Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала саҡ иленә сәйәхәт
Бала саҡ иленә сәйәхәтБашҡорт һүҙ сәнғәтендә балалар донъяһын яҡтыртҡан әҫәрҙәр бихисап. Халыҡ ижадында айырым төрҙәр, жанрҙар быуаттар буйы балаларҙың рухи ҡиблаларын билдәләп, тормошҡа киң ҡараш тәрбиәләгән. Хәҙерге яҙыусылар, шағирҙар араһында ла был сағыу донъяның төрлө мәлдәрен ихлас сағылдырғандар етерлек. Республикабыҙ етәкселеге тарафынан да был йүнәлеш иғтибар үҙәгендә. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙылған әҫәрҙәр өсөн бирелә торған Һ. Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан дәүләт премияһы ла ошоно раҫлай. Быйылғы премия лауреаты Сафуан Әлибаев ижады шундайҙар араһынан һәр яҡлап айырылып тора. Шағирҙың оҙаҡ йылдар балалар матбуғатында хеҙмәт итеүе ошо йүнәлештәге ижадты байытҡан ғына.

Сафуан Әлибайҙың "Һайланма әҫәрҙәр"енең II томына балалар өсөн шиғырҙары тупланған. Йыйынтыҡ композиция яғынан бик йәтеш уйланылған, бер-береһен өҫтәп килгән 12 бүлектән тора.
Тәүге "Тәтелдәй ҙә тәтелдәй" тигән бүлектәге әҫәр геройҙары — телдәре саҡ асылған сабыйҙар. Автор уларҙың ҡыҙыҡлы телмәрен, уй-кисерешен, уйнағанда бер-береһе менән һөйләшкәнен поэтик телмәргә күсергән. Шуға ла Сафуан Әлибайҙың Әхмәте, Салауаты һәм Айгөлө телсәр генә түгел, шаян да, мең һорауҙар менән өлкәндәргә баға.
— Аҫта, — ти, — һыу бик күп булғас,
Ер нисек ағып китмәй?.. — тип аптырай әсәһе менән ҡоҙоҡтан һыу ташыған Айгөл.
Түтәлдәрем һыуһағандыр,
Һыу һибәм дә... ни күрәм:
Баҡсабыҙға йәйғорҙо ла
Алып ҡайтҡанмын күлдән! — тип аптыраған саҡтары ла аҙ түгел. Балаларҙың ихлас күҙәтеүҙәре, сағыштырып һорауҙары бөтөнләй яңы донъяны хасил итә. Шағир уны боҙмай, тулайым килеш кенә, аҡыл һатмай уҡыусыһына еткерергә ынтыла:
— Үҫкәс, кем булырһың икән?
— Үҫкәс, мин атай булам, — тигән яуапты ла берсә тура, берсә киң мәғәнәлә аңлайһың. Ысынлап та, бала атаһына оҡшап көслө лә, ғаиләһе өсөн яуаплы ла шәхесте тик янында күрә. Шуға ла уға оҡшарға тырыша.
Балалар һәр күренештән, һәр хәрәкәттән күңелдә уйылып ҡалыр образ тыуҙыра йәки тел сарлай.
Шағирҙың "Йәмле өй", "Һыуға барғанда", "Алып ҡайттым" шиғырҙарында ла лирик геройҙың ныҡышмал, күп белеүгә ынтылыусан һәм тылсым эйәһе булыуын да күрәбеҙ. Миҙгелдәр алышыныуы, тормош күренештәре, тәбиғәттәге һәр үҙгәреш сабый ҡарашында һәм телмәрендә ҡабатланғыһыҙ оло донъяны хасил итә. Ә был донъя бары мөғжизәләрҙән һәм тылсымдарҙан, изгелектән һәм шатлыҡтан ғына торған утрауҙы хәтерләтә. Тапҡан бит шағир шатлыҡ нурҙары менән туҡылған Ерҙең мәңге яҡты яғын!
