Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир яҙмышы ил булыр
Бүреһеҙ урманда хужа юҡ

“Тамуҡҡа юл изге ниәттәрҙән һалына”, — тигән урта быуаттарҙа йәшәгән һәм ижад иткән бөйөк итальян шағиры Данте Алигьери. Һуңғы 25 йылда ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында шағир һүҙҙәренең дөрөҫлөгө тағы бер тапҡыр иҫбатланды. Изге ниәттәр менән “үҙгәртеп ҡороу” тип исемләнгән сәйәсәт ҡеүәтле Советтар илен тарҡатты, баҙар иҡтисады тигән юлға күҙ йомоп баҫҡан Рәсәй көрсөк һаҙлығына барып батты. Таяҡтың ауыр башы иң беренсе сиратта ил яҙмышына һәм, әлбиттә, ир яҙмышына һуҡты.
Мостай Кәрим — ҡайын япрағына, йәшләй генә мәрхүм булған талантлы шағир Рәмил Ҡолдәүләт ал-ял белмәй, баш баҫып эшләгән киленгә оҡшатҡан Башҡортостан, әлбиттә, был һынауҙы урап үтә алманы. Үҙ Ватаны менән бергә башҡорт ирҙәре лә ХХI быуат тупһаһы аша ышанысһыҙ ғына атлап үтте. Белеүебеҙсә, "башҡорт" атамаһын "баш бүре" төшөнсәһенә бәйләп аңлатыуҙар тарихта ла, әҙәбиәттә лә йәшәп килә. Минең күңел һәм зиһен күҙемә был бүре ҡайнап, мыжғып торған баҙар уртаһындағы ситлеккә бикләп ҡуйылған һымаҡ күренә. Был баҙарҙа һатыусылар һәм һатып алыусылар тәүҙә кейеккә ҡурҡып ҡарай (бүре ситлектә лә бүре), ҡайһылары уны йәлләй, кемдер ҡалдыҡ ризығын бирә. Аҙаҡ ситлектәге бүрегә иғтибар бөтә, ул үҙе лә ошо тормошҡа күнегеп, битараф рәүештә ҡойроҡ ҡыҫып тик ята. Әммә бүреһеҙ урманда хужа юҡ, ирһеҙ илдә ҡот юҡ.
“Мәғлүмәтте ҡулында тотҡан кеше бөтә нәмәне лә ҡулында тота” тигән әйтемде бик йыш ишетергә тура килә. Бөгөнгө ысынбарлыҡта кеҫә телефоны менән Интернет селтәре ХХI быуат кешеһен мәғлүмәт даръяһына ташланы. Батаһыңмы, ҡалҡаһыңмы, уныһы — һинең эш. Иң ҡыҙғанысы һәм ҡурҡынысы — был даръяны сикләгән әхлаҡи ҡанундарҙың булмауы. Һуңғы йылдарҙа Мостай Кәримдең “ағыу менән дарыу бер үк заттан, тик самалар төрлө саманан” тигән иҫкәртеүе хәтергә бик йыш төшә, зиһенде уята һәм уйлата. Төрлө сайттарҙа тарихты һәм бөгөнгө ысынбарлыҡты белмәгән-өйрәнмәгән, үҙҙәрендә рухтың “р” хәрефе лә булмаған исемһеҙ “тәнҡитселәр” республикаға һәм уға исем биргән башҡортҡа ниндәй генә яла яҡмай, халҡыбыҙҙы кем генә тип атамай. Донъя яралғандан бирле Уралын төйәк иткән, ошо төйәгенә Рәсәйҙең иҙелгән һәм таланған төрлө милләт вәкилдәрен һыйындырған, йылытҡан һәм йыуатҡан башҡортҡа был хурлыҡ, әлбиттә, йәбешмәй. Әммә беҙ бит ХХI быуатта йәшәйбеҙ, беҙ бит Пушкиндың “телһеҙ башҡорт"о түгел.
