Ҡулымдағы китапты йәнә бер тапҡыр диҡҡәт менән битләп ултырам. Ул — ике томлыҡтың берәүһе. Авторы миңә иң яҡындар иҫәбендә, ошо ике томлыҡҡа үткән юлы үтә лә таныш. Яҙыусы булараҡ та, ғалим булараҡ та. Ике осраҡта ла уның ижади ҡаҙаныштарының юл башы ҡайҙан һәм ҡасан башланғаны хаҡында аныҡ ҡына шаһитлыҡ итә алам. Әле иһә авторҙың һайланма әҫәрҙәренең ике томлығы үҙҙәре хаҡында һис бер тартынмайынса һүҙ әйтеү хоҡуғы бирәлер, тип уйлайым.
Минеңсә, бөгөнгө танылған яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың ҡулына тәүге тапҡыр ҡәләм алыуы уның студент йылдарында, йәйге каникул ваҡытында комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләгән сағында ауылдаштары хаҡында йәнле һүрәтләмәләр яҙыуынан башланды. Уларҙы беренселәрҙән булып күҙҙән үткәреүсе, "Совет Башҡортостаны" гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары булараҡ, мин инем, ахырыһы. Тимерғәле Килмөхәмәтовтың фән өлкәһендәге ҡаҙаныштарын да уртаҡлашырға насип булды миңә. Ул Мәскәүҙә докторлыҡ диссертацияһы яҡлағанда, оппоненттарының береһе сифатында ҡатнашып, ғилми эшенең баш ҡаланың күренекле ғалимдары тарафынан юғары баһаланыуына шаһит булыуыма ғорурланып ултырҙым.
Китап авторҙың "Ерем моңо, мөхәббәт моңо" тип исемләнгән мәҡәләһе менән асыла. Унда яҙыусының тормош юлы һәм ижады тураһында фәһемле фекерҙәр, күҙәтеү, һығымталар бар.
Томдың беренсе бүлегендәге "Хаҡлыҡ үлмәй" исемле повеста уҡ яҙыусыға хас һүрәтләү предметы һәм үҙенсәлектәре асыҡ кәүҙәләнә.
Әҫәрҙә иғтибарҙы тартыусы төп тема — герой һәм персонаждар яҙмышы. Ислам Насиров — драматик яҙмышлы, ысын тормоштоң үҙенән әҙәбиәткә килеп кергән әҙәби герой. 60 — 70-се йылдарҙағы башҡорт прозаһындағы халыҡсан образ ул. Бөтә көсөн, һәләтен, тырышлығын халыҡтың көндәлек тормошон яҡшыртыр, еңеләйтер өсөн бирә. Иген игеп тә, икмәккә тилмергән, мал-тыуар аҫрап та, аш-һыуға туйынмаған, урман эсендә йәшәп тә, яғырға утынһыҙ ултырған кешеләрҙе яҡлап, хәтәр аҙымдар яһай Ислам. Ҡәтғи тыйыуҙарға ҡарамайынса, тәүге уңыштан колхозсыларға он тарата, халыҡты ҡан илатҡан урмансы Рәхмәйҙең яуызлыҡтарына сик ҡуя.
"Айсыуаҡ" повесының төп геройы Айсыуаҡ та тәбиғәте буйынса Исламға оҡшаш. Ул да, ижтимағи тормоштағы саманан ашҡан тыйыуҙарға, төрлө директиваларға йәбешеп йәшәүсе етәкселәргә ҡаршы сығып, хужалыҡ итеүҙе яңыса ҡорорға, халыҡты аңларға тырыша. Айсыуаҡтың йәшлеге илдә бер-бер артлы тыуып торған шау-шыулы ваҡиғаларға тура килә. Тәүҙә сиҙәм күтәреү эпопеяһы башлана, уның артынан — мелиорация кампанияһы. Өҫтән-мөҫтән генә уйланылған ошо сәйәсәтте тормошҡа ашырыу барышында күпме кешенең яҙмышы пыран-заран килә, тәбиғәт байлығы әрәм-шәрәм ителә. Колхоз агрономы Айсыуаҡтың характеры сынығыуы ошондай шарттарҙа бара.
