Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һынмаҫ рухлы Рәйлә
Һынмаҫ рухлы РәйләҮтә серле шул был донъя. Ни өсөн һуң тормош күберәк көслөләрҙе һынай? Ауырлыҡтар алдында һынып-һығылмауын башҡаларға үрнәк итер өсөнмө? Был донъяның ҡырлы-ҡытыршы яҡтарын үҙ йөрәге аша кисереп, бер нимәгә битараф булмаған холоҡ-фиғелле ҡәләмдәшем Рәйлә Назарғолова тураһында ине әйтер һүҙем.
Ғафури районының Байымбәт ауылында, миҙгелдәрҙең иң йәмле мәлендә ғаиләлә икенсе бала булып донъяға бер ҡыҙы тыуа. Бала сағы, мәктәп йылдары башҡаларҙан бик үк айырылмаһа ла, Рәйләнең тормошҡа, хеҙмәткә ҡарашы башҡаларҙан күпкә айырмалы була. Мәктәпте тамамлағандан һуң Рәйлә Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Дипломында гел яҡшы билдәләр генә булыуын күргәс, Рәйләне тыуған ауылындағы “Ленинизм” колхозына кадрҙар бүлегенә алалар. Хеҙмәт юлы шулай башлана уның. Бер мәшәҡәттән дә ҡурҡмай кинәнеп эшләй ул, тик бына ҡышҡы бурандарҙа көрт баҫҡан алты саҡрым араны үтеү ауырыраҡ була. Киске сәғәт етеләргә саҡ ауылға ҡайтып төшәһең. Был тормоштоң мәрхәмәтһеҙ яҡтары Рәйләне саҡмалай сарлап, көс-ҡеүәт кенә өҫтәне. 1978 йылда ауылдашы, шул уҡ колхозда эшләгән Римгә кейәүгә сыға. Уларҙың мөхәббәт емеше булып донъяға улдары тыуа, уға Рөстәм тип исем ҡушалар. Башҡа ауылға йөрөп эшләүе ауыр икәнен күреп, колхоз рәйесе бәләкәй генә йортҡа күсенеп килергә тәҡдим итә. Ғаиләне шатлыҡҡа күмеп, өйгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Гөлназ тыуа. Өс йыл үтеүгә улар үҙҙәре йорт һалып сыға. Бер көн иртән тороуына Рәйлә һул аяғына баҫа алмай. Дауаханала бер аҙ дауа алғандан һуң атлап китһә лә, яҙлы-көҙлө бик һыҙлана башлай. Шулай ҙа эшен ташламай Рәйлә. Иптәше лә гел юлда була. Етмәһә, иҫке машина менән интегә. Колхозға ҡайтҡан яңы машина уға эләкмәй, Рим Себер яҡтарына сығып китә. Йорт, ҡуралағы мал, ҡулда ике бала, ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше — барыһы ла Рәйлә елкәһенә төшә. Ҡайғы өҫтөнә ҡайғы өҫтәп, атаһы Барый ағай эшендә һәләкәткә осрап донъя ҡуя. Ауырлыҡ алдында юғалып ҡалмау һәләте Рәйләне Стәрлетамаҡ ҡалаһына китергә мәжбүр итә. Ҡатынға ҡарата был донъя бер аҙ мәрхәмәтһеҙ кеүек тойолһа ла, юлында күберәк яҡшы кешеләр осрай. Ул паспортистка булып урынлаша. Эшкә тиҙ төшөнә Рәйлә. Оҙаҡ та тормай, иптәше Рим дә Себерҙән ҡайтып, шул уҡ заводҡа килә. Ғаиләгә тәүҙә бер, аҙаҡ ике бүлмәле фатир бирәләр. Ләкин сәләмәтлеге ҡаҡшауы арҡаһында 1992 йылда Рәйләне икенсе группа инвалиды тип табалар, эшләмәҫкә ҡушалар. Хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ кенәгәһен бер кемгә лә күрһәтеү юҡ тип, һыҙланыуҙарына тешен ҡыҫып, эшләүен дауам итте ул. Күп тә үтмәй, ире аварияға осрап һәләк була. Был ҡайғыны кисерә алмай Рәйлә дауаханаға инеп китә... 1996 йылда улы Рөстәм урта мәктәпте тамамлай. Бөтмөр егет Төркиәлә Мәрмәр университетында инженер-программист һөнәрен үҙләштерә. Гөлназы Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. Рәйлә, ике балаһына юғары белем алырға ярҙам итеү ниәте менән, заводтың торлаҡ бүлеге ябылғансы эшләй. Эйе, ғорурланырлыҡ, башҡорт рухлы балалар тәрбиәләп, оло юлға баҫтыра әсә. Рәйлә менән тәүге тапҡыр яҙыусылар ултырышында таныштым. Беренсе шиғыр йыйынтығын тикшереүгә алып килгән ине. Күп тә үтмәй, уны яҙыусылар ойошмаһына секретарь итеп эшкә саҡыралар. — Аяғым бик ауыртҡан саҡта эшкә килеп етәрәк таяғымды ҡыуаҡтар араһына йәшерәм дә, ҡайтҡанда тағы ла таянып ҡайтып китәм, — тип серен асҡайны. Ойошманың 25 йыллығы айҡанлы гәзит-журналдарҙа баҫылмаған авторҙарҙың әҫәрҙәрен йыйнап, Рәйлә “Йөрәктау” исемле журнал сығара. Был эштә ул саҡта әҙәби консультант булып эшләгән Кәрим Булат ярҙам итә. Шул ваҡытта Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Аҡҡош һағышы” исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Рәйлә Назарғолова һуңғы йылдарҙа әүҙем яҙышып, үҙенең публицистик әҫәрҙәре менән танылып өлгөрҙө. “Тыуған яҡҡа йышыраҡ ҡайтайыҡ”, “Аҡ эшләпә, күк эшләпә, хаҡын бирмәй эшләтә”, “Ир-егеткәйҙәрҙең яҙмышы – һай, ҡатмарлы”, “Ултырҙыҡмы кеше арбаһына...”, “Ҡара мөһөр йөрөй тағылып” һәм башҡа бик күп публицистик яҙмалары республика гәзит биттәрендә урын алды. 2009 йылда Рәйлә Нәҙерғолова Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә лауреат булды. Күптән түгел үҙнәшер менән “Яҙмыш бүләге” исемле шиғырҙар йыйынтығын китап итеп сығарҙы. “Аҙашҡан яҙмыштар”, “Шаһит булсы, ҡушҡайын”, “Осоғоҙ, ҡошҡайҙарым”, “Эх, донъяһы”, “Үлемесле инъекция”, “Ҡоҙа”, “Аҡ хыялдар”, “Гөлнара” тигән һигеҙ драма авторы ла ул. Кешене ижадҡа ниндәйҙер бер кисереш этәрә, Рәйлә — ауырлыҡтарын йотоп, күңел тойғоларын яҡты балҡыш итеп сағылдыра алған авторҙарҙың береһе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779