Хөсәйен Ҡудашев Бүздәк районының Иҫке Бүздәк ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Өфө паровоздар ремонтлау заводында слесарь булып башлай, машинист ярҙамсыһы була.
1931—1934 йылдарҙа Өфөнөң Комсомол йорто эргәһендә эшсе йәштәр театрында эшләй, ә 1934 йылдан Башҡорт академия драма театрына саҡырыла. Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы була. 1948 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй. Ҡатыны — Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Камалетдинова менән ике бала тәрбиәләй. Уларҙың икеһе лә — Рифҡәт Хөсәйен улы ла, Флорида Хөсәйен ҡыҙы ла — күренекле фән эшмәкәрҙәре.
Сәхнәлә Х. Ҡудашев бик күп төрлө характерҙағы, ҡабатланмаҫ ролдәр башҡара. Уларҙың күбеһе — театр йылъяҙмаһының алтын фондында. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләренең береһе — Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” драмаһынан король Йәғәфәр роле (режиссеры — Л. Вәлиев). “Ҡыҙыл паша” спектакле республикала ғына түгел, илебеҙ театр донъяһында ла ҙур баһа алды. Уны Мәскәүҙән үҙәк телевидение ла төшөрҙө. Ә 1986 йылда ошо спектакль менән театрҙы Сирияға саҡыралар. Йөрәге ауырыу сәбәпле табиптар алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш бирһә лә, Хөсәйен Илдархан улы сәфәргә китә... Сирияның театр сәхнәһендә ул һуңғы тапҡыр бар булмышын биреп Йәғәфәрҙе уйнай, тамшасыларҙы оҫталығы менән таң ҡалдыра. Ҡунаҡханаға ҡайтҡас, мәңгегә күҙҙәрен йома...
Әгәр Хөсәйен Ҡудашевтың ижад юлын байҡаһаҡ, беҙ сәхнәбеҙҙең бик күп көслө һәм милли колоритлы, донъя классик образдарын күрәбеҙ. Мостай Кәрим менән Илшат Йомағоловтың трагедияларындағы ғәйрәтле Байышты, Зевсты, Сынтимерҙе осратабыҙ. А. Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” менән Т. Миңнуллиндың “Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш”тан илһамланып-ярһып яңы ауыл төҙөүселәрҙе хәтергә төшөрәбеҙ. А. Чехов, М. Ғафури, Н. Хикмәт, А. Коломиец, А. Вампилов, Ә. Атнабаев, Н. Асанбаев һәм башҡа драматургтарҙың әҫәрҙәрендә тәрән мәғәнәле кешеләр яҙмышын күрәбеҙ. Уның геройҙары йөҙөндә күп кеше яҙмышы аралашҡандай. Н. Асанбаевтың документаль нигеҙҙә яҙылған “Ҡыҙыл паша” драмаһында король Йәғәфәр ролен уйнап, актер уны тамашасыға тәрән аҡыл эйәһе, зирәк юлбашсы, стратег һәм рыцарь итеп күрһәтте. Быны оҫта, сағыу итеп, халыҡ эпик әҫәрҙәренең поэтикаһы менән сағыштырырҙай бай биҙәктәргә сорнаны. Хөсәйен Ҡудашев һәр ролен маһир башҡарҙы.
* * *
“Күп яҡлы талант эйәһе Хөсәйен Ҡудашев оҙаҡ йылдар сәхнәбеҙҙе биҙәп килде. Ул ҡатнашҡан спектаклдәр тамашасылар өсөн оло байрам була торғайны. Уның сәхнә ижады үҙе ҡояш нурҙарына тулған оло бер донъя ине. Ошо ҡояшлы донъяһында уның менән бергә меңдәрсә тамашасы йәшәне. Бөтәһен дә бәхетле итте Хөсәйен. Хистәргә, эске кисерештәргә бай ижады, яғымлы тауышы, һоҡланып туймаҫлыҡ тышҡы ҡиәфәте менән арбай ине ул тамашасыны”.
Нәжиб Асанбаев, Башҡортостандың
халыҡ яҙыусыһы, драматург.
* * *
“Мин Хөсәйен Ҡудашевты беренсе тапҡыр дуҫым Ғабдулла Әхмәтшиндең “Тальян гармун”ында күрҙем. Буйсан, матур егет, оҫта гармунсы, йырсы Илдар тәү күреүҙә үк йөрәктәрҙе яулап алды. Тырышып-тырышып роль башҡарманы ул, ә сәхнәлә илһамланып, үҙе рәхәт сикте һәм тамашасыларҙы рәхәтләндерҙе. Уның артынса Назар Нәжмиҙең “Яҙғы йыр”ы яңғыраны. Айҙарҙың: “Тауҙар юлын йырһыҙ үткәнем юҡ”, — тип залды моңға күмгәне әле лә күңелемде иркәләй һымаҡ”.
