Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухиәткә юл асҡан Асҡын
Рухиәткә юл асҡан АсҡынӘҙәби осрашыуҙар — халыҡ өсөн дә, ижадсы өсөн дә файҙалы сара. Ҡәләм оҫталары китап уҡыусылар менән күрешкәндә, үҙенең ижадына ҡарата уларҙан иң ғәҙел баһа ала, ихлас рәхмәт һүҙҙәре иһә яңы әҫәрҙәр яҙырға дәрт бирә. Ә инде уҡыусы өсөн быға тиклем ижады аша таныш авторҙы яҡындан күреү, сығышын тыңлау — үҙе бәхет. Бындай ихлас аралашыуҙар һәр кемдең рухиәтен байыта, әҙәбиәткә иғтибарҙы көсәйтә.
Яҙыусы менән төрлө төбәктә йәшәгән китап һөйөүселәрҙе яҡынайтыу йәһәтенән Башҡортостандың Яҙыусылар союзы байтаҡ эш башҡара. Мәҫәлән, былтыр Силәбе өлкәһендә башҡорт әҙәбиәте көндәре уҙғарылды. Өс көн эсендә Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарында, Силәбе ҡалаһында матур осрашыуҙар үтте, милләттәштәребеҙ әҙиптәр менән туған телдә кинәнеп аралашты. Ошондай рухиәт байрамдары йыл дауамында республикабыҙҙың бик күп райондарында ойошторолоп килә. Күптән түгел Асҡын ере лә яҙыусыларҙы ҡолас йәйеп ҡаршыланы.

Мейестән сыҡҡан малай

Ул көн үтә лә һыуыҡ, буранлы булды. Юл күренмәй тиерлек. Тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарына ҡарамаҫтан, бер төркөм яҙыусылар юлға сыҡты. Алдағы өс көндә әҙиптәрҙе тулҡынландырғыс осрашыу минуттары көтә ине.
— Имен-аман барып етергә яҙһын, — тип доғаһын йыш ҡабатлап барҙы Дилә Булгакова. Ә шағир Мөхәммәт Закиров, ваҡыт тиҙ уҙһын типтер, ҡәләмдәштәре араһында ижади бәйге лә ойошторҙо.
Көндөҙгө сәғәт икелә, ниһайәт, Асҡынға барып еттек. Райондың хакимиәт башлығы Фларит Усманов беҙҙе көтөп торған. Ана шулай, төбәктең етәксеһе менән ихлас аралашыуҙан башланып китте Асҡындағы башҡорт әҙәбиәте көндәре.
— Һеҙҙе аҫаба башҡорттарҙың ерендә күрергә сикһеҙ шатбыҙ, — тип эш бүлмәһенә әйҙүкләне район башлығы Фларит Фоат улы. — Беҙҙең төбәк тарихы бик бай. Ҡасандыр ошо яҡтан кешеләрҙе һөргөнгә илткән каторжан юлы үткән. Заманында Пермь яғынан килгән урыҫтарға башҡорттар ерен һатҡан. Сауҙагәрҙәр бында етеш йәшәгән, дауаханаһын да төҙөткәндәр, республикалағы иң боронғо сиркәүҙе лә һалдырғандар.
Фларит Фоат улы райондың үткәне, бөгөнгөһө хаҡында бик күп мәғлүмәт еткерҙе. Бигерәк тә аҫаба халыҡтың шанлы тарихын яҡшы белеүе ҡыуандырҙы.
— Төп һөнәрегеҙ буйынса тарихсымы әллә? — тип ҡыҙыҡһындыҡ.
— Юҡсы, табипмын, — тип баҫалҡы ғына яуапланы етәксе.