"Аҡбуҙат" биттәренән" һәм "Эштәр тынмай аҡланда" бүлектәрендә Сафуан Әлибайҙың мәктәп йәшендәге балаларҙың тормошо сағыла. Поэтик һүҙ оҫтаһы уҡыусының донъяһын һәр тарафтан иңләй, яҡындарын барлай, мәктәп тормошона сума. Ундағы һәр яңылыҡ шиғыр булып тирбәлә. Ә йәйге аҡландағы күренеш үҙе хайран ҡалырлыҡ. Автор йәнле картинаны күбәләк, энәғараҡ, бал ҡорттары, сиңерткәләр, иңкештәр һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ сәскәләр ярҙамында тыуҙыра. Йәй миҙгелендә тәбиғәт йәнлелеге генә түгел, ә балаларҙың тынғыһыҙ мәлдәре лә шиғри юлдарға һалынған.
"Йондоҙҙар һанай-һанай" бүлегендәге шиғырҙарҙа үҫмерҙәр донъяһы "Сәйәхәттә" шиғыры менән асыла. Лирик герой тәбиғәткә сәйәхәт итә лә, тормош ысынбарлығын күреп хафалана. Шуға ла "Аҡ ҡайын зары" шиғырында лирик геройҙы тетрәндергән мәлдәр күберәк тасуир ителә. Ә китаптың "Туп шикелле тупылдап" бүлексәһе үҙенсә йылылыҡ, ҡабатланмаҫ мөнәсәбәттәрҙе поэтик һүҙ аша күрһәтә.
"Йырлап алайыҡ әле!" тигән бүлексә иһә: "Уйнап-уйнап арып бөттөк, йырлап алайыҡ әле..." — тип асылып китә. Балалар донъяһын яҡтыртҡан 60-лап йыр еңел генә йырланып тора, ә көйө күңелгә һеңә, сөнки йыр текстарындағы һәр һүҙҙең үҙ моңо, үҙ урыны. Йырсы-шағир булараҡ, С. Әлибай быны яҡшы тоя һәм аңлай.
"Әллә һәҙәп, әллә әҙәп?" бүлексәһе балаларҙың күңел донъяһы, күңел сәхифәләре хаҡында шиғырҙан-шиғырға асыла бара. Шағирҙың "Ҡояш. Болот. Елбатыр", "Тылсымлы шар", "Серле йылдар" тигән әкиәттәре лә тылсым аша балаларға тормоштоң серҙәрен һүтә.
Китаптың "Елбер елдәр тарих һөйләй" тигән һуңғы бүлеге сабый сағы менән хушлашып, тормошҡа үҫмер күҙлегенән баҡҡан лирик герой менән осраштыра.
Миңә ерем Салауаттың
Бала сағын һөйләне, — тип әйтә икән, уның ҡараштарында етдилек, егетлек тә юҡ түгел. Юҡҡамы ни:
Атай һөйләй: егеттәрҙең
Һай, ауан оҫталары,
Ташҡа ла ҡаҙаҡ ҡаҡҡандыр
Салауат ҡустылары!.. — тип өндәшә. Ә бындай балаларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттары ярылып ята:
Әсәйҙәр матурлығы күскән
Атайҙарҙың батырлығы күскән
Егеттәр һәм ҡыҙҙар икәнбеҙ,
Урал тигән илдә үҫкәнбеҙ.
"Халҡым" тигән шиғырында иһә һәр юлы тарих һөйләй, һәр һүҙе халҡым йөрәге булып тибә.
Саф тулҡынлы Сафакүле,
Арғаяш һәм Өйәлге,
Барҙа, Соран, Кәмәлеге
Ырғыҙы ла үҙ ине, – тип халҡымдың йәшәгән ерҙәрен генә иҫләмәй, ә улар өсөн йән атып торған лирик геройҙы күҙ алдына баҫтыра:
Халҡым, тиһәм, йән-тәнемдән
Ҡаным түгел — йыр ағыла.
Әйләнәм йорт ҡошонан
Күктә сыңлар торнаға, — тип өндәшә икән, нисек ышанмайһың?!
Эйе, Сафуан Әлибайҙың балалар һәм үҫмерҙәргә арналған шиғриәтенә сәйәхәт ҡылып, сағыу бер донъяны астыҡ. Ҡабатланғыһыҙ был донъяның йыр-моңо, сихри төҫтәре, юғарыға ынтылған күңеле менән лирик геройҙы тағы ла бейегерәк күтәрә. Тап ошондай шиғриәт бала күңелен, зауығын үҫтереү өсөн бөгөн кәрәк!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 607

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 674

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576