Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет өләшкәндәр генә бәхетле
Бәхет өләшкәндәр генә бәхетлеМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһына тамашасыларын йыйҙы. Арҙаҡлы коллективтың яңы эше үҙенсәлекле исеме, алған баһаһы һәм төп ролдәрҙе башҡарыусылары менән иғтибарҙы йәлеп итә.

Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов, хореографы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, төп ролдәрҙе башҡарыусы Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров әҫәрҙе тамашасы күңеленә бөтә нескәлегендә еткереүгә күп көс һала. Танылған артистар Заһир Вәлитов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Светлана Хәкимова, Илһөйәр Ғәзетдинова, Әхәт Хөсәйенов, Ирек Булатов, Артур Ҡунаҡбаев, Римма Сәлмәнова, Рәзифә Динмөхәмәтова, Фәнис Рәхмәтов, Фирүзә Аллаярова менән сәхнәгә йәштәр, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары ла сыға.
Ер йөҙөндә бөтә кеше бәхет хаҡында хыяллана. Тик уны һәр кем үҙенсә күҙ алдына килтерә. Режиссер төп геройҙың хәтирәләрен ысынбарлыҡ менән оҫта Бәхет өләшкәндәр генә бәхетлеберләштереп, аяныслы яҙмышын бөтә тәрәнлегендә сағылдыра. Ғүмер юлының аҙағында ғына ул бәхет таба алмауына төшөнә.
Бик фәһемле тамаша тормоштоң сәхнә, карьера менән генә сикләнмәүен күрһәтә. Театрҙан тыш бөтөнләй икенсе донъя ла бар. Унда һине һөйгән, ярҙамыңа, иғтибарыңа мохтаж яҡындарың көтә. Дан-шөһрәт аңын томалаған кешеләр йыш ҡына ысынбарлыҡты онотоп ташлай. Тамашаның геройы кеүек, ҡайһы берәүҙәр быны бик һуңлап аңлай.
Спектаклде ҡарағанда күптәрҙең күҙенә йәш килде. Тамашаны ҡуйыусылар, сценарий авторҙары һәм актерҙар кеше яҙмышын оҫта итеп күрһәтте. Дикторҙар менән тәржемәселәр башҡорт телен насар белгәндәргә тамашаның йөкмәткеһен бөтә тулылығында еткерергә тырышты. Бейеүҙәр, декорациялар һәм костюмдар төрлө йылдарҙы, ваҡиғаларҙы сағылдыра. Композитор Мөҙәрис Ғәзетдиновтың йырҙары һәм музыкаһы тамашасы күңелен арбаны. Әҫәр тормоштоң асылы, бәхет хаҡы тураһында уйланырға мәжбүр итә.


Автор: Мәүлиҙә ЯҠУПОВА.
Фото: “Бәхет хаҡы” спектакленән күренештәр.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779