Хакимиәт башлығының тыуған ере тарихын яҡшы белеүе, үткәнен хөрмәт итеүе үҙе үк һоҡланыу тыуҙыра. Шунан стеналағы картаға төбәп, һөйләүен дауам итте:
— Күрәһегеҙме, беҙҙең райондың картаһы СССР-ҙыҡын хәтерләтә бит, — беҙ ҙә ҡыҙыҡһынып ҡарап ҡуйҙыҡ.Рухиәткә юл асҡан Асҡын
— Шулай шул! Анау ауыл хәс тә Сахалин кеүек алыҫ. Ә быныһы Калининград кеүек әллә ҡайҙа йәйрәп ята, — тип хуплап ҡуйҙы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.
Өс көн эсендә "СССР"-ҙың ауылдарын иңләп сығыу еңел эш түгел. Шуға ла беҙҙе өс төркөмгә бүлделәр. Билдәләнгән маршрутты күрһәттеләр, оҙатып йөрөү өсөн яуаплы кешеһен тәғәйенләнеләр.
Сәфәргә сығыр алдынан, йәнә картаға төбәлеп, Фларит Усманов беҙ буласаҡ ауылдарҙың береһенең тетрәткес тарихын да һөйләне:
— Күпте күргән Билгеш ауылы! — тип ауыр һулап ҡуйҙы башлыҡ. — Ә беләһегеҙме уны ниңә шулай тип йөрөтәләр?
Батша осоронда карателдәр килеп, бихисап башҡорт ауылын көл-күмергә әйләндергән. Был ауыл да шундай уҡ фажиғәгә дусар булған. Кешеләр өйҙәре менән тереләй яндырылған.
Рухиәткә юл асҡан АсҡынҠазан яғынан килгән ҡырҡтартмасылар, мейестәре генә һерәйеп торған төбәккә иҫтәре китеп ҡарап тора. Шул мәлдә бер мейестән ҡоромға буялған, сәстәре өтөлөп бөткән малай килеп сыға. Юлаусылар "ах" итеп ҡала. Уның исеме Кәрим була. Татарҙар башҡорт малайын йәлләп, үҙҙәре менән алып китергә ҡарар итә. Тыуған яғынан айырылғыһы килмәгән бала, ҙур үҫкәс ҡайтып табыуы еңелерәк булыр тип, ағасҡа билдә ҡуя.
Кәрим үҫә, егет ҡорона етә, мәҙрәсәлә белем ала. Быуындары нығынғас, тыуған яғына ҡайта. Билдә буйынса үҙ төйәген таба. Шул ауылды Билгеш тип атай башлайҙар. Ошо ерҙә тамыр йәйеп, сит яҡтарға таралған ауылдаштарын барлап, оло йыйын үткәрә...
— Асҡын тарихы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләп була. Быны һеҙ халыҡ менән осрашҡанда үҙҙәренән ишетерһегеҙ әле. Беҙҙекеләр харап ихлас ул, тарихын хөрмәт итә, — тип сәфәргә оҙатып ҡалды район етәксеһе.

"Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй..."

Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы матур мәктәпте күргәс, күңел күтәрелеп китте. Халҡыбыҙға хас ихласлыҡ менән ҡаршыланылар беҙҙе. Мәктәп директоры Мансур Нуриәхмәтов, йәш булыуына ҡарамаҫтан, берҙәм, татыу коллектив ойоштороусы етәксе булараҡ күҙ алдына баҫты. Шулай булмайынса, яҙғы каникул тип Рухиәткә юл асҡан Асҡынтормай, уҡыусылар осрашыуға килеп еткән, уҡытыусылар ҙа ныҡлап әҙерләнгән.
Беҙҙең төркөмдөң етәксеһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, әҙиптәр Дилә Булгакова, Зөфәр Вәлит Тыуған ил, ватансылыҡ, кешелеклелек хаҡындағы шиғырҙарын уҡыны. Уҡыусылар, мөмкинлектән файҙаланып, һорау артынан һорау яуҙырҙы. Уңайы тура килгәндә, йөрәген өйкәгән күренештәр хаҡында ла шымып ҡалманылар.
