— Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Нисек килеп еттегеҙ?
— Буш ҡул менән түгел, әлбиттә!
— Рәхим итегеҙ!
...Ҡырмыҫҡалыларҙың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайындағы осрашыуы йылы тәьҫораттарға бай булды.
Фойела райондың Пионерҙар йортонда шөғөлләнгән балаларҙың ҡул эштәре иғтибарҙы йәлеп итте. Бында «Ете төҫ» түңәрәгенә йөрөүселәрҙең ете төрлө материалдан — ҡағыҙ, һалам, күн, шпон, кейеҙ, ҡайын туҙы, ағастан — эшләнгән әйберҙәре күрһәтелгән. Пионерҙар йорто директоры Эльвира Баязитова әйтеүенсә, райондың бөтә мәктәптәрендә лә оҫталыҡ дәрестәре түңәрәге бар. Ә Ибраһим урта мәктәбе уҡыусыларының ағасты һырлап эшләгән әйберҙәре Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған. Уларҙы Бөтә Рәсәй конкурсына ла ебәргәндәр.
Икенсе яҡта ҙур сират теҙелгән. Унда даны әллә ҡайҙа таралған, хуш еҫле Ҡырмыҫҡалы икмәген һаталар. Бер мөйөштә Прибельский ауыл Cоветы вәкилдәре
кәнфиттәрҙән букет, ҡулдан эшләнгән һабын килтерһә, атйетәрҙәр балаларҙың ҡул эштәрен тәҡдим итә. Байрам ҡыҙғандан-ҡыҙа. Яҡташтар күрешә, фекер алыша. Ана, Шайморат ауыл Cоветынан кемдер йыр һуҙып ебәрҙе... Әйткәндәй, яҡташтар осрашыуы Ҡырмыҫҡалы ауылына нигеҙ һалыныуҙың 255 йыллығына арналды.
Тантананы асып, хакимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡунаҡтарҙы тәбрикләне.
— Беҙҙе туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Һәр кем, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, эшләһә лә, тыуған ауылының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып торорға тейеш. Беҙ киләсәгебеҙҙе ҡайғыртҡан, данлы үткәнебеҙҙе хөрмәт иткән, маҡсатлы, тыуған ерен ҡәҙерләгән йәштәребеҙ менән көслө. Тик берҙәмлек һәм тырышлыҡ менән
генә тыуған төйәгебеҙҙе байыраҡ, матурыраҡ итә алабыҙ, — тине ул.
Шулай уҡ хакимиәт башлығы райондың социаль-иҡтисади хәле, ауыл хужалығы, торлаҡ төҙөү, халыҡты эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендәге эшмәкәрлек менән таныштырҙы, юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы районға ҡайтырға саҡырҙы.
Ошо көндәрҙә 85 йәшен билдәләгән академик, халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, шулай уҡ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге район премияһы лауреаты Ғайса Хөсәйеновҡа Фәнзил Сыңғыҙов райондың махсус бүләген тапшырҙы, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
— Банат Батыроваға Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән маҡтаулы исем бирелгәндә, мин дә әсәйемә сөгөлдөр эшләштем. Әсәйемде Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән
бүләкләнеләр. Тимәк, уларҙың ҙур баһа алыуында минең дә ҡатнашлығым бар, — тип уйынлы-ысынлы хәтирәләргә бирелде Ғайса Батыргәрәй улы.
Ҡырмыҫҡалы ере таланттарға бай. Күпме сәнғәт әһеленең, йәмәғәт эшмәкәренең тыуып үҫкән бишеге ул. Улар араһында Салауат Юлаевтың яуҙашы Ҡәнзәфәр Усаев, мәғрифәтсе, яҙыусы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, билдәле сәйәсмән Мирсәйет Солтан-Ғәлиев, мордва әлифбаһына нигеҙ һалыусы Авксентий Юртов, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов...
Өфөләге ҡырмыҫҡалылар клубы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев ошоға бәйле:
— Хәҙер йәштәр башлыса табип, уҡытыусы, иҡтисадсы һөнәрҙәрен һайлай. Шул уҡ ваҡытта мәҙәниәтте һәм сәнғәтте лә онотмаһындар ине. Ғайса Хөсәйеновҡа, Рәүилә Хажиеваға, Йәмил Әбделмәновҡа алмашҡа килерҙәй быуын үҫһен ине, — тине.
