Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » «Ырыуҙар ташы»н күмәкләп төҙөйөк!
«Ырыуҙар ташы»н күмәкләп төҙөйөк!2010 йылдың йәйендә, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышында, Торатау итәгендә «Ырыуҙар ташы» тарихи-мемориаль комплексын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителеп, уға символик нигеҙ ташы ла һалынғайны. Был һәйкәлдең үҙәген тәшкил иткән ғәйәт ҙур гранит ташҡа 40-тан ашыу башҡорт ырыуының атамалары яҙылып ҡуйылырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле сәбәптәр арҡаһында эш әлегә тиклем тотҡарланып торҙо.

Этнографик музейы һәм мәсете булған мемориаль комплексты төҙөү байтаҡ финанс сығымы талап итә. Яңыраҡ уҙғарылған әйле ырыуы йыйында делегаттар ошо һәйкәл өсөн иғәнә йыйырға саҡырып, барлыҡ башҡорт ырыуҙары вәкилдәренә мөрәжәғәт итте. Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты советы башланғысты хуплап, төбәк, ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайҙарына мөһабәт һәйкәл өсөн аҡса йыйыу буйынса махсус хат ебәрҙе.
«Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексы уникаль халыҡ һәйкәле буласаҡ. Ошоғаса Рәсәйҙә тотош халыҡҡа бағышланған һәйкәл һалынғаны юҡ. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, проектты бойомға ашырырға бурыслыбыҙ. Был – бөтөн халыҡ эше. Тап шуның өсөн дә барса милләттәштәребеҙҙе изге ғәмәлгә үҙ өлөшөн индерергә саҡырабыҙ. Эш иғәнә итеп бирелгән аҡса күләмендә түгел – мөмкинлегенә ҡарап быны һәр кем үҙе хәл итер. Торатауҙа милләтебеҙгә һәйкәл ҡалҡһа, рухыбыҙ нығыр, бәҫебеҙ күтәрелер, данлы тарихыбыҙ бар донъяла танылыр.
Аҡса туплау өсөн банкта махсус иҫәп астыҡ. Һәр кем унда иғәнәһен үҙаллы ебәрә ала. Башҡарма комитет советы йыйылған аҡсаның маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуын контролдә тотасаҡ.

Иғәнә ебәреү өсөн реквизиттар:
Получатель:
МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир»
Расчетный счет 40703810400000000229
ИНН 0274095117
Банк получателя:
ОАО АКБ «Башкомснаббанк»
БИК 048073842
к/с 30101810800000000842
Бөтә донъя башҡорттары
ҡоролтайының башҡарма
комитеты советы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780