— Яҙыусыларҙы үҙ күҙебеҙ менән күргәнгә һөйөнөп бөтә алмайбыҙ, — тине уҡытыусы Әниф Ғаязов. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай бәхет йыш тәтемәй. Элек телевизорҙан "Яҙыусы мөнбәре", "Китап кәштәһе", "Шиғри минуттар" кеүек тапшырыуҙар йыш була ине. Хәҙер иһә әҙиптәргә республика телевидениеһында иғтибар аҙ бүленә. Шундай фәһемле, әҙип тормошона бәйле тапшырыуҙарҙы кире “ҡайтарырға” кәрәктер.
Заманында был мәктәптә республикабыҙға танылған бик күп шәхес белем алған. Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов нәҡ ошонда уҡыған, өс фән докторы, дүрт фән кандидаты ҡанатын нығытҡан. Ике Советтар Союзы Геройы — Нурулла Сафин менән Мирзалихан Ғәбитов та бында һабаҡ алған.
— Бына беҙҙең уңыштар! — директор дипломдар һәм грамоталарға иғтибарыбыҙҙы йүнәлтә. — Уҡыусыларға өмөтөбөҙ ҙур. Киләсәктә мәктәбебеҙҙең данын арттырырҙар әле!
Рухиәткә юл асҡан АсҡынЫсынлап та, Мансур Нуриәхмәтовтың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Ҙур еңеүҙәргә тәүге аҙымдар нәҡ ошонда башлана. Бер генә дәлил: 1993 йылда Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусыһы, Зөһрә исемле ҡыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында I урынды алған. Хәҙер Зөһрә Арсаева — Башҡортостанда билдәле журналист, Хөкүмәтебеҙҙең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.
"Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй..." тигән исем менән әҙәбиәтебеҙ хаҡында күргәҙмә лә ойошторолғайны. Был һүҙҙәр танылған әҙип Риф Тойғондоң шиғырынан алынған.
"Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,
Тоғро булһаң антҡа — шул етә,
Халҡың өсөн янһаң — шул етә..."
тип яҙған шағир.
Был шиғри юлдарҙы ошо төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙ төптән аңлай тигән фекер тыуҙы. Улар Башҡортостандың сигендә йәшәһә лә, Танып, Балыҡсы ырыуы башҡорттары булыуын, тарихын онотмай. Ата-бабаларыбыҙҙың "Еребеҙҙе һаҡлағыҙ" тигән васыятын да ҡанында йөрөтә төҫлө.
Әҙәби байрам ауыл китапханаһына күсте. Унда эшләп килгән "Моңшишмә" әҙәби түңәрәге ағзалары шиғырҙарын уҡыны. Ә инде ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Вәсилә Хәбибрахманова етәкселегендәге музыка ҡоралдары ансамбленең сығышы кисәгә йәм өҫтәне.

"Башты бутанылар"

Иртәгәһенә беҙҙе Иҫке Мутабаш, Ҡышлауйылға, Баҙансат, Яңы Ҡаҙансы ауылдарында ҡаршы алдылар.Рухиәткә юл асҡан Асҡын
Иҫке Мутабашта йәшәгән тарихсы Малик Ғәлимшиндең һүҙҙәре күптәрҙе уйланырға мәжбүр иткәндер.
— Беҙҙең ауылға 1731 йылда нигеҙ һалынған. Ул борондан башҡорттарҙың төйәге, — тине ветеран-уҡытыусы. — Совет осоронда татарса уҡып тарихыбыҙҙы онота яҙҙыҡ. "Ватаным — Татарстан, баш ҡалабыҙ — Ҡазан" тип өйрәттеләр мәктәптә. Шулай итеп, беҙҙең башты бутанылар. Ниндәй татар булайыҡ ти! Беҙ — башҡорт.
Ҡышлауйылға ауылының мәктәбе ағастан булһа ла, коллективтың тырышлығы күҙгә салына. Үҙ һөнәрен яратҡан кешеләр эшләй бында. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Резеда Ғәлләмованың хеҙмәтен айырыуса баһаларға кәрәк. Ул класс өсөн үҙ иҫәбенә телевизор, видеомагнитофон да алған.
