Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кемгәлер календарҙа “19 декабрь” тип билдәләнгән көн ҡәҙимге кеүек кенәлер. Минең өсөн улай түгел. Йылдың-йылы ул көндө мин күңелдән генә һыҙыҡ өҫтөнә алғандай итәм. Ни өсөн тигәндә, нәҡ шул көндө ер аяғы-ер башында ятҡан Фирғәнә үҙәнендәге бер бәләкәй генә стансала минең дуҫым, һабаҡташым, ҡалаҡташым һәм хеҙмәттәшем, яу ҡырында атакаға барған атаһы лейтенант Әбделғәлим Килмөхәмәтовҡа ишеттерергә теләгәндәй, яр һалып, донъяға килгән. Эйе, Үзбәкстанда тыуһа ла, үзбәк түгел, ә киләсәктә әҙип, сәсмәүер оҫтаһы, әҙәбиәтебеҙ ғилемен, республикабыҙҙа башлап профессиональ журналистар әҙерләргә тотонған үҙ уҙаманыбыҙ хаҡында һүҙ асыуым. Хәйер, атаһының исем-атын әйтеүемдән дә уның кем булыуына төшөнгәнһегеҙҙер, моғайын.
Эйе, һеҙ яңылышмайһығыҙ, һүҙем филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов хаҡында. Яугирҙәрен атакаға алып бара ятҡан атаһына ишеттерергә теләгәндәй, уның ауыҙынан тәүге ауаз яңғыраған көнгә теүәл етмеш йыл тулды. Шулай булғас, был донъяға ҡайһы йылда тыуыуына ла төшөнгәнһегеҙҙер, тимәксемен. Эйе, ғәрәсәтле йылдарға тура килә лейтенант Әбделғәлимдең улының сабый сағы. Уның тәржемәи хәленең ҡалған яғы атай йөҙөн күрергә, атай ҡулының, исмаһам, бер генә мәртәбә булһа ла, һырт буйынан ҡағып, башты һыйпауын тойоуға зар-интизар булып үҫкән тиңдәштәренең барыһы өсөн дә уртаҡ... Халҡыбыҙ йырындағы
“Атайҙарҙан ҡалған, һай, ир бала
Күкрәк көсө менән мал таба”
тигән һүҙҙәр нәҡ Тимерғәле кеүектәр хаҡындалыр ул. Ирҙәр иңе күтәрмәҫлек донъя йөгөн үҙ өҫтөнә алған әсәһе менән бергә күтәреп-күтәрмәләшеп, хәләл күкрәк көсө менән тырыша торғас, ул, аслы-туҡлы йөрөп, урта мәктәпте, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, юғары белемле белгес булыу өҫтөнә Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында аспирантурала, докторантурала уҡып, фән кандидаты, фән докторы дәрәжәләренә ирешә. Бөгөн Тимерғәле Әбделғәлим улы — Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында журналистар әҙерләүсе кафедра етәксеһе.
Тимерғәле Килмөхәмәтов тәрбиәләгән журналистар хәҙер ҡайҙа ғына эшләмәй. Уларҙың фамилияларын район, ҡала, республика матбуғатында йыш күрәбеҙ. “Радио, телевидениела кем эшләй?” тиһәң, йәнә килмөхәмәтовсылар!
Дуҫымдың педагогик эшмәкәрлеге әҙәби ижадтан айырылғыһыҙ. Студент сағында тәүге курстарҙа уҡ үҙен хикәйә оҫтаһы тип танытҡайны, бишенсе курста “Айсыуаҡ” тигән повесть баҫтырып, барыбыҙҙы ла таң ҡалдырҙы. Артабан китте лә китте: китап артынан китап... Улар араһында монографиялар ҙа, популяр ғилми хеҙмәттәр ҙә, повесть һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары ла бихисап. Тимәк, һабаҡташ дуҫымдың етмеш йәше — ҡәҙимге етмеш түгел, емешле етмеш. Киләсәктә лә ошо өлгөрлөгөң ташламаһын һине, илһам ҡанаттарың талмаһын! Һиңә яңынан-яңы ижади уңыштар, уларға ирешеү өсөн һаулыҡ-сәләмәтлек вә, Мостай Кәрим әйтмешләй, оҙон ғүмер, ҡыҫҡа ҡартлыҡ теләйем! Һин уға мотлаҡ ирешерһең. Ни тимә, улай-былай ғына түгел, Тимер һәм ғәле бит әле һин! Исемеңдең Тимер өлөшө “бер нигә бирешмәһен, ныҡ булһын!” тигәнде, “ғәле”һе (белмәгәндәр белһен) “бөйөк”, “оло”, “юғары”, “ҡәҙерле” тигәнде аңлата булыр. Атай-әсәйеңдең 1941 йылдың 19 декабренәсә бала һөйөү бәхетенән мәхрүм булыуын белеп, үзбәк муллаһы исемде һиңә белеп ҡушҡан. Бығаса һин шуны аҡларға тырыштың. Киләсәктә лә шулай итә күр, һабаҡташ!
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780