Исем түгел, яуаплылыҡ мөһим!
Йәмғиәтте шул ауырыуынан арындырмай, дауаламай тороп, күҙәтеү органдарының һанын 10 тапҡырға арттырып та, кешеләрҙе тәртипкә күндереп, намыҫлы, ғәҙел, итәғәтле йәш быуын тәрбиәләп булмаясаҡ икәне кем өсөн серҙер?! Мәҫәлән, 1945 йылда, ҡот осҡос һуғыштан һуң илебеҙҙә 640 мең етем бала рәсми теркәлгән. Ул мәлдәге ауыр шарттарҙы, ҡаты талаптарҙы иҫкә төшөргәндә, был һандың ысынбарлыҡҡа тап килеүенә шик юҡ! Хәҙер, тыныс тормош кисергән мәлдә, төрлө рәсми органдар иҫәбенә Рәсәйҙә 780 мең берәҙәк бала теркәлгән.
Рәсми булмаған иҫәптәргә ҡарағанда, ул һанды тағы ла икегә ҡабатларға кәрәк, тиҙәр. Был һан иҫәбенә балалар йортона урынлаштырылған йәки унда электән йәшәгән етем балалар инмәй. Һуңғы 20 йылда 15 мең мәктәп, 22 мең балалар баҡсаһы ябылған, 2010 йылдың 1 сентябренә, мәҫәлән, 2 миллион баланың мәктәпкә бармағаны билдәле. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың хоҡуғын һаҡлаусы, уларҙы тәрбиәләү эшен ойоштороусы орган, комитет, инспекциялар элеккенән күберәк. Тағы бер миҫал: АҠШ-та (хәҙер бөтәһен дә Америкаға сағыштыралар бит) 300 миллион халыҡты 700 мең полицейский уңышлы хеҙмәтләндерә. Рәсәйҙә халыҡ һаны ике тапҡырға әҙерәк (140 млн.), тәртип һаҡлаусылар ике тапҡырға күберәк (1 млн. 750 мең). Улар бурыстарын намыҫлы үтәү урынына, һәр ваҡыт йә эш хаҡтары әҙ, йә машиналары иҫкергән, йә формалары матур түгел, йә... тағы әллә нимәләргә һылтанып, сәбәптәрен табып ҡына тора. Ҡайһы бер етәкселәр үҙгәртеп ҡороуҙарҙа үҙҙәре лә буталып бөттө, шикелле. Тимәк, һәр эштең кәрәк кимәлдә ойошторолоуы, ыңғай һөҙөмтәлелеге контроль һ.б. органдарҙың һанында ла, атамаһында ла түгел. Яуаплылыҡта һәм талапсанлыҡта!
Хәҙер эшҡыуарҙар тауар, аҙыҡ-түлек етештергәндә, уларҙың сифатын, кеше организмына зарарһыҙлығын, хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙән алда һатып алыусының иғтибарын йәлеп итерлек яҡтарын хәстәрләй. Тәмле еҫ, сағыу төҫ, ҡупшы форма, матур тышлыҡ — ризыҡ һәм тауар етештереүҙәге иң мөһим күрһәткестәр. Бөтә белем, һәләт һ.б. сығанаҡтар тауарҙың осһоҙораҡ хаҡҡа эшләнеп, ҡиммәтерәк хаҡҡа һәм күберәк күләмдә һатылыуына йүнәлтелә. Магазин кәштәләрендә тәбиғи икмәк, һөт, май, балыҡ табыуы еңел түгел хәҙер әҙәмдәргә. Элегерәк ОТК системаһы, халыҡ контроле комитеттары, башҡа тармаҡ инспекциялары күҙәтеүе аҫтында эшмәкәрлек иткән предприятие, ойошмаларға дәүләт закондарын һәм ГОСТ-тарҙы үтәүгә ҡаты талаптар ҡуйылды. Бөгөн һәр шәхси эшҡыуар нимә теләй, нисек теләй, шулай эшләй. Бөтә эшмәкәрлектәре әҙерәк тотоноп, еңелерәк эшләп, ҡиммәтерәккә һатыуға ҡоролған. Етештерелгән тауарҙарҙың, бигерәк тә аҙыҡ-түлектең, кеше организмы өсөн хәүефһеҙлеген, зарарһыҙлығын тәьмин итеү тураһында уйлағандар һирәктер. Ул турала төрлө кимәлдә күп һөйләнелә, ләкин... Аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең һәр ҡайһыһы үҙе химик, үҙе технолог, үҙе контролер, үҙе етештереүсе һәм үҙе һатыусы... Хеҙмәте йәмғиәткә файҙа килтереү-килтермәүе — эшҡыуар өсөн икенсе урындағы мәсьәлә. Тимәк, уның эшмәкәрлек фәлсәфәһе закон тарафынан аҡланған. Йәмғиәт бөгөн шул закон сиктәрендә йәшәгәс, эшҡыуарҙы, халыҡты алдайһың тип ғәйепләп, яуапҡа тарттырып булмай.