Баҙансат — Башҡортостандың иң төньяғындағы ауыл. Унда күренекле ғалим, яҙыусы Кирәй Мәргән тыуып үҫкән, Кирәй һаҙы тигән урын да бар. Ауылда оло әҙиптең ике туған ҡустыһы Рәфҡәт Кирәев йәшәй. Ул осрашыу мәлендә ағаһы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Яңы Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусылары Зәйнәб Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" романынан өҙөк сәхнәләштергәйне.
Ғөмүмән, бер көн эсендә дүрт ауылда осрашыу булды. Урындағы биләмә етәкселәренең ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп ҡаршы алыуы, әҙәби кисәләр ойоштороуы һөйөндөрҙө. Ә инде "Танып" шифаханаһындағы сара, уның алсаҡ хеҙмәткәрҙәре менән аралашыу күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Уның директоры Кашшаф Ямалетдиновтың әҙәбиәтте үҙ итеүе ҡәләм оҫталарын ҡыуандырҙы. Район етәксеһе генә түгел, тотош Асҡын халҡы ла әҙәбиәт ярата. Төп һөнәре буйынса табип булған район башлығы Фларит Усманов төбәгенең иҡтисади үҫешен генә хәстәрләп ҡалмай, ә кешеләрҙең рухи сәләмәтлеген да ҡайғырта, тигән фекергә килдек.

Юғалмаҫ билдә

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған әҙәбиәт көндәре район үҙәгенең мәҙәниәт һарайындағы йыйын менән тамамланды. Танып һәм Балыҡсы ырыуҙарын берләштергән сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, танылған ғалимдар, Пермь крайында йәшәүсе Рухиәткә юл асҡан Асҡынмилләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашты.
Кисәлә әҙиптәрҙең сығыш яһауы халыҡтың рухын күтәреп ебәрҙе. Милләтебеҙҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләр: эскелек, эшһеҙлек хаҡында фекер алышыу йәнле барҙы.
Бынан өс быуат элек юҡҡа сыҡҡан ауыл Кәрим мулла тырышлығы менән тергеҙелгән, шул хөрмәткә оло йыйын ойошторолған. Республикабыҙҙың күренекле яҙыусылары рухиәткә һөйөү йөрөткән милләттәштәрен йыйында тәбрикләне. Ағасҡа билдә ҡуйған малай кеүек, асҡындар ҙа милли әҙәбиәтен, телен билдә кеүек йөрәгендә йөрөткәндә, төбәген дә, тарихын да онотмаҫ.

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары:
— Беҙҙең төркөм (мин, Фәниә Ғәбиҙуллина, Ринат Камал) Асҡын районының үҙәк китапхана директоры Фәриҙә Дәүләтшина етәкселегендә Ҡарткиҫәк, Упҡанкүл, Солтанай, Петропавловка, Ҡыйғаҙы ауылдарында мәктәп уҡыусылары һәм халыҡ менән осраштыҡ. Ауыл халҡы ихлас, үҙ тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына, телен белә, өйрәнә. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: һәр мәктәптә ырыуҙарҙың шәжәрә ағастары эшләнгән, күпселек үҙенең тамырҙары менән ҡыҙыҡһына. Солтанай ауылында шундай мәҙәкте лә һөйләнеләр. Шәжәрә байрамы уҙғарғанда телгә шәп бер апай: "Бында ни талашырлыҡ кеше лә ҡалманы инде, бөтәбеҙ ҙә туғандар булып сыҡтыҡ таһа", — тип аптыраған, имеш.
