Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәттән торһон һәр көнөгөҙ
Мөхәббәттән торһон һәр көнөгөҙКемдеке?

"Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт
Уралын", —
Тип йырлайбыҙ, аяғүрә баҫып,
Иҫкә алып милләт оранын.
Үҙебеҙ һуң — ҡылғаныбыҙ ниҙәр,
Урал бөгөн, әйтсе, кемдеке?
Төш күрәбеҙ, сая милләтбеҙ тип,
Төшкөнәбеҙ — үткән көндөкө!
Сая була аламы һуң бөгөн
Айный алмай ятҡан бахмурҙан,
Һатып алған
дипломдарын болғап
Танытыусы үҙен "духтыр"ҙан?
Йәшәп ҡалайым тип
бала тапмаҫ,
Тыуғанын да ҡарап үҫтермәҫ
Атай-әсәйме һуң Урал һаҡлар,
Төйлөгәндән затын типтермәҫ?!
Көнсөллөктән ҡара янып-көйөп
Милләттәшен һүҙгә батырған,
Аҡыл өйрәтеүҙән башы сыҡмай
Ғәмәл ҡылмаҫ ҡамыр батырҙар,
Бисә туҡмап ингән төрмәләргә,
Байыйым тип һатҡан самогон —
Шулармы һуң
Уралҡайҙы ҡурсыр,
Килә түгелме һуң ҡара көн?!
Күкрәк һуғып, күкрәгебеҙ
күм-күк —
Башҡорт, имеш, Урал бирмәгән,
Ә беҙ бөгөн —
килмәй хәлдән тиеп,
Инеп ятайыҡмы тирмәгә?
Йән аямай ирҙәр, ауыр тимәй,
Башын эймәй —
мәлдә мән табып,
Түгеп ҡанын әсә сабый тапһа,
Әсә булыуынан йәм табып,
Зат ҡоротоп ситкә
таралмаһаҡ,
Юлдаш итһәк аҡыл, иманды,
Төйәк булыр ҡанбабалар ере,
Һис бирмәбеҙ ситкә Уралды.

Ынйы сәскә

Кескәй генә, наҙлы ғына,
Ап-аҡ ҡына ҡыңғырауҙар,
Үҙҙәренә һеңгән кеүек
Бар балҡышта йәйғор-нурҙар.
Тик һәр кемгә ишетелмәй
Ҡыңғырауҡай сәскә сыңы.
Оялсан ҡыҙ — ынйы сәскә,
Егет, тыңла уны, тынып.
Шунда ғына ишетерһең
Мөғжизәле симфония.
Ишеттеңме? Тимәк, хәҙер
Һин тылсымлы моңға эйә!
Тик өркөтмә...

Йортобоҙ

Йортобоҙ — сигеүле ҡорған,
Тәҙрәнән ағылған нурҙар,
Иртәнге хуш еҫле сәйҙәр,
Намаҙлыҡ эленгән урҙам.
Йортобоҙ — йылмайған ҡараш,
Мөхәббәт һалынған бар аш,
Шатлыҡлы-әрнеүле хистәр,
Һәммәбеҙ йыйылған кистәр.
Йортобоҙ — телефон зыңы,
Ҡашмауым тәңкәһе сыңы,
Олатай ҡалдырған эйәр,
Боронғо ҡылыстың ҡыны.
Йортобоҙ — ейәндәр наҙы,
Ҡайтҡандай йәшлегем яҙы,
Улыбыҙ, ҡыҙыбыҙ йөҙө,
Йорт тотҡан хәләлем — үҙе.

Юрған

Юрған күбей инәйҙәрем,
Мең сәнсем биҙәктәре,
Һеңлекәшкә тигән бирнә —
Өҙөлә үҙәктәрем.
Һеңлекәшем, эс серҙәшем,
Уңһаңсы йәр генәңдән,
Бәхет доғаһы һырылһын
Ҡулыңдағы энәңдән.
Тәнегеҙҙе генә түгел,
Йылытһын йәнегеҙҙе,
Белмәһен күбелгән юрған
Ситләшкән мәлегеҙҙе.
Бергә туҙҙырырға яҙһын,
Бергә уңһын төҫтәре.
Ояғыҙға ҡот килтерһен,
Йоҡһон бәпәй еҫтәре.
Икегеҙгә инселәнгән
Яҫтыҡ ул — кесе тирмә.
Юрған күбей инәйҙәрем,
Һеңлемә тигән бирнә.

Мөхәббәт хаҡы

Мөхәббәттән торһон
һәр көнөгөҙ,
Ҡайтып ҡалмаһын ул тик
бер көнгә,
Һөйөү — ергә, һөйөү —
милләтеңә,
Туған телеңдәге һәр бер өнгә.
Мөхәббәттең тәүҙә —
атаң-әсәң,
Ғүмер буйы йәндә йөрөтөргә.
Ҡартлыҡта ла һөйөп
баҡҡан өсөн
Ожмах ҡапҡаһынан керетергә.
Хәләлеңде һөйә белеү — ниғмәт,
Ҡабул итә белеү бар булмышың,
Сабыйҙарың, унан — ейәндәрең
Күҙҙәреңә бағыр, наҙ тулышып.
Яҡыныңды һөйөү ауыр, тиҙәр,
Тик был һөйөү —
Аллаһ хаҡына бит,
Һөйөү — һынау,
сабыр итә белеү —
Бәхет өсөн түләр хаҡ ҡына бит.
Ауырмы был?
Хаҡы саҡ ҡына бит
Бәхет өсөн...

Яҙғы төн

Әрмәнделәр төндә көй һуҙалар
Һандуғастар менән уҙыштан,
Улар ҙа бит Хоҙай хөкөмөндә —
Йәндәренә хистәр тулышҡан.
Һандуғасҡай моңо илата ла,
Әрмәндекәй күңел йыуата —
Мөхәббәттән бер кем
мәхрүм түгел,
Йәне барҙар йән тип йән ата.
Үҙ моңдары үҙҙәренә таман,
Үҙ төҫ-һыны йәмле үҙенә,
Түл йәйергә ергә яратылғас,
Әрмәнде лә өҙөлөп-өҙөлә.
Һөйөү — батша!
Моңһоҙ моңо менән
Әрмәнделәр йырлай ойотоп.
Йыһан дирижеры буйһондорған
Яҙ төнөнөң һанһыҙ дуэтын.
Ҡануны шул — хатта әрмәнде лә
Йәшәтергә теләй үҙ затын!
...Абортарий тәҙрәһенән ҡарап
Өнһөҙ генә илай бер ҡатын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 06.06.2013, 07:45
    Ифрат һәр яҡлы таланттарға эйә Гүзәл Ситдиҡова - ысын Урал башҡорт ҡыҙы! Ниндәй шиғырҙар яҙа! Тулҡынлата, күҙҙәрҙән йәш сығарта... Һай, афарин Гүзәл, мең йылдар йәшәгәре тиер инем, ғәзизә мәрхүмә әсәкәйем һүҙҙәре менән...

  2. Рәмзиә Яҡшыбаева
    Рәмзиә Яҡшыбаева от 08.06.2013, 09:11
    Гүзәл Ситдиҡованың "Кемдеке" шиғырында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең бөгөнгө көнөбөҙ һүрәтләнә. Эйе, күптәребеҙ аптырап, иҫәңкерәп ҡалды... "Аҡыллыға ишарат", тиҙәр ине беҙ бәләкәй саҡта ололар. Бәлки, "Мөхәббәт хаҡына" шғырын уҡып сыҡһалар, ҡайһы берәүҙәрҙең был донъяға ҡарашы үҙгәрер ине.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779