Драматург Наил Ғәйетбайҙың "Драматургия — иң ҡатмарлы жанр" тигән һүҙҙәренә элегерәк әллә ни иғтибар итмәй торғайным. Ләкин, үҙем дә пьесалар яҙыуға тотонғас, Наил ағайҙың хаҡлы булыуына төшөндөм. Ысынлап та, драматургия — әҙәбиәттең иң ҡатмарлы һәм иң юғары нөктәһе, уны яулау һәр ҡәләм эйәһенең ҡулынан килмәй. Бәлки, шуғалыр ҙа был жанрҙа эшләүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуларҙың береһе — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Әсғәт улы Ғәйетбаев.
Бөгөн, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға атаҡлы драматург менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Наил ағай, үткән ғүмер юлығыҙ тураһында уйлағанда, ниндәйерәк ваҡиғалар йышыраҡ иҫегеҙгә төшә?
— Был һорауға яуап биреү өсөн тулы бер китап яҙырға кәрәк. Шулай ҙа ҡыҫҡаса һөйләп ҡарайым. Беренсенән, урыҫса уҡып, тау инженеры һөнәре алып та башҡорт яҙыусыһы дәрәжәһенә етеүем ғәжәп, минеңсә. Икенсенән, алты бала атаһы булыуым да күптәрҙе аптырата. Көтмәгәндә мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнеп, күп эштәр башҡарыуым (филармониялар, театрҙар, журналдар, училищелар асыу) ҡыуандыра. Үҙем асҡан "Тамаша" журналында 16 йыл баш мөхәррир булып эшләүем дә ҡыҙыҡлы. Ошолар хаҡында йыш уйланам һәм шундай мөмкинлектәр биргәне өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыйым.
— Һеҙ — әҙәбиәткә проза менән килеп ингән кеше. Драматургия юлынан китеүҙең берәй сәбәбе бармы?
— Ысынлап та, мин прозаға ныҡлап аяҡ баҫҡас (өс китабым донъя күргәйне, СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алғайнылар), драматургияға күсергә булдым. Уның сәбәптәре күп ине. Сибайҙа йәшәгәс, урындағы театр артистары менән ныҡлап аралаштым. Уларҙың: "Йәш драматургтар юҡ, пьеса яҙыу шиғыр, хикәйә яҙыу түгел инде. Пьеса өсөн талант кәрәк", — тип йәнгә тейеүҙәре драматургияға тотонорға мәжбүр итте шикелле. Тәүҙә ауыр булды, беренсе өс пьесамды Сибай театрының ул саҡтағы баш режиссеры Фәтхислам Ғәләүетдинов: "Пьесаң сибек, ҡуйырлыҡ түгел, сәхнә ҡанундарын белмәй яҙылған", — тип кире ҡайтарҙы. Фәҡәт күп пьесалар уҡып, драматургияның нимә икәнлегенә төшөнгәс кенә әҫәрҙәрем сәхнәләрҙе яулай башланы.
— Бөтәһе нисә пьеса яҙҙығыҙ? Ниндәй жанрға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
— Илленән ашыу. Шуларҙың 40—45 тирәһе профессиональ театрҙар сәхнәләрендә ҡуйылды. Әлбиттә, күберәк комедия яҙам. Ни өсөн тигәндә, бөгөн телевидение, гәзит-журналдарҙың ҡурҡыныс хәлдәр, үлтереш, ҡан ҡойош хаҡында һөйләүенән халыҡ ялҡҡан. Улар театрҙа ҡыуанырға, шатланырға, көлөргә теләй. Әммә һәр пьесамда етди проблема күтәрергә тырышам. Тамашасы ике сәғәт буйы театрҙа көлөп ултырһын да өйөнә ҡайтып барғанда ҡапыл уйға ҡалһын: "Туҡта, туҡта, мин көлөп ултырҙым да ул, бында бит бик етди проблема күтәрелә, уны нисек тә хәл итергә кәрәк бит!" Тамашасылар шулай тип әйтһен өсөн яҙам комедияларымды.
— Беҙҙең театрҙар йыш ҡына урыҫ йә сит ил авторҙарының әҫәрҙәрен ҡуйырға тырыша. Ләкин уларға халыҡ йөрөмәй. Быға ҡарашығыҙ ниндәй?