Һәр тарафта күркәм китапханаларҙа булып, башҡорт телендә сыҡҡан китаптарҙы барланыҡ, шуға инандыҡ, улар таушалған, тимәк, ҡулланылалар, уҡылалар. Башҡорт телендәге барлыҡ ваҡытлы баҫмалар ҙа алдырыла. Балаларҙың ихлас сығыш яһауы, халыҡ йолаларын белеүе, белемгә ынтылыуы күңелдәрҙе арбаны, шатландырҙы һәм был яҡтың киләсәге яҡты булыуына тамам ышандыҡ.
Ауылда халыҡ етеш йәшәй, үҙ байлығына үҙе генә кинәнмәй. Эшҡыуарҙар мәктәп ашханаларын йыл әйләнәһенә бал менән тәьмин итә. Ҡарткиҫәк ауылында урамдарға бағаналарҙы ултырттырған да, яҡтыртҡан өсөн түләүселәр ҙә — үҙ эшҡыуарҙары һәм ауыл муллалары. Шуға күрә лә, Аллаға шөкөр, матур йәшәйҙәр бында.

Рәшит ШӘКҮР, шағир, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
— Яҙыусылар менән осрашыу ваҡытында район хакимиәте башлығы Фларит Фоат улы Усмановтың ошондай һүҙҙәре хәтерҙә уйылып ҡалған: "Асҡында ғорур, эшсән, рухлы, үҙаллы халыҡ йәшәй. Ауылдарыбыҙ төҙөк, матур. Һәр береһендә тиерлек мәсет бар. Халыҡ иманға ҡайта. Район үҙәгендә 1775 йылда төҙөлгән сиркәү бар. 2010 йылда уның көмбәҙен яңырттыҡ. Район халҡының 70 проценты — башҡорттар. Мәктәптәрҙә туған телде, әҙәбиәтте яратып өйрәнәләр. Быны үҙегеҙ күрерһегеҙ. Һеҙгә уңышлы сәфәр, күңелле осрашыуҙар теләйем", — тине ул.
Ысынлап та, ауылдарҙағы аралашыу күңелдә ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Беҙ Табаҫҡытамаҡ, Үршиҙе, Солтанбәк, Билгеш, Ҡубыяҙ ауылдарында күпте күргән, күпте кисергән Балыҡсы ырыуы башҡорттары менән осраштыҡ. Район үҙәгенән 70 саҡрым алыҫлыҡта, тау-урмандар араһында, Свердловск өлкәһе ерҙәренә терәлеп ятҡан Табаҫҡытамаҡ ауылы иң элек үҙенең хозур тәбиғәте, күркәмлеге менән таң ҡалдырҙы. Ауыл минең йәштәшем булып сыҡты — уға 1937 йылда ағас әҙерләү эшенә тирә-яҡтан йыйылған халыҡ нигеҙ һалған. Ошо төпкөл ауылда республикабыҙ етәкселеге бынан бер нисә йыл элек балҡып торған мәктәп һалдырған, район үҙәгенән элек юл да булмаған — уны төҙөткән. Ауылда ҡатнаш халыҡ йәшәй. Урыҫ мәктәбендә төрлө милләт балалары башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Уҡыусылар беҙҙе башҡортса сәләмләп ҡаршы алды, саф башҡорт телендә йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне, башҡорт бейеүҙәрен бейене. Уҡыусылар, бер-береһе менән ярышып, шәжәрәләр төҙөгән. Мәктәп музейында бай ҡомартҡы тупланыуы ла ҡыуаныслы. Ауыл халҡы менән осрашыу ҙа фәһемле булды. Табаҫҡытамаҡтар әҙәбиәткә, яҙыусы һүҙенә иғтибарлы булыуҙары менән күңелгә хуш килде.