Осрашыуҙа тамашасы Салауат Әйүповтың тауышына моңланды, Артур Насировтың йырына һағышланды. «Йондоҙ», «Далан» халыҡ ансамблдәре бейеүҙәре менән тамашасыны шатландырҙы. Ҡырмыҫҡалы кейәүе, ҡурайсы Азат Айытҡоловтың, Йәмил Әбделмәновтың, Миңниса Камалованың, Айрат Арыҫлановтың, Илнур Үлмәҫбаевтың сығыштарын да халыҡ йылы ҡабул итте.
Ҡырмыҫҡалы еренең иң ҙур байлығы — күп милләтле халыҡтың татыу, дуҫ йәшәүе. «Бөрлөгән», «Ынйы», «Мираҫ» башҡорт, «Йола» татар, «Родник», «Шевле» сыуаш, «Ивушки», «Прибельские зори» урыҫ, «Зорине» мордва фольклор ансамблдәренең бер сәхнәлә сығыш яһауы дуҫлыҡ һәм татыулыҡ билдәһе түгелме ни?!
Сығыш яһаусыларҙың күбеһе мәктәп уҡыусылары ине. Тимәк, күңел байлығын, рухи хазинаны тапшырырлыҡ өмөтлө киләсәк бар.
Маҡсатыбыҙ оло Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ
Һаумыһығыҙ, ғәзиз яҡташтарым!
Сәләм һеҙгә иң-иң яҡындар!
Һеҙҙең ҡараштарҙан көсәйәләр
Йөрәгемдә бөтә ялҡындар.
Хыялыбыҙ, маҡсатыбыҙ оло —
Тыуған ерҙең данын арттырыу.
Һүҙебеҙҙән, ҡулыбыҙҙан килә
Торған ерҙе сәскә аттырыу.
Ҡырмыҫҡалы тигән исемде лә
Йөрөтөргә тулы хаҡлыбыҙ.
Барлыҡ ҡырмыҫҡаны көнләштереп
Артабан да эшләү яҡлыбыҙ.
Олатайҙар ҡылған батырлыҡтың
Тарихтарҙа ҡалған эҙҙәре.
Яңы быуын улар юлын ҡыуа,
Ҡыҙартырлыҡ түгел йөҙҙәрҙе.
Эшләү, йәшәү серен күрергә тип,
Тирә-яҡтан йыш-йыш йөрөйҙәр.
Игендәрең уңа, мал-тыуар күп,
Йылҡыларың өйөр-өйөрҙәр.
Көр күңелле халыҡ йырлай-бейей,
Үҙ күңелен үҙе күтәрә.
Шатлыҡтарҙы бергә бүлешәләр,
Ҡайғыларҙы бергә үткәрә.
Гел ғәмәлгә ашһын әйткән һүҙҙәр,
Үткерләнә барһын күҙегеҙ.
Артабан да шулай шәп йәшәгеҙ,
Үҙегеҙҙе уҙып үҙегеҙ!
Рәүеф ӘЛМӨХӘМӘТОВ, «Банкос» фирмаһы етәксеһе:
— Йылдар үткән һайын тыуған яҡҡа һөйөүем арта, хәтирәләр, хистәр аша ялан аяҡ йөрөгән бала сағыма, төплө белем биргән мәктәбемә йыш әйләнеп ҡайтам. Ҡәҙерле кешеләрем — әсәйем менән өләсәйем, бергә уҡыған иптәштәрем, ауылдаштарым һәр саҡ күңелем түрендә. Минең өсөн тыуған ауылым — ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле һәм изге урын, унда ҡайтып килеү дәрт, көс бирә.
Рим ӘМИНЕВ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры:
— Бик матур сара күркәм йолаға әйләнде, хәҙер һәр район уны ойоштора. Олпат шәхестәребеҙ менән осраштырып аралаштыра. Беҙҙең райондан данлыҡлы кешеләр сыҡҡан. Шулар араһында — миңә туған тейешле Банат Батырова. Мин дә ошо район вәкиле булыуым менән ғорурланам.
Илмира ҒӘЛИӘХМӘТОВА, район хакимиәте башлығы урынбаҫары:
— Яҡташтар менән йыйылып һөйләшеү — бик һәйбәт күренеш. Был сара үҙаңды үҫтереүҙә, туған халҡың менән ғорурланыу хисен тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Шулай уҡ дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, илһөйәрлекте үҫтереү өсөн дә кәрәк.