Юмореска
Кистән бик оҙаҡ телевизор ҡарағандан һуң Ғәләү ҡарт йоҡлап китә алмай интекте. Башында бары бер уй бөтөрөлдө. Иҫ китмәле хәл! Яңы йылдың беренсе көндәрендә бит әле. Юҡ, былай булмаҫ, нимәлер ҡылырға, ятып ҡалғансы атып ҡалырға кәрәк. Кисекмәҫтән! Ул, шулай борғаланып ята торғас, иртәнге сәғәт биш тула ун минуттан ҡәтғи бер ҡарарға килде. Тороп тиҙ генә кейенде лә, ҡарсығын уятмаҫҡа тырышып, икенсе бүлмәгә сыҡты. Ҡағыҙ табып алып белдереү яҙҙы, ауыл халҡы йоҡонан тора башлағансы тиҙерәк уны магазин ишегенә илтеп элде. Ҡарсығы тормаған икән әле, Ғәләүҙең түшәккә башы тейеүе булды, ул иҙрәп йоҡоға талды.
— Тор, нишләп ятаһың, бөтөн кеше клубҡа табан йүгерә, — тип ҡарсығы уны төрткөлөп уятты. — Күрше Хәлим кергәйне, магазин ишегенә ниндәйҙер белдереү элгәндәр, ти. Бар халыҡҡа сручно йыйылырға ҡушҡандар, ти. Нимә булды икән? Тағы һыу торбаһына йә иһә зыяратты кәртәләргә тип аҡса йыяларҙыр инде...
— Белмәйем, барғас күрербеҙ, — тигән булды Ғәләү, белмәмешкә һалышып.
Улар барып еткәндә, ауыл халҡы, йәше-ҡарты, йыйылғайны инде.
— Ҡайһығыҙ яҙҙы был белдереүҙе? — тип һораны ҡағыҙ киҫәген һелтәй-һелтәй ауыл Советы секретары Иван Халопин. — Нимә булған, ниндәй сручный мәсьәлә ул?
— Белдереүҙе мин яҙҙым, — тип Ғәләү алғараҡ сыҡты. Ул, элекке партойошма секретары булараҡ, сығыш яһауҙың рәтен-сиратын белә. Көр тауыш менән һөйләй башланы.
— Хөрмәтле ауылдаштар! Бер нисә көн элек кенә яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Ул барыбыҙға ла имен тормош, бәхет-шатлыҡ алып килһен...
— Ғәләү ағай, аңлатыбыраҡ һөйлә, һуҙма... Яңы йыл менән ҡотлай-ҡотлай былай ҙа баш ауырта, — тип ҡыҙыл танаулы мал ҡараусы Сәлим уның һүҙен бүлде.
— Ниндәй сручный эш ул? Әллә ауылға газ үткәрергә уйлайҙармы? — тип һораны һаңғырау Зәйтүнә ҡарсыҡ.
— Иптәштәр, кешегә һөйләргә ирек бирегеҙ инде, — тип ҡысҡырҙы Халопин.
— Ауылдаштар, уратып-сурытып тормайым, бик мөһим тәҡдим бар һеҙгә. Кисә кис кенә телевизорҙан күрһәттеләр. Ил президенты Владимир Путин француз актеры Жерар Депардьеға Рәсәй паспорты тапшырҙы, — тине Ғәләү ҡарт. — Иптәштәр, ул хәҙер беҙҙең ил гражданы. Ошо көндәрҙә Саранскиға барғас, уға Мордваның мәҙәниәт министры вазифаһын тәҡдим иттеләр, “почетлы удмурт” тигән маҡтаулы исем бирҙеләр. Депардьены Төмән драма театры директоры булырға саҡырғандар, Краснодар крайына йәшәргә ҡоҙалайҙар, ти. Үзбәкстан президенты ҡыҙы Гөлнара Кәримова уның менән йыр яҙҙырған. Рәсәйҙең сәйәси партиялары үҙҙәренә тартҡылай. Иптәштәр, беҙ кемдән кәм!? Әйҙәгеҙ, уға хат яҙып, барыбыҙ ҙа ҡул ҡуйып, ауылыбыҙға йәшәргә саҡырайыҡ!..
— Ғәләү ағай, ул һин әйткән Жиффәрде әфәнде бик ҡаты эсә торған кеше, ти бит. Эскән килеш матайҙа йөрөргә ярата, ти. Телевизорҙан һөйләнеләр, — тип Сәлим әйтеп һалды.
— Эйе, йәмәғәт, ундай эскеселәр үҙебеҙҙә лә етерлек, — тине ауылдың муллаһы Эдик хәҙрәт, һирәк һаҡалын һыпырып. — Француздар шарап эсә, сусҡа итен дә ярата бит әле. Сусҡаны ауылға аяҡ та баҫтырмайым!..