Контроль органдары еңел генә “һатылып” бара, “белмәгәндең беләге тыныс” принцибына таянып, етешһеҙлектәргә күҙ йома, бурыстарын илке-һалҡы үтәй. Һәр ҡайһыһының үҙ аҡланыу дәлилдәре. Әҙәми зат яһалма ризыҡтар, дарыуҙар менән үҙенең йән, тән, аң мөмкинлектәрен, йәшәгән мөхитенең түҙемлеген аяуһыҙ һынауын дауам итә. Һынауҙарҙан һығымталар яһап, һабаҡтар алырға уйламайбыҙ ҙа кеүек...
Һабаҡтар
Йәмғиәт аңы үҫешеү кимәленә күрә һәр быуындың үҙенең бөйөк асыштары, мөһим өлгәштәре, ғәжәп үҙгәрештәре булыуы — һәр дәүергә лә хас тәғлимәт. Тәүтормош осоронда һөңгө, уҡ кешенең ризыҡ табыу, үҙенең, ғаиләһенең, ҡәбиләһенең именлеген, киләсәгенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә иң мөһим, дәүере өсөн иң әһәмиәтле асышы булһа, һуңғараҡ кешелек, үҙе кеүектәр менән аралашыуы арҡаһында, бер-береһенән өйрәнә, тәжрибә туплай, йәшәгән тәбиғәт шарттарына ҡулайлаша, яңынан-яңы хеҙмәт ҡоралдары эшләргә өйрәнә, ер байлыҡтарын тормошонда ҡыйыу ҡуллана башлай. Был үҙгәрештәрҙең һәр береһе үҙ дәүере өсөн, әлбиттә, иҫ киткес асыш, һынау булғандыр. Кеше аңы өсөн һәр яңы мәғлүмәт, һәр яңы тәжрибә — һынау! Үткән быуатта машина, трактор, паровоз, самолет, радио, телевизор, ракета һ.б. шуның кеүек әҙәм аҡылы тыуҙырған яңы атамалар ишетергә, яңы мөғжизәләр күреп ғәжәпләнергә насип була әҙәм балаһына. Һәр быуын үҙе йәшәгән дәүерҙе иң уңышлы, иң аҡыллы, иң ҙур асыштар, һынауҙар дәүере тип иҫәпләй. Ләкин ҡасандыр замандаштарҙың кешелек өсөн иң әһәмиәтле тигән асыштары ла киләһе быуын тарафынан ғәҙәти хәл тип ҡабул ителә. Һәр яңы быуын үткән быуындың йәшәйешен примитив, асыштарын ғәҙәти тип кенә баһалаясаҡ...
“Яңырған” Рәсәй һуңғы 20 йылда яңы уңыштарға өлгәшеү түгел, бер күрһәткестә лә элекке кимәлгә күтәрелә алмай. Фәнни асыштар, мөһим төҙөлөштәр үгәй хәлендә, киләсәккә аныҡ маҡсаттар, илдең милли идеяһы асыҡланмаған. Тәбиғәт байлыҡтары мәңгелек түгел икәне лә билдәле, ләкин “иртәгәһен ишәк уйлаһын” тигән кеүек, һаман тәбиғи ресурстарын әрһеҙ һатып йәшәйбеҙ. Үткәндәрҙе тәнҡитләр, ғәйепләр алдынан кеше тәүҙә бөгөнгө тәртип, ғәҙәттәрҙе ғәҙел баһалай, тормош күренештәренә үҙенең мөнәсәбәтен күрһәтә белһен ине.
Йәш быуынды ят ил халыҡтары булмышына күндереп, йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡтырып, холоҡ, тәртиптәренә яраҡлаштырыуҙан элек үҙ илдәрендә, үҙ тәбиғи асылдарында, үҙҙәренсә йәшәргә өйрәтергә кәрәк, тип уйлаусы юҡ. Һәр быуын үҙ дәүерендә, үҙ тормошо менән йәшәр өсөн тыуа, яҙмыштары көнүҙәк мәсьәләгә бәйләнгән. Йәш кешене бөгөнгө тормош шарттары һынаясаҡ, бөгөнгө һорауҙар уйландырасаҡ, бөгөнгө хәлдәр ҡыҙыҡһындырасаҡ. Кемгә һәм ниндәй маҡсатта йәштәрҙең аңын албырғатып, бөгөнгө көнкүрештән ситләштереү кәрәк? Алыҫ киләсәктәгеләр үҙ донъяларын үҙҙәре ҡороп, үҙҙәренсә йәшәргә һәләтле булырҙар, моғайын? Бөгөнгөнө кем хәстәрләр?..
