Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аҡ ҡаурый” ғәҙеллек юллай
"Хөрмәтле редакция! Һеҙгә ышанып һәм ғәҙеллек юллап, "Аҡ ҡаурый" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле ағзалары яҙа. 2009 йылда Ләйсән Фәхретдинова ойоштороп ебәргән ансамблдең нигеҙен халҡының яҙмышына битараф булмаған, абруй ҡаҙанған зыялылар тәшкил итә. Йәмле Әй буйында тамыр йәйгән милләттәштәребеҙҙең ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын, йыр-бейеүен өйрәнеп, уны йәш быуынға аманат итеп ҡалдырыу – төп маҡсатыбыҙ. Беҙ районда ғына түгел, тирә-яҡта ла тиҙ арала танылып өлгөрҙөк. Республика кимәлендәге "Ашҡаҙар таңдары", "Мин яратам һине, тормош!" һәм башҡа фестивалдәрҙә алдынғы урын яулауыбыҙ – шуға асыҡ миҫал. "Байыҡ" телевизион бейеү конкурсының сираттағы турын уңышлы үттек.
Ситтән ҡарағанда һәммәһе лә ал да гөл кеүек. Ә ысынында район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе П.А. Козлов менән район мәҙәниәт һарайы директоры С.Ф. Ғәлимуллин, киреһенсә, беҙҙең бар уңышты юҡҡа сығарырға маташа. Ҡыҫҡаһы, улар мөмкин тиклем ҡаршылыҡ тыуҙырып, һәр саҡ аяҡ сала, тигеҙ генә "йүгергән" тәгәрмәскә таяҡ тыға... Эҙәрлекләүгә түҙә алмайынса, етәксебеҙ менән бейеүсебеҙ эштән китергә мәжбүр булды. Район хакимиәте башлығы О. А. Могильниковҡа ла мөрәжәғәт иткәйнек, ошоға тиклем ярҙам тойолмай.
Тамашасы һөйөүен яулаған биш башҡорт ансамбле, шул иҫәптән "Аҡ ҡаурый", осоп барғанда ергә атылып төшкән ҡоштай юҡҡа сыҡты. Шулай итеп, төбәктәге берҙән-бер башҡорт коллективының ғүмере өҙөлдө.
Һеҙҙән ярҙам көтөп, "Аҡ ҡаурый" ағзалары.
Дыуан районы".

Күптән түгел редакциябыҙға ошондай хат килде. Мең ҡат ишеткәнсе, бер тапҡыр күр тигәндәй, Әйле ырыуының ҙур йыйынына юлланғанда, әрнеүле яҙманы ла кеҫәгә һалып алдым.
...Дөрөҫлөк кем яғында? Ысынлап та, ҡыҫым булғанмы? Ғәйеп кемдә? Ҡорҙа, моғайын да, хәбәр генә һөйләп ултырмаҫтар, йыр-бейеү ҙә күрһәтерҙәр, концертта бүтәндәр ҡатнашҡанда, "Аҡ ҡаурый"ҙың сығышын күрмәү үкенесле буласаҡ, тип уйланам. Инә ҡортһоҙ ҡалған осраҡта күстең таралыры көн кеүек асыҡ. Төбәктәге берҙән-бер башҡорт ансамбле тарҡалһа, төньяҡ-көнсығышта тамыр йәйгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә кем туған телдә моң ишеттерер, ғөрөф-ғәҙәт өйрәтер? Һүҙ ҙә юҡ, улар бындай бәхеттән мәхрүм ҡаласаҡ!..
Хаҡлыҡтан ҡасҡандар ялғандың ҡорбанына әйләнә, тиҙәр. Хәбәрсе булараҡ, урындағы халыҡ араһында ҡайнап йәшәмәгәс, әйткәндәренә таянып ҡына һәр береһен аңларға тырыштым, фекер йөрөттөм. Шуға күрә лә мәҡәлә уларҙың һүҙенән сығып ҡына әҙерләнде.
Мәсәғүттәге район мәҙәниәт һарайының иркен майҙаны байрамса биҙәлгән, күңелле моң алыҫтарға ишетелә. Йыр-бейеү, икмәк-тоҙ менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу — шәп күренеш.