Был төбәктә һәр аҙым ер, һәр ус тупраҡ тарих эҙҙәрен һаҡлай. Үршиҙеләр, солтанбәктәр, билгештәр, ҡубыяҙҙар халҡыбыҙҙың тарихи хәтеренә тоғро. Шуның өсөн дә уларҙың милли аңы, рухы юғары, тыуған илебеҙгә мөхәббәте көслө. Үршиҙе, Солтанбәк мәктәптәрендә уҡыусыларҙың башҡорт телен бөтөн нескәлегендә белеп сығыш яһауы нәҡ шул хаҡта һөйләй. Был йәһәттән уҡытыусыларҙың, балалар баҡсалары тәрбиәселәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Һәр урында беҙҙе райондың "Асҡыным — йәнтөйәгем", "Ышаныс" гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре, мәғариф бүлеге вәкиле оҙатып йөрөнө. Ҡайтыр алдынан "Асҡыным — йәнтөйәгем" гәзитенең мөхәррире Фәйрүзә Юнысова әҙәбиәт көндәрен яҡтыртҡан махсус һанды ҡулыбыҙға тоттороп, редакция коллективының оперативлығына һоҡландырҙы.
Эйе, асҡындар — тәбиғәттең үҙе кеүек үк саф күңелле, оло рухлы, ҡунаҡсыл, уңған, йыр-моңға, шиғриәткә ғашиҡ халыҡ. Тамырҙары тәрән, бөгөнгөһө яҡты, киләсәге өмөтлө Асҡындың.

Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
— Районда башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү тормошсан сараларға нигеҙләнә. Төрлө йолаларҙы, уйындарҙы өйрәнеү, йыр-моңон урындағы халыҡ ижады өлгөләрен йыйыу, альбомдар төҙөү кеүек эштәр, һөйләшеү-аралашыу күнекмәләре әҙәби тел нормаларын нығыта, балаларҙа тарихҡа, мәҙәниәткә һәм әҙәбиәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Ошондай сараларҙан, мәҫәлән, беҙгә Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә "Ҡатыҡ тәмләшеү йолаһы" һәм "Йөҙөк йәшереү" уйынын күрһәттеләр. Балалар уйындарына төрлө йырҙар, шиғырҙар үрелеп барҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәшиҙә Миңлеғаян ҡыҙы уҡыусыларҙа туған телгә һөйөүҙе ана шулай төрлө мауыҡтырғыс саралар аша тәрбиәләй.
Мәктәптә лә, ауыл китапханаһында ла Ҡаҙансы бей нәҫеленән таралған ырыу шәжәрәһе элеп ҡуйылған.
— Шәжәрәне эшләүҙә Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҙур ярҙам күрһәтте, — тип ғорурланып һөйләй ауылдаштары. Китапханалағы:
"Ырыуыбыҙ — Ҡыр-танып
Ағасыбыҙ — ҡайын
Ҡошобоҙ — бөркөт
Тамғабыҙ — ырғаҡ
Ораныбыҙ — Алас
Йылғабыҙ — Танып
Тауыбыҙ — Сейәлетау
Иманыбыҙ — дуҫлыҡ" тигән яҙыу һәр кемдең иғтибарын тартып ҡына ҡалмай, ә уйланырға мәжбүр итә.
Ҡышлауйылға ауылындағы әҙәби осрашыуҙа беҙгә урта мәктәп директоры Әмин Шәүәлиев бер ҡулъяҙма күрһәтте. Ундағы шиғырҙар Бөйөк Ватан һуғышында ауыр яраланып, фашистарға әсирлеккә эләккән ошо ауыл кешеһе Зәки Шәүәлиевтеке булып сыҡты. Уның рухын хатта Маобит концлагеры ла һындыра алмаған. Тыуған илем, тыуған ерем тип ҡайтҡан Маобит тотҡонон беренсе көндә үк ҡулға алалар һәм фашистарҙа әсирлектә булыу язаһын ул "үҙебеҙҙең" лагерҙарҙа (Воркута, Алтай) кисерергә мәжбүр була. Лагерҙан ул 1953 йылда ғына ҡотолоп, йәнә тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Күргән-кисергәндәре күңеленән шиғри юлдар булып аҡ ҡағыҙға төшә барған икән. Тотҡондоң иҫтәлеге — шиғырҙар дәфтәре — бөгөн Әмин Әнүәр улында һаҡлана.