СССР тарҡалғандан һуң килеп тыуған бихисап ауырлыҡты йырып сығыуҙа, һис шикһеҙ, гүзәл заттың, ҡатын-ҡыҙҙың әһәмиәте ҙур һәм юғары булды. Әгәр эшһеҙ ҡалған ғаилә башлыҡтары төшөнкөлөккә бирелһә, кешелек, йәшәйеш алдында булған бурыстарын генетик кимәлдә аңлаған ҡатын-ҡыҙ яуаплылыҡты юғалтманы, илде лә, ирҙәрҙе лә тотто. Бөгөнгө тотороҡло шарттарҙа беҙгә, ирҙәргә, ил өсөн, милләт өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға, һис шикһеҙ, ваҡыт. Аҡылға һыймаҫлыҡ хәл — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, табыш эҙләп, Себергә китә...
Заман йөгө, йылдар баҫымы, әлбиттә, умыртҡа һөйәген бөгә. Был — тәбиғи хәл. Әгәр инде ошоға өҫтәп ил, милләт тарихын күрәләтә боҙалар икән, быға түҙергә ярамай. Рух ауырыуы енси сирҙәргә ҡарағанда ла тиҙерәк йоға, һин дә мин күренгән халыҡтың тамырҙарын ҡорота. Минең уйымса, киләсәккә юл күрһәтеүсе тарихи, рухи маяҡтарыбыҙҙы тағы бер барлау артыҡ булмаҫ.

Мин башҡортто еңелеүсе түгел, еңеүсе тип күрҙем


Учалы районының Ленин исемендәге колхозы көтөүсеһе, тетрәндергес моңо менән Ер шарының төрлө ҡитғаһын әсир иткән Абдулла ағай Солтанов башҡарыуында мәшһүр "Урал"ды тыңлағанда күңел ҡанатлана, башҡорт булыуың менән ғорурланаһың. Шул уҡ ваҡытта матур, төҙөк ҡалабыҙ Мәләүездең Ленин урамында ҡалтыранған ҡулдарын һоноп, бысраҡҡа батҡан хәйерсе әҙәмде күрһәң, ер тишегенә инеп китерҙәй булаһың. Абдулла ағай рухи тамырҙарҙы тергеҙә һәм һаҡлай, ә хәйерселеккә төшөп, милләттең йөҙөнә төкөргән замандашыбыҙ тарихи, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе ҡорота.
"Кем һин, башҡорт?" тигән һорауға яуапты, әлбиттә, иң тәүге сиратта тарихсылар бирергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло абруй яулаған тарихсыларыбыҙ башҡорт тарихын өс быуатҡа тиерлек һуҙылған фажиғәле, ҡан ҡойғос ихтилалдарға ғына ҡайтарып ҡала. Алға ышаныслы атлау өсөн кешегә бәләкәй генә булһа ла көндәлек еңеүҙәр кәрәкһә, милләтте лә "еңеүсемен" тигән ышаныс алға әйҙәй. Иманым камил, тарихи китаптарҙы уҡығанда ауылдарҙың үртәлеүенә, Алдар батыр һымаҡ шәхестәрҙең язалап үлтерелеүенә, ҡоралайҙай һылыуҙарҙың ҡоллоҡҡа һатылыуына ҡан ҡайнағанда ла, башҡортто мин еңелеүсе тип түгел, ә еңеүсе тип күрҙем һәм сикһеҙ ғорурландым. Бының тарихи һәм рухи сәбәптәре бик күп.
