Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәмлеккә ни етә!
Берҙәмлеккә ни етә!Республикабыҙҙың төп баҫмаһы — “Башҡортостан” гәзитенә Бөрйән районының мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә дәррәү ҡушылды.
Был акцияға тәүгеләрҙән булып Иҫке Монасип мәктәбе коллективы (директоры Ривал Баймырҙин) башланғыс һалды. Иң ҙурҙарҙан һаналған белем усағының (бында 170 уҡыусыға 28 уҡытыусы белем бирә) иң алда йөрөүенең сере лә ябайҙыр: монасиптар район күләмендә бөтөн яҡлап та һынатмаған мәктәптәрҙең береһе. Артабан Нәби филиалы (етәксеһе — Ғәйсәр Тләүбаев) һәм Аҫҡар (директоры — Ришат Шәрипов) мәктәптәре лә монасиптарҙың өлгөһөнә эйәрҙе. Ә һуңғараҡ “Башҡортостан” гәзите иғлан иткән акция барлыҡ белем усаҡтарын солғап алды. Район үҙәге — Иҫке Собханғол, Байназар, Яңы Усман, Тимер, Яуымбай, Мәһәҙей, Мораҙым, Яңы Мөсәт, Әтек, Ырғыҙлы мәктәптәре уҡытыусылары ла Яңы йылды “Башҡортостан” гәзите менән бергә ҡаршы аласаҡ. Бөгөнгө көнгә ҡарата районыбыҙҙың мәғариф хеҙмәткәрҙәре республикабыҙҙың төп баҫмаһын былтырғы менән сағыштырғанда 247 данаға күберәк яҙҙырҙы. Әммә әле подписка тамамланыуға күпмелер көн ҡалыуын иҫтә тотһаҡ, тиражды тағы ла арттырыуыбыҙға ышанысыбыҙ ҙур.
Әлбиттә, үҙен уҡытыусы тип иҫәпләгән һәр кем илебеҙҙә, республикабыҙҙа барған хәлдәрҙе белеп торорға, гәзит биттәрендә донъя күргән мәғариф проблемаларына арналған материалдар менән хәбәрҙар булырға тейеш. Шул сәбәпле “Башҡортостан”дың улар тормошонда мөһим урын тотоуын һис кенә лә инҡар итеп булмай.
Мин үҙем дә күп йылдар инде “Башҡортостан” гәзитенән айырылғаным юҡ. Шул уҡ ваҡытта баҫманың әлеге көндә ыңғай үҙгәрештәр кисереүе лә ҙур өмөттәргә юл аса. Ҡыйыу фекерле, үткер мәҡәләләрҙең, халыҡтың тормошона тәрәнерәк үтеп инергә тырышҡан материалдарҙың күбәйеүе, биҙәлештең үҙгәреш кисереүе, ә иң мөһиме — гәзиттең һәр кем менән туранан-тура бәйләнешкә инергә тырышыуы һоҡландырмай ҡалмай. Форсаттан файҙаланып, район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең ҡайһы бер тәҡдимдәрен дә еткермәксебеҙ.
Өйҙәге тәрбиәгә, айырыуса атайҙар тәрбиәһе темаһына материалдар баҫтырыу көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Юғиһә ундай мәҡәләләр гәзит битендә юҡ дәрәжәһендә. Мәктәп менән ғаиләнең берҙәмлеген нығытыу ниәтендә ата-әсәләр комитеттарының эш тәжрибәһе тураһындағы материалдар ҙа кәрәк, сөнки был тәңгәлдә эшләп еткермәүҙәр бар. Дәрестән тыш сараларҙа һәм класс сәғәттәрендә ҡулланыу өсөн тәрбиәүи темаға арналған материалдар ҙа уҡытыусыларға ҙур ярҙам булыр ине. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә хас булған проблемалы материалдарҙы ла табыуы ауыр. Был тәңгәлдә психолог һәм наркологтарҙың сығыштары урынлы булыр ине тигән фекерҙәбеҙ. Тағы ла бер нәмә: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә өлкән йәштәге яҙыусыларҙы өйрәнәбеҙ, ә йәштәр ҡайҙа? Шуға ла йәш яҙыусылар, шағирҙар тураһында өҫтәлмә материалдар баҫылып, уларҙың тормошона ҡыҫҡаса байҡау яһалһа, файҙаһы күп булыр ине. Башланғыс класс уҡыусыларының һорауы буйынса “Тубырсыҡ” битен дауам итеүегеҙҙе лә теләйбеҙ.
Әлбиттә, былар тәҡдимдәребеҙҙең ни бары бер өлөшө. Киләсәктә хеҙмәттәшлегебеҙ көсәйер, хәбәрселәрегеҙҙең беҙҙең райондағы тормошто ла килеп күреп, гәзит биттәрендә сағылдырыр тигән өмөттә ҡалабыҙ, сөнки бөрйәндәрҙең дә уҡытыу-тәрбиә тәңгәлендәге уңыштары, спорт һәм сәнғәт өлкәһендә балҡып килеүсе йәш таланттары етерлек.
Юлай САДИҠОВ,
мәғариф бүлеге начальнигы.
Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779