Күренекле әҙип, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәким Ғиләжевте "Әҙәбиәтебеҙҙең генералы" тип йөрөтәләр. Был исем уның ижадына ла, шәхесенә лә тап килеп тора. Генерал дәрәжәһенә етер өсөн башта ябай һалдат булырға кәрәк, шуның кеүек, һәр әҙиптең ижадына тыуған ауылында нигеҙ һалына.
Фронтовик яҙыусы Лоҡман-Хәким Ғиләжевтең тыуыуына 90 йыл тулыуҙы ауылдаштары ҙурлап үткәрҙе. Ҡаңны-Төркәйгә ашҡынып килеп еткән ҡунаҡтарҙы — әҙиптең балалары Гөлнар менән Азамат Ғиләжевтәрҙе, яҙыусылар Барый Ноғоманов, Сабир Шәрипов һәм Факиһа Туғыҙбаеваны — ауыл мәҙәниәт йортоноң "Заһиҙә" фольклор ансамбле йыр, шиғыр, икмәк, сәк-сәк менән ҡаршыланы, район хакимиәте вәкиле Дания Төхвәтуллина, ауыл Советы хакимиәте башлығы Ғәли Шәғәлиев, Хәким Ғиләжев исемендәге урта мәктәп директоры Рушан Байымов оҙатып йөрөнө.
Ҡаңны-Төркәй мәктәбе Хәким Ғиләжев исемен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтә. Буласаҡ әҙип ошонда белем алған, ижадҡа тәүге аҙымдарын яһаған. Шағирҙың 1979 йылда донъя күргән "Минең ырыуым" тигән шиғырҙар йыйынтығында ҡаңнылар, шулай уҡ атаһы Ғабдрахман, 39 йәшендә генә донъя ҡуйған әсәһе Ғәйниямал тураһында тетрәндергес шиғырҙары тупланған. Хәким ағайыбыҙ әле республикала ырыуҙар хәрәкәте башланмаҫ борон уҡ, ғалим һәм шағир булараҡ, ҡаңныларға тотош китабын бағышлаған. Әсәһе тураһында шиғырын уҡығанда, ирекһеҙҙән күҙҙәр йәшкәҙәй:
Ҡайҙа юлыҡһам да, әсәм тауышы
Ҡолағымда сыңлай бер көйгә.
Ул болдорға сығып ҡысҡырыр кеүек:
"Лоҡман-Хәким, балам, ҡайт өйгә!"
Әйткәндәй, атаһы ла — нужа ҡаласын иртә татыған ябай ауыл кешеһе. Ғабдрахман бабай ауыл Советы рәйесе була, 1927 йылда ауылдаштары менән бергә ике ҡатлы ағас мәктәп төҙөүгә күп көс һала. Районда терәк мәктәп була ул. Тирә-яҡтан, хатта урыҫ ауылдарынан да килеп уҡыйҙар бында. (Мин дә ошонда белем алғанда ҡәләм тирбәтә башланым. Шағирҙар Барый Ноғоманов менән Самат Ғәбиҙуллин, беҙгә уҡытырға килеп, әҙәби түңәрәк ойоштороп ебәргәйне).
Хәким Ғиләжев үҙенең "Ҡәләмдәштәр" (1992 йыл) китабында, йәш ижадсыларға кәңәш биреп, бына нимә ти: "Әҙәбиәттә үҙ тауышың булһын тиһәң, иң тәүҙә йөрәк һағышыңды, ҡан тибешеңде тыңлап ҡара, унан кешеләргә күс. Улай ғына ла түгел, ошо тауыш биргән кешеләр менән бергә йәшәргә кәрәк... Шунан инде һинең биографияң, ысын тормош биографияң, бәлки, ижади биографияң башлана булыр..." Лоҡман-Хәким нәҡ ошолай йәшәй ҙә. "Заһиҙә" ансамбленең әүҙем ағзаһы, ғаилә музейы ойоштороп дан алған ағинәй Рәйсә Яҡупова үҙенең "Ауылым офоҡтары" китабында Хәким Ғиләжев тураһында һоҡланып яҙа (уның ҡайны-ҡәйнәһе Ғиләжевтәргә күрше йәшәгән икән): "Фәтҡелбаян ҡайнағам менән Лоҡман-Хәким ағай бик дуҫ булған. Улар уҡырға, рәсем төшөрөргә яратҡан. Хәким ағайҙың әсәһе: "Уҡырға ултырһа, бөтөн донъяһын онота, алдына бер маҡсат ҡуйһа, шуны эшләмәй ҡуймай", — тип әйтә торған булған. Әсәһе берәй йомошҡа ебәрһә, китабын юлда уҡып килер ҙә ҡапҡа бағанаһына бәрелер ине", — тип хәтерләй торғайны ҡәйнәм дә..."