Боронғо Башҡортостандың тап уртаһында урынлашҡан, кәм тигәндә дүрт мең йыллыҡ тарихы булған Арҡайым ҡаласығын асҡандың иртәгәһендә күрәҙәсе Павел Глоба: "Ниһайәт, урыҫтарҙың арийҙарға туранан-тура тоташҡан тарихи тамырҙары табылды", — тип бөтә донъяға белдерҙе. Ә мин 2007 йылдың 22 сентябрендә ғаиләм менән Арҡайымға барҙым. Йоҡоһоҙ төндән һуң иртәнге 8-ҙә күрше ауылдан ҡаласыҡҡа һөт һатырға килгән оло йәштәрҙәге ҡатындың, мине күргәс, иҫәнләшеп әйткән тәүге һүҙе саф башҡортса "Арыумы?" булды. Был апай минең менән боронғоса "Һин ариймы?" — тип белеште. "Арыу, апай, арыу", — тинем. Бына тау ҙа Арҡайым. Бында бөйөк тарихсылар кәрәкмәй, өҫтән-мөҫтән фекер йөрөткән Тимер Ниәтшин дә етә: Арҡайым — арийҙар ҡәүеме, улар йәшәгән ер, улар төҙөгән боронғо дәүләт. Тик, ниндәйҙер сәбәптәр менән, тарихсы С. Ғәлләмов фекеренсә, боронғо арийҙарҙың күп өлөшө, атайсалын ҡалдырып, һинд-европа, һинд-иран халыҡтарының формалашыуында этәргес көс булған, Һиндостанға, Иранға таралған.
Тарихсыларға һәм һәр башҡортҡа тынғы бирмәгән тағы бер һорау: ниңә башҡорт үҙ дәүләтен бик һуңлап, яҡынса VIII быуатта төҙөгән? Беҙҙе яратып бөтмәгәндәрҙең эте лә, бете лә "башҡорттоң үҙ дәүләте булмаған" тип лаф ора. Был сетерекле һорауға яуапты күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамовтың "Башҡортостан" гәзитенең 2009 йылғы 11, 13–15,16-сы һандарында баҫылған “Башҡорттар — ғәскәр кешеләре” тигән яҙмаларында табырға була. Ул "башҡорт" атамаһын, боронғо һинд-ҡорт теленән сығып, "баш ғәскәр" тип иҫбатлай һәм башҡорттар — арийҙар йәмғиәтенең хандарҙы, бейҙәрҙе, юғары дин әһелдәрен һаҡлаған баш ғәскәре (гвардия), тигән һығымтаға килә. VIII, IХ быуаттарҙа был хәрби ҡатлам, көсәйеп китеп, "башҡорт" исеме менән үҙ дәүләтен төҙөй, тарихта Геродот замандарында уҡ билдәле булған мәсәғүттәрҙе, ҡыпсаҡтарҙы, бөрйәндәрҙе, юрматыларҙы үҙ ҡанаты аҫтына ала. Волганан Тубылға тиклем йәйрәп ятҡан иҫ киткес матур тәбиғәтле ерҙәргә, әлбиттә, көслө рухлы, һуғышсан халыҡ ҡына хужа була ала. Йыһат Солтанов ағайҙың әҫәрҙәрен уҡый башлаһаң, хатта иҫ-аҡылың китә: уныңса, һинд-европа, һинд-иран халыҡтарының һәммәһенә тиерлек башҡорттар (боронғо арийҙар) нигеҙ һалған. Салауат Ғәлләмов иҫбатлауынса, башҡорт халҡының ышаныслы һәм ныҡлы нигеҙен боронғо һинд-ирандар (арийҙар) тәшкил итһә, Европа–Азия сигендә урынлашҡан илдә, унда көн күргән халыҡта уғыр, төрки гендары ифрат ҙур урын тотоп тора, тел һәм ғөрөф-ғәҙәттәр ярылып ята. Шуға ла бөгөн башҡортто теле ҡыпсаҡ төркөмөнә ингән төрки халыҡ тип атайҙар.
Башҡорттоң боронғо данын, уның ҡеүәтен дәлилләгән сағыу миҫалдар күп. Мәҫәлән, башҡорт аты (тарихсылар иҫбатлауынса, ат Уралда өйрәтелгән, тәгәрмәс Уралда уйлап табылған. Арҡайымдың бер ҡатында яугирҙең аты менән һуғыш арбаһы күмелгән), Йыһан аһәңен ергә төшөрөүсе милли музыка ҡоралы ҡурай, биш мең йыллыҡ тарихы булған "Урал батыр" эпосы, бөтә ҡитғаларға даны таралған башҡорт балы, башҡорт йыры, бейеүе, шифалы ризығы, камил кейеме һәм башҡалар.
