Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Йоҡо сәғәте" йәндәрҙе уятты
"Йоҡо сәғәте" йәндәрҙе уяттыРадмир Дәүләтбәков менән танышыуым "Байраҡ аҫтында" тигән комедиямдан башланды. Ул сәнғәт академияһының һуңғы курсында уҡып йөрөй ине. Бер көн: "Салауат ағай, "Үҫәргән" халыҡ театрында һинең комедияңды сәхнәләштерергә булдым", — тине. Башланды беҙҙең аралашыуҙар. Көн һайын тиерлек Радмир телефондан шылтырата, эш барышы тураһында һөйләй, тәҡдимдәрен әйтә. Ғәжәпләнә торғайным, образдарҙы сағыуыраҡ, мәғәнәлерәк итеү өсөн әллә ҡайҙан ниндәй ҙә булһа табыш соҡоп сығара. Шулай итеп, комедия күҙ алдында йәнләнде, Ейәнсура тамашасыһы уны алҡыштарға күмде.

Радмир Дәүләтбәков сәнғәт академияһының режиссура бүлеген быйыл тамамлай. Уҡыу осоронда Мостай Кәримдең "Айгөл иле", Таңсулпан Ғарипованың "Китмәгеҙ, торналар!", Флорид Бүләковтың "Әбейҙәргә ни етмәй?" пьесаларын сәхнәләштереп өлгөрҙө.
Бына сираттағы әҫәр — Флорид Бүләковтың "Йоҡо сәғәте".
Кемдер, эшләһәң барыһы ла бар, барыһы ла була, тиһә, кемдер хәҙерге көндөң моңһоулығына, рухһыҙлығына, хәйерселеккә дусар булғандарҙың күплегенә борсола.
Эйе, эшләгән — тешләгән тигән әйтем менән килешеп булғандай, икенселәрҙең дә борсолоуы урынлы. Тормошобоҙҙоң рухи яҡтан ярлылана барыуы уйға һала. "Йоҡо сәғәте" йәндәрҙе уяттыБигерәк тә иң әрнеткәне, тетрәндергәне бөгөн ҡарттар һәм балалар йорттарының күбәйеүе. Аҡылға һыймаҫ күренеш былар. Шыҡһыҙ, бер ниндәй ҡыуанысһыҙ, һыуыҡ ҡарттар йортонда ятыусы оло быуын... Ошо турала әсенеп уйландым, Ейәнсура районының "Үҫәргән" халыҡ театры ҡуйған "Йоҡо сәғәте" спектаклен ҡарап.
Ҡасандыр донъяны гөрләтеп йәшәгән, йәмғиәткә кәрәк булған кешеләр дәүләт ҡарамағындағы йортта күңел йылыһына, яратыуға мохтаж булып ята. Барырға балалары, һыйынырға ирҙәре, йылынырға өйҙәре юҡ. Шулай ҙа күңелдәрендә аҙ ғына нур ҡалған. Береһе шиғырҙарына, икенсеһе йырҙарына, өсөнсөһө Алла урынына табынған юлбашсы һынына һыйынған. Ә дүртенсеһе бөтөнләй битараф кеүек.
Ошо дүрт бисара әбей бер йылы һүҙгә, наҙлы ҡарашҡа һыуһап ята, һәм һыуһындарын ҡандырыусы килә. Ул — Абдулла ҡарт. Буш ҡул менән килмәгән үҙе, күстәнәсе бар: солоҡ балы һәм Золушканың һушын алырлыҡ туфлиҙар. "Кемгә ярай, шуға өйләнәм", — ти ул. Дөрөҫөрәге, кемгә йөрәге тартыла, кем менән күңел донъяһы бөтәйә, шуға яҡынайырға уйы. Саҡырыр урыны ла йәннәттең үҙе: ҡоштар һайрап торған йәнле урман, һауаһы һулап туймаҫлыҡ иркен ағас йорт, миндекле мунса, йырлап туя, һөйләп тә тел талмаҫ сихри тәбиғәт мөйөшө. Эх, нисек һыуһағанбыҙ беҙ уға. Сөнки үҙебеҙҙе уратып алған тәбиғәткә төкөрөп ҡарап, юҡҡа сығарабыҙ. Тәбиғәттән бөтөнләй йыраҡлашҡанбыҙ, тамырҙарыбыҙҙан өҙөлгәнбеҙ. Ер-әсә беҙҙең битарафлыҡтан зар илай. Үткән тормоштан яраланған күңел төпһәләре, ҡырҡылған ағастар — ҡорғаҡһыған йәндәр ҡалған. Сәхнәләге әбейҙәрҙең булмышы, тормошо шул... Шулай ҙа өмөт ҡалдырҙы режиссер. Йәш балалар үҫенте ултыртты... бүкәндәр урынына. Тик шул уҡ ваҡытта һиҫкәндерҙе лә, интернат балалары улар...
Режиссер оҫталығы ролдәрҙе бүлгәндә лә күренә. Һәр башҡарыусы үҙ геройының яҙмышы менән йәшәп, уның күңел донъяһын аса алды.
Сәхнә биҙәлеше тамашасыны ошо бер шатлыҡһыҙ, шыҡһыҙ тормош тулҡынына индерә. Режиссерҙың хатта аҙыраҡ ҡурҡыныс алымы ла — әбейҙәрҙең койкаларҙа түгел, ә ләхет таҡталарында ятыуы — күптәрҙе уйға һалды.
Беҙ нисек теләйбеҙ, шулай йәшәйбеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты онотола, тәбиғәт камиллығы, уға тоғролоҡ беҙҙе уйландырмай. Быуаттарҙан быуаттарға күсеп килгән мәңгелек төшөнсәләр: мөхәббәт, намыҫ, изгелек, сабырлыҡ, миһырбанлыҡ юғала бара. Һуңғы сиккә еткәс кенә, ошолар тураһында уйланабыҙ.
Район мәҙәниәт йортоноң "Үҫәргән" халыҡ театры тамашасыларын сығыштары менән һөйөндөрөп тора. Уның эҙләнеүенә, әҫәрҙе ҡараусыға идеяны еткерә белеүенә һоҡланды кисәгә килеүселәр. Тамашасы сәхнә әҫәрен ҡарап ял итеп ҡайтып китмәне, күңел сөмбәйҙәрен аҡтарҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779