Мостай Кәрим,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
* * *
“Мин Хөсәйенде йәп-йәш сағынан, атап әйткәндә, “Эшсе йәштәр театры”нда эшләгән осорҙан уҡ беләм. Шул йылдарҙан алып ул минең алыштырғыһыҙ партнерым булды. Бик күп спектаклдәрҙә бер-береһенә ғашиҡ егет һәм ҡыҙ ролдәрен башҡарҙыҡ. Ғашиҡ парҙарҙы уйнауҙы беҙ Башҡорт академия драма театрында ла дауам иттек.
Һанап китһәң: “Ғәлиәбаныу”, “Башмағым”, “Еҙнәкәй”, “Яҙғы йыр” һәм башҡалар. Беҙ дуҫтар ғына түгел, яҡын туғандар булып йәшәнек. Быға уның тормош юлдашы — талантлы артистка Фәриҙә Камалетдинова менән Өфө театр техникумында бергә уҡып, уны бергә тамамлап, бергә академия театрына алыныуыбыҙ ҙа (1935 йыл) сәбәпсе булғандыр”.
Рәғиҙә Янбулатова,
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың
халыҡ артисы, шағирә.
* * *
“1938 йылда өйләнештек. Татыу ғына йәшәп киттек. Сәнғәт икебеҙҙе лә шунда уҡ һынау алдына ҡуйҙы. Хөсәйен консерваторияла уҡыны. Ул — Мәскәүҙә, мин — Өфөлә. Бер-бер артлы улыбыҙ Рифҡәт, ҡыҙыбыҙ Флорида тыуҙы, тормош алға тәгәрәне. Ауыр, ләкин емешле ижад йылдары башланды. Һуғыш осоро. Спектакль, концерт ҡайғыһы булмаҫ һымаҡ. Әммә артистарҙы тылда ла, фронтта ла, госпиталдәрҙә лә ихлас ҡабул иттеләр. Хөсәйендең дөрләп торған йөрәк уты хайран ҡалдыра ине. Мине лә, башҡаларҙы ла. Ҡайҙан шундай сәм урғылып торған?! Сәхнәне һөйөүҙән, һөнәреңдең изгелегенә ышанғанлыҡтан килә ине был. Тыуған яғымды үҙ итте ул. Ҡоластарын йәйеп, Шағанай буйҙарын яңғыратып йырлап ебәрер ине. Әйтерһең, бар донъяны ҡосағына алмаҡсы. Тормошто яратты ул, кешеләҙе яратты. Арыҫлан Мөбәрәков, Рәғиҙә Янбулатова, Бәҙәр Йосопова, Таңһылыу Рәшитова, Зәйтүнә Бикбулатова, Ғәзим Туҡаев, Вәли Ғәлимов… Шәп артистар, күркәм кешеләр менән эшләргә яҙҙы беҙгә”.
Фәриҙә Камалетдинова,
Башҡортостандың
халыҡ артисы.
* * *
Актер дуҫҡай!
Һин сәхнәгә сыҡһаң,
Нурланғандай була йөҙөбөҙ.
Һин үҙеңә ғашиҡ итәһең бит,
Һиндә генә ике күҙебеҙ.
Кәрәк икән: яҡты образын һин
Тыуҙыраһың яугир батырҙың.
Кәрәк икән: үтә юха ла һин.
(Көсө шунда ысын актерҙың).
Шаян, йырсы ла һин,
Көр тауышың
Бөтмәҫ илһам өҫтәй күңелгә.
Талантыңды бүләк итеп йәшә,
Һиңә бәхет биргән илеңә.
Яҡуп Ҡолмой.
* * *
“Уның ташып торған көс-ғәйрәте, ихласлығы, һәр ваҡыт берәй ҡыҙыҡ уйлап сығарыуы, шуға үҙе лә ышанып, башҡаларҙы ла ышандырыуы, шунан йәм табыуы, ыҫпай кейенеп, ҡалын ҡара ҡаштары аҫтынан ҡырын ғына ҡарап алыуы, мөһабәт кәүҙәһе — барыһы ла ҡағыҙға ғына һыймай. Ул ҙур кеше, ҙур артист ине. Күҙ асып йомған арала хәлеңде лә һораша, шелтәләй ҙә, күңелеңде лә күтәрә, ышанысын да әйтеп өлгөрә”.
Нурия Ирсаева,
Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы.
* * *
“Хөсәйен ағайҙың беҙҙең татар театры артистары менән дә дуҫлығы ныҡ ине. Осрашып торҙоҡ. Ул тормошта ла “ҡанатланып осор” ҡиәфәттә йәшәне. Геройҙары ла, үҙе кеүек, киң күңелле, ихлас, ихтыярлы кешеләр булды”.
Рауил Шәрәфиев,
Татарстандың һәм Рәсәйҙең
халыҡ артисы.
* * *
“Хөсәйен ағай сәхнә өсөн яратылған оло шәхес булараҡ спектаклдәрҙә көсәнеп уйнаманы, тормошта яраҡлашып йәшәмәне. Үҙе булып ҡалды”.
Риф Тойғон, шағир.