Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заманыбыҙҙың рухи балҡышы
Заманыбыҙҙың рухи балҡышыШулай тип яҙғайнылар бер саҡ уның тураһында. Әҙәби ижадты һәм ғилми эшмәкәрлекте уңышлы алып барған, шул уҡ ваҡытта өлгөлө педагог булараҡ оҙайлы йылдар дауамында университетта белем биргән шәхес хаҡында был һүҙҙәрҙе әйтеү урынлылыр. Ҡайҙан килә ул егәрлелек, тырышлыҡ һәм мәңгелек хеҙмәттәр ҡалдырыуға ынтылыу? Әйткәндәй, тәҡдим иткән әңгәмәбеҙҙең геройы — Табын ырыуы вәкиле. Башҡорт халҡына бихисап зыялы биргән ырыу ул. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, ғалим-мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. Беҙҙең замандашыбыҙҙы ла шуларҙың рәтенә ҡуйыу хата булмаҫ. Фән, тормош асылдары, әҙәбиәт хаҡында табындарҙың дарманлы улы, танылған ғалим, яҙыусы Тимерғәле Әбделғәлим улы КИЛМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
— Тимерғәле ағай, нимә ул һеҙҙең өсөн юбилей?
— Юбилей — кешенең ғүмер юлында бер артылыш ул, сөнки был ваҡытта бөтә хеҙмәтеңде, тормошоңдо, ғүмер юлыңды, ижадыңды барлап сығаһың. Ғәҙәти көндәрҙә был хаҡта уйланмайһың да: эшләйһең, яҙаһың. Юбилейҙы артылыш мәле тип әйтеүем осраҡлы түгел. Әгәр ҙә уҙған ғүмереңә һығымта яһап, ижади хеҙмәттәрең һине ҡыуандыра икән, тимәк, һөйөнөү өсөн урын бар. Ә инде эшләгәндәрең һине ҡәнәғәтләндерерлек кимәлдә түгел икән, борсолаһың. Шул уҡ ваҡытта киләсәккә пландар ҡораһың, аҡһаған яҡтарын төҙәтергә тырышаһың, йәғни үҙенә күрә артылыш алаһың.
— Һеҙ ғалим ғына түгел, яҙыусы ла. Тәүге әҫәрегеҙҙең яҙмышы хаҡында һөйләп үтһәгеҙсе...
— Ул хәл 1964 йылдың июнь айының егермеләре тирәһендә булды. Икенсе курсты тамамлап, практикаға китер алдынан “Буденовка” исемле хикәйәмде “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына алып килдем. Әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләүсе Рәми ағай Ғарипов әҫәремде уҡып сыҡҡан, һуңынан уны Ноғман Мусинға ла биргән. Ҡабаттан фекерҙәрен ишетергә тип килгәйнем, бары тик хупланылар. Әҫәргә әллә ни төҙәтмәләр ҙә индермәгәндәр. Һуңынан бер аҙна тигәндә тәүге әҙәби ижад емешемде баҫтырып та сығарҙылар. Әлбиттә, быға ныҡ шатландым. Бер заман студент Марсель Ҡотлоғәлләмов килде лә ҡулымды ҡыҫты. “Тимерғәле, “романыңа” рецензия баҫылып сыҡҡан”, — ти. Баҡтиһәң, “Совет Башҡортостаны”ның яуаплы секретары, журналист, яҙыусы Ғәйфулла Вәлиев ошо әҫәремә ҡарата “Бер хикәйә хаҡында һүҙ” тигән мәҡәлә-рецензия яҙған. 1964 йылдың 30 июнендәге һанында сыҡҡайны — әле лә хәтерләйем (көлә). Унда, әҙәбиәтебеҙгә өмөтлө бер ҡәләм килә, тиелә. Бына шулай итеп, Рәми Ғарипов, Ноғман Мусин, Ғәйфулла Вәлиев минең тәүге әҫәремде уҡып, фатиха биреүселәр инде.
— Фән юлын һайлауығыҙҙың сәбәбе нимәлә?
