Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Юмореска
Дауаханалағы күршем бигерәк сәйер кеше булып сыҡты. Һөйләшмәй ҙә, телевизор ҙа ҡарамай, гәзит тә уҡымай – ята шунда күҙле бүкән шикелле стенаға тексәйеп. Машина тапаған икән, аяғы бер нисә урындан һынған – бары шуны ғына әйттерә алдым. Туғандары, дуҫтары ла килмәй үҙенә, ике-өс тапҡыр полиция хеҙмәткәрҙәре генә инеп сыҡты. Миңә, уларҙы аулаҡта ҡалдырып, коридор ҡыҙырып йөрөргә тура килде. Нимә эшләп йөрөйҙәр, тим, өндәшмәй теге, бер нөктәгә ҡарап ятыуын ғына белә. Һөйләшергә кеше булмағас ни, күңелһеҙ. Нимуй эргәһендә ятып аҡылдан яҙырһың. Аптырағас, эргәләге киосктан гәзиттәр алып керәм дә ҡысҡырып уҡыйым. Айырыуса “Полиция хәбәр итә” оҡшай, тәртип һаҡсыларының оҫталығына һоҡланам, йыйын әтрәгәләмдең ҡылған енәйәттәре хаҡында уҡып йоҙроҡто төйнәйем.
“Тыныслыҡ” проспекты менән “Партизан” урамы киҫелешендә 31 июлдә 42 йәшлек Абзал М.-ды машина бәреп китә. Ваҡиғаның шаһиты 23 йәшлек Фәнзил. Р.-ҙың әйтеүенсә, бәләгә тарыған кеше юл аша сыҡҡанда йәшел светофор яна, Фәнзил Р. үҙе лә саҡ ситкә тайпылып өлгөрә. Йәйәүлене тапап, был урындан һыпыртҡан иҫерек водителде эҙләү өсөн “Ҡамап тот” операцияһы иғлан ителгән”.
– Ишеттеңме, күрше, – тим, уҡып бөткәс, йәнем көйөп. – Урамға сығыр хәл юҡ хәҙер, һатып алынған таныҡлыҡ менән йөрөгән ахмаҡтар күбәйҙе бит.
Күршем өндәшмәй, ауыр һулап ҡына ҡуя. Бер-ике көндән йәнә бер ҡосаҡ гәзит алып керәм дә телһеҙ күршемә үс итеп бөтә хәбәрҙе ҡысҡырып уҡыйым.
“Тәртип һаҡсылары наркотик матдә таратыусыларға ҡарата аяуһыҙ көрәш алып бара. Мәҫәлән, кисә 23 йәшлек Фәнзил Р.-ҙы тентегән саҡта кеҫәһенән 100 грамм гашиш табыла. Был егет ғәйебен танымай һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәткәне өсөн дә яуап бирәсәк. Өҫтәүенә, ул изоляторҙа дүрт тапҡыр эләгеп йығыла, башын ишеккә бәрә. Моғайын, ул тәртип һаҡсыларын шундай мәкерле ысул менән яуапҡа тарттырырға маташҡандыр”.
“Тыныслыҡ” проспекты менән “Партизан” урамы киҫелешендәге юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында яңы дәлилдәр билдәле булды. Ҡайһы бер “һары” гәзиттәр, был машина дәүләт эшмәкәре, депутат Панкратовтыҡы, авария яһаусы ла ул, тип сүбек сәйнәһә лә, был факт дөрөҫләнмәне”.
“Хоҡуҡ органдары илде яҡтылыҡҡа, яҡшы тормошҡа әйҙәгән “Ҡаҡшамаҫ ил” партияһы вәкилдәренә ҡаршы төрлө оятһыҙ саралар әҙерләнеүе тураһында белдерә. Ошондай енәйәтсел төркөмгә ойошҡан 42 йәшлек Абзал М. менән 23 йәшлек Фәнзил Р.-ҙың ҡоротҡос эшмәкәрлегенә сик ҡуйылды. 31 августа Абзал М., депутат Панкратовтың машинаһын аңдып тороп, капотҡа ырғый. Бары тик депутаттың оҫталығы ғына ҙур бәләнән ҡотҡара, һаулығына бер ниндәй зыян килмәгән Абзал М. дауаханаға барып ята. Ә ҙур стажлы наркоман булараҡ, билдәле Фәнзил Р. һәр урында депутат тураһында уйҙырмалар тарата башлай. “Ҡаҡшамаҫ ил” партияһының төбәк бүлексәһе белдереүенсә, енәйәтсел төркөмдөң маҡсаты – депутат Панкратовтың, тотош партияның абруйын, рейтингын төшөрөү”…
– Етәр! – тип ҡысҡырып ебәрҙе палаталаш күршем, ҡотомдо алып. – Мин бит ул Абзал абзыйың! Уҡыма, зинһар, шуны.
– Бәй, һинме ни?! – тип бот сабам, үҙ ҡолағыма үҙем ышанмайынса. – Тәртип һаҡсылары юҡҡа йөрөмәгән икән!
– Өс көн буйы хәлде алдылар шул. Йәшелгә сыҡтым тигәнде ишетмәйҙәр ҙә! Наркоманға оҡшап тораһың, тип үҙемә ғәйеп таға башланылар. Юлды ҡыҙыл төҫкә сыҡҡанмын, машинаға үҙем килеп бәрелдем, бер кемгә лә дәғүәм юҡ, тип ғариза яҙғас ҡына, ниһайәт, туҡтанылар. Теге йәш егет йәл, ғариза яҙғас та уны ла сығарабыҙ, тип вәғәҙә иткәйнеләр былай.
Бына бит, ҡалала меңәрләп машина йөрөй, тап депутат машинаһы менән төкөшөргә башына тай типкәндер был абзыйҙың. Енәйәтсел төркөмгә эләкмәҫ борон миңә лә тайырға кәрәк был тирәнән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 418

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576