— Ул виноград үҫтерә, шунан шарап яһай. Иҫке Сүплеккә килгәс тә, виноград үҫтерәсәк. Ситтәргә бер ҡарыш та еребеҙҙе бирмәйбеҙ! — тине фермер Ашот Бабаян.
— Еребеҙҙе тигән була, ерегеҙҙе тип әйт. Алдап-йолдап беҙҙең пай ерҙәрен алды ла хәҙер һөйләнеп тора, — тине Сәлим. — Халопин менән шухыр-мухыр эштәрегеҙҙе беләбеҙ...
— Иптәштәр, һүҙҙе икенсегә бормағыҙ әле. Улай киҫкен ҡаршы төшмәгеҙ, — тине Ғәләү ҡарт. — Француздың матайҙа йөрөргә яратыуының уңай яғы ла бар бит әле. Тимәк, тигеҙ, асфальт юл кәрәк буласаҡ. Ул килеп йәшәй башлаһа, бәлки, юл һалырҙар ине...
— Иптәштәр, юлды унан башҡа ла һалырбыҙ, — тине секретарь Халопин.
— Ғәләү ағай парткум ваҡытта уҡ юл һалдырам тип вәғәҙә иткәйне, әле булһа теҙҙән бысраҡҡа батып йөрөйбөҙ, — тигән тауыштар ишетелде.
— Һеҙ Депардьеның беҙгә йәшәргә килеүенә ҡаршымы ни? — Ғәләү ҡарт һораулы ҡарашын ауылдаштарына төбәне.
— Ҡаршы түгел дә ул, — тине һатыусы Кәшифә. — Ул килһә, магазиндың ассортиментын да киңәйтергә кәрәк буласаҡ. Тора-бара, бәлки, яңы магазин да һалырҙар ине.
— Беҙҙең Иҫке Сүплеккә килмәҫ ул, — тип ҡаршы төштө тарих уҡытыусыһы Гөлкәй. — Исеме генә лә ни тора бит...
— Ә беҙ ауылдың исемен үҙгәртәйек! ...Яңы Сүплек тип атайыҡ, — тине шофер Ғәйнулла.
— Сүплекте нисек тип атаһаң да, сүплек инде... — тине Гөлкәй моңһоу ғына.
— Депардье килгәс, уны Йондоҙло тип атарбыҙ, — тине Ғәйнулла, бирешмәҫкә теләп.
— Исем үҙгәртергә күп кәрәкмәй. Теләһәң — Йондоҙло йә Биш йондоҙло тип ата. Француз риза булып килә ҡалһа, уны ҡайҙа йәшәтәбеҙ? — тигән етди һорау ҡуйҙы Ғәпдерәй ҡарт.
— Урын табылыр... Ана интернатта инде нисә йыл кәзәләр хужа булып йөрөй, мәктәптең һәм шулай уҡ балалар баҡсаһының яртыһы буш тора... Шуларҙың береһен ремонтлаһын да барин кеүек йәшәһен! — тип ҡысҡырҙы аранан берәү. Халыҡ шаулаша башланы.
— Йәмәғәт, тынысланайыҡ әле! — тип Ғәләү ҡарт “дилбегәне” ҡулына алды. — Ул Депардье күсеп килә ҡалһа, ауылыбыҙ перспективныйға әйләнә бит, шуны аңлайһығыҙмы?! Яңы юлдар һалына, клуб, магазин, мәктәп һәм башҡалар төҙөләсәк. Газ керәсәк, яңы һыу торбалары һуҙыласаҡ... Уны күрергә тип, тотош илдән, улай ғына түгел, сит илдәрҙән туристар, интервью алабыҙ тип журналистар килә башлаясаҡ. Ҡунаҡханалар ҙа төҙөргә тура киләсәк. Туристарҙы һәм журналистарҙы бит ашатырға кәрәк буласаҡ. Баҫыуҙар һөрөлөп-сәселә башлаясаҡ, ферма тулы мал буласаҡ. Ҡортло күлде таҙартып балыҡ ебәрәсәкбеҙ. Был бит, иптәштәр, эш урындары тигән һүҙ. Шул рәүешле Иҫке Сүплек үҙенең икенсе йәшлеген кисерер... Әҙәмсә йәшәй башларбыҙ, иптәштәр! Беҙ кемдән кәм?!
— Ярай-ярай, бик шәп килеп сығырға оҡшай, әгәр риза була ҡалһа, беҙ ҡаршы түгел. Французға хат яҙайыҡ, — тип шаулашты ауыл халҡы.
— Берәйегеҙ ул Жиффәрде тигән кешенең өй адресын беләме һуң? — тип һораны Зәйтүнә ҡарсыҡ.
Иҫке Сүплек ауылында француздың адресын белгән кеше юҡ ине. Шулай ҙа яҙырға булдылар, кем белә... Кемдер емерек клубтан өс аяҡлы ултырғыс алып сыҡты. Ғәләү ҡарт уға ултырып, теҙ башына ҡуйып хат яҙырға тотондо: “Франция, Париж, Жерар Депардье әфәндегә...”