Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шишмәләрҙә сайҡалдымы икән яҙғы көндөң һәр бер иртәһе?!
Шишмәләрҙә сайҡалдымы икән яҙғы көндөң һәр бер иртәһе?!Әсәйемдең өйө

Әсәйемдең өйөн мин ниңәлер
Хас үҙенә уның оҡшатам.
Бала сағым үткән ошо йортҡа
Уйҙарымда осоп йыш ҡайтам.

...Бер ҡаҙандан аттың арбаһында
Ҡайта балсыҡ өйгә ҡапсыҡта.
Башта өйҙө ҡыҙыл балсыҡ һыйпай,
Йәме арта ап-аҡ балсыҡтан.

Ап-аҡ өйҙөң иң-иң түрҙәрендә
Ап-аҡ мейес йылы тарата.
Усаҡ яна. Унда көлсә бешә.
Күҙәтергә шуны яратам.

Аҡ мейесле ап-аҡ өйҙәр миңә
Аҡ намыҫы төҫлө был ерҙең.
Аҡты аҡ итеүсе һабаҡты ла
Шул аҡ өйҙә, әсәй, һин бирҙең.

Ошо өйҙөң үлсәменән миңә
Ямандың да йөҙө асыла.
Хыялымда,
Уйҙарымда,
Йырҙарымда
Ниндәй генә сүрәттә лә тойғо
Самаларын белеп баҫыла.

Ер шарының иң-иң түрендә ул,
Уртаһында бөтә Йыһандың.
Алтын урталыҡты тапҡан был өй —
Шишмә башы минең илһамдың!

Шағир менән күрешеү

Ғилман ағайҙың яҡты иҫтәлегенә.

Ҙур Йыһандың шахтаһында шағир
Шиғыр яҙа соҡоп аҡ тоҙға.
Һәр әйткәне күктә балҡып китә,
Яҙмыш әйләнгән бер йондоҙға.
Төштәр беҙгә сикһеҙ донъя аса,
Сиктәр булғанда ла арала.
Әйтеп бөтөлмәгән рәхмәт һүҙем
Доғаларым булып ярала.
О, илаһи күпер!
Өн аралаш төшөм!
Ҡөҙрәте киң әлдә Алланың!
Һин китмәнең, бары күстең генә,
Яҡынайҙың бары, аңланым...
...Тағы шахта ... Шиғыр яҙа шағир,
Ҡыҙыл ғына төҫтә яҙмаһы.
Доғаларын әллә тергеҙәме
Ғәрәп хәрефенең яҙмаһы?!
Шиғыр яҙа шағир киң Йыһанда.
Мәмләкәте уның – аҡ тоҙлоҡ.
Намаҙ уҡый, гүйә, нәҙер әйтеп,
Күҙ йәшенән хасил намаҙлыҡ...

Бөтөн итеүсем

Теге саҡта: һин дә мине,
Мин һине белмәгәндә,
Хыял ағасыма атап,
Таҫмалар элмәгәндә,

Мин барыбер тоя инем
Һин барлығын донъяла.
Әйтерһең, Күктән йәнебеҙ
Осҡан бер үк оянан.

Мин барыбер көтә инем
Килерһең, тиеп бер көн.
Ваҡытлыса һағыш эстек,
Булырға ҡабат бөтөн.

Мин барыбер таныр инем
Йөрәгең тибешенән.
Һинең йөрәк түрҙәреңә
Минең хисем йәшенгән.

* * *
Ҡыш бауыры оҙон-оҙон,
Көндәре ҡыҫҡа-ҡыҫҡа.
Апрелгә лә инеп барам
Өмөттө йомоп усҡа.

Ҡыш айҙары үткән дә ул,
Үҙе һынмаған әле.
Күңелем иремәһә лә,
Тамам туңмаған әле.

Япраҡһыҙ ағас урамда,
Һаташыу ҡатыш төшөм.
Йәшел үләндән атларға
Етерме икән көсөм?!.

Йөрәк нисек түҙер икән
Ҡабынһа йәшел ялҡын?
Көндәр ниңә йылы түгел?
Ник көндәр түгел һалҡын?!.

Иҙел бит ул

Иҙел бит ул, бик киң бит ул...
Халыҡ йырынан.

Иҙел бит ул — бик ҙур йылға, тиҙәр,
Һағышы ла күптер Иҙелдең.
Иҙел буйындағы бер таш йортта
Көн итмәнең инде, иҙелдең...

Иҙел бит ул бик мул йылға икән.
Йәйелдергән золом үҙ эшен.
Сит ерҙәргә барып хур булғанда,
Булһа икән шунда үҙ кешең...

Түрәләре ирҙе кәмһетһә лә,
Ташламаған икән Аллаһы.
Тере һөйәккәйгә ит ҡуна ул,
Әлдә иҫән әле, илаһым!..

Иҙел буйҙарынан уҙған саҡта,
Үҙәккәйем китә өҙөлөп.
Киткән саҡта һалда йөҙләп аҡҡан,
Кире ҡайтҡан бары өс егет...

Иҙел һыуы кире аҡмаҫ, беләм,
Кире ҡайтмаҫ инде киткәне.
Һыу юлдары буйлап булмаһа ла,
Ерҙән ҡайтһа ине көткәнең...

Ҡанатлы яҙ

Шишмәләрҙә сайҡалдымы икән
Яҙғы көндөң һәр бер иртәһе?!.
Тойғоларға миҙгел ирек биреп,
Асып ҡуйған ялан кәртәһен.

Ғишыҡ уты, ана, йөрәктәрҙең
Шаҡымайса инә түренә.
Сәскә кеүек һәр бер ҡараш хәҙер,
Яҡтылыҡҡа һәр йән үрелә.

Ҡалмағандай йәндә бөртөк әрнеү,
Булмағандай хатта үпкәләр.
Сәстәреңдән һөйөп иҫкән елдәр
Йөрәктәрҙе, гүйә, иркәләй.

Туғарылған барлыҡ һыҙланыуҙар,
Онотола ҡараш күктәрҙә.
Көрһөнгәндәй итә яҙғы төндәр,
Арынғандай ауыр йөктәрҙән...

Ҡанатлы яҙ осоштарға әйҙәр,
Шағир яһар миҙгел һәр кемдән.
Яҙҙар беҙгә һөйөү бүләк итә,
Ғорур уҙмай һис тә эргәңдән!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780