Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юям инде ҡай саҡ түҙемде...
Юям инде ҡай саҡ түҙемде...Тимер Йосоповтың шиғриәт иле – ысыҡ төшкән болонда ҡояш ҡыуып йөрөү, болотһоҙ кистә тулған айҙы ҡаршылау… Унда, оҙон үлән кисеп, ысыҡ һыуына сыланып, хис-моңға сорналып шаярырға, ай менән ҡояш араһында уйнарға мөмкин. Болондоң хуш еҫе, яҡты иртәләрҙең хозурлығы һушты ала, тыуған яҡ елдәре иркәләй… Бында бөтәһе лә яҡын, ҡәҙерле. Ирәйеп йөрөйһөң, тыуған яҡ һауаһын күкрәктәрең киңәйеп киткәнсе һулайһың.

Тимер Йосоповты тыуҙырған донъяла һандуғастар һайрай, кәкүк саҡыра, ирекһеҙҙән һин үҙең дә йырлай башлайһың. Был илаһи ил һине лә ижадсы итә. Әҙиптең пейзаж лирикаһы төҫтәргә, буяуҙарға ифрат бай. Иң мөһиме, ундағы биҙәктәр яһалма түгел, улар ысыҡтай саф, һауаһы ыуыҙҙай татлы. Бында бөтәһе лә тәбиғи, үҙебеҙҙең бала саҡтан күреп өйрәнгән ауыл өйө, ай урағы, ҡояш салғыһы, тыуған тупһаға ҡағылған даға, ҡолға осона эленгән ат башы һөйәге.
Имән төпкәйенә ултырҙым мин,
Имән төпкәйҙәре күләгә,
Башы менән һауаларға ашҡан –
Аҡ болоттар килеп урала.
Һәм кинәт кенә, был имән төпкәйендә, бәлки, ултырғандыр олатайымдың атаһы, ти шағир. «Уның да был донъяла булғандыр хатаһы»… Имән төбөнә ултырыу шағирҙы шанлы үткәндәргә алып ҡайта, тарих хаҡында уйҙарға тарыта. Эйе, ихтимал, Тимер Йосоповтың олатаһы ла ул ихтилалда ҡатнашҡандыр: «Йылдар Юям инде ҡай саҡ түҙемде...ята минең иңемә», – тип белдерә шағир, күҙҙәрендә – теге яу усаҡтарының ялтырағы… Ата-бабалар ирек тип даулашҡан. Тимер Йосопов – шиғриәттә лә, тормошта ла Салауат батырҙың яуҙашы, уның ҡан яҡташы. Салауаттар ирек даулап яу сапҡан яҡтарҙан ул, Әнйәк һыуын эскән.
Тау битендә еңгәм бесән саба,
Бар көсөнә киреп ҡоласын.
Салғыһы ул,
талмаҫ ҡанатмы ни,
Ә үҙе бит, гүйә, ыласын.
Нисә йылдар инде
тол йәшәй бит,
Түҙем генә бирһен кешегә.
Ауыр һүҙҙәр әйтеп өндәшмәгеҙ,
Һүҙһеҙ ҙә бит йөрәк күшегә.

Туҡта, еңгә,
арып-талғанһыңдыр,
Бирсе әле миңә салғыңды.
Миңә ҡарап бер хәтерлә, еңгә,
Ағай менән йөрөгән сағыңды.

Ҡоласымды, әйҙә, кирәйемсе,
Баҫылғандай булһын һағышым.
Ер битенә салғы менән яҙҙым,
Бер ҡатындың хәтәр яҙмышын.

Әйткәндәй, шағир менән беҙҙең яҡта ныҡ ғорурланалар. Ниңә икән? Шағирға беҙҙә айырым мөнәсәбәт… Әллә һәр тарафҡа үҙенең билдәле, ғорурланырлыҡ кешеһе кәрәкме икән? Быны аңлауы һәм аңлатыуы ҡыйын; был, бәлки, беҙҙең яҡтарҙың әүәлдән кәмһетелеп килеүенәндер? Яуҙарҙан һуң сәсәндәрҙең телен киҫкәндәр, нисәмә быуат батыр исемен атауҙы тыйғандар. Бәлки, шул шиғриәткә эйәреп, беҙҙең яҡташтар күңеленә тулышҡан хистәр бәреп сығалыр, нисә йылдар тыйылып торған быуа йырылалыр…
Тимер Йосопов шиғриәтендә хис-тойғо ташҡыны айырыуса ярһыу, унда утлы өйөрмәләрҙе күрергә, икмәк тәмен тойорға мөмкин; усаҡ яҡтыһында олатайҙарҙың үткәндәр хаҡындағы хәтирәләрен тыңларға була. Үҙенең ҡабатланмаҫ пейзаж лирикаһы менән бергә әҙип тарихҡа мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, «Улымды оҙатып барам» поэмаһы. Был – тарихи сюжетлы поэма.
Ундай поэмаларҙы беҙҙә, миҫалға, Ғәлимов Сәләм яҙған: «Бала», «Шоңҡар» поэмалары. Хәҙер башлыса эске сюжетҡа ҡоролған ассоциатив поэмалар тыуа. Минеңсә, шиғриәт үҙе тоташлайы менән тәбиғәт, тормош тураһындағы йыр, ысын шиғриәт үҙе үк тормошто ҡағыҙҙа яңынан тыуҙырыу; тормоштағы ваҡиғаларға, булмыштың үҙенә авторҙың мөнәсәбәте! Һәр ысын шағир донъяға үҙ ҡарашын белдерә, был донъяны үҙенсә генә аса, булмыштың төп тенденцияларын тотоп ала. Шул яғы менән дә ижадсы – фәйләсүф!
Бер шиғырында ул үҙен «Сәсәтмәгеҙ мине – йөк атын» тип белдерә. Зинһар өсөн, һабантуйҙа телмәр һөйләтмәгеҙ, үтенәмен, һеҙҙән һорайым, ти… Ысынлап та, әүәл дә шағир телмәр һөйләргә яратманы. Был – уның тәбиғәте. Тимер Йосопов мәҡәләләр яҙырға ла әүәҫ булманы. Редакцияларҙа эшләне, хатта Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары булды… Ә иллеһе тулыр-тулмаҫтан профессиональ яҙыусылыҡҡа күсте.
Берүк минән
телмәр һөйләтмәгеҙ,
Сәсәтмәгеҙ ҡыуып йөк атын.