Лоҡман-Хәким артабан ауылыма күрше генә ятҡан Дәүләкән педагогия училищеһында Муса Ғәли, Шәриф Бикҡол, Ғилемдар Рамазанов менән бергә белем ала. Заманында бик көслө булған был уҡыу йортонда Хәким Ғиләжевкә ауылдаш ҡыҙҙары Мәфтуха Мәрҙәнова, Мөкәрәмә Яҡупова һабаҡташ була.
Талантлы йәш шағир ҙур хыялдар менән янып йөрөгәндә, дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы барыһын да селпәрәмә килтерә. Рәйсә Яҡупова апайҙың китабына тағы ла күҙ һалайыҡ: "Ҡайнағам Фәтҡелбаян яҡын дуҫы Хәким Ғиләжев менән бергә хәрби училищела уҡый. Һуғышта ла бергә булалар. 1944 йылдың 7 апрелендә ҡайнағамдан "ҡара ҡағыҙ" килә, Хәким ағай был ҡайғыны бик ауыр кисерә. Уның "Баян дуҫыма" тигән шиғыры ла бар".
Әҙиптең атаһы Ғабдрахман ағай оло йәштә булғанлыҡтан һуғышҡа алынмай, әммә 1942 йылда донъя ҡуя. Ҡустыһы Ғабдулла ағай үкһеҙ етем ҡала. Хәким ағай менән аталары бер, әсәләре башҡа һеңлеһе Әнисә апай ҙа ҡайғыны ауыр кисерә. Хәким Ғиләжев һуғышта ҡаты яралана, батырлығы өсөн ике тапҡыр I дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Ғалим да, яҙыусы ла булып танылған яҡташыбыҙ Лина исемле бик тә сибәр ҡыҙға өйләнә. Ҡустыһы Ғабдулланы ла, һеңлеһе Әнисәне лә тәрбиәләп кеше итә. Арабыҙҙан иртә киткән данлыҡлы режиссер Ғабдулла Ғиләжевте мин бәләкәй саҡта ауыл ҡарттары яратып иҫкә ала ине: "Көтөү көткәндә ҡурай яһап ала ла эй уйнай торғайны". Ғабдулла Ғабдрахман улына Башҡортостандың бик күп хөрмәтле актерҙары мең рәхмәтле. Оло йөрәкле режиссер — уларҙың яратҡан остазы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына нигеҙ һалыусы ла.
Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбендә уҙғарылған кисәлә һеңлеһе Әнисә Хәким ағаһы тураһында хәтирәләрен илай-илай һөйләне: "Тормошта миңә Лина еңгәм — әсәй, ә ағайым атай кеүек булды", — тине ул, был ғаиләгә рәхмәт уҡып.
Кисәлә башҡорт теле уҡытыусылары Фәриҙә Сәғәҙиева менән Гөлдәр Хәбибуллина етәкселегендә уҡыусылар күренекле шағирҙың әҫәрҙәрен уҡыны, йырҙарын йырланы, әҫәрҙәренән сәхнәләштереп өҙөктәр күрһәтте. "Заһиҙә" фольклор ансамбле йыр-бейеү менән йәм өҫтәне.