— Студент саҡта уҡ ауылдашым, башҡорт зыялыһы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тормошон һәм ижадын өйрәндем. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының архивында уның биш том яҙмалары, документтары һаҡлана. Уларҙың һәр ҡайһыһы мең биттән дә кәм түгел, 1500 битлеге лә бар. Архивҡа барып, шуларҙы өйрәнә инем. Унда ултырыу күп ваҡыт талап итеү сәбәпле, һорап, үҙем йәшәгән ятаҡҡа алып ҡайттым. Өмөтбаевтың каллиграфияһы шул тиклем елле икән, урыҫ телендә лә шәп яҙған. Тик ғәрәп графикаһындағы яҙмаларын уҡыу ауырға төшә ине. Ошо материалдар нигеҙендә курс эше яҙҙым, артабан диплом яҡлауға ла был теманы үҫтерҙем. Беҙҙең диплом яҡлау хаҡында Тайфур Сәғитов “Совет Башҡортостаны”на репортаж әҙерләгәйне, шунда дәүләт комиссияһы рәйесе Ким Әхмәтйәновтың һүҙҙәре лә бирелгән. Ул, минең диплом эшем кандидатлыҡ диссертацияһына яҡын тора, тигән. Комиссия ҡарары менән Мәскәүгә аспирантураға тәҡдим иттеләр. Шулай башланып китте фәнни юлым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, М. Өмөтбаев хаҡында диссертация яҙа алманым, сөнки ғилми етәксем әле ул шәхестең Мәскәүҙә билдәле түгел икәнлеген белдерҙе. Ахырҙа урыҫ телендә “Мостай Кәрим драматургияһы” темаһына диссертация яҙҙым. “Башҡорт драматургияһының поэтикаһы” тигән темаға докторлыҡ диссертациямды ла М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында яҡланым.
— Был өлкәне төплө өйрәнгән ғалимға ошондайыраҡ һорауым бар: хәҙерге башҡорт драматургияһына ҡарашығыҙ нисек?
— Театрҙарыбыҙ бөгөн яңы пьесаларға ҡытлыҡ кисерә. Әсғәт Мирзаһитов, Ибраһим Абдуллин, Мостай Кәрим кеүек классик драматургтарыбыҙ китеп бөттө. Шөкөр, әле Нәжиб Асанбаев — беҙҙең арала. Уларҙан һуң бер нисәүһе килде лә ул, әммә етди әҫәрҙәре юҡ кимәлендә. Һәр ҡайһыһы тигәндәй бары уйын-көлкөгә, шаярыуға ғына ҡоролған. Һуңғы арала йәш көстәр килеүе — шатлыҡлы күренеш. Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Салауат Әбүзәр, Гөлшат Заманыбыҙҙың рухи балҡышыӘхмәтҡужина, Таңсулпан Ғариповаларҙың премьераларын күреп һөйөнәм. Әлбиттә, драматургия еңел форма түгел. Тормошто яҡшы белмәйенсә, быға тотоноп булмай. Хәҙерге быуындың бит әҫәр яҙыуға килтергән юлы ябай: балалар баҡсаһы, мәктәп, университет, редакция. Тормошто насар белеү ҙә ижадсының ҡарашын тарайта. Хәҙер ауыр тормошҡа зарланалар. Ә бит былар әҫәр яҙғанда бай мәғлүмәт бирә. Йәш драматургтар әүҙемерәк, тырышыраҡ булһын. Икенсе яҡтан, театр үҙе лә ижадсыларға ярҙам итергә тейеш. Бына совет осоронда кемдер театрҙа ниндәйҙер вазифа биләп штатта торҙо, эш хаҡын да алды. Был осраҡта уларға кинәнеп әҫәрҙәр яҙырға мөмкинлектәр тыуҙырылғайны. Хәҙерге заманда хеҙмәт хаҡы алыр өсөн драматург редакцияла эшләргә мәжбүр. Ижад итергә ваҡыты ла, хәле лә ҡалмай бит.
Етди темаға яҙылған әҫәрҙәр хаҡындағы фекеремде әйтеп бөтәйем әле. Бына Һәҙиә Дәүләтшинаның ғына тормошон миҫалға алайыҡ. Күпме ауырлыҡ кисергән, төрмәлә ултырған, аҙаҡ төндәрен лампа яҡтыртып романын яҙған. Эшен аҙағына тиклем еткергән, ләкин китабын күреү бәхете тәтемәгән. Йәиһә генерал Шайморатовтың данлы юлы ни тора! Яуҙа күпме батырлыҡ күрһәтеп, һуғыш яланында ҡаһармандарса һәләк була. Әле булһа ла Герой исемен бирә алмайбыҙ. Бына ҡайҙа ул трагизм! Ошондай шәхестәрҙең тормошон уйынға әйләндерергә түгел, ә юғары типтағы образ тыуҙырырға кәрәк.
— Әҫәрҙәрегеҙҙә һуғыш темаһы төп урынды биләй. Күрәһең, бөйөк ил фажиғәһе һеҙҙең ғаиләне лә урап үтмәгәндер...