Шуны ла онотмайыҡ: крепостнойлыҡ сәскә атҡан Рәсәй империяһында башҡорт, үҙ еренә аҫабалыҡ хоҡуғын (особыйлығын) һаҡлап, 1917 йылдан башланған большевиктар дәүеренә хәтле ер хужаһы булып йәшәгән. Күптәр "аҫабалыҡты башҡортҡа Иван Грозный батша биргән" тип яңылыша. Көнсығышта монголдарҙың Сыңғыҙ хан төҙөгән дәүләте көсәйгәнен ишетеп (фараз ителеүенсә, 1219 йылдың йәйендә), башҡорт ханы Мөйтән бей илсе сифатында бөйөк ханға барған бит.
Килешеү һөҙөмтәһендә Мөйтән бей берләштергән башҡорт ырыуҙарына Сыңғыҙ хан оран, ҡош, ағас, тамға бирә, ерҙәренә булған аҫабалыҡты таный һәм иҫбатлай. Иван Грозный батша титулын да (аҡ батша) башҡорттар Рускә ҡушылғандан һуң ала. Тап ошо ваҡиғаларҙан һуң Русь Россия тип атала башлай. Интернеттағы беҙҙе үтә лә күрә алмаған “УфаГубь” сайтында башҡорт ғәскәрендә элек-электән енси ауырыуҙар таралған тип яҙа торғайнылар. Миңә был мыҫҡыллауҙа бер нәмә мөһим — данға күмелгән башҡорт ғәскәре булған, һәм ул Рәсәй яҙмышының иң хәтәр мәлдәрендә оло Ватанын яҡлап ҡан ҡойған. Бөйөк Петр батшаның төрөктәргә ҡаршы Ҡырым, Азов походтарында бөтә рус ғәскәренән төрөк батырына ҡаршы бөрйән ырыуы тарханы Алдар Иҫәнгилдин сыға һәм төрөктө еңә. Ул 1704–1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын етәкләй. 1735–1740 йылғы ихтилалда ҡатнашыусыларҙы ҡурсалау маҡсаты менән 1740 йылдың 10 мартында Һамарға килә, аяҡ-ҡулдарына бығау һалынып Минзәләгә оҙатыла һәм шунда язалап үлтерелә. Поляк һәм француз илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡан башҡорт атлыларының данын бөтә донъя белә, таный, сөнки был батырлыҡ тарихта тәрән эҙ ҡалдыра. Тик үҙебеҙҙең Рәсәйҙә генә уны онотторорға тырышалар. “Рәсәй империяһының башҡорттар тураһындағы закондары” тигән китапта 430 закон һәм указ тупланған. 1649–1913 йылдарҙы эсенә алған был закондар башҡорттоң империяла тотҡан урынын, уның ҡеүәтен һәм уға ҡаршы йүнәлтелгән колониаль сәйәсәтте аныҡ дәлилләй. “Башҡорттар — ғәскәр кешеләре” тигән мәҡәләлә Ғәлим Хисамов раҫлауынса, башҡорттоң төп милли сифаттары булып батырлыҡ, тоғролоҡ, алдай белмәү, түрә алдында ялағайланмау, дошман алдында бахырланмау, сардарының (түрәһенең) әмерен һүҙһеҙ үтәү, дәрәжәле кешене хөрмәтләү тора. Һәм, әлбиттә, урынлы һорау тыуа: башҡорттоң ошо быуаттар буйына тупланған, иҫ киткес ауыр һынауҙар үткән милли сифаттары бөгөнгө тормошта ниндәй урын биләй? Бәлки, был милли сифат ХХI быуат цивилизацияһына, беҙҙең замандаштарыбыҙға бөтөнләй яттыр, бәлки, башҡорт шуға хәҙерге көндө үҙ урынын таба алмай яфаланалыр? Бәлки, ғорур, ҡыйыу башҡорт, шуға ла, ҡаҙалып китһен донъяһы, тип эсәлер, үҙ-үҙенә ҡул һалалыр? Көсөм еткәнсә, ошо һорауҙарға яуап эҙләп ҡараясаҡмын.