* * *
Малай инем, үҙ-үҙемде
Торманым һис тә аяп.
Төкөрөк төшкөһөҙ һыуыҡта
Йүгерҙем ялан аяҡ.
Сәңкеп һыҙлаған аяҡты
Баҫтым ҡыҙған мейескә.
Аяҡтарым янып бара,
Янып бара усаҡтай.
(«Ялан аяҡ йүгерҙем»).
…Тимер Йосоповтың шағирлығы хаҡында уйлағанда, тағы шуға иғтибар итәһең: ул үҙ шиғырҙарын яңғыратып яттан һөйләй… Тауышы көр, Хоҙай уға тауыш та, сәсәнлек тә биргән. Һәм уның уй-теләге, хис-тойғоһо тыңлаусыларҙың йөрәгенә барып етә!
Үҙ шиғырҙарыңды яттан һөйләү маһирлығы – шулай уҡ һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш – ул үҙ һүҙеңдең бәҫен белеү ҙә… Меңәрләгән тамашасы һинең әҫәреңде спектаклдәй күреп тамаша ҡыла. Һәр шиғыр – үҙе бер тамаша, үҙе бер спектакль дә.
Әүәл дә мәшһүр сәсән һүҙе кеше йөрәгенә, тыңлаусы күңеленә барып еткән. Минеңсә, бында тағы бер мөһим әйбер бар. Тимер Йосопов шиғырҙары халыҡсан, халыҡҡа яҡын, милли рух менән һуғарылған. Уларҙа күңелебеҙгә яҡын образ-символдар: йүгән сыңы, ат тояҡтары тупылдауы, азатлыҡ ораны яңғырауы – ата-бабаларҙың ирек өсөн күтәрелеүе… Ҡыйырсыҡ ай, ысыҡ төшкән үлән… Тимер Йосопов шиғырҙарында хисле йөрәк тибешен, йәшел тәбиғәт йәмен тояһың. Уның һыҙланыуҙары һинекенә әйләнә, пейзаж картиналары күҙ алдына баҫа. Шағир бәғзеләр ише көсәнмәй, шиғырҙы яһамай, буш фәлсәфә лә һатмай… Шағир һәр кемгә бала саҡтан таныш билдәләр, метафоралар менән эш итә: икмәк еҫе, тол ҡатындың салғы яныуы… Малайҙар һыу төшөргә бара, ҡайһы бере йығылып китә – һалам аяҡ! Бөтәһе лә таныш, бала саҡтан күреп күнеккән күренештәр: киске ауыл өҫтө, мөрйәләрҙән сыҡҡан төтөн, тауҙар өҫтөнә ай ҡалҡыуы… Ғөмүмән, ай — Йосопов шиғриәтендә иң актив образ-билдәләрҙең береһе, һәр ваҡыт яңыса һынлана.
– Һау булығыҙ!
Илдән ҡуҙғалдылар.
Шыңшып илап торғас аҙ ғына,
Вагон эргәһенән сабып барып,
Эт ташланды поезд аҫтына.
…Юғалтыуҙар күрҙем,
Рәми ағай,
Юям инде ҡай саҡ түҙемде…
Вагон эргәһенән сабып барған
Шул эт һымаҡ тоям үҙемде.
(«Рәми Ғариповтың һөйләгәне»).

Тыуған ергә ҡайттым,
тыуған ергә,
Донъя яҡты,
Беҙгә ҡояш ҡарай.
Көҙгөң кәрәк түгел,
Һөйгән йәрем
Тын йылғаға ҡарап сәсен тарай.
Был өҙөктәр шағир яҙмаһының стилен, ҡалып-формаһын сағылдыра кеүек.
Бер баҡҡанда
Айым тулы ине.
Ҡыйылып та тағы ай ҡалҡа,
Йылдар аша
Һинең моңһоу йөҙөң
Һорғолт бушлыҡтарҙа сайҡала.
Уның үҙенә генә хас стиль-интонацияһы бар. Шағир төньяҡ-көнсығыш яҡҡа ғына хас идиомалар, тапҡыр һүҙҙәрҙе йыш ҡуллана.
Башҡорт шиғриәтендә маһирҙар бихисап. Шулар араһында – Тимер Йосопов… Әй буйынан, Салауаттар, Рәмиҙәр яғынан… Ошо шағирҙар араһынан, бәлки, бары Тимер Йосопов тигән йырсының ғына бөгөн «Китап» нәшриәтендә өс томлыҡ һайланма йыйынтығы баҫылып сыҡҡандыр, ғәләмәт бит әй: өс том шиғыр! Дүртенсеһе лә әҙер. Был, ғөмүмән, башҡорт шиғриәтенең байлығы, дәрәжәһе! Уның бүтән әҙәбиәттәр араһындағы бәҫе, ҡиммәте! Беҙҙе шулай бай, һиммәтле итеүсе шағир ул Тимер Йосопов атлы уҙаман.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779