Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңеүселәргә — дан һәм хөрмәт
Республиканың баш ҡалаһында 39 ветеран юғары наградаға — Өфөнөң Почет грамотаһына һәм күкрәккә тағылмалы “Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн” билдәһенә лайыҡ булды. Яҡшы йола буйынса уларҙы ҡала Советы депутаттары бүләкләне. Былтыр ветерандарҙы республиканың Хәрби Дан музейында тәбрикләгән булһалар, быйыл уларҙың өйҙәренә барырға ҡарар ителде. Теләге һәм хәле булған яугирҙәр депутаттар менән осрашыуға үҙҙәре килде.
Ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко был көндө дүрт ветерандың өйөндә булды. Уларҙың һәр береһенә финанс ярҙамы күрһәтелде. Әммә фронтовиктар өсөн бүләк һәм ҡотлауҙар түгел, ә иғтибар һәм хәстәрлек мөһим, тине депутаттар.
Белорет районындағы Сосновка ауылында яуҙа башын һалған яугир яҡташтарға һәйкәл асылды.
Был башланғысты Сосновка халҡы тәҡдим итһә, проектты урындағы хакимиәт башлығы Айгиз Мусин әҙерләгән. Мәрмәр обелиск Сосновка ауылы хакимиәте һәм эшҡыуарҙар туплаған фонд иҫәбенә эшләнде. Монументҡа илткән юлға плитә түшәлде, тиҙҙән бында ағас ултыртыу күҙаллана.
Бөрйән районының Мәһәҙей ауылы мәктәбендә Бөйөк Еңеүгә арналған байрам сараһы тыл ветерандары Нәғимә Сәйәхова, Нуриман Ишемов, һуғыш осоро балаһы Сәғит Хәсәнов менән осрашыуҙан башланды.
Унда район хакимиәтенән, “УралСиб” банкы бүлексәһенән, Байназар ауыл Советы хакимиәтенән вәкилдәр килде. Ветерандарға иҫтәлеккә бүләктәр, ҡотлауҙар тапшырылды, сәй табыны ойошторолдо. Мәктәп уҡыусылары байрамды үҙҙәре әҙерләгән концерт менән йәмләне.
Йәрмәкәй районындағы биш ауылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташ яугирҙәргә арнап обелиск астылар.
Райондағы бәләкәй ауылдарҙа фронтовиктарҙың исеме яҙылған обелисктар былтыр ҡуйыла башлағайны. Тәүге һәйкәлдәр Ҡушҡаран, Пионерский, Яңы Турай һәм Атамкүл ауылдарында ҡуйылды. Быйыл был изге башланғысты Әбделкәрим, Райман, Сөйәрмәт, Абдулла һәм Яңы Йәрмәкәй дауам итте.
Краснокама районында Еңеү көнөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 30 ветеран ҡаршыланы. Байрам көндәрендә уларҙың барыһы ла яҡташтарының иғтибар үҙәгендә булды, рәхмәт һүҙҙәре ишетте.
Район етәкселәре ауылдарға сығып, урындағы хакимиәттәр вәкилдәре менән берлектә яугирҙәрҙе байрам айҡанлы ихлас тәбрикләне, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Сараларҙа мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты. Бынан тыш, районда “Ветеран эргәлә йәшәй” акцияһы, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Батырлыҡ дәрестәре” үткәрелде.
9 Майҙа район үҙәге Николо-Березовкала тантаналы митинг һәм спорт ярыштары булды, мәҙәниәт һарайының сәнғәт коллективтары концерт менән ҡыуандырҙы.
Яугирҙәрҙе һәм һуғышта һәләк булғандарҙың тол ҡатындарын хөрмәтләү Ҡалтасы районында байрамдан алда уҡ башланды: туғыҙ кешегә торлаҡ алыу өсөн сертификат тапшырылды. Бынан тыш, быйылғы Еңеү байрамын иҫән-имен ҡаршылаған 24 ветерандың һәр береһе ҡотлауҙар, матур бүләктәр алды.
Байрам саралары тантаналы үтте. Район үҙәгендәге митингтан һуң Төлдө ауылында тыуған Советтар Союзы Геройы Тимерәй Ҡубаҡаев исемендәге призға еңел атлетика кросы булды, мәҙәниәт һарайының сәхнә оҫталары һәм үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары бай йөкмәткеле концерт күрһәтте.
Яңауыл ҡалаһы һәм районында әле 64 һуғыш ветераны, яуҙа һәләк булғандарҙың 326 тол ҡатыны һәм 1027 тыл хеҙмәткәре көн күрә. Уларҙың барыһы ла байрам хөрмәтенә бүләктәр, ихлас ҡотлауҙар ҡабул итте.
Ҡалала тантаналы митинг уҙғарылды, Хәрби һәм хеҙмәт даны монументына гөлләмәләр һалынды. Байрамда ҡатнашыусылар Еңеү көнөнә арналған концерт ҡараны, һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте. Саралар Байғужа ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Ғайнанша Хәйҙәршин призына йүгереү буйынса ярыш менән тамамланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 062

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 584

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 609

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 462

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 514

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 676

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 577