Башҡорт үҙ асылына ҡайтһын

Башҡортостандың һоҡландырғыс тәбиғәте тураһында халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың бынан 40 йыл тирәһе элек әйткән һүҙҙәре хәтергә ныҡ уйылған. Борон-борон замандарҙа, Аллаһы Тәғәлә халыҡтарға ер бүлеп биргәндә, сиратта торорға яратмаған башҡорт иң һуңғы булып килгән. Ер бүленеп, таратылып бөтһә лә, иң ныҡ яратҡан халҡына Хаҡ Тәғәлә үҙе өсөн ҡалдырған бүлемде бирә. Ғәзиз ере Аллаһы Тәғәләнең бүләге булғанға, меңәрләгән йылдар “аямаған йәнен, түккән ҡанын, тик бирмәгән башҡорт Уралын”, тип осланы һүҙен Рауил ағай. Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, минең күңел һәм зиһен күҙем алдына арыҫланға атланып кешене һәм кешелекте үлемдән ҡотҡарырға ашҡынған, үлемдең үҙен юҡ итергә ниәтләнгән Урал батыр килеп баҫты. Әммә ул замандарҙа батыр образы, уның тәбиғәтте ҡурсалап бөрккән тере һыуы тураһында һөйләүселәр бик аҙ ине. Сал быуаттар мираҫы булып һаҡланған халыҡ йырҙарында башҡортто арыҫланға тиңләү, арыҫлан тип атау йыш осрай. Бында оло кинәйә ята. Арыҫландар прайдының (йәшәү урыны, ер биләмәһе) үҙ батшаһы — иң көслө, ғәйрәтле ата арыҫланы була, һәм ул үҙ биләмәһенә еҫе менән тамға һалып сыға. (Онотмайыҡ, һәр башҡорт ырыуының да үҙ тамғаһы бар). Ошо еҫте прайдта йәшәгән көсөк арыҫландар ҙа һеңдерә, һәм ул уларҙы дошмандан һаҡлай. Әгәр йәшерәк һәм көслөрәк дәғүәсе ҡарт батшаны еңеп ҡыуһа, уның тоҡомо булған көсөктәр еңеүсе тарафынан юҡ ителә. Еңеүсе үҙ нәҫел сылбырын төҙөй, әммә арыҫландан тик арыҫлан тыуа. Арыҫланға атланған Урал батыр рухын йөрөткән башҡорттоң меҫкен ҡиәфәттә хәйерселәнеүен, әлбиттә, күҙ алдына ла килтереп булмай. Түрәлек башҡортта йә нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән, йә йәмәғәтселек (ғәскәр) түрәне үҙ араһынан, иң лайыҡлыны ғына һайлап ҡуйған. Түрә ырыуҙы, ғәскәрҙе, телде, илде, милләтте хәстәрләгән, ҡаты, әммә ғәҙел булған. Башҡорттоң боронғо түрәлеген батша ла, большевиктар власы ла тамырынан ҡоротто. Бөгөн түрәлек йыш ҡына ярамһаҡлана, ялағайлана, алдаша, эшләү түгел, һөйләй белеүселәр ҡулына күсте. Эйе, кешелектең, айырым алғанда, Рәсәй тип аталған күп милләтле, тәбиғи байлыҡтарға ифрат бай илдең иң боронғо халыҡтарының береһе, ғәскәр кешеләре — башҡорттарҙың бөгөн хөкөм һөргән йәшәү ҡанундарын ҡабул итмәүе аяныслы хәл. Милләт, юғалмайым тиһә, йә заманды үҙгәртергә, йә үҙе үҙгәрергә тейеш. Текләберәк ҡараһаң, заман, кешелек үҙгәрергә күптән әҙер. Америкаса йәшәүҙе өлгө итеп алыу, баҙар иҡтисадына һәм байлыҡҡа табыныу, тәбиғәтте вәхшиҙәрсә талау һәм уға төҙәлмәҫлек яра һалыуға сик ҡуйырға кәрәклеге бөгөн һәммәбеҙгә асыҡ. Һис шикһеҙ, көтөлгән