Баҫыу ситендәге Яҙғы Йорт шишмәһен күмдереп тигеҙләргә ең һыҙғанып уҡталған "хәсрәт мелиораторҙар"ға ҡаршы сығып, бульдозер юлына арҡыры ятып, уларҙы сигенергә, был эштән баш тартырға мәжбүр итә ул. Яҙғы Йорт ҡотҡарып ҡалына.
Томдың икенсе бүлеге хикәйәләрҙән тора. Улар бер тынала уҡыла һәм ҙур әҫәр менән танышҡандай булаһың. Геройҙары бер-береһен дауам иткәндәй, әҙәби эпизодтар ысын тормоштағы дәүер-дәүер ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле күҙ алдына баҫтыра.
Геройҙар ҙа, ваҡиғалар ҙа ышандыра, үҙҙәре артынан эйәртә, уйландыра. Хикәйәләргә күләм ыҡсымлығы, йөкмәтке тоҙлолоғо хас. "Һуңғы фронтовик" әҫәрендә, мәҫәлән, ҡарт һалдат Закирйәндең бер көнлөк ғүмере алынған. Ошо ҡыҫҡа арауыҡта ил-йортобоҙ яҙмышындағы бөтөн бер оло дәүерҙең тормошсан, үтә ҡатмарлы күренештәре күҙ алдына баҫтырылған. Бөйөк Ватан һуғышы, унан һуңғы тормош, хәҙерге көндәр... Закирйән — ауылдағы һуңғы фронтовик. Тормош юлы, күргән-кисергәндәре — аяныслы ла, ҡәҙерле лә дәүер. Бер ҡараһаң, ул өлкән йәшкә еткән, шөкөрәнә ҡылып, тып-тыныс йәшәп ятырға тейеш. Ут-ғәрәсәтле яуҙан иҫән сыҡҡан. Бергә ғүмер иткән ҡатыны, улы, ҡыҙҙары бар. Ейән-ейәнсәрҙәре тупылдап йөрөй. Атын егеп, урманға, ялан-ҡырҙарға сыға. Ҡарсығы Ғәзимәне ултыртып, күрше ауылдағы дауаханаға барып ҡайта. Дауахана юлында йыш ҡына эстән бер үтенесте ҡабатлай: "Ғәзимәмдең ғүмерен бир, Хоҙайым. Ҡарсығымдан бер көн ҡалып йәшәргә яҙмаһын".
Ә шулай ҙа Закирйәндең күңеле тыныс түгел. Хатта бер төрлө ғазап кисерә ул. Бөтә яуҙаш ауылдаштары менән мәңгелеккә хушлашҡан. Ни өсөн ул иң аҙаҡҡыһы булып ҡалды? Бәхетме был, әллә үҙенсә язамы? Ара-тирә тегендәй-бындай һүҙҙәр ҙә ишеткеләп йөрөгән кеше инде ул. "Фронтта ҡан түгеп, ысын һуғышҡандар шунда үлеп бөткән. Бер Закирйән иҫән ҡалған”. Икенсерәк һүҙҙәр ҙә йөрөй уның тураһында: "Ярай әле Закирйән бар. Уға ҡарап, йәшлегебеҙҙе хәтергә алабыҙ. Закирйән дә китеп барһа, ни йәм, ни ғәм ҡалыр..."
"Һуңғы фронтовик" хикәйәһе ысын тормош күренештәренән, хис-моңдан, авторҙың ҡайнар кисерештәренән туҡылған. Илебеҙ тарихындағы шанлы ла, данлы ла дәүерҙе, шул осорҙоң ҡаһарман, ҡоростай сыҙамлы кешеләрен тормошсан ваҡиғалар ағышында асып биреү, хәҙерге замандың ҡырҡыу социаль-әхлаҡи мәсьәләләрен күтәреүе, шуларҙың бөтәһен хис-тойғоға бай тел менән тасуирлап биреүе яғынан хәҙерге прозабыҙҙың етди ҡаҙанышы ул.