Асҡын районы биләмәһе аша ҡасандыр каторжандар юлы үткән. Ул таш юлдан атлаған тотҡондарҙың аяҡ-ҡулындағы бығау сыңы әле лә ишетелгәндәй була. Тик ул бөгөн йөрәктәрҙән генә ишетелә. Гүйә, бығауҙар йөрәктәребеҙгә күскән:
Каторжандар юлы буйлап
Китеп барам Асҡында.
Хәҙер Себер китә кеше,
Тыуған ерҙән ҡасҡандай...
Өс көн эсендә ун бишләп мәктәптә һәм мәктәп китапханаларында булырға өлгөрҙөк. Уҡытыу-тәрбиә эшенең кимәле хаҡында беҙ дәрестәрҙе ҡарамағас әйтә алмайбыҙ (мәктәптәрҙә яҙғы каникул осоро ине). Әммә балаларҙың матур итеп шиғыр уҡыуҙары, башҡортса йырлауы белем биреүҙәге ыңғай хәл хаҡында һөйләй.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
— Күҙ асып йомған арала уҙған һымаҡ өс көн эсендә Асҡынды арҡыры-буй үтеп, уның һәр төбәген байҡаған яҙыусылар йылдар буйы онотолмаҫ тәьҫорат, хис-тойғо менән ҡайтты.
Беҙҙең Рәшит Шәкүр, Әнисә Таһирова, Мөхәммәт Закировтан торған төркөмгә иң бәхетле маршрут тура килгәндер тип ҡыуанам. Райондың иң төпкөлөндә, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе сигендә, урынлашҡан урмансылар төбәге Табаҫҡытамаҡ ауылынан башланып китте ул. Асҡындар был яҡты алыҫлығы өсөн "Магадан" тип тә йөрөтә. Ә мин уны беҙ ғәҙәтләнгән Швейцария менән генә сағыштыра алам.
Беҙҙе мәктәптә лә, кис клубта ла әҙерләнеп көтөп торғандар. Уҡыусыларҙың да, ата-әсәләрҙең дә шиғриәткә, яҙыусы һүҙенә һыуһағаны һәр кемдең йөҙөндә, күҙендә балҡып торҙо. Бигерәк тә Рәшит Шәкүрҙең ошо яҡтың тарихын, ер-һыу атамаларын тәрән белеп сығыш яһауы оҡшаны. Әнисә Таһированың балалар өсөн шиғырҙарын уҡыусылар йылы ҡабул итте. Мөхәммәт Закировтың тормош ысынбарлығын юморға әйләндереп, кинәйә менән яҙылған шиғырҙары ла бөтәһенең күңеленә хуш килде. Мәктәп уҡыусылары һәм өлкәндәр тарафынан ҡуйылған концерт әҙиптәрҙең сығышы менән аралаш барыуы ла тәбиғи булды.
Икенсе көндө Үршиҙе мәктәбендә шулай уҡ әҙерлек менән көткәйнеләр. Һәр ерҙә — икмәк-тоҙ һәм яҡты йөҙ.
Солтанбәк урта мәктәбенә килгәндә, Һөйәнтүҙ трагедияһына арнап ҡуйылған стела янында баш эйеп киттек. Ҡалаларҙа ла булмаған был мөһабәт мәктәптәге осрашыуға район хакимиәте башлығы Фларит Усманов та килде. Осрашыуҙан һуң ул беҙҙе шулай уҡ яндырылған туҡһан ауылдың береһе Билгешкә алып барҙы. Бында халыҡ тарихында мәңге онотолмаҫ ҡанлы ваҡиғаға обелиск ҡуйылған. Митингта ҡатнашып, сәскәләр һалдыҡ.
Урмияҙ һәм Ҡубыяҙ ауылдарында мәктәптәрҙә һәм клубтарҙа булған осрашыуҙарҙың ихласлығы күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780