Милли идея, патриотизм тойғоһо, юғары рух тәрбиәләү тураһында күп һөйләнелә, ғәмәлдә бөтөнләй икенсе нәмә күрһәтелә. Билләһи, цирктағы күҙ арбау тамашаһы кеүек. Гүйә, бөгөнгөләр ҡаршылыҡтарҙан, ҡыйынлыҡтарҙан торған ысын тормошта түгел, сихри донъяла йәшәй. Алдашыу, урлашыу, талау, туҡмау, үлтереүҙәр — хәҙерге йәмғиәттә киң таралған йоғошло эпидемия! Ваҡытында ауырыуҙы дауалауға кәрәк ҡәтғи саралар күрелмәүҙән, яман йоғошло сирҙең быуындан быуынға күсә һәм тиҙ арала кеше тәртибендәге нормаға әүерелеп китеүе лә ихтимал. Шул хәлде белә-күрә тороп, киң мәғлүмәт саралары яуызлыҡ тирмәненә көндән-көн тырышып һыу ҡоя. Улар тәмләп сәйнәп һоғондорған “зараза”ны халыҡ көн һайын йоторға мәжбүр. “Аҡ эттең бәләһен ҡара эткә” йәки “ауырыу баштан һау башҡа” ауҙарып маташыусылар ҙа уларҙың рәтенән. Аҙғын йәшәү рәүешен башҡаларға ла көсләп тағып маташыусыларға ҡарата һау йәнле зиһенлеләр һаман да түҙемле мөнәсәбәттә. Бөтә бәләләр шуның арҡаһындалыр.
Бөйөк Аң сикләмәһә, бәлки, әҙәм үҙен үҙе аҡыллы сиктәрҙә тота алыуға һәләтле түгелдер. Йыһандағы, тәбиғәттәге бөтә катаклизм, һәләкәттәрҙең мәғәнәһе лә шундалыр: донъяһына бәлә-ҡаза ебәреп, юғары аң әҙәмде ниндәйҙер яңылыш аҙымдарҙан иҫкәртәлер, ғибрәтле һөҙөмтәләрен аңғарталыр? Мәҫәлән, Чернобыль фажиғәһе, бер яҡтан, кешелекте атом менән һаҡһыҙ ҡыланыуҙан иҫкәртһә, икенсенән, бер илде сәйәси ҡыйралыштарҙан аялау ниәтенән, халыҡ иғтибарын дөйөм бәләгә йүнәлтергә теләгәндер. Ул афәткә 25 йыл үтеүгә, бөгөнгө Япониялағы ер тетрәүе менән тағы ла шул уҡ иҫкәртеүҙәрен яңырталыр һәм халыҡтар, сиктәш ерҙәргә дәғүәләшеүҙән бигерәк үҙ ерҙәрен ҡәҙерләһәләр, йәшәгән мөхитенең именлеген, нәҫеленең хәүефһеҙлеген һаҡлаһалар, алмаш быуын тәрбиәләп, уларға лайыҡлы көнкүреш шарттары тыуҙырыуҙы хәстәрләһәләр хәйерлерәк булыр ине тип аңғартырға тырышалыр. Һабаҡтар алып торабыҙ ҙа ул, тик уларҙы файҙалана белмәгәс, ни фәтүә?!
Сағыу төҫтәр менән күҙ ҡамаштырыу, татлы һүҙҙәр менән аң аҙаштырыу дәүере тыуҙы, һәм уның йәшәү рәүешенә, рухи һаулығына, зиһен именлегенә күрә үҙенең киләсәген хәл итерлек һынауҙары, иҫ киткес асыштары, шикле уңыштары, оятҡа ҡалырлыҡ яңылыштары ла булыуы ғәжәп хәл түгел. Һәр быуын йәшәгән осоронда триумфтарын, трагедияларын да тигеҙ кисерәлер. Аҡыллы әҙәм бар тәбиғәт байлыҡтарын, аң, белем, матди мөмкинлектәрен үҙ-ара ыҙғыштарға, һуғыштарға, ҡорал, ағыулы матдәләр етештереүгә йүнәлтеү урынына үҙенең бөгөнгө йәшәү шарттарын камиллаштырыуға һәм йәшәйешенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, донъяһын тәбиғәт бәлә-ҡазаларынан, Йыһан һәләкәттәренән аялауға, киләсәк быуынының тыныс, бәхетле һәм бәрәкәтле ғүмер кисереүен тәьмин итеүгә бағышлаһа, бөйөк асыштарға, ихтирамға лайыҡ иң аҡыллы йән эйәһе икәнен аҡлар ине, биллаһи! Донъя яңы асыштары менән әҙәмде һынауын дауам итә, ғибрәтле һабаҡтар бирә. Әҙәми зат һығымталар яһап, фәһем ала белерме?..
(Аҙағы. Башы 93-сө һанда).