Шуныһы әһәмиәтле: Хәким Ғиләжевтең төп әҫәрҙәрендә Ҡаңны ырыуы кешеләренең яҙмышы сағыла. Әҙәбиәтебеҙҙең классикаһына әйләнгән "Ҡырҡ алтынсы һалдат", "Ил балаһы" поэмаларында, "Погонһыҙ һалдаттар" романында әҙиптең яҡташтарының ҡаһарманлығы мәңгеләштерелә. Был хаҡта яҙыусылар Барый Ноғоманов, Сабир Шәрипов, шулай уҡ мин дә ҙур тулҡынланыу менән һөйләнек.
Балалары, йәғни Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлнар һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, рәссам Азамат Ғиләжевтәр сығыш яһағанда, тамашасылар оло әҙиптең тере һынын күҙ алдына килтергәндер, моғайын. Улар тыштан ҡырыҫ күренгән, ләкин үтә нескә күңелле аталарының үҙҙәренә ҡарата бик тә иғтибарлы булыуын һөйләне.
Башҡорт сәнғәтендә хәҙер Ғиләжевтәр династияһы бар, тип ғорурланып әйтә алабыҙ. Азаматтың ҡатыны Гөлдәр Ильясова — Стәрлетамаҡ драма театрына нигеҙ һалыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, ҡыҙҙары Айгөл Өфө сәнғәт училищеһында белем ала, музыкант буласаҡ. Ғабдулла ағайҙың улы Илдар Ғиләжев атаһы юлын һайлаған, билдәле режиссер. Хәким ағайҙың ике туған ҡустыһы Миңлеғариф Ғиләжев — шулай уҡ рәссам, әле бына яҙыусының музейын зауыҡлы итеп биҙәүгә күп көс һалған. Музей — уҡыусылар өсөн үҙе бер тәрбиә усағы: Лина Кәрим ҡыҙы иренең шәхси архивынан фотолар, ҡулъяҙмалар, китаптар, наградаларын бүләк иткән. Бында әҙиптең бала сағы, фронт юлдары, шулай уҡ "Ағиҙел" журналында баш мөхәррир, Башҡортостандың Яҙыусылар союзында идара рәйесе, БАССР Юғары Советы депутаты булған йылдарындағы эшмәкәрлеге сағыла. Әҙәбиәтебеҙҙең генералы, әйткәндәй, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән дә бүләкләнгән.
Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбе Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ өс шәхесте — Хәким Ғиләжев, Ғабдулла Ғиләжев һәм Факиһа Туғыҙбаеваны — тәрбиәләүе менән дан алған. Уларҙың барыһының да тормош һәм ижад юлдары мәҙәниәт йорто музейында сағылыш тапҡан. Үҙ балаларын ҡәҙерләй белгән ауылдаштарыма мең рәхмәт!
Әлеге ҡатмарлы заманда Хәким Ғиләжев исеме, Башҡортостан тарихында эҙ ҡалдырған бик күп шәхестәр кеүек, беҙгә ныҡ ҡәҙерле. Әҙәбиәт белгестәре, уның тормошон ныҡлап өйрәнһә, Тыуған ил яҙмышы менән йәшәгән, уның бәхетле киләсәге өсөн һуғышта ҡан ҡойоп, инвалид булып ҡайтҡан, ижадында Башҡортостанды, халыҡты ҙурлаған Хәким Ғиләжевтең ысынлап та әҙәбиәтебеҙҙең генералы икәненә һоҡланып, ғилми хеҙмәттәр һәм әҙәби әҫәрҙәр яҙыр ине.
Хәким Ғиләжев исемен йөрөткән мәктәп ишегенең һул яғында уға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Ҡапҡанан ингәндә әҙиптең бюсы ла ҡаршылаһа, тағы һәйбәтерәк булыр ине. Баш ҡалабыҙ Өфөлә Хәким Ғиләжевкә һәйкәл ҡуйыу, исемен урамдарҙың береһенә биреү — шулай уҡ көнүҙәк мәсьәлә.