— Дөрөҫ. Әҫәр яҙыр өсөн бер ҡасан да тема эҙләп йөрөмәнем. Үҙем быларҙың барыһының да шаһиты. Әҫәрҙәрем — тормошомдоң дауамы, тиһәм, хата түгелдер. Миңә 15 кенә көн булғанда атайым һуғышҡа киткән. Офицер дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Уның менән бер туған ике ҡустыһы ла алына, ләкин әйләнеп ҡайтмайҙар. Бала саҡта ауылдағы ветерандарҙың һөйләгәнен ихлас тыңлар инек. Шәп һунарсы Хәсәнетдин бабай бар ине. Кәкре көбәкле мылтыҡ менән траншеянан ятып ҡына немецтарға атып яттым, ти торғайны. Шуға ла Бөйөк Ватан һуғышын яу картиналарына нигеҙләнеп түгел, ә психологик йәһәттән күрһәтергә тырыштым. Яңыраҡ яҙған әҫәрем дә “Һуңғы фронтовик” тип атала. Төп геройҙың прототибы — ауылдашым Зәкәриә ағай. Белһәгеҙсе, күпме изгелекЗаманыбыҙҙың рухи балҡышы башҡарҙы ул ауыл өсөн. Ул утын ташырға булһынмы, ул бесән әҙерләшергәме. Зәкәриә ағай әҫәремде уҡып өлгөрҙө, инде гүр эйәһе. Ғөмүмән, беҙ — атайһыҙ балалар — етемлекте тоймаһын өсөн иҫән ҡайтҡан фронтовиктар һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙҙы.
Һуғыш темаһына яҙыу бирелеп эшләүеңде талап итә, сөнки бының хаҡта алам-һалам яҙып булмай.
— Табын ырыуының күренекле вәкиле Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ауылдашыһығыҙ. Ғилми һәм әҙәби эшмәкәрлеккә уның рухының йоғонтоһо булдымы?
— Һис шикһеҙ. Бәләкәй саҡта ауылыбыҙҙың тарихын белмәй инек. Ә бөгөнгө йәштәр Өмөтбаев төҙөгән шәжәрәнән үҙ тарихын тәрәндән өйрәнә. Уның әҫәрҙәренә килгәндә, ауылыбыҙҙың туғайы хаҡында яҙған шиғырын мәктәптә уҡыным да хайран ҡалдым. Шул тиклем оҫта тасуирлаған бит. Университетҡа уҡырға инеп, шәхсән архивын өйрәнгәс, ғорурланыуым арта төштө. Был мәлдә ауылда уны дин әһеле, дворян тип әйтәләр ине. Үҙем, документаль тикшеренеүҙәр үткәреп, ауылдаштар алдында сығыш яһаным. Уны күреп-белгәндәрҙең хәтирәләрен дә яҙып алдым. Иҫ киткес ғалим, тәржемәсе, шағир, этнограф, йәмәғәт эшмәкәре булған бит. Киләсәктә музейы ла булыр әле, тигәндә ололар шикләнеп тә ҡуйғайны. Бөгөнгө көндә уның музейы бар, ҡәбер ташы реконструкцияланды, бюсы ҡуйылды. Халыҡты һөйөндөрөп, Өмөтбаев көндәре үтә.
— Ижад кешеһе өсөн юбилей — ул артылыш осоро, тинегеҙ. Бөгөн ниндәй уй-ниәттәр менән янаһығыҙ?
— Төп маҡсат — быға тиклем уйланып ҡуйылған әҫәрҙәремде яҙырға. Тағы ла бик шәп темаға тотонорға йөрөйөм. Өс әбей бер йортта йәшәй, бер ҡоҙағыйҙың ҡыҙын икенсе ҡоҙағыйҙың улы кәләш итеп алған. Был ҡатындарҙың һәр кеменең өлөшөнә ҡайғы төшә. Өсәүһенең дә ире һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмай. Шулай ҙа улар ирешмәй ҙә, талашмай ҙа, дуҫ-татыу ғына бер йортта көн итәләр. Ә хәҙерге заманда килен менән ҡәйнә һыйыша алмай, үлешеп-талашып бара. “Килен, ҡәйнә, ҡоҙағый” тип аталасаҡ ул. Бына ошо әҫәрҙе яҙып ҡуйырға иҫәбем бар, уның исеме лә, төҙөлөшө лә, эпизодтары ла күптән уйланылған.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576