Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Айыҡбаш" акцияһы
Беҙ, бер төркөм мужик, эш араһында йыйылып, кисәгенән ҡалғанды кәгеп, тфү, йәғни, профсоюз йыйылышы үткәреп ултырҙыҡ та бер етди ҡарарға килдек: ил буйынса иғлан ителгән “Айыҡбаш” акцияһына кисекмәҫтән ҡушылырға! Арала иң ҡыҙыл танаулыһы үҙем булғас, ҡалғандар миңә буйһоноп, әлеге ҡарарға дәррәү бер тост, тфү, шайтан, йәғни бер тауыштан ҡул күтәрҙеләр. Күтәрмәй ҡараһындар!!! Һә тигәнсә штаттан ҡыҫҡарттым да ҡуйҙым булыр! Ағайың, нәшәлник кеше, ҡаты тота белә ул.
– Ну инде, табындаштар, тфү, йәғни коллегалар, “Айыҡбаш” акцияһы беҙҙән бына нимәләрҙе талап итә, – тип башланым тосты, тфү, тәүге сығышты. – Во-первых, барыбыҙға ла эскелеккә ҡаршы ең һыҙғанып, понимайыш, көрәш башларға кәрәк!
Шул саҡ беренсе урынбаҫарым Митрәй шешә кеүек тороп баҫты:
– Ней… беҙ көрррәшкә перрәме әҙер. Эйе-эйе-е-е-е! – тине ул, стакан эсендәге хәмерҙәй сайҡалып. – Арраҡы сссәй тү-түгел ул, беҙ унымы, беҙ уны б-бөтөрррәсәкбеҙ… Эсеп-п!
Афарин, Митрәй, һай кем, ир аҫылы! Урынбаҫар вазифаһы ла юҡҡа ғына тапшырылманы шул уға. Мин Запой, Бахмур ҡалаларына оҙайлы командировкаларға киткән саҡтарымда, урыныма тап ошо егетте ҡалдырам. Һынатҡаны юҡ. Көслө ул, бер керешкәндә бер йәшник, тфү, бер бәйләм бүрәнә күтәрер, билләһи!
– Миңә лә һүҙ мөмкинме? – Быныһы кәлбер Кәли, икенсе урынбаҫарым була. Тоже шәп егет. Яҡшы һелтәй, йәғни эшләй. Кеҫәләренән былтырғы кипкән ҡорот менән һуған өҙөлмәй уның. Сәләмәт тормошто пропагандалай: “Ҡороттан эшләнгән ризыҡ эсте таҙарта. Ә һуған – витаминлы йәшелсә, һалҡын тейеүҙән һаҡлай…”
Ниңә, бик тә хуп фекер әйтә ул! Былай ҙа бит йә майлы ит ашап, йә химикатты йыш ҡулланып, арабыҙҙа һимеҙҙәр күбәйгән. Хәҙер ябығыу ысулдарын эҙләп, нимә генә ҡыланмайҙар ана! Беҙ ҙә Кәлиебеҙҙән һәр ваҡыт өлгө алырға тырышабыҙ. Эш араһында, ял иткәндә, алмашлап ҡоротон имәбеҙ, һуғанын сәйнәйбеҙ… закускаға.
– Йә, Кәли Ғәлиеч, тот берҙе… Ай әттәгенәһе, йәғни ней әйтерең бар?
– Ней, минең бер яртым, әй, тфү, бер тәҡдимем бар!
– Ху-у-уш, тыңлайбыҙ!
– Вупшым шулай. Махсус комиссия төҙөргә кәрәк. Был комиссия самогон ҡыуыусыларҙың өйҙәренә рейд яһаясаҡ.
– Тәк, тә-әк, бырдалжай дальшы! – тип хупланым мин уны, шешә төбөндәген бүлеп ҡоя-ҡоя… ай әттәгенәһе, йәғни елкәмде тырнай-тырнай.
– Арғы ос Хәмдиә кисә генә төнө буйы мунсаһында сәмәй ҡыуҙы. Лично үҙем шаһит. Тимәк, бөгөн уның 60 литры бар тигән һүҙ. Реализовать итеп өлгөрмәгән әле! Ҡыуғандан һуң үткәреп бөтмәгән тағы бер феләк балы ҡалды шикелле, уныһын иҫләмәйем… быуынһыҙ йығылғанмын, эй, юҡ, арып йоҡлап киткәнмен.
– Планға алырға! – тип бойорҙом, йотҡандан һуң сәсәп туҡтағас. – Хәҙер, йәмәғәт, киләһе шешәгә, тфү, йәғни, мәҫәлән, “Айыҡбаш” акцияһының киләһе талабына күсәйек. Бына нимә тиелгән унда: “Спиртлы эсемлектәрҙе рекламалауҙы немедленно туҡтатырға кәрәк!” Право реплики.
– Бер тауыштан ризабыҙ! – тиеште коллегаларым.
– Эйе лә баһа! – тип ырғып торҙо һәлбер Хәйбүш. – Мин электән үк кәтегәришески ҡаршымын быға. Ни өсөн тигәндә, бер мәлде ирҙәргә, магазинға араҡы килгән, тип әйтеп сыҡҡайным, үҙемә, исмаһам, берәүһен булһа ла ҡалдырмай, алып бөткәндәр! Вот суҡынғандар!
Тап ошонан һуң коллегаларым, ҡайнап ултырған бал мискәһе ташып түгелгәндәй, шаулап китте:
– Үҙең Хәмдиәнең сәмәйенә алданып йөрөмәҫкә кәрәк ине!
– Бәй, мейесен рәтләп биргәйнем бит!
– Етте! – тип өҫтәл һуҡтым. – Залда тәртип боҙғанығыҙ өсөн һәр берегеҙҙән берәр литр, әй әттәгенәһе, һәр берегеҙгә шелтә сәпәйем!
Егеттәрем шунда уҡ шым булды.
– Шулай, йәмәғәт, – тинем, һуңғы шешәне, тфү, һуңғы талапты иғлан итеп, – акция Думалағы безумалар сығарған яңы сорт араҡ…, әй, Аллам, яңы Законға таянып, спиртлы эсемлектәргә хаҡты икеләтә күтәрергә ҡуша!
– Хуплайбыҙ, хуплайбыҙ! – тип һөйөндө егеттәрем, сәкәшкән рюмка тауыштары сығарып.
– Бик дөррөҫ, – тип килеште Митрәй, – хаҡтар артыуы беҙҙе ни грамму ҡурҡытмай. Шул уҡ “Столичный”ҙы 1 һум 16 тин, 1 һум 50 тин торған сағында ла эстек. Ана, әле, 200 һум булһа ла эсәбеҙ. Ха-ха-ха!!!
Ниһайәт, йомғаҡлау һүҙен әйтер мәл етте:
– Йәм-м-әғәт! Ошоноң менән б-бөгөнгө п-пппьян… тфү, йә-әғни, проф-фсоюз ултырышының официаль өлөшө тамам. Ә хәҙеррр “Айыҡбаш” акцияһына ҡуш-ш-шылыуыбыҙҙы йыуыу хөр-рмәтенә банкет иғлан итә-әм!

Баймаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780