Мәҙәниәт усағының етәксеһе Салауат Ғәлимуллинды эҙләп табыу ауыр булманы. Тирмә ауыҙында ҡунаҡтарҙы эскә саҡырып торған бер ыҫпай егет күҙгә салынғайны. Һораштым, шул икән. Уның менән икенсе ҡатҡа, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигына ашыҡтыҡ.
– Һәр коллективта үҙ урынын тапмаған кешеләр осрай, "Аҡ ҡаурый" ансамбленең етәксеһе тураһында ла шулай әйтергә мөмкин, – тип башланы һүҙен Павел Козлов. – Эшенә һалҡын ҡарай, күңел биреү юҡ инде, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙенең төп бурысын яуаплы башҡармағаны өсөн эшенән бушатылды.
Башҡорт ансамблдәре тураһында төпсөнәм. Павел Александрович Салауат Фердинант улына исемлек алып килергә ҡушты. "Халыҡ" һәм "өлгөлө" исеме алғандары түбәндәгеләр: "Русская песня", "Вечерка", "Семеновна", "Родные напевы", "Гармошка", "Ветераночка", "Эрзяночка", "Тараторки", "Забава", "Ярославские ребята", "Фортуна" һәм "Аҡ ҡаурый".
Башҡорт ансамбленең ағзаларын һанап сыҡтылар, улар – Разия Ғималова, Раушания Рәхмәтуллина, Ринат Нурмөхәмәтов, Әлғимә Черемчанцева, Айгөл Кәримова, Ринат Бейешев.
Ҡыҙыу бәхәскә ҡушылған Салауат Ғәлимуллин һөйләүенсә, Ләйсән Фәхретдинова менән тәүҙә аңлашып эш иткәндәр, ә инде һуңынан фекерҙәр тап килмәй башлаған. Репертуарҙың ярлылығына зарланды ул. Капитан ишкәкте бер яҡҡа ҡайырған, уның ҡул аҫтындағыһы – бүтән тарафҡа, тигән кеүек килеп сыға инде. Тыныс ҡына йөҙөп барған кәмә ни өсөн сайҡалған? Башта ошо һорау ҡыҙыҡһындырҙы.
– Һуң, ансамблде халыҡ белә, абруйы бар, төрлө бәйгеләрҙә еңәләр, бәйләнергә урын юҡ та баһа, – тим.
– Беҙҙә вазифаһына яуаплы ҡарамағандарға урын юҡ, – тине икеһе лә бер һүҙле булып.
Ғәҙеллек талап итеүсе менән осрашыу был осраҡта һулар һауа кеүек кәрәк ине.
Тамаша залы, фойе, ихата, ғөмүмән, мәҙәниәт һарайы өҫтөнә таш төшкән умарта шикелле гөжләп тора. Ҡосаҡлашып, ихлас күрешеүҙәр байрамға йәм өҫтәй, шат йөҙҙәр, мөләйемлек, туғандарса ҡараштар – былар барыһы ла ҙур тантанаға ғына хас. Ләкин май ҡояшы кеүек балҡығандар араһында йөҙөн болот ҡаплағандай борсолоусылар ҙа юҡ түгел. Йәберһетелгән килендәй мөйөштә шым ғына баҫып торған бер ҡатын иғтибарҙы йәлеп итте. Кәйефе юҡлығы йөҙөнә бәреп сыҡҡан, ләкин кемгәлер күңелен бушатырға теләүе аңлашыла.
Баш ҡаланан икәнемде телгә алыу менән яңы танышымдың күҙҙәре янып китте. Сараһыҙҙан ҡулына ҡәләм алыуын әйтеп, ҡасан да ғәҙеллек тантана итергә тейешлеге тураһында белдерҙе Әй ҡыҙы.
– Кешене юҡҡа сығарыу, бөтөрөү өсөн күп кәрәкмәй, – ти ҡалтыранған тауыш менән "Аҡ ҡаурый" ансамбленең элекке етәксеһе Ләйсән Фәхретдинова. – Минең уларға ниндәй зыяным тейгәндер – аптырауымдың сиге ҡалманы. Эшкә ваҡытында киләм, йөкләмәләремде үтәйем генә тиеү әҙ, арттырып башҡарам хатта. Еңеү артынан еңеү. Һағыҙаҡ шикелле йәбештеләр бит. Имеш, репетиция ваҡытында өҙөклөктәргә юл ҡуям. Айырыуса "Байыҡ" конкурсына барып ҡайтҡандан һуң ҡаты һөжүм башланды. Былтыр һабантуйҙа ҡатнаштырмаҫҡа ине иҫәптәре, көс-хәл менән милләттәштәребеҙгә йыр-көйҙәребеҙҙе ишеттереүгә өлгәштек.
