе — Яңы Яуыш ауылындағы "Радио" колхозы рәйесе — баҫыуҙан ҡайтып кермәҫ ине. Үҙе менән йыш ҡына Линирҙы ла ала. Әйҙә, игендең нисек үҫеүен, башаҡ ебәреүен күрһен, ерҙең илаһи көсөн тойһон. Бәлки, ана шул йылдарҙа һалынғандыр малайға агрономға уҡыу теләге. Ябай агроном түгел ул, ә Федоровка районының иң ҙур Пугачев исемендәге совхозының баш агрономы, ерҙе яңыса эшкәртеү оҫтаһы. Бының өсөн ергә туфлиҙа аяҡ баҫҡан һәм юғары кабинеттарҙан ҡасан һөрөргә, ҡасан сәсергә, ҡасан ураҡҡа төшөргә тип күрһәтмә биреп ултырған түрәләр менән күпме айҡашырға, хатта ҡайһы берәүҙәрен ҡыуып ҡайтарырға тура килгеләне Линирға. "Еңмеш", "терәпес" тигән ҡушаматтар ҙа бәлки шул саҡта тыуғандыр.
...Ул көн район мәҙәниәт һарайы байрамса кейенгән халыҡ менән тулғайны. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы, "Почет Билдәһе" ордены кавалеры Линир Ибраһим улы Сәлишевтең 70 йәшлек юбилейы айҡанлы йыйылғайны улар.
Линир Сәлишев бөгөн дә өйҙә тормош юлдашы, Ҡыйғы районының Абзай ауылы ҡыҙы, пенсияға тиклем Бала Сытырман участка дауаханаһы табибы булып эшләгән Менәүәрә менән сөкөрҙәшеп кенә сәй эсеп ултырмай. Үҙ совхозында ер эшен яйға һалғас, Стәрлетамаҡ районының "Рощинский" совхозы менән Калинин исемендәге колхозды шефлыҡҡа ала...