Китаптағы башҡа хикәйәләр ҙә тормошсан ваҡиғаларға, үҙенсәлекле геройҙарға, халыҡсан һүҙҙәргә, төрлө һүрәтләү сараларына бай. Повестарға һәм хикәйәләргә ысын тормошсанлыҡ ҡайҙан килә? Яуап бер: автор үҙе күргән, үҙе белгән хәлдәр һәм кешеләр хаҡында яҙа. Бала-сағы, үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона һәм унан һуңғы ифрат яфалы дәүергә тура килгән, атаһы һуғышта һәләк булғас, инәй ҡулында үҫкән Тимерғәле күңеленә уйылып ҡалғандарҙы, үҙ башынан үткәндәрҙе тәрән белеп, ҙур дөрөҫлөк менән тергеҙә икән — был тәбиғи. Әҫәрҙәрҙә шуға күрә психологик ышандырыу ҡеүәһе көслө.
Тимерғәле Килмөхәмәтовтың "Һайланма әҫәрҙәр"енең икенсе томы былтыр донъя күрҙе. Тәүге томдан айырмалы, унда художестволы-публицистик әҫәрҙәр тупланған. "Әҙәбиәт һәм заман", "Ижади портреттар", "Очерктар", "Рецензиялар", "Эссе" тигән бүлектәрҙе үҙ эсенә ала йыйынтыҡ.
Беренсе бүлек һуңғы ике тиҫтә йыл арауығында Башҡортостанда булып үткән мөһим хәл-ваҡиғалар менән әҙәбиәт араһындағы үҙенсәлекле бәйләнештәрҙе сағылдырған күләмле аналитик мәҡәләләрҙән тора. "Ижади портреттар" бүлеге З. Биишева, М. Кәрим, И. Абдуллин, Н. Асанбаев, К. Кинйәбулатова, М. Ғәйнуллин, Ш. Бикҡол, Ә. Мирзаһитов, И. Йомағолов, Ф. Богданов, М. Минһажетдинов, И. Кинйәбулатов, Ҡ. Аралбай кеүек шәхестәрҙең ижадын байҡауға арналған. "Очерктар" бүлеге бер ҙур ғаиләнән сыҡҡан, илгә күп изгелек күрһәткән Ибраһимовтарға, йырсы Райман Ишбаевҡа, мәшһүр тел ғалимы, профессор Жәлил Кейекбаевҡа, шағир, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Ғилемдар Рамазановҡа, халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа, күренекле тарихсы, профессор Рим Янғужинға, профессор Ғиниәт Ҡунафинға арналған очерктарҙан ойошҡан. "Мостай менән Рауза", "Бейешеваса йәшәү сәхифәләре" исемле эсселар айырыуса ҡыҙыҡһынып уҡыла.
Был томдағы бөтә яҙмалар әҙәби-публицистик жанрҙарға ҡарай. Т. Килмөхәмәтов — ошо өлкәлә бай тәжрибә туплаған яҙыусы һәм ғалим. Күренекле башҡорт әҙиптәренә арналған ижади портреттары айырыуса киң билдәле. Әлеге томдағы төрлө жанрға ҡараған әҫәрҙәренә бер уртаҡ сифат хас: бик күп әҙәби фактты теоретик дөйөмләштереү һәм ғилми анализды аңлайышлы итеп, яҙыусы ҡәләме менән образлы телдә әйтеп биреү. Был — ысын-ысындан яҙыусы публицистикаһы. Китапҡа ингән әҫәрҙәр дөйөм белем биреү мәктәптәрендә, юғары һәм урта уҡыу йорттарында файҙалы, кәрәкле ҡулланма, бай сығанаҡ буласаҡ.
Йомғаҡлап шуны әйтәйек: Башҡортостан "Китап" нәшриәте, күренекле яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе һәм ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтовтың ике томлыҡ һайланма әҫәрҙәрен сығарып, хәҙерге мәҙәниәтебеҙ ҡаҙаныштарын уҡыусыларҙың киң ҡатламына еткереү йәһәтенән маҡтаулы эш башҡарҙы. Был томдарға тупланған юғары зауыҡлы повестар, хикәйәләр, әҙәби-публицистик әҫәрҙәр хәҙерге әҙәбиәт, әҙәби тәнҡит, әҙәбиәт ғилеме үҫешенә, һис шикһеҙ, ыңғай йоғонто яһаясаҡ.