Иҫ китеп тыңларлыҡ сығыш яһау – бер, әммә йырсы һәм бейеүселәрҙең өҫ-башы ла үҙенсәлекле булырға тейеш бит. Шуны күҙ уңында тотоп, ул ансамблгә костюмдар тектереү ниәтендә бер ойошмаға заказ бирә. "Кейем өсөн ярты йыл түләмәй ыҙалаттылар. Ойошма вәкилдәренең күҙенә күренергә оялып йөрөнөм. Бейеү конкурсында ҡатнашыр өсөн алъяпҡыс тектергәйнем, һаман түләмәнеләр", – ти әңгәмәсем.
Ләйсән Нурғәле ҡыҙы белдереүенсә, Павел Козлов йыл һайын "аттестация үтегеҙ" тип йәненә тейгән, уның ҡарауы, үҙҙәренең кешеләренән был талап ителмәгән.
Бынан бер нисә йыл элек балетмейстер Гөлсирә Сиражетдинованы эштән сығарғандар. Суд ҡарарына ярашлы, мәҙәниәт һарайына кире килгән-килеүен, ләкин туҡтауһыҙ йөҙ йыртыуға түҙә алмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле ул ҡайҙан эш табырға белмәй аҙаплана.
Ләйсән Фәхретдинова ансамблгә өс йыл етәкселек иткән, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүенә – 16 йыл. "Йыр-бейеүгә маһир, ҡумыҙҙа уйнай, һүҙ оҫтаһы", – тине уның тураһында дыуандар. Хәҙер иһә эшһеҙ. "Әсәй, дәфтәрем тулды, яңыһы кәрәк, былтырғы кейемдәр ҙә һыймай башланы", – тип күҙҙәрен тултырып ҡараған ике балаһына, балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйына нимә тиер? Уның ире, халыҡса әйткәндә, "частник"та бил бөгә. Ҡайһы эшҡыуарҙың кеҫәһенән аҡсаһын күберәк сығарып биргәнен күргәнегеҙ бар?.. Бына шулай осто-осҡа саҡ ялғап көн күрә бөгөн Фәхретдиновтар. Хужабикә эшләгәндә хәл улай уҡ аяныслы булмаған. Хат авторының һүҙҙәренә ҡарағанда, был яҡтарҙа аҫаба халыҡтарҙы үҙҙәренекеләрҙең ҡулы менән туҡматалар.
"Аҡ ҡаурый" ансамбленең элекке ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Флорида Мөхәмәтғәлинаны тыңлайыҡ. "Беҙгә һалҡын ҡараш күптән бар, әллә нисәмә йыл дауам итә, – тине ул. – Һеҙ беҙгә кәрәкмәйһегеҙ, уңайлы ансамбль түгелһегеҙ, башҡа килеп йөрөмәҫһегеҙ инде, тиҙәр. Биш башҡорт ансамбле бар ине, "Дуҫлыҡ"ҡа теләп йөрөнөләр, шулай уҡ ҡумыҙсыларҙыҡына һәм балаларҙыҡына ла. Сират "ҡаурыйҙарға" ла етте, ахырыһы. Әйле – көслө ырыу, шул иҫәптән сәнғәте, мәҙәниәте йәһәтенән дә. Беҙ кемдән кәм?!”
...Ирекһеҙҙән әҙибә Мәрйәм Бураҡаеваның әҙәм балаһы үҙенең тамағын туйҙырырлыҡ ҡына аҡса таба ала тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Улар ҙа үҙенә эш хәстәрләр, тик тәмһеҙләшеүҙе нисек аңларға? Әгәр ҙә бәйләнерлек сәбәп юҡ икән, ни өсөн үҙ теләгең менән эштән китергә?! Сигенергә түгел, ә аҙаҡҡа тиклем көрәшергә кәрәк, ғәҙеллекте юллап...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 609

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 677

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578