Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гөрләп торҙо баш ҡала
Гөрләп торҙо баш ҡала12 июндә Өфөләр генә түгел, ҡала ҡунаҡтары ла өсләтә байрамды – Рәсәй, Ҡала һәм Салауат Юлаев көндәрен – ихлас күңелдән билдәләне. Тәбиғәт тә, тырыш халыҡҡа бүләк булһын тигәндәй, ҡояшлы, аяҙ көнө менән һәр кемде иркәләне. Байрам тантаналары иртә менән башланды.

Тәүҙә Өфө ҡалаһының почетлы граждандары, ҡала Советы депутаттары Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды.
Ә Ленин урамы Мәскәүҙең Арбатын хәтерләтте: көндәгесә ығы-зығы юҡ, машиналарҙың тауышы ла ишетелмәй, шуға ла байрам күрергә килгән һәр кем үҙәк урамдан рәхәтләнеп атланы. Рәт-рәт булып теҙелгән тирмәләр, һатыу нөктәләре, кафе-ашханалар халыҡты үҙенә саҡырып, төрлө аш-һыу тәмләргә, республикабыҙҙың оҫталары тарафынан эшләнгән сувенирҙар һатып алырға өндәһә, сәнғәт әһелдәре, һәүәҫкәрҙәр йыр-моң, дәртле бейеүҙәре менән кәйефте күтәрҙе. Теләгән һәр кем шулай уҡ башҡорт ҡымыҙынан, буҙаһынан ауыҙ итте. Испаниянан килгән ғаилә лә башҡорт балын тәмләп, күстәнәскә тип, айыу һыны төшөрөлгән банканы һатып алды.
Гөрләп торҙо баш ҡалаҺөнәрселәр фестивале лә әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итә. Бында теләгәндәр һүрәт төшөрҙө, металдан төрлө һындар яһаны. Шулай уҡ совет осорондағы автомобиль сәнәғәтен кәүҙәләндергән ретро-автомобилдәр күргәҙмәһенә килеүселәр ҙә байтаҡ булды.
Балалар тәмле туңдырма урынына һүрәт төшөрөүҙе хуп күрҙе, сөнки конкурсты ойоштороусылар тарафынан еңеүселәргә тос ҡына бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне. Бынан тыш, улар йыр-бейеүгә маһирлығын да күрһәтте.
Милли көрәш барған майҙанда халыҡ ифрат күп ине.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, өфөләрҙе байрам менән ихлас ҡотлап, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәргә, атап әйткәндә, урам һепереүселәргә торлаҡ сертификаты, “Иң яҡшы шәхси йорт” конкурсында еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Был көндә Башҡортостан Республикаһы буйынса суд приставтары хеҙмәте идаралығына эшкә яңы алынған йәштәр тоғролоҡҡа ант бирҙе. Баш пристав Зариф Байғусҡаров уларҙы намыҫлы хеҙмәт итергә саҡырҙы, һөнәри бурысҡа яуаплы ҡарарға өндәне. Матур йолаға әүерелгән сарала тағы ла 72 суд приставы хеҙмәттәге уңыштары өсөн Рәсәй Юстиция министрлығының һәм Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Бынан тыш, балалар араһында үткәрелгән “Йәш хоҡуҡ һаҡлаусы”, “Гәлсәр йондоҙсоҡ” төбәк-ара конкурсында еңеүселәр ҙә билдәләнде.
Баш ҡаланың төрлө урындарында байрам саралары дәррәү үтте. Өфөләр, ҡала ҡунаҡтары М. Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәни паркында “Минең ҡалам Өфө” исемле байрам концертын ҡарап ҡыуанһа, Урыҫ дәүләт драма театры майҙансығында “Берҙәмлек – Содружество” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, күңел асты. Йәштәр өсөн “Киләсәк ҡалаһы” арт-фестивале лә, “Эндорфин” урам театрҙарының сығышы ла күптәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.
“Аҡбуҙат” ипподромында иһә Земфира менән “ДДТ” төркөмө концертына халыҡ күпләп йыйылды.
Күркәм байрам Ленин исемендәге майҙанда фейерверк менән тамамланды.


Автор: Самат ҒӘЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779