— Ҡарашым кире, әлбиттә. Был хаҡта уйлағанда билдәле драматург Нәжиб Асанбаев менән булған ваҡиға иҫкә төшә. Белеүегеҙсә, Асанбаев милләте буйынса керәшен, ысын исеме — Николай. Уның тәүге пьесаһының афишаһына "әҫәрҙең авторы — Николай Асанбаев" тип яҙғандар. Бәс, урыҫ әҫәре икән тип халыҡ спектаклгә йөрөмәй икән. Шунан театр етәкселәре афишаға "Драматург Нәжиб Асанбай" тип яҙып ҡуйған, һәм тамашасы спектаклгә ағыла башлаған. Эш урыҫ авторы, башҡорт яҙыусыһы булыуҙа түгел, бөтә сәбәп менталитетта. Башҡорт-татар драматургтарының әҫәрҙәре күңелгә үтеп инеүсән, көлдөрә лә, илатып та ала, унда йыр-бейеү ҙә була. Халыҡ шундай спектаклдәрҙе яҡыныраҡ күрә. Урыҫ, сит ил авторҙары күберәк күңел өсөн түгел, ә аҡыл өсөн яҙа. Бәлки, хәҙер айырма шул тиклем һиҙелеп тә бармайҙыр. Әммә халыҡ күңелендә "Урыҫ, сит ил драматургтарының пьесалары ҡыҙыҡ түгел" тигән фекер уйылып ҡалған, шуға ла тамашасы уларға йөрөмәй ҙә ҡуя. Әммә театр етәкселәрен дә аңларға була. Улар башҡорт драматургының пьесаһын ҡуйһа, гонорар тулыһынса яҙыусыға китә, урыҫ әҫәрен сәхнәләштерһә, тәржемә өсөн гонорарҙы үҙҙәре ала.
— Драматургтар юҡ тигән һүҙҙе хәҙер һылтау итеп алдылар шикелле. Һеҙ — драматургтар үҫтереү буйынса күп көс түккән кеше, семинарҙар ойошторҙоғоҙ. Тырышлыҡ бушҡа китмәнеме?
— Һеҙҙең һорауығыҙ ярама тоҙ булып ятты. Был хаҡта интервью бирмәм, тип ант иткәнем бар. Пьеса яҙыу тураһында һөйләй башлаһаң, йә иларға, йә кемделер тиргәргә кәрәк. Ә бының өсөн арҡанан һыйпамайҙар. Ошоға тиклем Мәҙәниәт министрлығында, уның сәнғәт бүлегендә эшләгән кешеләр арҡаһында ҡуйылған пьесалар өсөн икешәр-өсәр йыл тейешле хаҡ ала алманыҡ: гонорарҙың күләме ун йыл үҙгәрмәне, инфляция ун йылда ун тапҡыр артты, әйберҙәр хаҡы ун тапҡыр үҫте, ә пьесаға хаҡты теге етәкселәр, киреһенсә, кәметте. Был хәл күп яҙыусыларҙа пьеса яҙыу теләген үлтерҙе. Ниңә шулай эшләнеләр? Өҫтәп аҡса бирмәйҙәр, тип һылтандылар, әммә шул өҫтәгеләргә барып хәлде аңлатырға ҡурҡтылар. Йәш драматургтар семинарын да, аҡса булмауға һылтанып, юҡҡа сығарҙылар. Уларҙы театрҙарҙың да, драматургияның да киләсәге борсомай ине, фәҡәт ултырған йылы урындарынан осормаһындар. Әммә барыбер осорҙолар. Хәҙер Мәҙәниәт министрлығына ла, уның сәнғәт бүлегенә лә яңы, йәш кешеләр килде. Театр донъяһы, драматургтар уларға ҙур өмөт менән ҡарай. Гонорарҙар үҫер, ваҡытында түләнер, йәш драматургтар семинары үткәрелә башлар тип уйлай улар. Шул саҡта ғына театрҙарҙың да, драматургияның да киләсәге яҡты булыр.
— Бөгөнгө театр менән ҡәнәғәтһегеҙме?
— Бөгөн беҙҙең театрҙарҙа талантлы режиссерҙар эшләй. Улар эҙләнә, тырыша, бик ҡыҙыҡлы спектаклдәр ҡуя. Режиссерҙар булһа, театрҙарҙың киләсәге бар. Әммә йәш тигән режиссерҙарыбыҙ ҙа ир уртаһына етте. Шуға күрә егеттәрҙе уҡытырға ебәреү хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш министрлыҡ. Юғиһә тағы ун йылдан, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарындағы кеүек, режиссерҙар юҡлығы арҡаһында көрсөккә төртөләсәкбеҙ. Йәнә театрҙарҙың драматургтар менән эшләү мәҙәниәте юҡлығы бик борсой. Элеккеләре яҙыусылар менән әүҙем эшләй ине, яҙған пьесалары менән ҡыҙыҡһына, уҡый, тикшерә, кәңәш бирә торғайны. Ул режиссерҙар донъя ҡуйҙы, һәм йәштәргә драматургтар менән эшләү тәжрибәһе бирелмәй ҡалды. Шуға ла хәҙерге режиссерҙар яҙыусылар менән нисек эшләргә белмәй. Ошо ла оло бер бәлә булып тора. Театрҙарға драматургтар менән бергә репертуар өҫтөндә эшләргә кәрәк. Ошо ғына беҙҙең милли театрҙы, милли драматургияны ҡотҡарыр.
— Әле ниндәй әҫәр яҙаһығыҙ?
— Балалар театры өсөн башҡорт халыҡ әкиәте мотивтары буйынса пьеса яҙам. Йәнә өлкән актерҙар өсөн трагикомедия өҫтөндә эшләйем.