үҙгәрештәр башҡорт файҙаһына; тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, ололарҙы ололау һәм тыңлау, милләт-ара татыулыҡ, Иван Грозный батша заманында уҡ биргән антҡа тоғролоҡ, матди байлыҡҡа ҡарағанда рухи тамырҙарҙы өҫтөнөрәк күреү — былар бөтәһе лә башҡортҡа яҡын һәм ҡәҙерле, уның асылында ята. Беҙҙе тоталар ҙа финанс һәм иҡтисади көрсөк менән ҡурҡыталар. Минеңсә, былар көрсөк түгел, ә Аллаһы Тәғәләнең һынауы һәм язаһы, сөнки ил байлығы, халыҡ байлығы булған газ менән нефтте һатып байыған, байлыҡҡа сыҙамай шашҡан әфәнделәр өсөн һынау ғына түгел, яза ул. Йомарт Башҡортостан ере, ил яҙмышы һуғыш яланында хәл ителгәндә, үҙ ҡарынынан бер миллиард тонна нефть сығарып, фашизмды еңеүгә тос өлөш индерҙе. Ауыл хужалығы өҫтөнлөклө милли проекттарҙың береһе һанала һәм, ошоға ярашлы, уны үҫтереүгә дәүләт бик күп аҡса бүлә. Бәрәкәтле Мәләүез еренең егәрле, талантлы хеҙмәтсәндәре, планға ярашлы, Израилдән килгән ысул менән башҡорт ғүмерҙә ашамаған күркә ите етештерә. Ут күрше Көйөргәҙе районы малсылары һәр береһе бер тонна тартҡан лимузин тоҡомло француз һыйырҙары үрсетә. Был һәйбәт, заманса аҙым, тик бөтөнләй тиерлек сығым талап итмәгән, ошо ерҙә ҡырағай ат-тарпан булып меңәрләгән йыл йәшәгән, башҡорттоң үҙе һымаҡ талымһыҙ башҡорт атын үрсетеүгә, ни өсөндөр, аҡса юҡ. Итенән тыш, дан ҡаҙанған ҡымыҙы ғына ла табыш килтерәсәге көн кеүек асыҡ. Эш тапмаған бына тигән егеттәр тора ла Себер китә. Улар еңел аҡса эҙләй ҙә, ауыр яҙмыш таба. Ирһеҙ илдең ҡото китә, ғаиләләр тарҡала, балалар атай һүҙенән, уның оҫталығынан, уның ҡурсалауынан мәхрүм ҡала. Башҡорт балы бөтә Ер шарында дан тота, әммә таулы Башҡортостанда умартасылыҡ менән шөғөлләнгән махсус хужалыҡтар юҡ. Һуңғы йылдарҙа әллә күпме эре-эре һыу һаҡлағыс төҙөлдө, ә балыҡсылыҡ менән сәнәғәт кимәлендә шөғөлләнеүсе юҡ тиерлек. Ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙ элегерәк көндө төнгә ялғап данлыҡлы башҡорт шәлен бәйләй ине. Хәҙер был шөғөл дә аҡрынлап һүнә-һүрелә бара. Милләт ғорурлығы булған бик күп һөнәрҙәребеҙ яйлап ҡына ҡулдан ысҡына. Республикала йәшәгән башҡа милләттәр беҙҙең данлыҡлы, ваҡыт һынауын үткән шөғөлдәрҙе үҙләштергәндә, ниңә әле башҡортҡа уның өсөн ят булған иң насар ғәҙәттәр генә йәбешергә һәм килешергә тейеш: эскелек, яуапһыҙлыҡ, үҙеңә һәм киләсәгеңә битарафлыҡ, ялҡаулыҡ, маҡсатһыҙлыҡ, хатта үҙ-үҙеңә ҡул һалыу? Ғәскәр кешеләре булып меңәрләгән йылдар ҡуйған ауыр һынауҙарҙы үткән данлыҡлы башҡорт, һис шикһеҙ, үҙ асылына ҡайтып, рухи тамырҙарын тергеҙеп, тигеҙҙәр араһында тигеҙ, көслөләр араһында көслө булып йәшәргә тейеш!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576